Бөгөн ирланд эшҡыуары, киң билдәле сәй маркаһына нигеҙ һалыусы Томас Липтондың тыуыуына 171 йыл. Заманында Бөйөк Британия королеваһы Виктория ла тик уның ғына сәйен яратып эскән, хатта Липтонға рыцарь дәрәжәһе биргән. Липтон маркаһы хәҙер һары ҡаптарға тултырылған пакетлы сәйҙән ғибарәт.
Башҡорт халҡының аш-һыуында ла сәй ҙур урын алып тора. Электән сит илдән килтерелгән сәйҙәрҙе һатып алғандар, шулай уҡ мәтрүшкә, ҡарағат, сейә, төрлө еләктәрҙең япраҡтарын, боланутты ошо маҡсатта файҙаланғандар. Башҡорттар сәйҙе баллап та, һөтләп тә, ҡаралай ҙа эсә.
Ә һеҙ ниндәй сәй яратаһығыҙ?