Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
17 Сентябрь 2020, 21:00

#Районға_90_йыл Биштирәк ауылы

Биштирәк ауылы урынында бо­рон Ураҙбай тигән кешенең йәйләүе булған. Ауылға Байыш ауылының Ураҙов Мөхит тигән кешеһе нигеҙ һалған.1999 йылда Биштирәктә 276 кеше йәшәгән.

Биштирәк ауылы урынында бо­рон Ураҙбай тигән кешенең йәйләүе булған. Ауылға Байыш ауылының Ураҙов Мөхит тигән кешеһе нигеҙ һалған.
1999 йылда Биштирәктә 276 кеше йәшәгән.
Түбәндәге мәғлүмәттәр Аҡъегет ауылы кешеһе Исҡужин Нуретдин олатай мәрхүмдең һөйләүе буйынса яҙылды. “Ауылдың исеме тирәк һү­ҙенән килә. Ауыл ултырған урында бик йыуан биш тирәк булған. Ул тирәктәр беҙҙең бала саҡҡа ла эләкте. Үҙебеҙ шул тирәктәр янында уйнай торғайныҡ. Тирәктәрҙең йыу­анлығын ҡолас йәйеп, өс-дүрт кеше үлсәй ине. Ауылыбыҙҙың төп йыл­ғаһы Ергәйеш тип атала. Районда өс Ергәйеш йылғаһы бар. Беҙҙең ауыл­дың йылғаһына кем Ергәйеш тип исем ҡушҡандыр, билдәһеҙ.
Ауылдың үр яғында өс бәләкәй йылға ҡушыла. Уңдағыһын Филип йылғаһы тип йөрөтәләр. Уртала­ғыһы — Йүкәле, һулдағыһы — Ергәйеш.
Филип йылғаһының элекке исеме Уң сата булған. Уның буйында Байыш ауылынан Ваһаповтар йәй­ләгән. Ә Бабай тауы улар йәйләүенән сыҡҡан морон булған. Бабайтау ата­маһының килеп сығышын Ураҙ ауы­лынан Хәмит Ваһапов олатай былай тип һөйләй. "Граждандар һуғышы ваҡытында Ураҙ ауылының мул­лаһы, ҡыҙылдар килеп ингәс, һыбай сығып ҡаса. Бер нисә һыбайлы ҡыҙылармеец артынан баҫтыра сыға һәм ошо моронда атып китә. Мәйе­тен бер нисә көн үткәс туғандары эҙләп килеп табып, Йүкәле йылғаһы буйына төшөрөп ерләгән. Баш осона ҡуйылған ташы хәҙер ҙә һаҡлана, тиҙәр”.
Йүкәле йылғаһы буйында йүкә ағасы күп үҫә. Исеме шунандыр, моғайын. Йүкәле менән Ергәйеш мо­рононоң өҫ яғында бик матур ялан бар. Ул ер хәҙер Түңәрәк урман тип йөрөтөлә. Был ҙур яланда элек башҡорттар, йәйләүгә күскәс, төрлө уйындар үткәрә, ат сабыштыра тор­ған булған. Был да Ваһапов Хәмит олатай һөйләүе буйынса яҙып алын­ды.
Бурлыҡ ауылынан бер нисә урыҫ күсеп сығып Уңсата йылғаһының осона ултырған, күрәһең. Шул урыҫ­тарҙың тәү башлап килгәне Филипп исемле булғандыр. Унда һаман да бер нисә өй урыны бар. Аҙаҡтан бында кәшәр төҙөгәндәр, һарыҡ үрсеткәндәр,
Ергәйеш буйында йәйләүгә сыҡ­ҡан ерҙәрҙә усаҡ урындары әлеге көнгәсә һаҡланған. Таштарҙы ура­тып һала торған булғандар. Ғөмү­мән, был йылға буйында күптәр йөй­ләгән. Ергәйеш, Йүкәле, Филип йылғалары ҡушылған урында бик ҙур, йыуан ҡарама ағасы үҫкән. Бо­ронғоларҙың һөйләүе буйынса, ошо ҡарама төбө йәйләүҙәге мәсет урыны булған.
Шул ҡарамаға менеп, мөәзин аҙан ҡысҡырған, шунан намаҙға сыҡҡандар. Был турала ла Хәмит олатай һөйләне. Ул 1979 йылда ва­фат булды.
Ергәйешкә инеп, кисеүҙе сыҡҡас та һул яҡта Мортаҙа үҙәге бар. Ә өс йылға ҡушылған ерҙән 300 метрлап түбәнерәк Сәғәҙей үҙәге бар. Үҙәктең аҫ яғында һарыҡ кәшәре булды. Сәғәҙей ағай ошо кәшәрҙә алдынғы чабан ине, делегат булып Мәскәүгә съезға барҙы. Бик данлы кеше ине, тик фажиғәле һәлөәк булды. Юланов Булат та ике орденға лайыҡ булған кеше. Ауыл тарихҡа ифрат бай. Шул геройҙарҙы һәм һуғышта ҡат­нашҡандарҙы, ауыр һуғышта тылда эшләгәндәрҙе иҫкә алып бер һәйкәл ҡуйырға ине.
Ауылдың үр яҡ осондараҡ уң яҡта Ҡотом үҙәге бар. Шул үҙәктән һыртҡа юл менә. Ә үҙәктең аръяғында Ҡотомов Чирнияз тигән кешенең өйө булған. Чирнияз олатай ҙа ошо ауылға беренселәр рәтенә яҡын күсеп килгән кеше. Был үҙәк Ҡотомовтар йортона яҡын булғанға шулай аталған, күрәһең.
Биштирәккә беренсе уҡытыусы булып Ғәрифә Хәмиҙуллина инәй 1933 йылда килгән. Ул ауылда ҡултамғаһын да ҡуя белмәгән кешеләрҙе уҡыта башлай. Әллә нисә быуын кешеләренә аң-белем биргән хөрмәтле уҡытыусы әле Ҡыуандыҡ ҡалаһында ҡыҙында йәшәй.
Читайте нас: