Был хәтле әшәке еҫкә түҙеп, бер кем дә уға яҡын юлламаҫ кеүек. Әммә уға нәҙек кенә һомғол кәүҙә эйелгән. Яурындарының дерелдәп тартышып-тартышып китеүенән был йәш баланың ҡайғыһы оло икәнен аңлап була. Йәнәшенән ҡаҡ һөйәк кенә икенсе кәүҙә сүгәләгән. Уныһының да төпкә батҡан күҙҙәрендә йәш тамсыһы йымылдай. Үҙ ғүмеренә үлемде күп күргән уныһы, һәр береһе өсөн түгерлек сырағында һыуы ҡалмаған инде.
– Ярар, Айтуған улым, бик бөтөрөнмә. Оҙаҡ ғазапланмаған Берек ҡорҙаш, ауыртыу ҙа һиҙеп өлгөрмәйенсә, йәнен тәслим ҡылған...
Ҡарама ҡайрыһындай ярғыланып, ҡарайып бөткән ҡулдар үҫмерҙең арҡаһынан ҡаҡылдатып яратты.
– Аҡсабый бабам, әйт әле, олатайым бәхеткә ирештеме, тегендә нәнәм, атайым менән күрештеме икән?
– Кеше заты инанғанына ирешә ул, балам. Батыр үлеме хаҡында хыялланғаны тормошҡа ашты бит. Тирмә түрендә маҙрап ултыра торған йәштә лә күпме дошмандарҙы ҡырып, ҡартлыҡтан түгел, уҡтан вафатын тапты.
Үҫмерҙең ҙур, ҡара күҙҙәренән осҡон сәсрәне, йоҙроҡтары йомарланды.
– Улайһа, тыңла, бабам. Күсемде ҡырҙырырға яҫҡынған Бүзәнде эҙләп табырмын. Төбәгендәге иң бейек тау башына ботон-ботса, ҡулын-ҡулса ботарлатып, биш яҡҡа ерләтермен! Бына минең инанысым!
– Аһ, балам, аҡылыңа кил. Әле балалығыңа барып әйтһәң дә, һин ҡор башы бит. Ҡорбаш һүҙен һүҙ итмәһәң, хур булырһың.
– Булмам! Ашырырмын! Сиреүен оло тау итеп өйөп ҡуйырмын! Үҙ күсемде шундай итеп ҙурайтырмын, Дәште Ҡыпсаҡ илендә иң көслө ырыу булыр!
– Хыялың болоттарҙан бейек ашты түгелме? Бер кеше ғүмере етмәҫлек бит! Улдарыма васыят ҡалыр.
Аҡсабый ҡанбаба үҫмерҙең йыуаш ҡына баланан ажарланып, харап үсле бей булмаҡсы һыҙатына баш сайҡап ҡуйҙы. Килер бер көн, олатаһының «Аҡсабыйҙы тыңла тигән нәсихәтен дә онотасаҡ был егет. Бер кемгә лә ышанмаған, бер кемгә баш бирмәгән ғәййәр ир буласаҡ. Хәҙер ҡанбабаның бурысы – йәш ҡор башының күңелендәге мәрхәмәт осҡондарын мөмкин тиклем һаҡлау, ырыу-күсте гонаһһыҙҙар рәнйешенән аралау. Айтуған ҡылыҡты ҡылып торор, ҡанбабаһы ырыуға уның ғәйебе менән килер ҡазаны кисектерергә бар көсөн һалыр. Ғүмеренең аҙағына тиклем бер йәш баланы ҡанбаба итеп әҙерләп өлгөрә алһа ярар ине...
* * *
Айтуған уйын тормошҡа ашырыуға бөтә көсөн, ваҡытын арнаны. Барымталар бер аҙ туҡтаңҡырағас, бәләкәй-бәләкәй төркөмдәр булып, унан-бынан ҡайта башлаған яугирҙарҙы барланы. Уларға, тағы ла балалыҡтан саҡ сыға башлаған малайҙарға, ил-күстән яҡшыраҡ тәғәмләнергә әмер итте. Иң оҫта һуғышсыларҙы асыҡлап, һуғыш уйынын өйрәтеүҙе йөкмәтте. Был уйындарҙа үҙе айырыуса бирелеп ҡатнашты, өйрәтеүселәренән дә бер башҡа өҫтөн булмайынса туҡтамаҫҡа, тигән бурыс ҡуйғайны үҙенә. Шымсылар, һаҡҡолаҡтарҙы үҙ янына нығыраҡ яҡынайтты. Береһе – берҙе, икенсеһе төптө бүтәнде һөйләгән хәбәрҙе тыңлап, үҙенә кәрәк асылды аңларға өйрәнде...
– Ваҡыт, – тине Айтуған, ҡомда сыбыҡ менән һыҙылған үҙе генә аңлаған эҙҙәргә ҡарап. – Өс көндән оло яуға күтәреләбеҙ. Шуғаса ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаларҙы Көнтөшмәҫебеҙгә йәшерәбеҙ. Ырыуҙан бер тере йәнде бер ҡайҙа сығармаҫҡа, сит-еһер күренһә – һөңгөгә алырға. Бүзән ахмаҡ түгел, һаҡ ҡолаҡтары һәр яҡта йөрөп ята булыр...
Айтуғанды йөпләмәһә лә, ҡаршы ла төшмәй Аҡсабый. Күрәһең, ҡылаһы шулдыр ҡорбашының. Әле ҡайғыһы икенсе – күс тарҡалып ҡуймаһын. Ана, Беректең икенсе, Айтуғандан олораҡ ейәне, нисек тешләнеп йөрөй! Үҙенең ҡорбаш булырға ниәте булғандыр ҙа, яуҙа йөрөп ҡалды. Бер уйлаһаң, Алғыр ҙа бит, ай-һай, айбарлы зат. Сәсәнгә тиң әйтерлек зиһене лә, теле лә бар. Айтуғандан бер ере лә кәм түгеллеген үҙе лә белә, шуға бигерәк эсе күмһейҙер. Ҡустыһына ҡаршы ирҙәрҙе күтәрмәүе – тегеһенең хаҡ юлда икәненә инаныуҙандыр. Бүзән йортон юҡ итеп, тормош һилләнгәндәй булһа, башланыр инде тартҡылаш. Туғанға туған йоҙроҡ төйөүен булдырмаҫҡа көсө етерме Аҡсабыйҙың? Был һорауға яуапты көтәһе лә көтәһе әле.
* * *
Айтуғандың яугирҙары йәшендәй хәрәкәт итте. Бүзәндең шымсыһы ҡайтып хәбәр бирергә өлгөрә алманы – бағауылдың осло һөңгөһө йөҙйәшәр имәнгә ҡуша ҡаҙаҡланы үҙен. Шунан башланды ла инде. Шау-шыу, һөңгө-ҡылыс зыңлауы, иңрәү-һыҡтау ауазы, йылҡы-мал сырҡырауы, саң-туҙан, кеше-кешене ишетмәҫлек тә, аңламаҫлыҡ та мәхшәр. Күпмелер ваҡытҡа Күктәр бер ырыуҙың аһ-зарына һаңғырау булып, икенсенең ҡан көҫәгән булмышына яй ҡуйҙылар...
Тау араһында аулаҡ ҡына аҡланда төйәкләгән булған икән Бүзән. Таҙа, татлы өс йылға һыулаған. Айтуған үҙ һүҙен ныҡ тотто – иң бейек тауҙың биш тарафына күмелде Бүзәндең бүлгеләнгән мәйете. Ир заттарының береһе иҫән ҡалманы – оло тау булғансы тураҡлап өйөлдө, йорт-усаҡтар туҙҙырылды, малдар ҡыуылды. Ҡор башына һис килешмәгәнсә бәйһеҙ тотто үҙен Айтуған. Яуҙан һуң ҡып-ҡыҙыл булып аҡҡан ҡан йылғаһы ергә лә һеңмәҫ элек, бар донъяны яңғыратып: «Мин еңдем!» – тип һөрәнләне. Шаңдау уның артынан бары тик «Мәндем» тип кенә ҡабатланы. Талсығып ҡара тирен һөртөп ултырған Алғыр, ҡорбашының яугирҙарын уйлау, яралыларҙы-үлгәндәрҙе барлау урынына, малай-шалайса ҡысҡырынғанына йәне көйөп:
– Бер ҙә артыңдан ҡабатламай әле төбәк хужаһы, ярым-йорто ғына ишеттерә, – тип төрттөрҙө.
– Ҡабатлар! – тип тешен ҡыҫты Айтуған.
* * *
Иәш байталдың татлы бешкән һутлы итен мөнйөп кенә бөткән Айтуғанға Бүзәндең тағы бер ир әҡрәбәһе табылыуын хәбәр иттеләр. Бәләкәй генә көмрө ҡарт булып сыҡты уныһы, иҫе лә инәрле-сығарлы ғына икән, аҡһаҡ та өҫтәүенә. Тәүге еңеүенән иҫергән, йөрәкһегән һәм күңеле лә, тамағы ла туҡлыҡтан ирәбеләнгән Айтуған үҙенең ҡаты ҡуллы ғына түгел, хуш күңелле лә башлыҡ булыуын күрһәтергә була:
– Нәҫел ҡалдырырлыҡ рәте булмаһа, йәшәһен әйҙә! – тип ҡул һелтәне. – Илһеҙ оҙон ҡышты сыға алмаҫ барыбер. Ярты аҡылдар менән генә көс һынашырға ҡалғайны тағы...
Эште көмрө Килтәй үҙе боҙҙо. Береһе зәңгәр, икенсеһе ҡуңыр төҫтәге ике күҙен баҙлатып:
– Гонаһ уй менән бер ҡатын да дәнемә тейеп бысратманы ошоғаса, улан. Изге мин! – тине.
Ике төрлө күҙҙәрҙең самаһыҙ тәкәббер ҡарашынан, етмәһә, ярандары алдында «улан» тип мыҫҡыл итеүенән ҡорбашының бәрейе ҡупты.
– Һине донъяға килтергән әсәң дә гонаһ шомлоғо булған инде, әләйһәң, ә, көмрө түмгәк?
– Ҡуйсы, Айтуған ҡусты, Күктәр тарафынан рәнйетелгәнде рәнйетмә, ҡарғышы төшөр...
Үҙен һөйһөнмәгән Алғырҙың өндәшеүенә Айтуған бөтөнләй сығырынан-сыҡты.
– Күктәр тарафынан рәнйетелгән? Улай булғас, әйҙә, бер изгелек ҡылайым байғошҡа! Эй, кем әле һин, Килтәй тинеңме? Һайла анау оҙон сәстәрҙең береһен! Әжәлең алдынан бер ләззәт кисереп ҡал! Теге донъяла иҫкә алырға бер рәхәт булыр! Атаң эшләмәгән изгелекте мин ҡылайым – әпирмәгән кәләшен мин бирәйем!
Яугирҙарҙың күбеһе аңһыҙ хахылдашты. Айтуғанды телдән шаярыу менән генә ҡалыр тип уйланылар, буғай. Буҙлауҙарын, илаулауҙарын ишетмәҫ, шешенгән ҡара ҡайғылы йөҙҙәрен күрмәҫ өсөн яландың арғы мөйөшөнә һырыҡтырылған ҡыҙ-ҡырҡын, ҡыҙсыҡ-ҡортҡаларға ла һүҙҙең айышы барып етте, күрәһең, бүре күргән һарыҡ өйөрөләй өрктөләр. Уларҙың һәр береһен иҫ белә белгәне бирле «Ана, Килтәй килә» тип ҡурҡытып үҫтергәндәр. Ул Хоҙай бәндәһенең ҡағылыуы ғына түгел, күҙ ҡарашы төшһә лә йәнгә-тәнгә өшәнес тә баһаң! Хатта әле баҫып алған ҡораллы-көслө ят ырыу яугир-һуғышсылары барыһы бергә лә алам-һалам ғына кейемле Килтәй аҡһаҡтан артыҡ ҡурҡыныс түгелдәр. Һуғышсылар ҙа ни бары ирҙәр генә бит. Еткән ҡыҙҙарҙы шунда уҡ бүлешеп алырҙар. Ҡол итәме, кәнизәкме – сибәрлек тә уңғанлыҡтан ғына тора. Ҡыҙсыҡтары аҫрауға, тәрбиәгә таратылыр. Күптәре етем төҫөн дә күрмәй, йәбер-золом да белмәй үҫер ҙә китер. Ҡарсыҡ-ҡорсоҡтоң яҙмышы ла белгән һөнәренән торор. Үлән-тамырҙарҙы таный, сихәтле-шифалы төнәтмәләр әҙерләй, йылан-саяндарға ҡаршы көслө әйтемдәр әйтә белә икән, ҡарһүҙҙәр уйлап сығарып әүрәтеүгә оҫта икән – яңы ырыуҙа ла ситкә тибелмәҫ. Тик үҙ ырыуынан ҡыуылып килгән йәш-елкенсәк янына ғына ебәрмәҫтәр ҙә, тарих-шәжәрә һөйләтмәҫтәр. Йәш килендәр менән генә мөғәлләмә башҡасараҡ. Уларҙы йыл үтмәйенсә бер кем дә кәнизәк итә алмай. Дошман ҡанынан таҙарыныу өсөн был мөҙҙәт.
Эйе, был донъя шулай ҡоролған – еңеүсе генә өҫтөн. Теләһә – ғүмер бүләк итә ала, теләһә – ҡоллоҡ, теләһә – әжәл. Ә еңелеүсе? Ә еңелеүсенең бер генә хоҡуғы бар – буйһоноу. Йәшәргә теләһәң уныһы. Теләмәһәң, тағы бер хоҡуғың – еңеүсенең башына ҡарғыш яуҙырып, шәһит китеү.
* * *
Ниндәй генә йолҡош һәм меҫкен булмаһын, Килтәй буйһоноусыларҙан түгел ине. Әжәле Айтуған сүрәтенә инеп, танау төбөндә киҫтән болғап торһа ла, уның тауышы ҡалтыранманы.
– Аң бул, улан! Ҡыҙыу ҡаның һыуынып, йөрөшөнән туҡтар мәл килер. Шул ваҡытта ҡылғандарың өсөн үкенерһең, әммә үткәнде ҡайтара алмаҫһың. Үҙеңде ҡарғармын, ә ауырлығы ҡәүемеңә төшөр. Әйткәнеңдән ҡайт – һүҙеңде кире ал!
– Сиңерткә сырылдағанынан да шөр ебәреп, һүҙ боҙоп ултырырға мине кем тип беләң! – Айтуғандың ҡан һауған күҙҙәре ҡурҡыныс аларҙы.
Кипкән ботаҡ кеүек ике беләк күккә һонолдо. Тик Килтәй ҡәҙимге ҡарттарса устарын өҫкә ҡаратып түгел, ҡулының һыртын өҫтөн ҡуйып әйтте һүҙҙәрен:
– Был ҡәүемдең ҡарғалары һандуғастан өҫтөн булһын. Бөркөттәре үҫер булһа – үҫмәҫтәйе ҡанатын суҡып торһон, мин әйттем! Батырҙары телһеҙ-күҙһеҙ булһын. Телле-күҙлеһе тыуа ҡалһа – бәғере ҡаты, уйы тар булһын, мин әйттем! Халҡы хакимдан уңмаһын, хакимы халыҡтан булмаһын, мин әйттем! Үҙе торһон, ҡәүеме – ҡороһон, мин әйттем!
– Ҡарғышыңдың алғышын әйтеп кит, Килтәй! – ситтәрәк торған Алғыр, ҡапыл уянғандай, ҡарттың һүҙен ишетеп ҡалырға ҡабаланып яҡынайҙы.
– Ҡарты ҡатҡан билен бөгөп, йәше телһеҙ телен бөрөп, ҡәберемде уратып теҙләнеп һораһа, шунда булыр алғыш...
– Һа-һа-һа, – мәҙәк һүҙ тыңлағандай ирәбе торған Айтуған ажарланды. – Һин, меҫкен, ҡәберем булыр тип өмөт итәһеңме ни әле? Сәсрәткәнсе бер һуғыуыма һөйәктәрең ошо һырт буйлап йән яҡҡа тараласаҡ бит!
– Ерләтмәһәң дә ауырлығы үҙеңә...
– Ҡарғышын – ҡара башыңа! – йәш егет үҙ ырыуына үҙе күрәләтә бәлә һалғанын, оло ҡайғылар килтерәсәген уйлап та еткермәҫтән, ниәтен ҡылды...
* * *
Тауҙарҙа эңер иртә төшә. Талсыҡҡан ғәскәр төнәүгә әҙерләнде. Йылҡы бышҡырыуы, бөжәк-фәлән, ҡош-ҡорт сыр-сорлауына бер көндә илен дә, иреген дә, ир-йәрен дә юғалтҡан нуғай ҡатын-ҡыҙҙарының һығылып иңрәүе ҡушылған. Әллә нисә Аҡйылға, Аҡшишмәләр араһында хәҙер инде Мәндем тигән ят исем менән айырылып торған тау йылғаһының шарлауы ғына һыҡтау тауышын бер аҙ баҫҡандай. Килтәй ваҡиғаһынан һуң үҙен аңҡы-тиңке тойған Алғыр тәҡәтһеҙ үҙ йәйләүенә ҡайтҡыһы килеүен тойҙо. Унда Аҡсабый ҡанбаба ҡалды бит. Кәңәш-төңәш алаһы ине аҡһаҡалдан...
Байтаҡ яуҙарҙа ҡатнашып, үлемдең күҙенә ҡарарға ҡурҡманы Алғыр. Ә баяғы һөмһөҙ ҡарт күңеленә шом һалды. Айтуғанды ла хаҡһыҙ тип әйтеп булмай. Уның иңендә – ырыу өсөн яуаплылыҡ. Ул барыһы өсөн дә тырыша. Тупланырға, көс йыйырға кәрәк. Яҡында ғына Бүзән кеүек хыянатсыл күрше булғанда, тыныс йәшәп булмай ине. Уның йортон туҙҙырып, дөрөҫ эшләне Айтуған. Артыҡтамаҡтар өҫтәлде, тиһәң дә, ҡатын-ҡыҙ иң беренсе бала табыусы, ырыуға көс биреүсе. Яңы ҡан ҡушылғас, балалар ҙа сәләмәтерәк, ныҡлыраҡ булып тыуыр, тимәк, һаман да күс артыр...
...Айтуған, үҙҙәре ҡайтмайынса, Көнтөшмәҫтәге оянан сыҡмаҫҡа, тип ныҡлап киҫәтеп киткән булһа ла, Үләтле яланында усаҡ баҙлай ине. Ут яҡтыһында Аҡсабыйҙы күреүенә аптыраманы Алғыр. Бабалар шулай инде, алдан күҙаллай торған илаһи заттар бит улар.
– Ай-яй-яй-яй...- Былай ҙа көнгә-елгә ҡарайған сурыш йөҙө тағы ла нығыраҡ ҡараңғыланды ҡартластың. – Ишкән икән Айтуған улан эштең еллеһен... Бүзәнде юҡ итеү арыу эш булһа ла, ҡарғышы артыҡ хикмәтле.
– Хаҡҡа сығырлыҡмы ни, бабам, шул иҫәүәндең генә һүҙҙәре? – Алғырға ла ҡарттың борсолоуы йоҡмай ҡалманы.
– Аҡылы булған зиһенле кеше бер ваҡытта ла ҡарғыш әйтмәҫ, балам. Күктән уҙып яҙмыш һыҙаһың икән әҙәм балаһына, тәкәбберлегең өсөн Уның ҡаршыһында яуап бирәһең бар бит! Ә иҫәүәндең тел төбөндә хикмәт ятыр. Иҫе сыҡҡан саҡта ул йәндең ҡайһы донъяны байҡап йөрөүен кем белә? Йә Күккә олғашып, изгеләрҙең һүҙен ишетәлер, йә Ер аҫтына төшөп, шайтан затын тыңлайҙыр. Үҙ уйлағанын түгел, шул донъяларҙың шауҡымын килтереп әйтә бит ул Килтәй кеүектәр. Иҫе инәрле-сығарлыларҙың рәнйешенән һаҡлан, балам.
– Күҙҙәре лә ике төрлө...
– Эйе, Күк төҫөндә бер сырағы, икенсеһе, гүйә, мәтеһе аҡтарылған Ер... Ике тарафта ла йөрөүе бик мөмкин.
– Ауырлыҡ килтерҙекме күсебеҙгә, бабам?
– Күсебеҙгә генә түгел, тотош ҡәүемебеҙгә көн асылмаған ваҡыт та килер, уланым. Беҙ күрмәҫбеҙ уны, күтәрмәҫбеҙ. Киләһе быуындар өсөн йәнем ҡарая...
– Алғышы бар ҙа һуң, бабам, алдыра алмаҫбыҙмы ни ҡарғышты?
– Беҙ Айтуғандан өлкән быуын бит, балам.
– Улайһа, киләһе-китәһе быуындарға Килтәйҙең ҡәберен һаҡлау фарыз да бит... Сәсте инде уның һөйәген Айтуған йән-яҡҡа...
– Был уйың хаҡ, Алғыр, һаҡларға кәрәк... Тик нисек? Тороп тор... Килтәйҙең һөйәген һырт буйлап сәскәс, шул һырт тоташ ҡәберлек булып һанала ла баһаң! Тапап йөрөй торған ер булғас, үткән-һүткән һайын теләк теләргә йәтеш.
– Изге юлда йөрөрмөнмө-юҡмы, аҡһаҡал йәшенә етәмме-юҡмы, әммә халҡым өсөн һәр саҡ изге теләктә йөрөрмөн!
– Һа-ай әйткән һүҙең, улым...
* * *
Ҡарағай ҙа тигән ҡаты ағас
Ыжғыр елдәргә лә бирешмә-ә-й...
Башта күкрәкте ҡыҫып торған бер әрнеүҙе таратып ебәрер өсөн генә мөңгөрәй башлағайны Аман. Тора-бара әллә башланып ҡына торған көҙҙөң саф һауаһына тыны асылдымы, әллә тирә-йүндең матурлығына ирәбеләнеп киттеме, тигеҙ, моңло тауыш көсәйгәндән-көсәйеп, Олотау итәгенән Мәндем үҙәненәсә зыңғырлап таралды. Елтләтә баҫып йәнәшенән килгән ейәне лә, дауам ит, тигәнде аңлатып, күҙҙәрен тултырып ҡарап ҡуйҙы.
Ирмен тигән, һай, ир кешегә
Башын түбән эйеү килешмә-ә-әй-й-й.
Һағыштарын түккәнсе йырланы ла ҡуйҙы етмеш ете йәшлек уҙаман. Ғүмер буйы тыуған ер, ил, халҡым тип тир түккән, һуңғы күҙәнәгенә тиклем идеяларына тоғро ҡалған ата коммунист булған кешегә рәхәтме ни әлеге хәлдәр? Күҙ күременә тиклем иген баҫыуы ине ләһә ошо ҡырҙар! Әле иһә ашатыусы, туйындырыусы булған тыуған тупраҡ шыҡһыҙ ҡарағура баҫып етемһерәп ҡалған... Көндө төнгә, төндө таңға ялғап, күпме көс һалынған колхоздары тарҡалды. Уның беләк көсө кергән күпме ҡаралты-ырҙын табағы, теҙелеп киткән келәт, гараж, авто-гараж, һөт фермаһы биналары – барыһы ла ташландыҡ, ҡотһоҙ-йәнһеҙ. Бәғзеләрен инде, емереп ҡулайлаштырырҙай материалы булғандарын, ташып алғандар. Комбайн-машиналар тауышынан гөрләп торорға тейешле ерҙәрҙә унда-һанда кеше малы көйшәнеп йөрөй. Күпме кешенең көсө, аҡылы, таһылы түгелгән олоғара донья аҫты-өҫкә килеп туҙҙырылһынсы әле! Ыжғыр елдәргә бирешмәгән ҡарағайың түгел, ҡарағайҙан былай ныҡ билле аҫау ирҙәрен һығылып төшөрлөк... Ниндәй ауыр һуғыш йылдарында ла ерҙе тәләф итеп, бер ни сәсмәй-урмай ултырманы лаһа халыҡ!
Етәкселәрен дә ташҡүлсәйем инде. Өмөт бағлап, «башлыҡ бул» тиерлектәре яуаплылыҡтан ҡаса. Кеме ғәмһеҙлеккә, кеме эскелеккә, кеме Себергә... Халыҡ өсөн арҡырыны буй һалмаҫтайҙары көсө еткәнгә көсөктәй булып, көсө етмәҫтәйгә яҡшатланып, юғарыға, вазифаға ынтылып ята. Ана, береһе, һайлау ваҡытында өйҙән-өйгә йөрөп, кемде алдап, кемде юхалап, кемде ҡурҡытып тигәндәй депутат булып һайланды ла, эреле-ваҡлы бер түрә булып, менеп тә ултырҙы. Яҙылған закондарҙы боҙорға ояты еткәнде, яҙылмағандарын – Хоҙай Тәғәлә һәм выждан ҡушҡандарын үтәр тиһеңме уны? Үҙе кеүек иманын һатҡандарға арҡалана инде ул, ябай халыҡ зарынан алыҫҡараҡ ҡаса.
Бөтөн ил буйынса әллә ниндәй ғәрәсәт-емереү сәйәсәте бара. Төҙөлгәне – ватыла, асылғаны – ябыла, яуланғаны – баш тартыла. Унда – мәктәп, бында – дауахана, тегендә – кешегә эш үә аш урыны биргән тағы берәй ойошма... Йәшәргә, эшләргә, алға ҡарап өмөт итергә юлдар ябыла, шуныһы ҡурҡыныс. Үҙеңдең тормошҡа ҡарағанда уҙмышҡа яҡыныраҡ йәшкә еткәнеңде уйлаһаң, хәсрәт тә юҡ кеүек. Әбейе менән икеһе ҡорған донья үҙ ғүмерҙәренә етерлек. Сей утын яғып, мәкенән һыу ташыйһы түгел, айҙыҡын-айға пенсия аҡсаһы ла килеп тора. Һаулыҡ та бер сама арыу ғына... Балалар бар бит! Ейәндәр ҡала. Бигерәген дә эргәһендәгеһе – Арыҫланы өсөн йөрәге яна. Төпсөк кенәһенең төпсөк малайы өсөн. Хәҙерге заманда, һәр береһе үҙенә терһәкләп тә, телләшеп-тешләшеп тә юл ярғанда, был сабый үҙен нисек яҡлай алһын? Рәнйетеп күҙ атһалар ҙа, һүҙ әйтһәләр ҙә ҡайтарып әйтеү түгел, яҡларлыҡтарҙан ярҙам һорарлыҡ та теле юҡ бит баланың. Сәләмәт тиңдәштәре, ана, ауылда башланғыс мәктәп ябылғас, күрше ауылға йөрөп булһа ла уҡырға төштө, ҡалғаны үҙ тырышлыҡтарынан тора. Ә Арыҫланды нимә көтә? Балалар аяуһыҙ бит ул, дүрт һаны теүәл, зиһене камил тиңдәштәренән дә мыҫҡыл итеп көлөргә, түкмәсләргә сәбәбен таба, ә бының кеүек етешһеҙлеге булғаны бигерәк тә кәмһетеү сәбенә әйләнә лә ҡуя инде. Ер аяғы ер башы ергә интернатҡа апарып ырғытаһыңмы ни аяулы ғына баланды артыҡбаш итеп...
Ә әсәһе һәләк телдәр булды. Үҙе килеп һөйкөмлө лә, башлы ла. Үҫә төшкәс, бер һәләте асылды – һандуғасҡа тиң моң эйәһе ине. Атаһының, йәғни Амандың үҙ заманында йырсылыҡҡа уҡырға алып китергә килгән комиссиянан ҡасып, урманда йөрөп ҡалғаны өсөн иң битәрләгәне, көйгәне ошо ҡыҙы булды. Ә үҙе һөнәр һайлар мәле еткәс, сәхнә яғына яҡын да юлламаны. Бәлки, дөрөҫ тә эшләгәндер – барыбер тауышы өҙөлөп ҡуйҙы. Ҡасан бит әле! Йыр конкурсында финалға сығып, еңергә бер ынтылыш ҡына ҡалғас! Ойоштороусылар ҙа, тамашасылар ҙа бик яратҡайнылар үҙен. Хистәрен күрһәтеп бармаған Аман да ҡыҙының тауышы радио-телевидениела яңғырағанын ишеткәндә күҙҙәре шәмәреп киткәнен тоя ине. Әллә ниндәй сер бит ул – моң. Ерҙәге гонаһлы йәнде Күккә, илаһилыҡҡа тоташтыра алырлыҡ оло көс. Кәүҙәләрен килештереп былтанлатҡан, тауышы ҡарғаныҡынан саҡ ҡына арыуыраҡ берәү еңеп ҡуйҙы ул конкурста, ә Амандың ҡыҙы шунан бирле йырламай. Әллә, халыҡ әйтеүенсә, күҙ тейгән, әллә һүҙ... Бәлки, ысынлап та тауышы өҙөлгәндер, самалағанда ошо балаға, Арыҫланға, йөккә ҡалған осоро булған да инде, көс төшөрөргә ярамағандыр тауыш ярыларына...
Ҡандай шатланғайны Аман малай тыуғас. Тәкәбберлегенә барып, нәҫелдәренең моңо ошо балаға күскәндер, тип юрап та ҡуйғайны. Ә ул ана нисек килеп сыҡты – йырлау түгел, өнө лә юҡ баланың. Бер ҙә генә ҡарап йыуанырлыҡ, киләсәге өсөн бошмаҫлыҡ сараһы юҡ Амандың ошо донъяла. Өйөндә булһа – өйөндә ейәне телһеҙ, иленә ҡараһа – илендә халҡы өнһөҙ. Нимә насар, нимә яҡшы икәнен аңлап тойоп тора ҡайһыһы ла, ә рәнйетеүселәренә ҡаршы, аңһыҙ-йөрәкһеҙ түрәкәйҙәренә ҡаршы ла бер һүҙ әйтә алмай, батырҙарын ҡанатландырырлыҡ, сәсәндәрен елкендерерлек, зыялы-булдыҡлыларын хупларлыҡ та һүҙ тапмай, э-эх! Тағы ла һайлау кампанияһы етте, ана. Һаман бер балыҡ башы – лайыҡлыларын көсләп тә, алдап-йолдап та, ситкә тибер сараһын табалар, һөнәрһеҙҙәре, иманһыҙҙары кеше башын тапап-бутап һаман власҡа үрмәләй...
Урманды сығып, Килтәй һыртына аяҡ баҫҡас, йөрәкһеүенән йәнен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, тағы ярһып киткән аҡһаҡал аҙарынып туҡтап ҡалды. Ғүмер буйы ата коммунист булып, алла-муллаларҙы бар тип тә белмәһә лә, ейәненең киләсәге, халҡының күрәсәге өсөн киләһе быуындарға бәхет һорап, әллә ниндәй белгән-белмәгән, ышанған-ышанмаған көстәргә ялбарырға ла, булған-булмаған үә ҡылған-ҡылмаған гонаһтары өсөн тәүбәләргә килеп ғәфүҙәр һорарға ла әҙер ине ул. Әҙер генә түгел, шунда уҡ тыуған тупрағына теҙләнеп, ғәзиз еренә күҙ йәштәрен ҡоя-ҡоя, әллә Ерҙән, әллә Күктән халҡына еңеллек биреүен һорап үтенде, ялбарҙы, талап итте...
Әле генә болот, әле генә ҡояш булып, кәйефе ғашиҡ ҡыҙҙай уйнап торған көҙҙөң тағы башы әйләнде. Елеккә үтерҙәй иҫкән иртәнге ел ҡапыл мәрхәмәтлерәк булып китте, күктең зәңгәре нығыраҡ баҙыҡланды. Әллә ҡартлыҡтан аҡылдан яҙыу ошо буламы икән, тип, үҙ ҡылығынан үҙе шаңҡып ултырған аҡһаҡалды беләгенән тартҡылап торғоҙорға маташҡан ейәне иҫенә килтерҙе:
– Олатай, тор инде, әйҙә, ҡайтайыҡ...
Ейәненең ихтыярына буйһоноп, ҡайтыр һуҡмаҡҡа төшкән ҡарт, Мәндем кисеүенә еткәнсе, әле генә ниндәй мөғжизәгә юлыҡҡанын аңламаны ла.
Рәйлә Сабитова.