Фольклориада – фольклор ижадының үҙенсәлекле олимпиадаһы. Унда бөтә нәмә үҙ-ара ихтирамға, гармонияға, халыҡтар араһындағы дөйөм ҡиммәттәргә нигеҙләнгән. Барлыҡ донъянанан фольклор коллективтары бергә алтынсы тапҡыр йыйыла. Фестиваль ваҡытында төрлө илдәр һәм төбәктәрҙең фольклор коллективтары музыка, бейеү, декоратив сәнғәт һәм кәсептәр, халыҡ уйындары һәм традициялары ярҙамында үҙ-ара тығыҙ аралаша.