Элек уны Иҫөргәп тип тә, Ҡалмыҡ тип тө йөрөткәндәр. Ауыл ҙур булған. 1834 йылда 183 кеше, 1921 йылда 151 йортта 639 кеше теркәлгән. Йотта 89 ғаилә һәләк булған. 1939 йылда — 290, 1999 йылда 211 кеше ғүмер иткән.
Хәҙерге Элмәле ауылы халҡы тәүҙә Ҡаҫмарт йылғаһы аръяғында, тау битендә йәшәгән. Ул урын бөгөн дә Иҫкауыл тип атала. Иҫәргәп ҡарт та тәү башлап шунда йәшәгәндер. Ауыл бит бик оҙаҡ уның исеме менән йөрөтөлә. Ҡалмыҡ атамаһы ул замандарҙағы барымта-ҡарымталар шойҡанылыр.
Тора-бара халыҡҡа был ер оҡшамай башлай. Улар тигеҙлеккә ултырырға теләй һәм хәҙерге йәшәгән урынды һайлай. Тик бында бер нисә урыҫ ғаиләһе тирмән ҡороп йәшәгән була. Ә ул заманда башҡорттар урыҫтар менән аралашыуҙы өнәмәй. Шуға күрә был урыҫтарҙы ҡыуып ебәрергә ҡарар итәләр. Тик тегеләрҙең киткеһе килмәй: "Әйҙәгеҙ бергә йәшәйек, ер иркен бит. Или вам мало?" — тип әйткәндәр, имеш. Ана шул "вам мало ли"ҙән "Элмәле" һүҙе килеп сыҡҡан тип фараз итәләр. Ауыл исемен Элмәле йылғаһы менән бәйләүселәр ҙә бар. Йылғаны тау башынан ҡарағанда, ул тау үҙәндәрендәге туғайлыҡтарға эләккәндәй һалмаҡ ҡына аҡҡанға "Элмәле йылға" тип әйткәндәрҙер. Ауыл Иҫке ыҙманан күсеп ултырғас ҡына Элмәле тип атала башлаған бит.
М. Түләбаевтың “Йәнтөйәктең хәтер хазинаһы” китабынан.