Тарихи тамырҙар
20 Марта 2021, 04:00

Науруз байрамы менән, милләттәштәр!

Бөгөн яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡыт, йәғни Науруз!Нимәһе ҡыҙыҡ, СССР-ҙа был байрам оҙаҡ ваҡыт тыйыу аҫтында булған. 1926 йылдан алып Советтар Союзында йәшәүселәргә Пасха менән Наурузды үткәрергә ҡушылмаған. 40 йылдан ашыу ваҡыт үткәс кенә, 1967 йылда, Мәскәү был тыйыуҙарҙы юҡҡа сығарған. Тарихсылар быны Яҡын Көнсығыштағы сәйәсәт, атап әйткәндә, Иран менән мәҙәни мөнәсәбәттәрҙең нығыныуы менән бәйләй. 2009 йылда Науруз ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫ исемлегенә индерелде, 2010 йылда БМО-ның Генассамблеяһы уны Халыҡ-ара көн тип белдерҙе.

Ҡояшҡа табынған һәм уға ҡорбан килтергән мәжүси башҡорттар тураһында ХVIII быуат аҙағы ғалимы Иоганн Георги яҙып ҡалдырған. Башҡорттар, Ҡояшты йәнле тип ҡабул итеп, уны яуыз көстәрҙән аралауҙы Науруздың ҡайһы бер йолаларына индергән. Аҙаҡтан ислам дине ҡабул ителгәс, күп мәжүси йола-ырымдарға тыйыу һалынған һәм күп кенә традициялар тураһында иҫтәлектәр беҙҙең көндәргә килеп етмәгән.

Ошо сәбәп арҡаһында Науруз исемле боронғо байрам башҡорттар араһында ныҡ таралмаған. Күптәр уны ситтән, Урта Азиянан яңыраҡ килтерелгән, халҡыбыҙға хас түгел тип һанай. Науруз мәлендәге яҙ башы һәм тәбиғәттең уяныуы башҡорттарҙа Ҡарға туйы байрамы менән тап килә.
Борон башҡорттар Наурузды нисек үткәргән?
Башҡорттарҙа Науруз йолалары үҙенсәлекле булған. Байрам яҙғы көн менән төн тиңләшкәндә башланған һәм 3-7 көн (икенсе сығанаҡтарҙа науруз айы аҙағына тиклем) дауам иткән. Төп этаптарҙы ҡарайыҡ:
ата-бабалар ҡәберҙәренә барыу,
йәштәрҙең, йорттар буйлап йөрөп, өлкәндәрҙән фатиха алыуы,
шытҡан бойҙайҙан йола бутҡаһы, итле ашамлыҡтар әҙерләү,
шәкерттәрҙең, уҙған йыл ваҡиғаларын барлап, бәйеттәр башҡарыуы,
Наурузбикәнең юрауҙары,
ҡамыр һәм ит ризыҡтары менән һыйланыу.
Байрам алдынан өйҙө йыуып-ҡырып тәртипкә килтергәндәр. Науруз иртәһендә балалар менән йәштәр, матур кейенеп, ҡарт-ҡоро һәм алыҫтан ҡайтыусылар йәшәгән йорттарға йөрөп, йыр-бейеүҙәр күрһәткән. Өлкәндәр уларға фатихаларын биргән, күстәнәс, сепрәк йәки тәңкә бүләк иткән. Балалар, егет-ҡыҙҙар Науруз теләге теләгән:
Ағиҙел буйы гел тирәк,
Япраҡтары һип-һирәк,
Тамаҡ ҡатҡан, май кәрәк –
Науруз мөбәрәге бар!
Науруз хаҡы – бер алтын,
Ҡарама ялтан-йолтан,
Ҡараһаң, бир ике алтын –
Науруз мөбәрәге бар!
Науруздың традицион йолаларының береһе – бәйеттәр башҡарыуҙы әйтеп үтергә кәрәк. Уларҙы мәҙрәсәләрҙә уҡыусы шәкерттәр йылдың иң иҫтәлекле ваҡиғаларын ҡушып яҙған. Аҙаҡтан был уҡымышлы егеттәр, ауылдаштары йорттарына барып, речитатив көй аҫтында ижад емештәрен башҡарған. Бәйет уҡыу намаҙ уҡыуға тиңләшкән, ул сауап - Аллаһы Тәғәләнең изге эше тип һаналған. Кешеләр айырыуса яратҡан бәйеттәрҙең тексын ауыл-ҡаланың йылъяҙмаларына индергәндәр, улар «Науруз бәйеттәре» дәфтәрҙәре тип һаҡланған. Ошондай яҙмаларҙың береһенә Учалы районында фольклор экспедицияһы мәлендә ғалим Ғайса Хөсәйенов барып юлыҡҡан. Ундағы бәйеттәрҙең һәр юлы «Науруз мөбәрәге бар!» тип тамамланған.
«Науруз мөбәрәге бар!»
Башҡа боронғо байрамдарҙағы кеүек, Наурузда ла юрауҙар яһалған. Иң матур һәм аҡыллы ҡыҙҙар араһынан Наурузбикә һайлап алынған. Ул, үҙе менән етеп килгән Яҙҙы күрһәтеп, киләсәк йәйҙе һәм уңышты күҙаллаған. Ҡыҙҙың матур юрауҙары барыһының да күңеленә киләсәккә ышаныс һалған. Янында ултырған ҡарттар, Наурузбикәнең изгене юраған һүҙҙәрен ҡеүәтләп, афаринлап ултырған.
Ғалимдарҙың фольклор экспедициялары мәлендә тупланған мәғлүмәтенән күренеүенсә, Наурузда мәҙәни һәм спорт саралары ла уҙғарылған. Ат бәйгеһе, көрәшселәр ярышы, ҡыҙ ҡыуыу менән бергә йырсылар, сәсәндәр, ҡурайсыларҙың көс һынашыуы, уйындар булған. Һыбай көйөнсә һарыҡ йәки кәзә тәкәһен ҡыуып тотоусыны аҙаҡтан башҡа егеттәр баҫтырып ярышҡан. Хәҙерге заман күҙлегенән сығып ҡарағанда, боронғо башҡорттар йәшәгән төбәктең һалҡын климатында ыжғыр март бурандары ҡоторған, йәшел үлән сыҡмаған мәлдә күмәк кеше ҡатнашлығында ошондай сараларҙың үткәрелеүен беҙгә аңлауы ҡыйын. Бындай күңел асыу төрҙәре яҙ аҙағы һәм йәй башына хас. Тик, Розалия Солтангәрәева белдереүенсә, боронғо кешеләр уңайһыҙлыҡтар тураһында уйламаған, уйын-көлкө ҡар-боҙ өҫтөндә лә уҙғарылған.

Фольклор сығанаҡтарында яҙылыуынса, көнсығыш славяндарҙың Масленица байрамы менән Наурузды бер йола – ҡарасҡы яндырыу оҡшаш иткән. Бөтә кире күренештәр, ауырыуҙар һәм бәлә-ҡазаның символы булған ҙур һынды һаламдан яһап, сепрәктәр менән биҙәп, изгелек теләп яндырғандар.

Науруз байрамы мәлендә бөтә кешеләр ҙә йомарт һәм киң күңеллелек күрһәтергә, мохтаждарға иғтибарлы булырға тейеш булған. Бының менән улар тәбиғәт көстәренән мәрхәмәт һораған. Науруз мәлендә туй уҙғарыусылар йәки ғаилә тантанаһы үткәреүселәр айырыуса бәхетле булған.
Байрамда донъяға килгән балаларға Наурузбай йәки Наурузбикә тип исем ҡушҡандар. Ошоноң һөҙөмтәһе булып, беҙҙә нигеҙ һалыусыһының исемен йөрөткән Науруз ауылдары күп осрай.

Әйткәндәй, башҡорт Наурузында усаҡ яғыу юҡ. Йолаларҙа ләлә, рауза сәскәләре, ете ағастан ботаҡтар ҡулланылмай, сүмәләк ашамлығын әҙерләү серҙәре лә һаҡланмаған тип әйтергә була.
Науруз республика байрамы
Башҡортостанда беренсе Науруз республика байрамы 2001 йылдың 24 мартында Өфөлә «Нур» татар театры янындағы майҙанда уҙғарылды. Шул ваҡыттан алып бына 20 йылға яҡын ул яҙғы көн менән төндөң тиңләшкән ваҡытында йәки уға яҡын даталарҙа үткәрелә. Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто, БР Халыҡтары ассамблеяһы, төбәктең милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары үткәрә. Науруз милләт-ара байрамы республика халыҡтарын берләштереү һәм милли традицияларҙы һаҡлау йәһәтенән ойошторола.
Нимәһе ҡыҙыҡ, СССР-ҙа был байрам оҙаҡ ваҡыт тыйыу аҫтында булған. 1926 йылдан алып Советтар Союзында йәшәүселәргә Пасха менән Наурузды үткәрергә ҡушылмаған. 40 йылдан ашыу ваҡыт үткәс кенә, 1967 йылда, Мәскәү был тыйыуҙарҙы юҡҡа сығарған. Тарихсылар быны Яҡын Көнсығыштағы сәйәсәт, атап әйткәндә, Иран менән мәҙәни мөнәсәбәттәрҙең нығыныуы менән бәйләй. 2009 йылда Науруз ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫ исемлегенә индерелде, 2010 йылда БМО-ның Генассамблеяһы уны Халыҡ-ара көн тип белдерҙе
Читайте нас