Тоҙ ҙа әсе, күк әрем дә әсе,
Күҙ йәше лә әсе бигерәк...
Әммә ләкин үкһеҙ етемлектең
Абдулхаҡ Игебаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры.
ХХ быуат башында батша Рәсәйендә 2,5 миллиондан ашыу хәйерсе, ас-етем бала була. Алты йылға яҡын барған тәүҙә – Беренсе донъя, һуңынан Граждандар һуғыштары һөҙөмтәһендә уларҙың һаны 6 миллиондан артып китә. Йәш Совет хөкүмәте алдында шул тиклем ҡарауһыҙ балаларҙы физик һәләкәттән һәм әхлаҡи тарҡалыуҙан ҡотҡарыу бурысы килеп баҫа. Етемдәрҙе тәрбиәләү һәм уҡытыу СССР-ҙа мөһим дәүләт эше тип билдәләнә. Был мәсьәләне хәл итеү балалар йорттарына йөкмәтелә, милләтенә ҡарамай, халыҡ телендә ул «детдом» тип кенә йөрөтөлә. 1921–1923 йылдарҙа улар мохтажлыҡ булған бөтә ерҙәрҙә лә асыла. 1922 йылда уҡ инде 7815 балалар йортонда 451600 бала тәрбиәләнә. Ун йылдан һуң был иҫ киткес ауыр мәсьәлә уңышлы хәл ителеп, уларҙа 150 мең генә тәрбиәләнеүсе ҡала.
Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа был мәсьәлә тағы ла илдең иң көнүҙәк проблемаларының береһенә әйләнә. Ғәжәп ҡыҫҡа ваҡыт арауығында бөтә етемдәр ҙә дәүләт ҡарауы менән солғап алына.
Беҙҙең районда балалар йорттары 1943 йылда – Үргендә, 1944 йылда – Күгәрсендә һәм Абзанда асыла. Һуңғыһы 1946 йылда Байышҡа күсерелә. Етем балалар кәмеү сәбәпле, Күгәрсендә – 1952, Байышта 1954 йылдарҙа ябылып, тәрбиәләнеүселәрҙең күпселеге Үргенгә күсерелә. Райондағы һуңғы детдом 1955 йылда ябыла.
Район етәкселеге балалар йорттары эшмәкәрлеген ныҡлы контролдә тота. Үрген детдомының шефтары итеп Һүрәм МТС-ы һәм урындағы Молотов исемендәге колхоз беркетелә. Партия район комитетының бүлек мөдире Кинйәбулатов Сафа Искәндәр улы рәйеслегендә Попечителдәр советы төҙөлә. Уның составына ағза булып район Советы, комсомол комитеты, социаль тәьминәт, халыҡ мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау бүлектәре, ҡулланыусылар йәмғиәте союзы вәкилдәре һәм колхоз рәйесе инә.
Балалар тәрбиәселәр менән. 1951 йыл.
Эшләп килгән интернат биналарына 1943 йылдың йәйендә һәм көҙөндә яңылары өҫтәлеп, мәктәптең эргәһендә генә балалар йортоноң 3 йоҡо корпусынан, пионер бүлмәһенән, китапхананан, ашхана менән кухнянан, конторанан, медицина изоляторынан, складтан һәм оҫтаханаларҙан торған матди базаһы барлыҡҡа килә. Бөтә илдә лә тәрбиәләнеүселәр урындарҙағы мәктәптәрҙә уҡыйҙар. Балалар күп булған осраҡта ла, тик етемдәр генә уҡыясаҡ мәктәптәр асылмай. Был уларҙың йомоҡланыуын, йәмғиәттән айырылыуын тыуҙырмаҫ өсөн эшләнә. Ошо уҡ маҡсатта уларҙың урында йәшәгән халыҡ менән үҙ-ара аралашыуына ҙур иғтибар бирелә. Ете йыллыҡ белем мәжбүри була. Унан һуң тәрбиәләнеүселәрҙең күпселеге ФЗО-ларға һәм һөнәрселек училищеларына урынлаштырыла, бер аҙы ғына 8–10-сы кластарҙа уҡыуын дауам итә.
Тәрбиәселәр Зөлхизә Янбаева, Алмабикә Аблаева һәм Шәмсинур Ғиззәтуллина. 1947 йыл
1949 йылда Үрген балалар йортондағы 96 баланың 33-ө Ейәнсура, тағы шул тиклеме Абзан районынан була. 30 тәрбиәләнеүсе республиканың 18 районынан һәм Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларынан, Базгильдиева Роза менән Клара – Татарстандың Кукмара районынан, Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районынан Сәйфуллин Марс урынлаштырыла. Сит ҡала-райондар балаларын Мәғариф министрлығының йүнәлтмәһе буйынса килтерәләр, уларҙың байтағы Өфөнөң тимер юл вокзалында һәм башҡа урындарында ҡарауһыҙ йөрөгән була. Ейәнсуралар ауыл советтары тарафынан бирелгән ғаилә хәле тураһында справка һәм мәғариф бүлеге йүнәлтмәһе буйынса килә.
Балалар йортоноң тәүге директоры Айҙағолов Ғәлләм район мәғариф бүлеге мөдире вазифаһында эшләгән була. Артабан был йөктө Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре Фәрхетдин Рафиҡов, Нәҡип Байғужин, Хөсәйен Биктимеров, Абдрахман Бикйәнов тарталар. Завуч вазифаһын шулай уҡ фронтовиктар Йомабай Аблаев, Шәрифйән Аҙнабаев, Әйүп Ейәнбирҙин һәм Мораҡ педагогия училищеһын тамамлаған йәш ҡыҙ Ләлә Бикҡолова башҡара. Зөлхизә Дәминева-Янбаева, Маһи Исхаҡова, Шәмсинур Ғиззәтуллина, Хөмәйрә Солтанбаева-Янбаева, Мөслимә менән Хажмөхәмәт Йәғәфәровтар, Әминә Ишкилдина-Зарипова һәм башҡалар балаларҙың яратҡан тәрбиәселәре булалар. Медсестра Шәкирә Камалова менән Мәрйәм Зиннуроваға балалар йортон ғына түгел, һуғыш осоронда фельдшеры булмаған ауылдың халҡын да хеҙмәтләндерергә тура килә. Өлкән пионервожатыйҙар булып Мөхтәр Әхтәмов, Әмир Ишбирҙин, Хәким Ишбаев, Хәсәнә Янбаева эшләй.
1950 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, детдомдың ярҙамсы хужалығында Молотов исемендәге колхоз биргән 4 ат, 6 эш үгеҙе, 6 һыйыр, башмаҡтар һәм быҙауҙар, бәрәстәре менән 22 һарыҡ һәм 4 түмәр умарта була. Хужалыҡҡа тәжрибә участкаһы, 12 гектар һөрөнтө ер һәм ҙур майҙанда бесәнлек беркетелә, аттар һәм үгеҙҙәр менән ошо ерҙәр эшкәртелеп, картуф, йәшелсә үҫтерелә, малға фураж һәм һалам-бесән әҙерләнә. Был эштәрҙең бөтәһендә лә тәрбиәләнеүселәр әүҙем ҡатнашып, эшкә өйрәнеп үҫәләр.
Балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙә яҡшы йыһазландырылған оҫтаханаларҙың әһәмиәте ҙур була. Үҙ эшенең оҫтаһы инструктор Григорий Харитонов малайҙарҙы ағас менән тимерҙе эшкәртергә өйрәтә, авиамоделистәр түңәрәген дә алып бара. Теген оҫтаханаһында ҡыҙҙарҙы тегеү-сигеү серҙәренә Алмабикә Аблаева һәм Зифа Биктимерова төшөндөрә.
Малайҙар төркөмө. Артҡы рәттә уртала директор Хөсәйен Биктимеров.
Балалар йорто хеҙмәткәрҙәре Йәғәфәровтарҙың ҡыҙҙары, хәҙер Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе педагогик хеҙмәт ветераны Таңһылыу Ҡыуандыҡованың хәтирәләре:
«Атайым Хажмөхәмәт менән әсәйем Мөслимә Йәғәфәровтар Күгәрсен балалар йортонда бухгалтер һәм тәрбиәсе булып эшләне. Һуғыш яралары бер аҙ уңалып, әкренләп етем балалар һаны кәмеү сәбәпле, 1952 йылда Күгәрсен балалар йорто Үргенгә күсерелде. Бында ла улар ошо вазифаларҙа эш башланылар, артабан атайым тәрбиәсе, әсәйем директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләнеләр. Матди ҡиммәттәр ҙур келәттә hаҡланды. Бында мебель, кейем-hалым, аҙыҡ-түлек h.б .туп-тулы булды. Балаларға даими рәүештә яҡшы драп пальтолар, баш кейемдәре, сифатлы итеп эшкәртелгән тиренән тегелгән ботинкалар килә торғайны. Уларҙы балаларға сезонға ҡарап, размерын тура килтереп тараттылар. Әсәйем беҙгә лә эш хаҡы иҫәбенән кейемдәр алып кейҙерә ине. Шуға, ахыры, был хәтирәләр күңелдә ныҡ haҡланған. Ашханала көн дә итле аш, картуф, бутҡа, макарон h.б. бешерәләр, компот, кеҫәл әҙерләйҙәр. Бер тапҡыр ҡарға бата-сума атай-әсәйемде эҙләп ашханаға барғаным иҫемдә. Бөтә хеҙмәткәрҙәр төшкө ашты шунда ашай торғайны. Сисендереп, йыуындырып, бутҡа hалып биреп өҫтәл артына ашарға ултырттылар.
Балалар йортоноң үҙ хужалығы бар ине. Ул ит, hөт, картуф, йәшелсә менән тәьмин итте. Йәйге каникулда бөтә өлкән балалар ауылдан 12 километр алыҫлыҡтағы Әҙел тигән урында хеҙмәт лагерында ятты. Балалар йорто тәрбиәселәренең һәм ашнаҡсыларының да яртыһы күсеп барып, бөтәһе лә палаткаларҙа һәм үҙҙәре яhаған ҡыуыштарҙа йәшәй торғайнылар. Бергәләшеп картуф үҫтерҙеләр, утын, бесән әҙерләнеләр, уларҙы ауылға ташынылар. Балалар ял ваҡыттарында төрлө уйындар, бигерәк тә яратып волейбол, уйнайҙар ине, концерттар ҡуялар, ҡыҫҡаһы, бик күңелле йәшәнеләр. 1955 йылда Үрген балалар йорто ябылып, тәрбиәләнеүселәрҙе Өфөгә һәм Стәрлетамаҡҡа күсерҙеләр. Минең атай-әсәйгә Өфөгә күсергә тәҡдим итhәләр ҙә, улар тыуған ерен ташламай, Ибрайға ҡайтты. Бына шулай, баласаҡ хәтирәләре күңелдә тәрән эҙ ҡалдыра икән».
Ҡыҙҙар төркөмө тәрбиәселәр менән. 1952 йыл.
Тәрбиә эшендә, балаларҙың сәйәси һәм мәҙәни кимәлен үҫтереү сараһы булараҡ, кластан тыш уҡыуға ҙур иғтибар бүленә. Китапханала 1000-гә яҡын китап була, йыл да 30-35 дана гәзит- журнал алдыралар. Тәрбиәләнеүселәр бигерәк тә «Пионерская правда», «Ленинсы», «Пионер», «Огонек» исемлеләрен яратып уҡый. Кластан тыш эштәрҙең башҡа төрҙәре лә һәйбәт үҫешкән була. Драма, хор, бейеү, фото, шахмат түңәрәктәре эшләй, балалар музыка ҡоралдарында ла уйнарға өйрәнәләр. Уларҙың ҡарамағында 5 радиоалғыс, грампластинкалар менән 3 патефон, 2 фотоаппарат, 3 мандолина, 2 хромка гармуны һәм баян була.
Балалар йортоноң элекке тәрбиәләнеүселәренән Үрген урта мәктәбен тәүге булып тамамлаған, бөгөн Үрге Муйнаҡ ауылында йәшәүсе Тусалина-Ҡунаҡбаева Ғилмикамал апайҙың иҫтәлектәре: «1941 йылда Байдәүләт ете йыллыҡ мәктәбенең беренсе класын бик яҡшы тамамланым, уҡытыусылар менән бергә фотоға төшөрҙөләр. Ошо йылда, инде рәхәтләнеп йәшәйбеҙ, уҡыйбыҙ тигән ваҡытта, ҡәһәрле һуғыш башланып китте. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан атайым өлкән йәштә ине, уны хәрби хеҙмәткә алманылар. Ул колхоз эшенән бер ҙә ҡалманы, балта оҫтаһы ине, кешеләргә өй һалышырға ла ярҙам итте. Һаулыҡтары ныҡ ҡаҡшаған ине, ауыр сирҙән атайым – 1944, әсәйем 1947 йылда донъя ҡуйҙылар. Ҡустым Ғәйнулла менән икебеҙҙе Үрген балалар йортона урынлаштырҙылар, беҙ унда дүрт йыл йәшәнек.
Уңдан һулға Ғилмикамал Тусалина, Зәкиә Кинйәбаева, Шәрифә Йәнбулатова. 1949 йыл.
Мин Үрген мәктәбенә етенсе класҡа уҡырға барҙым. Үҙем бәләкәй ҡыҙҙар менән бер бүлмәлә йәшәнем, уларға күҙ-ҡолаҡ булыу кәрәк булғандыр инде. Тәрбиәселәребеҙ Зөлхизә һәм Алмабикә апайҙар бик һәйбәт булды. Аш бешереүсе Хәкимә инәйебеҙ Аҡъюлова төрлө-төрлө тәмле ризыҡтар менән һыйлай торғайны. Ашханаға барғанда рәткә теҙелеп, «Иптәш Сталинға һөйөү, Сталинға дан!» тип йырлай инек. Утын ҡырҡыу, бүлмәгә индереү һәм башҡа ауыр эштәрҙә өлкән ағайҙар ярҙамға килә торғайны. Өлкән вожатыйыбыҙ Мөхтәр ағай Әхтәмов бигерәк ярҙамсыл булды. Беҙгә утынды өйөмдән алып биреп, ҡырҡышып, ташышып бирә торған ине. Шул изгелектәрҙе ғүмерҙә оноторлоҡ түгел.
1951 йылда Үрген урта мәктәбен тамамлап, Өфөләге Тимирязев исемендәге педагогия институтының тарих-филология факультетына уҡырға индем һәм уны 1955 йылда тамамланым. Ҡыуандыҡ районы Сурай, Күгәрсен районы Сәйетҡол, үҙебеҙҙең райондың Үрген, Күгәрсен, Өмбәт һәм Үрге Муйнаҡ мәктәптәрендә хаҡлы ялға сыҡҡансы 28 йыл уҡытыусы булып эшләнем. Тормош иптәшем Ишбулат Абрар улы менән 5 бала тәрбиәләп үҫтерҙек, улар бөтәһе лә үҙ юлдарын табып, ғаиләләре менән матур донъя көтәләр. Детдом, Үрген мәктәбе һәм ауыл халҡы тураһында иң яҡты хәтирәләр һаҡлайым.»
Урта мәктәпте 1952 йылда Әхмәтйән Хәйбуллин тамамлай. Аталары Әхмәтғәлим һуғышта һәләк була, 1944 йылдың ғинуарында Сирғол ауылында, өс балаһын ҡалдырып, әсәләре Мәстүрә лә донъя ҡуя. Улдары Әхмәтйәнгә ни бары ун бер йәш була, ҡыҙҙары Рәшиҙә менән Сәлиә унан да бәләкәйерәк. Ирен һуғышҡа оҙатҡанда өс бала менән тороп ҡалған, әсәләренең бер туған апаһы Мәймүнә тәрбиәһенә тағы ла өс етем өҫтәлә. Уның ире, райондың данлыҡлы ҡурайсыһы Солтан Абыҙов та яу ҡырынан ҡайта алмай. Мәймүнә менән Мәстүрә Үргендән Исмәғил Солтанбаевтың ҡыҙҙары булалар. Бер йылдан ашыу ҡарағандан һуң, инәйҙәре туғандарын тыуған ауылындағы балалар йортона урынлаштыра. Мәктәпте тамамлағас та, Әхмәтйән Ленинград хәрби-диңгеҙ училищеһына уҡырға инә һәм уны 1956 йылда лейтенант погондарында уңышлы тамамлай. Оҙаҡ йылдар Хәрби флотта хеҙмәт иткән күп орден-миҙалдар кавалеры 2-се ранг капитаны званиеһында отставкаға сыға. Ябай ауыл малайы Әхмәтйән Хәйбуллин, тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, яҡшы һөнәр алған, Ватанына тоғро хеҙмәт иткән ысын патриот булып кешеләр күңелендә йәшәй.
Әхмәтйән Хәйбуллин ҡатыны Әнүзә менән.
Тәүҙә Стәрлебаш районы Арслан имсәк балалар йортонда, унан һуң Өфө детдомында тәрбиәләнгән Риф Батыршин ҡайҙа, ҡасан тыуғанын да, ата-әсәһе һәм туғандары тураһында ла бер нимә лә белмәй үҫә. 1945 йылда 5 йәшлек малай Үргенгә күсерелә. Бик тырыш уҡыусы була ул, был турала балалар йорто директоры Биктимеровтың архивта һаҡланған 1951 йылдың 7 ноябрендәге бойороғо һөйләй. Уның буйынса алты тәрбиәләнеүсегә: 7-се класс уҡыусылары Рәүеф Арсланов менән Фуат Бәҙретдиновҡа, 4-сенән Ғәтиәт Алдаҡаев һәм Юлай Хәмиҙуллинға, 3-сөнән Риф Батыршин менән Марс Сәйфуллинға, өлгөлө тәртиптәре һәм яҡшы уҡығандары өсөн рәхмәт белдерелеп, был ваҡыт өсөн ҙур аҡса булған 10-ар һум премия бирелә һәм улар өсөн Иҫәнғолға махсус экскурсия ойошторола. Урта кластарҙа уҡый башлағас, ул тиҫтерҙәре төркөмөндә староста итеп тәғәйенләнә. Һәр ваҡыт дөрөҫлөккә барған үҫмерҙең килеп тыуған кире күренештәргә ғәҙел баһаһын оҡшатмаусылар ҙа табыла һәм 1954 йылда 6-сы класты ғына тамамлаған 14 йәштәге Риф Өфө аяҡ кейемдәре фабрикаһына итексе һөнәрен үҙләштерергә ебәрелә. Иҫәнғолға ҡайтып көнкүреш комбинатында бригадир булып эшләй. Унан һуң столяр һөнәре буйынса һөнәрселек училищеһына инә, бер юлы киске мәктәптә 9-сы класты тамамлай, ике йыл Өфөлә эшләй. 1960 йылда 20 йәшлек егет ҡабаттан Үргенгә килеп, унынсы класҡа уҡырға инә, интернатта йәшәй һәм 1961 йылда өлгөргәнлек аттестаты ала. Уның артабанғы тормош юлы: Совет Армияһы, ауыл хужалығы институтының агрономия факультеты, Ауырғазы районында баш агроном, колхоз рәйесе һәм район кимәлендә етәксе вазифалар. СССР-ҙың «Почет Билдәһе» ордены кавалеры, Ауырғазы районының «Маҡтаулы гражданы» бөгөн ҡәҙер-хөрмәттә район үҙәге Талбазыла йәшәй.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зәкәриә Әлимбәтовтың иҫтәлектәренән: «1938 йылда Үрге Мәмбәтша ауылында тыуғанмын. Миңә 5 ай булғанда, ҡаты ауырыуҙан әсәйем үлеп китә. 1943 йылдың башында Смоленск янындағы һуғышта атайым һәләк була, һәм мин 4 йәштә үкһеҙ етем, үгәй әсәй ҡарамағында ҡалдым. 1949 йылдың ғинуарында 11-се йәш менән барғанда ғына ауыл советы мине Байыш балалар йортона урынлаштырҙы һәм 1-се класҡа уҡырға барҙым. 1954 йылда ул ябылды, беҙҙе Үргенгә күсерҙеләр. Бында балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бирәләр ине. Беҙҙе йырға, бейеүгә, тансаларға йәлеп иттеләр, мин бер йылда мандолинала һәм баянда арыу ғына уйнарға өйрәндем. Үргендә беҙгә тәбиғәт тә, ауылдың кешеләре лә, тәрбиәселәр менән уҡытыусылар ҙа бик оҡшай ине. 1955 йылда Үрген детдомы ябылып, беҙҙе Стәрлетамаҡҡа күсерҙеләр. Унда өс йыл уҡып, Стәрлетамаҡ педагогия институтына инеп, физика-математика факультетын тамамланым һәм ғүмерем буйы мәғариф өлкәһендә етәксе вазифаларҙа эшләнем. Ун йыл дауамында өс балалар йортонда тәрбиәләндем. Бик аҙ, бер йыл ғына йәшәгән Үрген тураһында бөгөн дә иң матур хәтирәләр һаҡлайым». 82 йәштәге ағайыбыҙ бөгөн дә баянын ҡулынан төшөрмәй, йырҙарҙың көйөн ижад итә. Улар популяр йырсылар Айгиз Ханов, Зилиә Бәхтиева һәм башҡалар башҡарыуында ҙур концерттарҙа һәм радио тулҡындарында йыш яңғырай.
Зәкәриә Далха улы менән бергә Үргенгә күсерелгән класташы Хәсән Дәүләтбәков та ауыр бала саҡ һәм йәшлек йылдарын үтә. Педагогия институтын тамамлағандан һуң уҡытыусы, Ибрай һәм Иҙәш мәктәптәре директоры вазифаларында оҙаҡ йылдар уңышлы эшләне. Ябайлығы, кешелеклелеге уның йөҙөндә үк сағыла ине. Хәсән Ғәлиәкбәр улы ваҡытлы матбуғат менән бик дуҫ булды. Танылған ауыл хәбәрсеһенең район гәзитендә сыҡҡан мәҡәләләрендә һәр ваҡыт көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде, ябай кешеләрҙең маҡтауға лайыҡ хеҙмәте тураһында күп ҡыҙыҡлы материалдар бирелде. Ул Дәүләтбәковтарҙың журналистар династияһына ла нигеҙ һалды. Өлкән улдары Артур – күп йылдар «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире, килендәре – Лилиә «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре, кесе улдары Айнур – республика мәғлүмәт үҙәге директоры, ҡыҙҙары Айгөл «Ейәнсура таңдары» гәзитендә хәбәрсе булып эшләйҙәр.
Детдомда Үргендең үҙенән дә байтаҡ балалар тәрбиәләнә. Аталары Ейәнбирҙин Исхаҡ вафат булғас, улы Риф менән ҡыҙы Миңнегөл бында урынлаштырыла. 1943 йылдың яҙында Сәхретдин Килдебаевтың ҙур ғаиләһе ҡышлаған башаҡтан ағыуланып һәләк була. Тере ҡалған берҙән-бер ҡыҙҙары Рауза ла балалар йортонда тәрбиәләнә. Аталары Иҙрис Айҙағолов һуғышта һәләк булғас, ҡыҙҙары Зәйтүнә менән Рәйсә лә ошонда булалар. Ишемғол ауылында йәшәүсе Зәйтүнә апай бөгөн дә: «Тик детдом ғына беҙҙе үлемдән ҡотҡарҙы», – тип хәтерләй.
Төрлө тарафтарҙан килгән ауыр яҙмышлы балалар менән эш ҡыйынлыҡтарһыҙ ҙа булмай, билдәле. Шуларҙың береһенә генә туҡталып китәм. Эҙләнеүҙәр барышында, тыуған яҡтарын һағыныумы, әллә үҫмер романтикаһы хистәре менәнме икән, районыбыҙҙың Аҡдәүләт ауылынан бер малайҙың 1951 йылда, ә Иглин районынан икенсеһенең 1952 йылда Үрген балалар йортонан ҡасыуҙарын асыҡланым. Уларға был ваҡытта 14-әр йәш була. Малайҙарҙы бер нисә айҙан һуң Ҡаҙағстандың Уральск һәм күрше өлкәнең Ырымбур ҡалаларынан Үргенгә кире килтереп тапшыралар. Һуңынан икеһе лә һәйбәт белем алып, матур хеҙмәт юлы үтәләр.
Үрген балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең артабанғы яҙмышы тураһында билдәле бик күп мәғлүмәттәр буйынса, улар тормошта үҙ урындарын табып, матур ғаиләләр ҡороп, лайыҡлы ғүмер кисергәндәр. Ошонан сығып, ауырлыҡтар һәм һынауҙарҙың кешеләрҙе нығыраҡ сыныҡтырыуына тағы бер тапҡыр инанаһың.
Етемлек ғазаптарынан атайҙарса ҡурсалаған өсөн улар совет хөкүмәтенә, илебеҙ халҡына мәңге рәхмәтлеләр. Ә инде балалар йорто, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, Үрген һәм уның кешеләре йөрәктәрендә ғүмерлеккә урын алған.
Юлай Солтанбаев, РФ һәм БР Журналистар союздары ағзаһы.