Тарихи тамырҙар
3 Июля 2021, 11:43

Элмәле ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үтте

Ябай осрашыу, аралашыу һәм күңел асыуға ғына ҡайтып ҡалманы ул. Алыҫтан ҡайтҡан яҡташтар туғанлыҡ ептәрен барланы, ҡан-ҡәрҙәштәре менән танышты. Йола буйынса ауылдың иң-иңдәре лайыҡлы бүләген алды. Ғөмүмән, бүләктәр күп булды. Ситтән ҡайтыусылар ҙа, райондан килгән ҡунаҡтар ҙа буш килмәгән. Район Советы секретары Марат Мөхәмәтов ауыл клубына музыкаль үҙәк бүләк итһә, район Советы депутаты Роберт Сырлыбаев ауыл халҡына триммер тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ябай осрашыу, аралашыу һәм күңел асыуға ғына ҡайтып ҡалманы ул. Алыҫтан ҡайтҡан яҡташтар туғанлыҡ ептәрен барланы, ҡан-ҡәрҙәштәре менән танышты. Йола буйынса ауылдың иң-иңдәре лайыҡлы бүләген алды. Ғөмүмән, бүләктәр күп булды. Ситтән ҡайтыусылар ҙа, райондан килгән ҡунаҡтар ҙа буш килмәгән. Район Советы секретары Марат Мөхәмәтов ауыл клубына музыкаль үҙәк бүләк итһә, район Советы депутаты Роберт Сырлыбаев ауыл халҡына триммер тапшырҙы.
Байрам репортажын гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.
Автор:Альмира Аюпова