СССР Журналистар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы Исхаҡов Гәрәй (Миңлегәрәй) Усман улы 1931 йылдың 25 ноябрендә Ейәнсура районы Ибрай ауылында, күп балалы ғаиләлә, етенсе бала булып донъяға килә. Башланғыс белемде урындағы мәктәптә алғас, Байдәүләт ете йыллыҡ мәктәбендтә уҡый. Йәштән театрға, йыр-моңға ғашиҡ була, мандолина, скрипкала уйнай.
1953-54 йылдарҙа Белорет районы Сәрмән мәҙәниәт йорто директоры, унан һуң Ейәнсура район мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй.
Театрҙы ныҡ яратыуы Гәрәй Усман улын Сибай башҡорт драма театрына эшкә алып килә. Тәүҙә директор була. Ролдәр башҡара. 1965 йылда "Әсә күңеле балала " исемле өс шаршаулы драма яҙа һәм әҫәрен Сибайҙа яңы ғына эшләй башлаған халыҡ театрына бирә. Спектакль Сибай тамашасыларына ғына түгел, Өфө тамашасыларына ла оҡшай, шулай уҡ Башҡортостан телеведиеһы аша күрһәтелә.
"Бөркөт ҡанаты", "Аҫылташ", "Етеле шәм", "Һайра, һандуғасым" “Таңда өҙөлгән сәскәләр”, “Ғәфү ит, кейәү!” драмалары республика сәхнәләрендә ҙур уңыш менән бара. "Һайра, һандуғасым" драмаһын Әлмәт татар дәүләт театры ла үҙ репертуарына индерә. Әҫәрҙәрендә заманына күрә актуаль темаларҙы күтәргән. Һуғыш ваҡытындағы башҡорт ауылы хаҡындағы “Етеле шәм” пьесаһының прототиптары – уның ауылдаштары. Пьесалары 1996 йылда “Аҫылташ” исемле айырым йыйынтыҡ булып сыҡты.
Гәрәй Исхаҡов оҫта фотограф та була. "Һаҡмар", “Октябрь байрағы”, "Сибайский рабочий ", "Совет Башҡортостаны" гәзиттәрендә фотохәбәрсе булып эшләй. Баймаҡта бер нисә тапҡыр үҙенең шәхси фотокүргәҙмәһен ойоштора.
Гәрәй Усман улы хеҙмәт кешеһен фотоға төшөрөргә ярата. Уның “Письмо сына” фотоһы Новосибирскиҙа СССР-ҙың халыҡ көнкүрешен хеҙмәтләндереү министрлығы ойошторған күргәҙмәлә призлы урын яулаған. Унда әбей улының хатын уҡып ултыра. Яҡтылыҡты шундай дөрөҫ биргән, ҡайғы-һағыныуҙы оҫта күрһәтә белгән.