Ҡаҙанболаҡ йылғаһы, Яутейгән (Шайтан) тауҙарынан башланып, Ҡаҫмартҡа ҡоя. Был йылғаны Сусаҡтау башынан ҡараһаң, бер урында ҡаҙан рәүешендә бормаланып ятҡаны күренә.
Иҙелбәк ауылы Ҡаҙанболаҡ йылғаһының бормаланып аҡҡан яр буйына урынлашҡан. Ул 1795 йылдан алып билдәле. Ауылға Дәүләтбәк ҡарт Алтынбай, Ҡошҡонбай, Ҡаһарман һәм башҡа исемле алты улы менән нигеҙ һалған. Ауылды оҙаҡ йылдар Ҡаҙанболаҡ тип йөрөтәләр. Бында күсеп килгән Иҙелбәков, Ишемйәровтар ишәйә. Күпмелер ваҡыттан һуң Иҙелбәковтар хәҙерге Иҙелбәковтар урамына икенсе ауыл булып күсеп ултыра. 1816 йылда үткәрелгән 7-се ревизияла Иҙелбәк утарында 4 йорт тип теркәлгән. Иҙелбәковтар көслө ара булып, күпселекте тәшкил итеү сәбәпле, һуңғары ауылдың исеме рәсми рәүештә Иҙелбәк тип йөрөтөлә башлай.
1834 йылда халыҡ иҫәбен алған саҡта ауылда — 178, 1850 йылда 224 кеше йәшәгән.
1921 йот йылында 107 хужалыҡтың 33-ө тулыһынса һәләк булған.
Хәҙер ауылда 1407 кеше йәшәй.
Иҙелбәк оҙаҡ йылдар "Ейәнсура"совхозының үҙәге булды, үҫте, төҙөкләнде.
Сығанаҡ: Марат Түләбаев "Үҫәргәндәр ере - Ейәнсура".