50 йыл элек 1970 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә. Был сара бөтә Союз республикаларында ла уҙғарыла.
Был перепистә иҫәпкә алыу ҡағыҙҙары 11 һорауҙан тороп, унда иҫәпкә алыусының ғаилә башлығына мөнәсәбәте, әгәр ҙә сара ваҡытында йәшәү урынында булмаһа – ваҡыты һәм сәбәбе (ваҡытлыса өйҙә булмағандар өсөн), даими йәшәү урыны, енесе, йәше, ғаилә хәле, милләте, тыуған теле тураһында һорауҙар була.
1970 йылғы иҫәпкә алыуҙың мөһим яңылыҡтарының береһе – урта белемгә эйә булыусылар, шулай уҡ үҙ туған телдәренән тыш, СССР-ҙағы башҡа халыҡтарҙың телдәрен белеүселәр һәм ул телдәрҙә иркен аралашыусылар иҫәпкә алынды. Был күп милләтле дәүләттең үҫеш процессын өйрәнергә мөмкинлек бирҙе.
1970 йылғы перепискә әҙерлек барышында Ейәнсура районында докладсылар һәм пропаганда алып барыусылар тарафынан 9 мең тирәһе кешегә 500 лекция һәм доклад уҡылды.
Улар күпселектә граждандарҙың эш урынында, тағы ла йәшәү урыны буйынса собраниеларҙа, шулай уҡ кинолар һәм концерттар алдынан уҡылды. Бынан тыш мәктәптәрҙә уҡыусылар менән әңгәмә ойошторолдо. Район гәзите биттәрендә иҫәпкә алыу тураһында 27 мәҡәлә донъя күрҙе. Урындағы радио буйынса 10-15 минутлыҡ 30 сығыш тәҡдим ителде.
1970 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуҙа техник яңылыҡтар ҡулланыла. Перепись материалдары тикшереү тиҙ иҫәпләүсе “Минск-32” электрон-иҫәпләү машинкаһында башҡарыла. Был машинка тиҙ иҫәпләүҙән тыш, төрлө контроль операциялары башҡарырға ярҙам итә, ә алынған һөҙөмтәләр таблица рәүешендә баҫыла. Уның йомғаҡтары Союз һәм төбәк кимәлендә биш йыллыҡҡа план төҙөгәндә киң ҡулланылына.
Нәркәс Ҡылысбаева, Халыҡ иҫәбен алыу буйынса уполномоченный.