Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
17 Ноябрь 2021, 18:50

Бөгөн Салауат Юлаев һәйкәле ҡуйылған көн

Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙел йылғаһы буйындағы текә ярға ҡуйыла. Ҙурлығы буйынса Европала уға тиңләшеүсе һыбайлы һәйкәле юҡ. Ҡуйылған урыны ла бик уңышлы һайланған. Скульпторы – Сосланбәк Тавасиев, Архитекторы – Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы.

Бөгөн Салауат Юлаев һәйкәле ҡуйылған көн
Бөгөн Салауат Юлаев һәйкәле ҡуйылған көн

 

Был скульптура Рәсәйҙә иң ҙур ат статуяһы. Һәйкәлдең бейеклеге 9,8 метр, ауырлығы – 40 тонна

Салауат Юлаев һәйкәле башҡорт халҡының һәм Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек символын кәүҙәләндерә. Был һәйкәл Башҡортостандың визит карточкаһы, шулай уҡ һәйкәлдең һүрәте Башҡортостан Республикаһы гербында үҙәк элемент булып тора.

Милли батырыбыҙ һәйкәле Башҡортостан өсөн архитектура ҡоролмаһы ғына түгел. Салауат Юлаев – күптән республиканың рухы уның төп символына әйләнгән. Шуға ла, һәйкәлде төҙөкләндереү көн талабы, тигән фекерҙә белгестәр.

Тик йылдар үтеү менән монументтың тотороҡлолоғо таушала бара. 60-сы йылдарҙа етештерелгән сөгөн һауа шарттары арҡаһында зыян күргән, һәйкәлгә йәшен атыуы ла ихтимал тип күҙаллана, шунлыҡтан уның нигеҙе яйлап ҡына ауыша башлаған, - тип аңлата белгестәр. Бөгөнгө көндә монумент алға ҡарай 7 сантиметрға эйелгәнлеге асыҡланды. Тимәк, аттың һулаҡай аяғына көс төшә бара, плинтты алмаштырыу талап ителә.

Бынан тыш. скульптура үҙе коррозия йоғонтоһона бирелгән. Ремонтлағандан һуң һәйкәлгә үҙенең элекке – һоро сөгөн төҫө ҡайтарыласаҡ. Уны 2015 йыл ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан йәшкелт төҫкә буяп ҡуйғайнылар.

Реставрация ошо майҙанда уҡ башҡарыласаҡ, тип вәғәҙәләнә. Монументтың өҫтөн сисеп алып, махсус япма аҫтында төҙөкләндерергә уйлайҙар. Эштәр киләһе йылдың май айында башланһа, 9 ай дауам итәсәк, тип күҙаллана.

Материал асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: