Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
17 Октябрь 2021, 15:40

Йәниҫәп алыу башланды

Иртәгәнән башлап йәниҫәп алыусылар йорттар һәм фатирҙар буйлап йөрөй башлай. Тағы ла йәниҫәп алыуҙың стационар участкаларында эш ойоштороласаҡ. Район буйынса бөтәһе ете: Иҫәнғолда район хакимиәтендә – биш, Иҙелбәк ауылында хакимиәт бинаһында һәм шулай уҡ, Үтәғол ауылында хакимиәте бинаһында берәр стационар участок эшләйәсәк. Мин дә стационар участоктағы эш барышы менән танышыу маҡсатында район хакимиәтендә булдым һәм йәниҫәп алыуҙа ҡатнаштым. Ял көнө булһа ла, участкалар эшләйҙәр, теләүселәр барып сарала ҡатнаша алаһығыҙ.  

15 октябрҙән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланыуы тураһында яҙғайныҡ инде. 15-нән 17 октябргә тиклем иҫәпкә алыусылар документтар, уларҙы дөрөҫ итеп тултырыу тәртибе менән таныштылар.

Иртәгәнән башлап йәниҫәп алыусылар йорттар һәм фатирҙар буйлап йөрөй башлай. Тағы ла йәниҫәп алыуҙың стационар участкаларында эш ойоштороласаҡ. Район буйынса бөтәһе ете: Иҫәнғолда район хакимиәтендә – биш, Иҙелбәк ауылында хакимиәт бинаһында һәм шулай уҡ, Үтәғол ауылында хакимиәте бинаһында берәр стационар участок эшләйәсәк.

Мин дә стационар участоктағы эш барышы менән танышыу маҡсатында район хакимиәтендә булдым һәм йәниҫәп алыуҙа ҡатнаштым. Ял көнө булһа ла, участкалар эшләйҙәр, теләүселәр барып сарала ҡатнаша алаһығыҙ.

Был Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу мотлаҡ, тип һанайым. Сөнки, сарала ҡатнашып, беҙ тарихыбыҙҙы яҙабыҙ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: