14 ноябрҙә Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тамамланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һуңғы һандар менән уртаҡлашты. Уның белдереүенсә, беҙҙә халыҡ һаны артҡан һәм хәҙер 4,1 миллионды тәшкил итә.
– Бик мөһим һәм ҙур сара тамамланды. Алдыбыҙға бик ҙур дәүләт бурысы ҡуйылғайны, ул үтәлде. Иҫәп алыуҙы бик ентекле үткәреү сәбәпле, беҙ арттыҡ, 4,1 миллиондан ашып киткәнбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был сарала ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт. Иҫәп алыусылар ҙур эш башҡарҙы, уларға айырым рәхмәт.
Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль идаралығы етәксеһе Әкрәм Ғәниев белдереүенсә, Башҡортостан иҫәп алыуҙа ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде.
– Беҙ халыҡ һаны буйынса илдәге етенсе урынды һаҡлап ҡалдыҡ. – тине Әкрәм Ғәниев. – Беҙ быйыл республикаға ҡайтҡан һәм үҙҙәренең фатирҙарында йәки йорттарында йәшәгән, әммә элекке урыны буйынса теркәлгән күп кенә “себер” пенсионерҙарын да асыҡланыҡ.
Әкрәм Ғәниев белдереүенсә, һанлы технологиялар кисә генә тамамланған иҫәп алыу эшен тиҙләтте һәм ябайлаштырҙы. Улар ярҙамында иҫәп алыуҙың яҡынса һөҙөмтәләре апрелдә үк билдәле буласаҡ. Ә тулы һандар киләһе йылдың аҙағында әйтеләсәк. Элегерәк бының өсөн өс-дүрт йыл ваҡыт кәрәк ине.
Башстат етәксеһе төбәк киң матбуғат сараларының әүҙемлеген дә билдәләп китте. Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу барышы тураһындағы материалдар һаны буйынса Башҡортостан Мәскәү менән Ростов өлкәләренән генә ҡалышып, өсөнсө урынды яулаған.
Бынан тыш Әкрәм Ғәниев эске эштәр системаһына ла рәхмәт әйтте. Министрлыҡ аппаратынан алып участка вәкилдәренә тиклем үҙ эшен аныҡ һәм һөҙөмтәле башҡарған.
Халыҡ иҫәбен алыу тамамланды. Уның барышында рәсәйлеләрҙең ғаиләһендә кеше һаны, йәше, йәшәү-көнкүреше, ғаиләһенең составы, белем кимәле, милләте, килем сығанағы тураһында мәғлүмәт йыйылды. Улар нигеҙендә халыҡтың тормошо сифатын күтәреүгә йүнәтеләсәк ҡарарҙар ҡабул ителәсәк. Мәҫәлән, ҡайҙа яңы мәктәп һәм балалар баҡсалары кәрәк, ниндәй социаль ярҙам талап ителә һ.б.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик ҙур эш башҡарылды. Уның һөҙөмтәләре менән барлыҡ власть органдары һәм урындағы үҙидара вәкилдәре файҙалана аласаҡ. Бында ҙур дәүләт программаларын эшләүҙән башлап, айырым инфраструктура объекттары: юлдар, мәктәп, дауаханалар һәм башҡаларҙы төҙөүгә тиклем ҡарарҙар инә.
Перепись мәғлүмәттәрен анализлап, дәүләт халыҡтың йәшәү сифатын дәүләт программалары иҫәбенә яҡшыртыу буйынса саралар ҡараясаҡ. Бынан тыш, перепись эшләп килгән дәүләт программалары –
“Демография”, “Һаулыҡ” милли проекттары, Әсәлек капиталы һәм башҡа проекттарҙың һөҙөмтәлелеген баһаларға, шулай уҡ килеп сыҡҡан етешһеҙлектәргә корректировка эшләү мөмкинлеген бирәсәк.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың Ейәнсура районындағы уполномоченыйы Нәркәс Илтенбаева билдәләүенсә, районда 45 переписчик, 7 контролер эшләгән. Бөтә иҫәпкә алыу персоналы санитар-эпидемиологик нормаларҙы һаҡлаған, улар битлектәр, бирсәткәләр, зарарһыҙландырыусы саралар менән тәьмин ителгән.
Бөтә персонал ярты перепись үткәс ПЦР-тест эшләткән, вирус берәүҙә лә асыҡланаманы.
Был сара минең үҙемә лә төрлө яҡлап: кешеләр менән эшләү, документтар эше буйынса ла, программасы,ойоштороусы булараҡ та һәм башҡа өлкәләр буйынса ла бик ҙур тәжрибә бирҙе. Унан был минең тәүге етәкселек эшем, , – ти сара тураһында Нәркәс Фәтих ҡыҙы.
Булған шундай райондаштар, беҙҙең районда теркәлеп тә, әле сит-яҡтарҙа йәшәйҙәр, ситтә теркәлеү мөмкинлеге булһа ла, үҙҙәрен тик Ейәнсураныҡы итеп күрһәтергә теләп, йәниҫәп алыу участкаһына шылтыратып яҙҙырғандар.
Стационар участкаға килеп теркәлгәндәр ҙә күп кенә булған, тик вакцина эшләтеү тураһында QR-кодтары булмаусылар инә алмаған.