Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
6 Ноябрь 2021, 15:45

Яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы

Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Ибраһим Ғәйзулла улы Рәхмәтуллиндың тыуыуына 85 йыл (1936-1998).

Яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы
Яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы

Районыбыҙҙың Ҡужабаҡ ауылынан тирә-йүндә киң билдәле ҡаты билле көрәшсе, ҡыпсаҡ бәһлеүәне Ҡотлоәкбәрҙең өлкән улы Ғәйзулла Яңы Себенле мәсетенең имам-хатибы вазифаһын башҡара. Үткән быуаттың утыҙынсы йылдары башында дингә ҡаршы көрәш бик көсәйә, мәсеттәр күпләп ябыла, дин әһелдәренә ҡаршы репрессиялар башлана. Мәҫәлән, Үрген ауылынан атаҡлы Әхмәтбаҡый хажи хәҙрәт Аҡъюлов хөкөм ителеп, ғәйеп­һеҙгә төрмәгә ябыла. Яңы Себенлеләге йорто, мал-мөлкәте тартып алынып, мәсет менән мәҙрәсәне мәктәпкә әйләндергәс, Ғәйзулла, дини вазифаһынан китеп, Ҡужабаҡҡа күсенеп ҡайта, ярай әле ҡулға алынмай. 1936 йылда уның ғаиләһендә бишенсе булып ир бала донъя­ға килә. Сабыйға матур мәғәнәле Ибраһим тигән исем ҡушалар.

Малай бик теремек, үҙ аллы булып үҫә. Атаһы яҡты донъя менән хуш­лашҡанда, уға биш йәш тә тулмаған була. Ибраһим менән ағаһы Сөләймәндең елкәһенә шул ауыр йылдарҙа ололар атҡара торған эштәрҙе башҡарыу бурысы ята. Өҫтәүенә, күршеләге Ғилман ағайҙарының йәтим ҡалған ишле ғаиләһе хаҡында ла ҡайғыртырға тура килә...

Йылдар үтә тора. Үҙ ауылында баш­ланғыс мәктәпте тамамлағас, белемгә әүәҫ Ибраһим Яңы Себенлегә йөрөп уҡый. Башҡорт кластары булмаған мәктәптә күрше ауылдарҙан килгән балалар татарса уҡырға мәжбүр була. Яҙын-көҙөн ямғырҙарҙа, ҡышҡы һалҡын бурандарҙа ла дәрес ҡалдырмайса ете класты бик һәйбәт тамамлай үҫмер. Ошо йылдарҙа өс апаһы бер төптән, кемдеңдер ҡотҡоһона бирелеп, Урта Азия яҡтарына бәхет эҙләп сығып китә. Сөләймән ағаһын ФЗО-ға алалар. Әсәһе ауырып китә. Ибраһимға артабан уҡыуын туҡтатырға тура килә. Ике йыл ауырыу әсәһен ҡарай, төрлө эштәрҙә эшләп көн күрә. Уҡыуҙы дауам итеү теләге уны яҡын-тирәлә берҙән-бер булған Үргендәге башҡорт урта мәктәбенә алып килә. Ибраһим мәктәп интернатына урынлаша. Теремек, тырыш егет тиҫтерҙәре араһында бик тиҙ абруй яулай. Тәбәнәк буйлы булһа ла, саңғыла һәйбәт йүгерә, мәктәп, район ярыштарында алдынғы саңғысылар иҫәбендә йөрөй. Ауылға ла тауҙар аша аҙна һайын ҡайтып, әсәһенә донъя көтөшә, үҙенә аҙналыҡ аҙыҡ-түлек тә алып килә.

Шулай өс йыл үтеп тә китә. Ибраһим 1955 йылда Үрген урта мәктәбен уңышлы тамамлай. Атаһының ҡаты ауырып, иртә донъя ҡуйыуы, әсәһенең һаман мандый алмауы Ибраһимға Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факуль­тетына уҡырға инеү өсөн төп этәргес булғандыр, моғайын.

Уҡыған йылдарында егет йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, көслө саңғысы ла була, йыйылма команда составында институттың намыҫын яҡлап төрлө кимәлдәге ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай. Уҡыу алдынғыһы булған студент фән менән дә ҡыҙыҡһына. Юҡҡа ғына түгел, уҡыуын тамамлағас, институт етәкселеге йәш белгескә кафедрала эш тәҡдим итә.

Ләкин Ибраһим Ғәйзулла улы тәүҙә белемен практикала һынап ҡарарға була һәм 1961-1964 йылдарҙа Бүздәк районының Күҙәй участка дауаханаһында хирург һәм баш табип вазифаларын башҡара. Ошо осорҙа ул байтаҡ тормош һәм эш тәжрибәһе туплай. Рәхмәтуллин бүздәктәр менән ғүмере буйы тығыҙ бәйләнештә булды, район халҡына күп ярҙам күрһәтте.

1964-1966 йылдарҙа Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы ҡарамағындағы ординатурала уҡыуын дауам итә һәм 1969 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1966 йылдан был дауаханала хирург, институтта уҡытыусы булараҡ эшен дауам итә. Артабан Ираһим Ғәйзулла улының табип һәм ғалим булараҡ һәләттәре республиканың бына ошо алдынғы медицина үҙәктәрендә тулыһынса асылды ла инде! 1991 йылда ул докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, профессор дәрәжәһенә ирешә һәм институттың эндокринология кафедраһы мөдире вазифаһына һайлана. Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге боғаҡ (зоб) һәм ҡалҡан биҙенең башҡа ауырыуҙарын өйрәнеүгә, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын камиллаштырыуға арналған. Ул ошо йүнәлештә ике ҙур монография һәм 175-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Бер үк ваҡытта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш эндокринологы, БР эндокринологтары йәмғиәте рәйесе (1976-1998) вазифаларын да башҡара. Бына шулай итеп Ибраһим Ғәйзулла улы республиканың эндокринология мәктәбенә ныҡлы нигеҙ һала!

Ошо яуаплы вазифаларҙа эшләү менән бер рәттән Ибраһим Рәхмәтуллин Республика клиник дауаханаһында хирургия бүлеген дә етәкләне. Юғары категориялы хирург булараҡ, үтә лә яуаплы, ҡатмарлы операциялар яһаны, меңәрләгән ауырыуҙы үлемдән алып ҡалды. Ҡан тамырҙары, боғаҡ ауырыуҙарын дауалау буйынса иң күренекле хирургтарҙың береһе һаналды ул. Был өлкәлә үҙенең янына һәләтле йәштәрҙе лә ылыҡтыра белде. Бөгөн улар уҡытыусыларының эшен уңышлы дауам итә.

Институттың ҡабул итеү комиссияһының яуаплы секретары булып эшләгәндә Ибраһим Ғәйзулла улы ауыл йәштәрен уҡыу йортона йәлеп итеүгә ҙур көс һалды. Уның ярҙамы менән республиканың көньяҡ райондарының, бигерәк тә Ейәнсураның, күп егеттәре һәм ҡыҙҙары табип һөнәре алыуға өлгәште.

Ибраһим Рәхмәтуллин, тыуған яғының патриоты булараҡ, районыбыҙҙың, республикабыҙҙың йәмәғәт тормошонда бик әүҙем ҡатнашты. Ул Өфөләге «Ейәнсура» яҡташтар берлеген ойоштороусыларҙың береһе һәм идараның тәүге рәйесе булды, Бөтә донъя башҡорттарының беренсе Ҡоролтайында делегат булып ҡатнашты. Тыуған районы менән тығыҙ бәйләнеш тотто, ауырыуҙарҙы республика клиникаларында дауалау йәһәтенән районыбыҙ халҡына күрһәткән ярҙамы бик ҙур булды.

Яҡташыбыҙҙың фиҙа­ҡәр хеҙмәте юғары баһаланды: уға «Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы», «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы» маҡтаулы исемдәре бирелде, 60 йәшенә Башҡортостан Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһына ла­йыҡ булды.

Әммә тормош һәм яҙмыш логикаһы рәхимһеҙ. Ижад ҡомары асылған, көс-ғәйрәте ташып торған мәлдә, 62 йәшендә генә, 1998 йылдың 19 июлендә Ибраһим Ғәйзулла улы Рәхмәтуллин ҡаты ауырыуҙан арабыҙҙан китеп барҙы.

Ибраһим Рәхмәтуллин яҡшы табип, оҫта ойоштороусы, фәнни хеҙмәткәр генә түгел, бик кешелекле, ярҙамсыл, туған йәнле, кеселекле кеше ине. Һәйбәт ир, хәстәрлекле атай, йүнсел ғаилә баш­лығы ла булды. Ҡыҙҙары Гүзәл менән Ғәлиә, улдары Салауат, юғары медицина белеме алып, атайҙарының юлын дауам итә. Салауат – медицина фәндәре кандидаты. Ейән-ейәнсәрҙәре лә Ибраһим ҡартайҙары менән ғорурлана, уның исеменә тап төшөрмәҫкә тырыша.

Атаҡлы күҙ табибы, академик Марат Тәлғәт улы Аҙнабаев хәтирәләренән: «Ибраһим Ғәйзулла улы менән бер осорҙа аспирантурала уҡыныҡ, икебеҙ ҙә 1969 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланыҡ. Кәңәшләшеп бергә эшләнек тә, ял да иттек, бер-беребеҙҙең тыуған яҡтарына йөрөштөк. Бәләкәйҙән этлек-ауырлыҡтарҙы күп күреп үҫкән Ибраһим бик йылғыр, сос булды, донъяны яҡшы белде. Мин унан күп нәмәгә өйрәндем. Ҡайҙа эшләһә лә уны бик хөрмәт иттеләр, сөнки эшен белеп, еренә еткереп башҡара, һүҙендә тора белә, ғәҙел һәм ярҙамсыл булды. Дуҫыма тағы ла бик күп матур кешелек сифат­тары хас ине. Тик бик иртә юғалттыҡ беҙ уны, шуныһы бигерәк үкенес».

Районыбыҙҙың күренекле шәхесе Шаһивилдан Уйылдан улы Иҙрисовтың ҡәҙерле ағайы Ибраһим Ғәйзулла улы Рәхмәтуллиндың 60 йәшенә бағышлап 25 йыл элек яҙылған шиғырын тәҡдим итәм.

Тырызлыҡмы, әллә тырышлыҡ

Йәтим үҫтең, бала саҡта тамаҡ

Серек картуфҡа ла туйманы.

Аяҡ туңған саҡта йылытырлыҡ

Тишек сабатаң да булманы.

Бала саҡта һин үтәһе юлды

Күпме бутап, ҡабат юйҙылар.

Үҫә төшкәс, тағын һинең алға

Күпме тоҙаҡ, кәртә ҡуйҙылар.

Әллә шуға микән көслө булды

Үҙһүҙлелек һиндә, тырызлыҡ.

Әллә инде ҡаныбыҙҙа ҡалған

Ата-бабайҙарҙан тырышлыҡ.

Ауырлыҡтар һине сыныҡтырһа,

Ҡаршылыҡтар ғәйәт шымартты.

Тормош тупһаһынан менгән һайын

Һиндә ғәйрәт, һиндә көс артты.

Оло маҡсат менән ҙур тырышлыҡ

Үрелешеп бергә үҫтеләр.

Сәскә атып, бөгөн емештәрен

Һинең алға тәүгә түктеләр.

Ир уртаһы булдың, һин иллелә

Арыу белмәй үрҙәр яуланың.

Ә алтмышта ил ағаһы булып,

Халҡым улы булып ҡалаһың.

1996 йыл.

Юлай Солтанбаев.

Ике туғандар (һулдан уңға): Мөхтәр Шәрипов, Ибраһим Рәхмәтуллин, Шаһивилдан Иҙрисов. 1967 йыл.
Ике туғандар (һулдан уңға): Мөхтәр Шәрипов, Ибраһим Рәхмәтуллин, Шаһивилдан Иҙрисов. 1967 йыл.
Читайте нас: