Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
19 Ноябрь 2020, 21:05

Әбделкәбир олатай

“Ейәнсура таңдары” архивынан (№ 108, 14.09.2013 й.)Күреп белгән кешеләрҙән һорашып, мәғлүмәттәр туплап, үҙебеҙҙең ауылдашыбыҙ, халҡына күп изгелек эшләп, кешеләрҙең тәрән ихтирамын яулған халыҡ табибы, мулла, әүлиә Әбделкәбир Мырҙабай улы Мырҙабаев тураһында, ҡулдан килгәнсә, яҙам был мәҡәләмдә.

“Ейәнсура таңдары” архивынан (№ 108, 14.09.2013 й.)
Күреп белгән кешеләрҙән һорашып, мәғлүмәттәр туплап, үҙебеҙҙең ауылдашыбыҙ, халҡына күп изгелек эшләп, кешеләрҙең тәрән ихтирамын яулған халыҡ табибы, мулла, әүлиә Әбделкәбир Мырҙабай улы Мырҙабаев тураһында, ҡулдан килгәнсә, яҙам был мәҡәләмдә.
Матур тәбиғәт ҡосағында – Оло Һүрәм буйында урынлашҡан Ибрай ауылында 1865 йылда донъяға килә Әбделкәбир олатай. Атаһы Мырҙабай олатай бик күп бал ҡорто тотҡан, тирә-яҡта бик данлы һунарсы була. Заманына күрә бик хәлле йәшәй. Ана шул һунарсы булыуы арҡаһында (айыу менән алышҡанда ҡаты яралана), иртә гүр эйәһе була. Әбделкәбир олатай бәләкәй саҡтан етем ҡала, бик күп йонсоуҙар, кәмһенеүҙәр кисерергә тура килә.
Егет ҡорона етеп, Үрген ауылынан бик инсафлы Хәнифә исемле ҡыҙға өйләнгәс, тормоштары алға китә.
– Аллаға шөкөр, теләгем ҡабул булды, Хәнифә инәйегеҙ иманлы ҡатын, донъя көткәндә миңә ныҡлы терәк булды, – тип инәйҙе гел маҡтап торған була. Уларҙың Зәнзәбил, Зәбиғә исемле ҡыҙҙары, Ситдиҡ, Хәмзә исемле улдары була.
1958 йылда вафат булған Әбделкәбир олатай Ибрай ауылының оло ихтирамға лайыҡ аҡһаҡалы, заманының данлыҡлы муллаһы ине. Уны ауылдаштары әле булһа һағынып иҫкә ала. Динде инҡар иткән көслө атеизм заманында йәшәһә лә, бер кемдән, бер нәмәнән ҡурҡмай, кешеләргә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Өшкөрөп, күпме ауырыуҙы аяҡҡа баҫтыра, дарыу үләндәрен яҡшы белә, төнәтмәләр яһап та дауалай. Олатайҙың һиҙемләүе бик көслө була.
– Беҙгә алыҫтан ҡаты ауырыуҙы килтерәләр, бөгөнгә өйҙә торайым булмаһа, – ти икән бер көн Хәнифә инәйгә.
Ул саҡта телефон да, мәғлүмәт алырлыҡ башҡа төрлө мөмкинлек тә юҡ. Ныҡ сирле кешене алыҫтан алып килер булһалар, иҫәнләй башлай, тәне ауырая, йоҡоһо килә икән. Һиҙемләүҙәре ысынға тура килә. Ауырыуҙарҙы ул көнмө, төнмө – теләһә ҡайһы ваҡытта ҡабул итә, өшкөрә. Ярҙам итә алыуына шатлана.
Әбделкәбир олатайҙың тағы бер хикмәтле яғы була. 1937 йылдың йәйендә Ибрай ауылында көслө янғын сыға, ел көсәйә, ярты ауыл янып бөтә яҙа. Ут ауыл уртаһына етеп килә, Хәнифә инәй баҫып торған ҡамырын күтәреп, ишек алдында ҡурҡып, ни эшләргә белмәй йөрөй икән. «Әбей, ҡурҡма, хәҙер утты туҡтатам», – тип, тәҡбир әйтеп туҡтатҡан. Көслө ел кире йүнәлеш ала, ауылдың ҡалған яғы ҡотолоп ҡала. Кеше ышанмаҫтайҙы ысын булһа ла һөйләмә, тиҙәр. Әммә был ваҡиғаны бөгөнгө көндә лә иҫләүселәр бар, күреп белеүселәр һаман да һөйләй.
Ә быныһы 1955 йылдың 25 майында булды. Уға мин һәм тиңдәштәрем дә шаһитбыҙ. Ярты сәғәт эсендә сыуаш Сирғоло ауылы тотош янып бөттө. Көслө ел, ут янына яҡын барырлыҡ түгел. Ут көлтәләре, бесән-һалам туҡтауһыҙ оса башлаған мәлдә Әбделкәбир олатай доға уҡып, тәҡбир әйтеп туҡтата, ел йүнәлешен ҡапыл икенсе яҡҡа бора, утты һүндереү мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
Бына тағы бер миҫал. «1953-54 йыл дарҙа беҙ, бер төркөм малайҙар, йәйҙең эҫе көнөндә Һүрәмгә һыу инергә китеп барабыҙ. Йылғаға яҡынлашҡайныҡ, тал ҡыуаҡлығы араһынан бик ҙур йылан килеп сыҡты. Беҙ ҡурҡтыҡ, ҙурыраҡ малайҙар күҫәк тотоп алдылар, йәнәһе, туҡмап үлтерергә. Шул ваҡыт беҙҙән бигүк алыҫ түгел таяҡ таянған мулла Әбделкәбир Мырҙабаев (беҙ уны Әпкәбер олатай тип йөрөтә инек) олатай күренде. Ул беҙгә йыланға теймәҫкә ҡушты һәм үҙе уның эргәһенә яҡынланы. Таяғын болғай-болғай, нимәлер уҡый башланы. Беҙ ҡарап, тыңлап торабыҙ. Бер тапҡыр ҙа һуҡмайынса, йыланды ҡаратып арбап үлтерҙе, унан таяғына элеп, ситкә алып ташланы». (X. Яҡупов «Доға көсө», «Е.Т.», №133, 15.11.12). Ә «Шаңдау» рубрикаһында сыҡҡан «Әбделкәбир олатай» мәҡәләһендә Р. Йәғәфәров ағай былай тип яҙа: «Беҙ заманында (40-сы йылдарҙа) олатайҙарға күрше йәшәнек. Ишек алдында йөрөгәндә олатайҙың доғалар уҡығанын, «аҙ ауырыу, анһат үлем бир, Аллам» тип теләгәнен йыш ишетә инек. Ошо урында Сәлмән Ярмуллиндың «Ахыр заман – аяҡ аҫтында» китабының 68-се битенән өҙөк килтерәйем әле: «Шәмиғол хәлфә бик күп уҡымышлы муллалар менән таныш ине. Етеболаҡ ауылынан Сәғәҙәт мулла, Ҡолшайҙан Абдулла мулла, Ейәнсура районы Ибрай ауылынан Әбделкәбир (Мырҙабаев), Сибәғәт (Яҡупов) муллалар, Үргендән Әхмәтбаҡый мулла бик танылған кешеләр ине».
Ошоға өҫтәп йәнә бер миҫал. Олатайҙың ике улы ла – Ситдиҡ менән Хәмзә ағайҙар Ватан һуғышынан иҫән-һау ҡайтып, матур донъя көтөүҙәрен иҫәпкә алһаң, Ислам дине һәм изгелектең серле мөғжизәләре хаҡында уйланырға урын бар. Кешегә изгелек эшлә, әгәр яуызлыҡ ҡылһаң, ҡасан да булһа үҙеңә кире ҡайта.
Рәйес ағай әле лә олатай тураһындағы иҫтәлектәре менән бик ихлас әңгәмәләшергә әҙер. Ниндәй ауыр аслыҡ йылдарында ла ураҙаһын ҡалдырмаған. Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәре кеүек дини байрамдарҙа мәсеттә ғәйет намаҙын уҡыу мөмкинлеге булмаған саҡтарҙа кешенең ишек алдына йыйылышып уҡырҙар ине. Саҙалы, Сирғол ауылдарынан да йыйыла халыҡ. Күмәкләп зыяратҡа баралар. Атеизм (тыйыу) ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ диндар булды, берҙәм, кешелекле, изгелекле ине шул. Әбделкәбир олатайҙың һыйыр егеп, яй ғына нимәлер көйләй-көйләй, әллә йырлай, әллә доға уҡый-уҡый, урманға йөрөгәнен йыш күрәләр.
Ул үҙенең тылсымлы көсөн килене (Хәмзә улының ҡатыны) Миңлебаныу апайҙа һиҙеп ҡала.
- Килен, һиндә әүлиә һөйәге бар, мин мәңге йәшәмәм, кешеләрҙе имлә, дауала, – тип өйрәтеп ҡалдыра.
Миңлебаныу апай ҙа бик көслө халыҡ табибы булды. Өшкөрҙө тип әйтә алмайым, уныһын белмәйем, әммә быуын төшөрөү, ҡот ҡойоу, эс һылау һ.б. ҡулынан килгән, бик күп ауырыуҙарҙы шәбәйткәне билдәле. Ситтән дә киләләр, үләндәр менән дә дауалай ине.
Хәмзә ағай менән Миңлебаныу апайҙың улдары Рамаҙан менән Хәсән дә – медицина белгестәре, килендәре Миңшат Булат ҡыҙы һәм Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы ла – абруйлы табиптар.
«Аҙ ауырыу, анһат үлем бир, Аллам», тип теләп йөрөгәнгәме, олатайҙың үлеме ҡапыл, кеше ышанмаҫлыҡ үкенесле лә, хикмәтле лә була, аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итә. 1958 йылдың шундай аяҙ, эҫе бер көнө. Олатайҙың бал ҡорттары мыжғып тора (ҡорт ҡарағанда янында балалар йыйылып китер була, һәр береһенә дегәнәк япрағына һалынған тос ҡына кәрәҙле балдан өлөш тә эләгә). Ҡорт ҡарап йөрөгән олатай ауыша бара, ауыша бара ла йығылып ҡына үлә лә ҡуя. Төш мәлендә ерләйҙәр олатайҙы. Ни хикмәттер, ерләп бөтөүгә генә тәбиғәттә көслө тетрәнеү була. Бик тиҙ арала күк йөҙөн ҡап-ҡара болоттар ҡаплап ала. Йәшен йәшнәп, көслө ямғыр яуа башлай. Дин әһелдәре «Ай, Аллаһ, Әпкәбирҙе ерләүгә был тәбиғәт тә риза түгел бит әле, әллә мәрткә генә киттеме икән, үлеме лә бик тиҙ булды, аҙыраҡ көтмәй, тиҙ генә ерләп тә ҡуйҙыҡсы» тип ныҡ үкенәләр. Кем белә инде нимә булғанын, әммә был ысынбарлыҡ. Ул көслө, дәһшәтле ямғырҙан зыяраттағылар өйҙәренә саҡ ҡайтып өлгөрә...
Йомғаҡлау урынына
Минең маҡсатым кемделер ышандырырға тырышыу, йәки аптыратыу түгел, ә беҙҙең быуын кешеләренең (60-70 йәштәрҙәге) үҙҙәре күреп белеп, Әпкәбир олатайҙың тылсымлы ҡулдарынан, доғаларынан һауығып, йә аяҡҡа баҫҡан, йә бүҫеренән ҡотолған кешеләрҙең, күҙ тейеү арҡаһында юҡҡа сыға яҙғандарҙың оло ихтирам менән һаман хәтерләүҙәренән сығып, беҙҙең төбәктә лә булған бит әүлиәләр, изгелек кенә сәсеп йәшәгән кешеләр, уларҙы хөрмәтләп иҫкә алырға, һис оноторға ярамағанлығын һыҙыҡ өҫтөнә алып яҙам. Ундай кешеләрҙә донъя ҡыуыу, көнсөллөк, уҫаллыҡ булмай. Маҡсаттары – Ислам диненә тоғро ҡалып, кешегә яҡшылыҡ эшләү, мәрхәмәтлелек һәм әҙәпле булырға өндәү.
Атеизм заманында кешенең шул тиклем дингә һыуһауы күҙәтелә ине, йәшерен никахтар уҡытыу (бата), балаға исем ҡуштырыу, ураҙа тотоу булды, дини байрамдар тыйылған һайын кеше дингә нығыраҡ ынтылды, аҙғынлыҡ, эскелек булманы. Бөгөн дин тотоу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Ауыл һайын мәсет, ауыл һайын муллалар. Ә мәсеткә йөрөүселәр, ураҙа тотоусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Уйланырға урын бар. Әбделкәбир олатай кешенең ишек алдында йәшерен аят уҡығанда, ихатаға һыймай, ҡапҡа тышында тыңлап торор ине халыҡ.
Ислам динен һаман да инҡар итеп, аҙғын юлды дауам итеүселәр булһа, үҙем шаһит булған мөғжизәгә тиң бер ваҡиғаны өҫтәп ҡуяйым әле. Был хәл 1952 йылда булды. Бөгөнгөләй хәтеремдә, беҙгә 10-11 йәш тирәһе, өс ҡыҙ бала эңер ваҡытында уйнап йөрөй инек. Офоҡта һауала ят хәрефтәр менән тиҫкәрегә табан яҙыу яҙыла башланы. Тәүҙә бер оҙон ғына юл, унан ҡыҫҡа икенсе юл. Ҡояш нуры кеүек, алтын һымаҡ, яп-ялтырҙар. Бер инәйгә әйткәйнек, сығып уҡыны ла «Ай Аллаһ, ... (исемен онотҡанмын) хәҙрәт үлеп киткән икән» тип доға уҡып хуш итте. Бына шулай ул, Аллаһы Тәғәлә үҙ ҡөҙрәте менән, аҡыллыға ишара тигәндәй, хикмәттәрен күрһәтеп тора. Самолет юҡ, ә һауала – яҙыу, уны фәрештәләр яҙалыр инде.
Мәрйәм БАТТАЛОВА. Сирғол ауылы.
Читайте нас: