Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Фәхретдин улы Хәлитов үҙенең 95 йәшлек юбилейын билдәләй.
Уны һуғышҡа 1943 йылдың 10 ноябрендә алалар. Яу юлын ул 1-се Украина фронтының 35–се уҡсылар полкының составында үткән. Әхмәтдин Фәхретдин улы Украина, Польша, Германия өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша.
“Германия еңгәне өсөн” һәм “батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Демобилизацияланғас, тыуған районына ҡайта. Абзан ауылындағы промкомбинатта завхоз булып 1955 йылға тиклем, унан Ейәнсура РТС-ында эшләп хаҡлы ялға сыға. Әхмәтдин Фәхретдин улы тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр, тик, ҡыҙғанысҡа күрә, ҡатыны һәм ике балаһы вафат булған, шулай ҙа ветеран әле лә тормошҡа булған ҡыҙыҡһыныуын, һөйөүен һаҡлап ҡалған, ул һәр ваҡыт ярҙамға килергә һәм кәңәштәрен бирергә әҙер.
Еребеҙгә Бөйөк Еңеү килтергән өсөн Һеҙҙең алда башыбыҙҙы эйәбеҙ! Ихлас йөрәктән юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, күңел йылыһы, яҡшы кәйеф, туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың иғтибарын теләйбеҙ!