Сәғит ауылы район үҙәге Иҫәнғолдан 96 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Бик күркәм, матур, бай тарихлы һәм гүзәл тәбиғәтле ауыл ул.
Ауыл тарихына килгәндә, Марат Түләбаевтың “ Үҫәргәндәр ере – Ейәнсура” китабында ошондай мәғлүмәт бирелә:” Байыш ауылынан 5 хужалыҡ 1796 йылда күсеп сыға. 1930 йылда “ Сәғит ” колхозы,1958 йыл эреләтелгән Киров исемендәге колхоз ойошторола,1984 йылдан “ Ҡаҫмарт” совхозы составында. 1919 йылдан Байыш ауыл Советына инә.
1796 йылда Байыш ауылынан 5 ғаилә күсеп килә. Ауылдың икенсе исеме Бишөйлө лә ошо мәғлүмәт менән бәйле. Балтабай Яппаров, Зәүрәп Харуншин улы Сәғит менән күсәләр.Шулай уҡ бер нисә кеше: Шәрип Теләүбай, Абдрахман Йылҡыбаев, Ҡулансы Әлмөхәмәтов, Йомалы Мөхәмәтовтар тәүге нигеҙҙе Ерәнсәй йылғаһы буйына һала. Йылға ни өсөн шулай атала? Унан беренсе булып Ерәнсәй ҡушаматлы ат һыу эсә.
Граф Перовский губернаторҙың 228-се предписаниеһы буйынса, ауыл 9-сы кантон начальствоһына ҡарай.Ә был кантондың начальнигы Ҡыуатов була.
Йылайырҙан Ырымбурға төрлө төҫтәге таш ташыу өсөн юл һалына һәм юлдың төҙөклөгө өсөн Сәғит ауылы халҡы яуаплы була.
1890 йылда ауыл биләмәһе ерҙәренән ҡуртымға ( арендаға) ер бирәләр.Килешеү( договор) дөрөҫ төҙөлмәү сәбәпле,Сәғит ауылы ере урыҫтарға ҡала.Был – бөгөн Казанка ауылы урынлашҡан ерҙәр.
1920 йылда ауылда бөтәһе 470 кеше иҫәпләнә. Граждандар һуғышы йылдарында беренсе революционерҙар Шамил Балтин һәм Язал Яппаров ауылды аҡтарҙан да,ҡыҙылдарҙан да ҡурсалайҙар һәм һаҡлап алып ҡалалар.
1921 йыл – аслыҡ йылы.Был йылда беҙҙең ауылдан 48кеше үлә.Сағыш-тырып ҡарағанда,Казанкала 1ғаилә генә аслыҡтан үлә.Сәбәбе билдәһеҙ.
1927 йылда колхоз ойошторола.Уның рәйесе Йомалин Ҡизылхаҡ була.
Ауылдың беренсе уҡытыусыһы – Йомалин Бәҙретдин. Революцияға тиклем үк Сәғиттә мәсет була.Уны коммунистар емерә.
Ауылға репрессия еле ҡағылмай,сөнки халыҡ борон-борондан берҙәм һәм татыу була,бер-береһен һатмай.
1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында бәләкәй генә Сәғит ауылынан 70-тән ашыу кеше ҡатнаша,40-тан артығы яу яланында ятып ҡала.