Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
14 Ноябрь 2021, 18:45

Беҙҙең яратҡан мөғәллимәбеҙ

Уҡытыусым һәм яҡын апайым Зәйтүнә Мөхәммәт ҡыҙы Абдуллина 100 йыл элек илебеҙ тарихындағы бик ауыр – аслығы менән дан алған 1921 йылдың 10 ноябрендә донъяға килә.

Беҙҙең яратҡан мөғәллимәбеҙ
Беҙҙең яратҡан мөғәллимәбеҙ

Атаһы күренекле дин әһеле Сәләхетдин ахун хәҙрәттең өсөнсө улы була. Мөхәммәт олатай Ырымбурҙа «Хөсәйениә» мәҙрәсәһен тамамлай, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1918-1919 йылдарҙа Зәки Вәлиди етәкселегендәге башҡорт ғәскәре штабында рота командиры булып хеҙмәт итә. Башҡортостан автономияһы төҙөлгәс, республиканың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта хөкүмәттә яуаплы вазифалар башҡара.

Әсәһе Хәмдиә 1919-1921 йылдарҙа Стәрлетамаҡ беренсе башҡорт театры артисткаһы була. Йәштәр ошонда танышып ғаилә ҡоралар. 1921 йылдың йәйендә Мөхәммәт Сәләхетдин улы Үҫәргән кантоны хәрби комиссары вазифаһына тәғәйенләнгәс, Хәмдиәгә театрҙы ҡалдырырға тура килә. Ғаилә башлығы, ауырлы ҡатынын Үргендә атаһы йортонда ҡалдырып, хеҙмәт урынына китә.

Атаһының эш урынына бәйле Зәйтүнә апай беренсенән 6-сы класҡа тиклем Һабыр, Аҡъяр, Үрген ауылдары мәктәптәрендә белем ала. Артабан Абзан урта мәктәбендә уҡып, 10-сы класты 1939 йылда бик һәйбәт тамамлай һәм сығарылыштан бер үҙе юғары уҡыу йортона – Ырымбур педагогия институтының математика факультетына уҡырға инә.

Ике ай уҡығандан һуң ҡышҡы кейемдәрен алырға тип кенә ҡайтҡан ҡыҙ Иҫәнғол урамында үҙҙәренең элекке директоры, хәҙер инде район мәғариф бүлеге мөдире булып эшләгән Мөхәммәт Иҙелбаевты осрата. Уның: «Класташтарыңдың бер нисәһе уҡытыусы булып эшләй башланы, әйҙә, һине лә Байыш мәктәбенә математик итеп ебәрәм», – тигән тәҡдиме Зәйтүнә апайҙың һәүетемсә барған тормошонда боролош яһай – уҡытыусы булып эшләй башлай. Шулай ҡапыл ғына хеҙмәт юлын башлап киткән Зәйтүнә апай, ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлап, изге һөнәргә тоғро ҡала.

Байыш мәктәбендә бер йыл ғына эшләһә лә, йәш кенә ҡыҙ балаларҙың ихтирамын яулап өлгөрә. Ундағы уҡыусылары, һуңынан районыбыҙҙың билдәле шәхестәре булып киткән Бәҙретдин Йомалин, Зәбир Ғүмәров, Сәлимйән Дәүләтшин һәм башҡалар, ғүмер буйы апайҙарын «Беҙҙең яратҡан мөғәллимәбеҙ» тип кенә йөрөттө.

Зәйтүнә апайҙың үҙенең иҫтәлектәренән: «1940 йылдың көҙөндә Үргенгә ҡайттым. Математика дәрестәрен алып барған уҡытыусы булыу сәбәпле, миңә 4-се класты бирҙеләр. Мәктәп директоры Иҙрисов ағай: «Һылыу, башҡа урын юҡ, иң тәртипһеҙ дүртенсе класс бар. Уны ир уҡытыусылар ҙа уҡыта алманы, илап ҡына ултырырһың инде», – тине. Ә миңә ҡайтырға кәрәк, өләсәйҙе һәм ҡустым Азатты (бөгөн күренекле драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы) ҡарарға кеше юҡ. Әсәй Иҫәнғолда Сельпо рәйесе булып эшләй, үҙе кешелә фатирҙа йәшәй. Ләкин ул класс мине бер ҙә илатманы, киреһенсә, шулай дуҫ булдыҡ. Аҙна һайын концерт әҙерләп клубта ҡуябыҙ, һәр шәмбе ат саналарын һөйрәп, бөтә класс менән тау шыуырға сығабыҙ һ.б. Иң тәртипһеҙ һаналған Галин Әхмәҙи менән Мәсәғүтов Низаметдин да мине шулай яҡын итте, ярҙамсыларым булдылар. Киләһе йылына математиканан уҡыта башланым. Беҙ Мәфтүхә Аҡманова, Ғәбиҙә Солтанбаева, һуңғараҡ Бикә Галина менән әхирәттәр булдыҡ, бөтә йәмәғәт эштәрендә лә бергә әүҙем эшләнек. Коллектив менән концерт, спектаклдәр ҡуябыҙ, йәйәүләп Мәҡсүт, Ерекле, Бикбирҙе, Буранғол ауылдарына ла барып етәбеҙ. Унан йыйылған аҡсаға фронтовик балаларына кейем алып бирәбеҙ. Кейем дә нимә инде, баҙарҙағы иҫке-моҫҡо. Был эш Ғәбиҙә өҫтөндә булды». Ошо 1940 йылда мин беренсе класҡа барғайным. 5-7-се кластарҙа математиканан Зәйтүнә апай уҡытты. Нигеҙ ныҡ һалынғанғалыр инде, артабан да был фән миңә бик яҡын булды, еңел бирелде».

Һуғыш йылдарында һәм унан һуң да Зәйтүнә апай мәктәптең уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире (завуч) булды. Иң ҙур класс бүлмәһендә уҡыусыларҙың дөйөм йыйылышында дәфтәр урынына китап биттәренә нисек яҙырға, ерек бөрөһөнән һәм башҡа ысулдар менән яҙыу өсөн нисек ҡара яһарға өйрәтә торғайны.

Бер тапҡыр мәктәпкә утын әҙерләй барғанда, малайҙар бер өйөм ағасты уратып ҡырҡа инек. Шунда минең башҡа күршемдең балтаһы эләкте. Дөрөҫ, был бөтөнләй осраҡлы ғына, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең нимә икәнен дә белмәүҙән килеп сыҡҡан бәлә ине. Ә мин Зәйтүнә апайҙың, башындағы яулығын һыпырып алып, минең яраны бәйләүен һәм мәктәптең берҙән-бер атына утын өҫтөнә ултыртып алып ҡайтыуҙарын бөгөн дә бик яҡшы хәтерләйем.

Зәйтүнә апайҙың уҡыусыларынан бик күптәр уҡытыусы һөнәрен һайланы. Уларҙың араларында математиктар ҙа әҙ түгел. Апайыбыҙ бының менән хаҡлы ғорурлана ине. Һүҙ шуларҙың береһе, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры һәм уның урынбаҫары вазифаларында эшләгән Фәрит Саҙрый улы Сабитовҡа: «Мин Зәйтүнә апайҙың күп һанлы уҡыусыларының береһе, ул уҡытҡан фән – математика буйынса уҡытыусы һөнәрен һайлаған кеше.

Үткән тормошто иҫләһәк, беҙ, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа 2-3-әр йыллап уҡырға бара алмаған, йәштәре уҙған Буранғол малайҙары Бикбау мәктәбенә уҡырға барҙыҡ. Бер класта биш ауылдашбыҙ. Класс етәксебеҙ йәше буйынса уҡыусыларынан унлап йәшкә генә айырылып торған математика уҡытыусыһы яғымлы, алсаҡ йөҙлө, матур Зәйтүнә апайыбыҙ ине. Миңә уның дәресте аңлатыуынан тыш, таҡтаға матур итеп яҙып ҡуйыуҙары оҡшаны, йәғни ул уҡыусыларға булған күп талаптарҙың береһе – яҙыу, һыҙыу культураһына бик иғтибарлы ине.

Уҡытыусы булып эшләй башлағас, фәнде уҡытыу буйынса ла, класс етәксеһе эше буйынса ла төрлө хәлдәрҙә беҙ уҡыусы саҡта Зәйтүнә апай нисек эшләй ине әле, тип йыш ҡына иҫләргә тура килде.

Ошо биш уҡыусының өсәүһе үҙенең тормошон уҡытыусы эше менән бәйләне. Ҡаҙаҡбаев Әмир күп йылдар мәктәптә уҡытты, ә Ҡалҡаманов Шөғәйеп Стәрлетамаҡ ҡалаһында ГПТУ-ла эшләне».

1941 йылда Зәйтүнә апай үҙ аллы әҙерләнеп, бөтә сығарылыш имтихандарын да бик уңышлы тапшырып, Темәс педагогия училищеһын экстерн менән тамамлай. Һөҙөмтәлә, училищела бер көн дә уҡымайынса, математика уҡытыусыһы дипломына эйә була. Бик әҙҙәр генә ошондай юл менән өлгәшә алған бындай уңышҡа. Тап ошо осорҙа Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Мәктәп директоры фронтҡа киткәс, райондың мәғариф бүлеге мөдире Ғәлләм Айҙағолов уның вазифаһын ваҡытлыса тип әле генә урынбаҫар булараҡ эш башлаған Зәйтүнә Мөхәмәт ҡыҙына йөкмәтә. Был эште уға ике йылға яҡын алып барырға тура килә, артабан үҙенең төп вазифаһын дауам итә. Ул көндөҙ, ғәҙәттәгесә, уҡытыу эшен дауам итһә, төндәрен уҡытыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡулдарынан килерлек эштәргә ойоштора: иген елгәреү, фронт өсөн бейәләй-ойоҡбаштар бәйләү, картуф йыйыу... Дәһшәтле йылдарҙа Тыуған ил иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы ауылдаштары менән бергә күтәрә егерме генә йәшлек йәш уҡытыусы.

Миллиондарса совет халҡының яу яланында, тылдағы аяуһыҙ көрәше, тырышлығы һөҙөмтәһендә Бөйөк Еңеү яулана! Тыныс тормошта илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн көрәш дауам итә. 1947 йылда ғүмерлек тормош юлдашы – фашисты үҙ ояһында дөмөктөргән, тыуған яғына өлкән лейтенант дәрәжәһендә ҡайтҡан ауылдашы Вәли Солтанбаев менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Үҫеп килеүсе быуынға белем биреү эшенә башкөллө сумған йәш уҡытыусылар ғаиләһе 1949 йылда Бикбау мәктәбенә эшкә күсерелә. Тормош иптәше ике йыл Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының көндөҙгө бүлегендә белем алғанда, ике бәләкәй бала менән ауылда ҡалған йәш әсә – Зәйтүнә Мөхәмәт ҡыҙы – уҡытыуын дауам итә. 1953 йылда уҡыуын тамамлап ҡайтҡан Вәли Ғариф улын Ибрай мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр һәм ғаилә тағы ла күсенә. Ибрай мәктәбендә ҡолас ташлап, бөтә белемдәрен, күңел йылыһын балаларға биреп, ата-әсәләр, йәмәғәтселек менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән йылдар Солтанбаевтар ғаиләһе өсөн ысын мәғәнәһендә «йондоҙло» осор була: хужалыҡ ысулы менән яңы мәктәп һалына, Ибрай балалары артабан Күгәрсен, Үрген мәктәптәрен тамамлап, уҡыуҙарын юғары уҡыу йорттарында дауам итә.

Башҡа ауылдарҙа 15 йыл эшләгәндән һуң, ғаилә 1964 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Төп эштәренән тыш улар икәүләп уҡыусыларҙы тыуған яҡты, уның тарихын өйрәнеүгә йәлеп итеп, бай материал тупланылар. Бөйөк Еңеүҙең 25 йыллығы яҡынлашҡан осорҙа уҡ Зәйтүнә Мөхәммәт ҡыҙы үҙенең 8-се класс уҡыусылары менән бөтә һәләк булған ауылдаштарҙың фотоларын йыйыу һәм биографик белешмәләр туплау буйынса ҙур эш башҡарҙы. Балалар хатта Мәҡсүт, Ерекле, Һаҙ, Бикбирҙе, Буранғол һәм Ибрай ауылдарына йәйәү барып һорашып, эҙләп фотолар һәм мәғлүмәттәр алып ҡайтты. Һөҙөмтәлә 1968 йылда бай йөкмәткеле, ҙур күләмле өс альбом төҙөлдө һәм ҙур стенд эшләнеп, мәктәптең залына эленде.

Ауыл һәм мәктәп тарихын, Абдуллиндар менән Солтанбаевтарҙың шәжәрәләрен төҙөүгә лә күп көс түкте апайыбыҙ.

Ҡайҙа булмаһын, төп эшенән тыш һәр ваҡыт йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаны Зәйтүнә Мөхәммәт ҡыҙы. Пионер йылдарында – вожатый, комсомолда – комсорг, партияға ингәс, партия ойошмаһы секретары булып эшләне. Абруйлы ауыл советы депутаты, иптәштәр суды рәйесе, агитатор булды. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһында эшләүен хаҡлы ялға сыҡҡас та байтаҡ йылдар дауам итте.

Сәхнәгә һөйөү һәм артислыҡ һәләте Зәйтүнә апайға әсә һөтө менән ингәндер, уның «сәхнә тормошо» Абзан мәктәбендә уҡығанда уҡ башлана. Уҡытыусылар коллективы ҡуйған спектаклдәрҙә уға төп ролдәрҙе ышанып тапшыралар һәм яңылышмайҙар.

Үргендә лә ниндәй генә әҫәрҙәрҙе сәхнәләштермәне улар! Һәр береһендә төп ролдә – Зәйтүнә апай.Үҙешмәкәрҙәр араһында үткән смотрҙарҙа үргендәр һәр саҡ районда беренсе урынды алды.

Һуғыштың һуңғы йылында «Ҡарлуғас» менән еңеү яулағас, район етәксеһе Миңлеғужин ағай, сәхнәгә сығып, Зәйтүнә апайға аҡ дебет шәл ябындырҙы. Фәтих олатай менән Әбделхәй ағай костюмлыҡ туҡыма, уҡыусылар Азат һәм Рәшит Абдуллиндар Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Ошонан һуң Үргендә генә түгел, Иҫәнғолда һәм башҡа ауылдарҙа ла апайыбыҙҙы яратып «Ҡарлуғас» тип йөрөтә башлауҙары тиккә генә булманы инде! Сәхнәгә булған һөйөүемде мин ошо Зәйтүнә апайҙар уйнаған пьесаларҙандыр тип уйлайым. 1949 йылда иң актив артистарҙан Зәйтүнә, Ғәбиҙә апайҙарҙы һәм Абдуллин Юлбарис ағайҙарҙы икенсе мәктәптәргә күсергәс, уларҙың был традицияларын байтаҡ йылдар беҙ, юғары класс уҡыусылары, аҙаҡ студенттар һәм уҡытыусылар, дауам иттек.

Тырыш хеҙмәт баһаланмай ҡалмай, Зәйтүнә апай бихисап дәүләт наградаларына лайыҡ булды. СССР Юғары Советының «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хеҙмәт батырлығы өсөн» һәм 1966 йылда бүләкләнгән «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалдары уның өсөн бигерәк тә ҡәҙерле ине.

Солтанбаевтар ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Һәр саҡ белемгә ынтылған, ғүмерҙәрен йәш быуынға белем биреүгә арнаған ата-әсәнең балалары ла уларҙың хеҙмәт юлын дауам итте. Улдары Юлай Вәли улы 37 йыл Үрген урта мәктәбенең директоры вазифаһында уңышлы эшләне. Ҡыҙҙары Хәҙисә Вәли ҡыҙы, БДУ-ны тамамлағас, Үрген урта мәктәбендә уҡытты, район халыҡ мәғарифы бүлегендә методика кабинеты мөдире булды. Филология фәндәре докторы Хәҙисә Солтанбаева бөгөн Башҡорт дәүләт университеты профессоры вазифаһында эшләй.

Зәйтүнә Мөхәммәт ҡыҙының донъяға килеүенә ошо көндәрҙә 100 йыл тула. Ул 2015 йылда 94-се йәшендә беҙҙең аранан китте. Уҡыусыларға ошонан һуң яҙған хушлашыу һүҙҙәребеҙҙән өҙөк еткерәм.

Һинән дә бит ҡалды был донъялар...

Кеше ғүмере – аҡҡан һыу кеүек. Ошо ҡыҫҡа ғына мәлде һәр кем үҙенсә үткәрә. Ә бына Зәйтүнә Мөхәммәт ҡыҙының ғүмер юлы сағыу булыуы менән айырылып торҙо. Бөтә яҡын туғандары араһында иң оҙон ғүмерлеһе булды ул. Шулай уҡ ҡартлыҡ склерозы ла ят, хәтере хайран ҡалырлыҡ ине, туғандары уны тере энциклопедия тип йөрөттө. Аралашҡанда, төрлө темаларға һөйләшкәндә тыуған һорауҙарға һәр ваҡыт яуап тапты.

Беҙ өсөбөҙ ҙә уның уҡыусылары һәм яҡын туғандары булыуыбыҙ менән ғорурланып йәшәйбеҙ. Хаҡлы ялға сыҡҡансы алдынғы, маҡтаулы уҡытыусы булды. Абдуллиндарҙың уҡытыусылар династияһы башына Фәтих Нәжметдин улы менән бергә уны ла ҡуябыҙ. Ысын уҡытыусы өсөн талант кәрәк. Зәйтүнә апай күп яҡлы талант эйәһе ине. Бөйөк полководец Александр Суворов кешенең булдыҡлылығын бриллиантҡа тиңләгән, уны тапҡас, таҙартырға һәм ялтырауын күрһәтергә кәрәк, тигән. Ә Зәйтүнә апайҙағы бриллиантлыҡ махсус ялтыратыуға мохтаж түгел ине.

Бөтә туғандары, элекке уҡыусылары, коллегалары исеменән Хөрмәт Фәхретдинов, Марс һәм Фәрит Абдуллиндар.

Хөрмәт Фәхретдинов, райондың маҡтаулы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе.

Үрген мәктәбенең уҡытыусылар коллективы. 1946 йыл. Зәйтүнә Абдуллина – алғы рәттә уңдан икенсе.
Үрген мәктәбенең уҡытыусылар коллективы. 1946 йыл. Зәйтүнә Абдуллина – алғы рәттә уңдан икенсе.
Читайте нас: