Ирек Хәким улы Шаһиевҡа - 80 йәш
Республикала билдәле партия һәм хужалыҡ эшмәкәре Ирек Хәким улы Шаһиев 1941 йылдың 20 апрелендә Учалы районының Юлдаш ауылында ете балалы ғаиләлә өлкәне булып донъяға килә. Мәктәптә уҡығанда уҡ йәйге каникулдар осоронда техниканы яратҡан үҫмер комбайнер ярҙамсыһы булып эшләй. 9-сы класта СССР-ҙың «Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Учалы ҡалаһында урта мәктәпте тамамлағас, ике йыл колхозда эшләй, һарыҡ көтә,трактор бригадаһында хисапсы була.
Белем алырға һыуһаған егет, 1960 йылда имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына ҡабул ителә. Тик «5» билдәләренә генә уҡый, юғары стипендия ала.
Ирек Шаһиев студент йылдарында бик әүҙем тормош алып бара. Конькиҙа йүгереү спорты менән ихлас шөғөлләнә, оҙаҡламай һәйбәт һөҙөмтәләр һәм еңеүҙәр ҙә килә. Ул Силәбе ҡалаһында үткән студенттарҙың «Буревестник» спорт йәмғиәте беренселегендә Башҡортостандың йыйылма командаһы составында республика намыҫын яҡлай. Мәскәү һәм Киров ҡалаларында үткән СССР-ҙың ауыл хужалығы юғары уҡыу йорттары спартакиадаларында ла ҡатнаша.
Спорт менән ныҡ ҡыҙыҡһыныуы уны был йүнәлеш буйынса ла белем алырға этәрә. Бер юлы Өфө физкультура техникумының киске бүлегендә уҡып, уны уңышлы тамамлай һәм диплом ала. Өс йыл институтта коньки буйынса тренер вазифаһында студенттар менән шөғөлләнә.
Йырға һәләтле егет Башҡортостан Хор йәмғиәтендә шөғөлләнергә лә өлгөрә. Ике йыл рәттән Башҡортостан телевидениеһы Яңы йылға арнап үткәргән «Зәңгәр ут» тапшырыуында вокал номеры менән сығыш яһай.
Ирек Шаһиев факультет комсомол комитетының мәҙәниәт секторын етәкләй.
1965 йылда институтты уңышлы тамамлаған йәш белгес Шишмә районына ебәрелә һәм яңы ғына ҙур хужалыҡтан бүленеп сыҡҡан «Урал» колхозының баш агрономы вазифаһында эш башлай. Алдынғы технологияларға таянып, сүп үләндәренә ҡаршы эште йылдам тормошҡа ашыра, районда беренсе булып яҙ көнө сәсеүлектәргә самолет ярҙамында ашлама индереүҙе башлай. Механизаторҙарҙың белем кимәлен күтәреү маҡсатында ҡышҡы осорҙа уларҙың уҡыуын ойоштора.
Колхоз рәйесе булып эшләгән саҡта. 1972 йыл.
Алдынғы ҡарашлы, байтаҡ һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшкән белгесте 4 йылдан райондың баш агрономы итеп күсерәләр. Ул колхозда индергән яңылыҡтарҙы ныҡышмалы рәүештә район кимәлендә тормошҡа ашыра башлай. Районда Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтының «Шишмә» тәжрибә хужалығы эшләй. Ул институттың селекция, орлоҡсолоҡ, үҫемлек, мал аҙығы етештереү һәм малсылыҡ өлкәһендә эксперименталь базаһы була. Ирек Хәким улы был хужалыҡ һәм уның белгестәре менән тығыҙ бәйләнешкә инеп, күп кенә яңылыктарҙы тәүгеләрҙән булып район баҫыуҙарында индерә.
Артабан 1971 – 1975 йылдарҙа Ирек Шаһиев ошо уҡ районда «Коммунизм» колхозы рәйесе булып эшләй. Был хужалыҡта, Өфө ҡалаһы һәм район үҙәге яҡын булыу сәбәпле, кадрҙар мәсьәләһе бик киҫкен торған була, механизаторҙар, шоферҙар етешмәй. Яңы рәйес эшләй башлаған йылы бер юлы 12 егет армия сафтарынан ҡайта. Уларҙы ауылда ҡалдырыу маҡсатында һөйләшеүҙәр өсөн колхоз рәйесе менән партком секретары тәүҙә ата-әсәләрен ашханаға саҡырып, йәнле аралашыу барышында мәсьәләне аңлаталар. Ә кисенә халыҡ менән тулы клубҡа егеттәр үҙҙәре саҡырыла. Уларҙың бөтәһен дә президиумға ултыртып, шул уҡ һүҙҙәрҙе еткерәләр, ауылда ҡалырға теләүселәрҙең алдына бушлай иген өсөн квитанция һәм аҡса һалынған конверттар ҡуялар. Шулай уҡ артабан ниндәй льготалар буласағын, бер нисә йыл эшләгәс, теләгәндәргә колхоз стипендияһына ауыл хужалығы уҡыу йорттарында уҡыу мөмкинлеге биреләсәге тураһында белдерәләр. Һөҙөмтәлә өҫтәлдә бер конверт ҡына тейелмәйенсә тороп ҡала. Мәктәпте тамамлаған ҡыҙҙар менән дә ошондай саралар үткәрелә, был эш киләһе йылдарҙа ла уңышлы дауам итә. Ысынлап та, йәштәр араһынан артабан уҡырға инеүселәр байтаҡ була.
Республикалағы 3 шәкәр заводының береһе урынлашҡан районда бөтә хужалыҡтарҙа ла ҙур майҙандарҙа шәкәр сөгөлдөрө сәселә. Эргәлә генә урынлашҡан баш ҡаланы тәьмин итеү өсөн картуф һәм башҡа йәшелсәләр ҙә күп үҫтерелә. Мәҫәлән, «Коммунизм» колхозында сөгөлдөр – 620, картуф – 120, йәшелсә 25 гектарҙы биләй. Ошо тиклем майҙан тик ҡул көсө менән эшкәртелә, һәр ғаиләгә 2 – 3 гектар ер беркетелә.
Колхоз территорияһындағы мәктәптәр ҙур, балалар һаны күп була. Колхоз рәйесе улар менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштыра, йыш осраша, проблемаларын хәл итергә тырыша. Шулай, ул эш башлағанда колхоздың үҙәге – Иҫке Муса ауылында төҙөлөп бөтмәгән ике ҡатлы йорт була. Ирек Хәким улы эштәрҙе тамамлатып, ундағы 8 фатирға ла уҡытыусыларҙы урынлаштыра. Был осорҙа ауылдарға икмәк килтереп һатыу булмай әле. Рәйес, уҡытыусыларҙы хәстәрләп, тик улар өсөн генә колхоз ашханаһында икмәк бешертеп һатыуҙы ойошторта. Ярҙам ике яҡлы була. Уҡытыусылар халыҡ менән эшләүҙә колхоз идараһының беренсе ярҙамсыһы, мәҙәни-тәрбиә эштәрен башлап йөрөүселәр йөгөн тарталар. Баҫыу эштәрендә лә мәктәп коллективтарының ярҙамы ифрат ҙур була.
Шаһиев «Коммунизм»да ла тәжрибә хужалығы белгестәре менән хеҙмәттәшлекте дауам итә. Ул эш башлаған йылы колхоз иген культуралары уңышы буйынса райондың 18 хужалығы араһында 6-сы булһа, киләһе йыл 2-се урынға күтәрелә, унан һуң беренселекте бирмәй. Ә 1974 йылда республиканың 800-гә яҡын колхоз-совхоздары араһында 3-сө урын яулай. Колхоз рәйесе СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы һәм башҡа наградаларға лайыҡ була.
Был йылдарҙа ниндәй вазифала эшләһә лә, Ирек Хәким улы спорт һәм мәҙәниәттән айырылмай, «Коммунизм»да эшләгәндә хор коллективы ойоштора. Составында төрлө һөнәр эйәләренән 70 кеше булған коллектив күп сәхнәләрҙә, хатта Башҡортостан телевидениеһында сығыш яһай.
1975 – 1977 йылдарҙа Ирек Шаһиев партияның Шишмә район комитетының 2-се секретары булып эшләй, киләһе 2 йылда Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитетының Ижтимағи Фәндәр Академияһында уҡый.
1979 йылда Академияны тамамлап, партияның өлкә комитетында эш башлай. Республика етәкселеге ураҡ эштәре осоронда яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙе райондарға вәкил итеп ебәрә торған була. Ошондай юл менән Ирек Хәким улы август – октябрь айҙарында тәүге тапҡыр Ейәнсурала була. Был ваҡытта район етәксеһе Р.А. Мәхмүтов, оҙаҡ ауырыу сәбәпле, больницала ята. Республика вәкиленә ойоштороу мәсьәләләре менән күп шөғөлләнергә тура килә, хужалыҡтар, хеҙмәтләндереүсе ойошмалар етәкселәре һәм белгестәре, партия һәм совет активы менән яҡындан таныша. Был ваҡытта әле ул бында етәксе булып килерен белмәй ҙә, уйламай ҙа. Һәм бына күп тә үтмәй, 1980 йылдың 20 ғинуарында Ирек Хәким улы Шаһиев КПСС-тың Ейәнсура район комитетының 1-се секретары итеп һайлана. Ошо осорға район тормошонда бик күп проблемалар йыйылып киткән була.
Шишмәлә төрлө яуаплы хеҙмәт баҫҡыстарын үтеп, ҙур тормош тәжрибәһе һәм сынығыу алған етәксе, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмай, ең һыҙғанып эшкә тотона. Иң мөһиме, ул үҙенә һәм ауырлыҡтарҙы еңеп сығасағына ышана. Беренсе секретарь тиҙ арала хужалыҡтар менән танышып сыға, халыҡ менән осраша, мәктәптәрҙең хәле менән дә ҡыҙыҡһына. Райондың утыҙға яҡын урта һәм һигеҙ йыллыҡ мәктәптәренең тик дүртәүһе генә заманса биналарҙа урынлашҡан. Был проблеманы хәл итеүҙе ул Үрген урта мәктәбенән башлай, «Заветы Ильича» колхозы рәйесе Б.Ә. Йомалин менән 1980 йылдың көҙөндә республика етәксеһенә тиклем барып етәләр. Төҙөлөш мәсьәләһе обком секретары М.З.Шакиров кабинетында ыңғай хәл ителә. Шулай итеп боҙ ҡуҙғала һәм Шаһиев эшләгән осорҙа районда 6 мәктәп бинаһы файҙаланыуға тапшырыла, икәүһе ул Ейәнсуранан киткән йылдың 1 сентябрендә ишектәрен аса, тағы бер нисәүһен төҙөү башланған була. «1984/1985 уҡыу йылына мәктәптәрҙе әҙерләү буйынса» социалистик ярышта район республикала еңеүсе була һәм КПСС өлкә комитетының, БАССР Министрҙар советының күсмә байрағын яулай.
Юлай Солтанбаев.
И. Шаһиев (алғы рәттә уртала) хужалыҡтарҙың партия ойошмалары секретарҙары менән. Өфө. 1984 йыл.