Беҙ ҡырсынташ түшәлгән юлдан алға атланыҡ, юлдашымдың ҡулындағы гөлләмәһенән башҡа йөгө юҡ, аҙымдары ырамлы ғына. Ул шуда уҡ кем, ҡайҙан булыуымды белешеп алды. Мин дә үҙ сиратымда уның ни эш бөтөрөп йөрөүен һораштым. Ҡарт минең һора-уыма ҡапылдан ғына яуап бирергә ашыҡманы. Тик:
- Силәбенән киләм әле. Ул ауылда йомошом бар ҙа, юҡ та һымаҡ, - тип ҡуйҙы.
Мин аптырай биреп уға ҡарап ҡуйҙым. Бер аҙ атлағас, аҡрын ғына һөйләп алып китте:
- Был яҡтарға беренсе тапҡыр 11 йәшемдә аяҡ баҫтым мин. Дөрөҫөрәге аслыҡ ҡыуып килтерҙе. Уғаса Өфөлә йәшәнек. Атай герман һуғышынан ҡайтманы. Әсәй, минән ике йәшкә өлкән Зәлифә апайым менән өсәүләшеп бер иҫке генә йортта көн күрҙек. Әсәйебеҙ иҫән саҡта йән аҫырарлыҡ ҡына аҙыҡ таба ине әле. Анау егерме беренсе йылғы йотлоҡ башланғас та нәмә булһа ла табып, ҡарыныбыҙҙы буш тотмаҫҡа тырышты. Үҙ ауыҙынан өҙөп беҙгә ҡаптырғандыр инде, бахырҡай. Ҡурылып, ҡаҡ һөйәккә генә ҡалып, шул йылдың йәй аҙағында үлеп китте. Унан айырылғас, беҙгә хәйерсе тоҡсайы аҫыуҙан башҡа сара ҡалманы, меңәрләгән бүтән балалар рәтендә апайым менән мин дә ауылдарға сығып киттек. Әлбиттә, унда ла әҙерләп ҡуймағандар ине. Аслыҡ бөтә ерҙә тулы хужа.
Ҡайҙа барма - һәләмәгә төрөнгән ҡоро һөлдә лә, йоторҙай булып ҡараған ас күҙҙәр. Әммә беҙҙең бәхеткә хәлле генә булған, йомарт күңеллеләр ҙә осраштырғылап торҙо. Һуҡрана-һуҡрана булһа ла буш сығармаҫҡа тырышалар ине. Уларҙы ла аңларға була. Беҙ, хәйерселер, күмәк - берәүҙәр сығып өлгөрмәй - икенселәр килеп инә. Һәммәһенең тамағын туйҙыра башлаһа, иртәгәһен үҙҙәре шул хәлгә төшәсәк. Китаптарҙа байҙарҙы ҡомһоҙ тип яҙалар, әммә беҙҙең ғүмерҙе ана шулар һаҡлап ҡалды ла инде. Әлбиттә, ҡапҡаларына яҡын ебәрмәй, эттәрен һөсләгәндәре лә булды. Әммә улары беҙҙең бәхеткә һирәк ине.
Ошондай көҙгө һалҡын көндәрҙең береһендә, кисләтеп кенә, бына ошо беҙ китеп барған ауылға килеп индек. Башҡаларынан айырылыбыраҡ иң ситтә ултырған бер иҫке генә өйҙөң ишеген шаҡыныҡ. Яуап биреүсе булмағас, уны асып, эскә атланыҡ. Шунда уҡ танауға татлы һурпа еҫе килеп бәрелде. Ярым ҡараңғы өй эсенә инеү менән оло йәштәрҙәге ҡатындың ҡоштабаҡ күтәреп мейес алдына уҙғанын шәйләп ҡалдым. Ә оҙон һаҡаллы ҡарты һикеләге ашъяулыҡ өҫтөнә тунын ҡаплап маташа ине. Беҙ уларҙың аш-һыуҙарын йәшергәндәрен аңлап, уңайһыҙланыбырак та киттек. Инеү менән Зәлифә апайым ялбарыулы тауышы менән: ‘’Хоҙай хаҡы өсөн етемдәргә бер йотом һыу, бер ҡабым ризыҡ бүлһәгеҙсе…” - тип теләнергә лә кереште. Ҡарт уҫал күҙҙәре менән беҙҙе баштан-аяҡ ҡарап сыҡты ла, ҡатынын саҡырып алып, ҡолағына ниҙер шыбырланы. Аҙаҡ йылмайғандай итте һәм йомшаҡ тауыш менән: “ Үтегеҙ балалар, Алла ни биргән - шуның менән уртаҡлашырбыҙ", - тип беҙгә өндәште. Ул арала ҡатыны, беҙгә күрһәтмәҫкә тырышып, ашъяулыҡты әйберҙәре менән бергә төрөп алып, мейес яғына алып сыҡты. Аҙаҡ, һикегә бер сепрәк киҫәге түшәп, ҡоштабаҡты сығарып ултыртты. Апайым менән икәү, һике ситенә генә терәлеп, сөскөлт тәм килгән һурпаны һемерергә тотондоҡ. Ул арала ҡараңғы ла төштө. ‘’Ошонда булһа ла ятып, йоҡлап сығырһығыҙ,”- тип ҡарт иҙәнгә иҫке бишмәт ташланы. Беҙҙең ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ ине. Ҡорһаҡтарыбыҙ тулғас ни - ятыу менән йоҡлап та киттек.
- Ҡарт һүҙенән туҡтаны һәм бер аҙ шым атлағас, ауыр көрһөнөп, һүҙен дауам итте.
- Апайымдың сыйылдап ҡысҡырыуына ҡурҡып, уянып киттем. Тәүҙә ни булғанын да аңламай торҙом, аҙаҡ, тоноҡ ҡына сыра яҡтыһында, һикегә һуҙып һалынған апайымдың өҫтөнә атланған ҡарттың уны бау менән сырмауын, ә ҡатынының бисараны ҡысҡыртмаҫҡа тырышып, ауыҙын ҡапларға маташыуын күреп ҡалдым. Мин һикереп тороп, әсе ҡысҡырып, Зәлифә апайыма ярҙамға ташландым, ләкин ҡарт әйләнә биреп, шул ҡәҙәре итеп башыма тондорҙо - шунда уҡ күҙ алдарым ҡараңғыланып китеп, упҡынға осҡандай булдым.
Бөтә тәнем ҡалтырап, өшөп, аңыма килдем. Тәүҙә ҡайҙа икәнемде төшөнмәһәм дә, һуңыраҡ, еҫтәге иҙән ярыҡтарынан төшкән яҡтылыҡты шәйләп, үҙемдең һал-ҡын баҙҙа ятыуымды аңланым. Башым ярылып ауырта ине. Мин: "Сығарығыҙ бынан!”- тип ҡысҡырырға тотондом. Бер аҙҙан баҙ ҡапҡасы асылып китте һәм унда ҡарттың башы күренде. “Аҡыраһы булма! Апайың хәйер йыйып килгәс сығарырбыҙ”, - тип ҡапҡасты кире ябып ҡуйҙы. Мин ергә сүгәләнем. Бер аҙҙан ҡарттың шымыраҡ тауыш менән: “Бир шуңа берәй нәмә, йә иһә дөмөгөп ҡуйыр,”- тип ҡатынына өндәшкәнен ишетеп ҡалдым. Яңынан баҙ ҡапҡасы асылды һәм ҡатын: “Мә, кимер!”- тип миңә ҙур бер һөйәк һондо. Мин уны үрелеп алдым да, тотоп торған нәмәмдең кеше ҡулы икәнен, бигерәк тә баш бармағы төбөндә бик тә таныш ҙур ҡара миңде күреп, ҡапылдан ҡотом алынып, ергә атып бәрҙем һәм мине күпме етәкләп йөрөткән, иркәләп биттәремдән, сәстәремдән һыйпаған ҡулдан сирҡанып, ҡурҡып, баҙ мөйөшөнә һырын-дым. Ҡапылдан күңелем болға-нып, башым әйләнеп китте, мин тағы аңымды юғалтҡанмын. Иҫемә килгәс, барыһын да хәтерләп, шым ғына иланым да, иланым. Апайымды һуйып ашаған кешеләрҙән үс алыу теләгенә мине лә шундай яҙмыш көткәнен аңлау, үҙемде йәлләү, ҡурҡыу тойғоһо килеп ҡушылып, йөрәгем өҙгөләнде. Ҡарттың өҫтән ишетелгән: "Бәләһенән - баш-аяҡ - быны-һын да эшкәртеп ҡуйырға кәрәк,”- тигән һүҙҙәре ҡапыл айнытып ебәрҙе. Сығырға бойорғанда башымда нисек тә был йыртҡыстар ҡулынан ысҡыныу теләге генә ине. Ҡарт мине һөйрәп тигәндәй алды ла, иҙәнгә йығып һалды һәм һыңар ҡулы менән ҡатыны һоноп торған бысаҡҡа үрелде.
Шул саҡ йән асыу менән тештәремде ҡарттың беләгенә батырҙым. Ул әсе һүгенеп, ҡулын ысҡындырыу менән, һикереп тороп, ҡарындыҡ эленгән тәҙрә аша тышҡы ҡараңғылыҡҡа һикерҙем, һәм, күҙемә аҡ-ҡара күренмәй, хәлем бөтөп тәгәрәгәнсе йүгерҙөм дә йүгерҙем.
Иртәгеһен бер ҙур ғына ауылға барып сыҡтым. Унда етем балаларҙы йыйып йөрөүселәргә юлыҡтым. Унан инде детдом, аҙаҡ слесарь һөнәрен алып, ғүмерем буйы трактор заводында эшләнем.
Ул бик тә аяныслы хикәйәтен Һөйләп бөткәндә ауылға килеп ингән инек инде.
- Бына ул ҡәһәрле йорт урыны! - тип ҡарт сүп-сар өйөмөнә күрһәтте. Беҙ уға ҡарап бер аҙға тын ҡалдыҡ. Минең күҙ алдындан ул һөйләгән ваҡиға теҙелешеп үткәндәй булды.
- Мин бында бер-ике рәт килеп киттем инде. Бер килеүемдә хужалары тураһында кешеләрҙән һорашҡас, теге ҡатындың аҡылдан яҙыуын, аҙаҡ өйҙәренә йәшен атып, шунда ире менән бергә янып үлеүҙәрен әйткән инеләр, Хоҙай Тәғәлә ундай ҡәбәхәттәрҙе ер йөҙөндә йәшәтергә теләмәгән, күрәһең. Сүплектәрендә әллә күпме балалар һөйәктәре тапҡандар. Бер апайымды ғына кимермәгәндәр бәдбәхеттәр. - Ҡарт тағы тын ҡалды. Аҙаҡ ҡулындағы гөлләмәгә ҡарап, бер аҙ урынында тапанып торҙо ла, уны бер яҡ ситтәрәк үҫкән ҡайын төбөнә алып барып һалды. Һәм йәшкәҙәгән күҙҙәрен Һөрткөләп:
- Апайыма тип килтергән сәскәләрҙе Һалырға урыны ла юҡ бит! Һөйәктәре ятҡан был нигеҙгә һалһаң - ҡәһәрле йортто, уның хужаларын хөрмәтләгән һымаҡ була, һалмаһаң апайымдың рухын ихтирам итмәгәндәй… - тип ҡуйҙы.
- Ирек, азатлыҡ тигән булып миллионлаған кешеләрҙең тиктәҫкә ҡандарын ҡойҙолар. Ниндәй азатлыҡ булһын - батша ҡоллоғонан совет ҡоллоғона эләктек! Егерме берҙәге аслыҡ та шул ваҡыттағы кешеләрҙең вәхшилеге өсөн Хоҙайҙың ебәргән язаһы ул!… Мин быларҙы, улым, беҙҙең ниндәй әсе яҙмыш кисергәнде белһендәр тип һөйләнем. Гәзиткә яҙған инем - баҫманылар. Совет илендә бындай хәлдәр булырға тейеш түгел, әллә кеше ышанмаҫтайҙы ысын булһа ла һөйләмә тинеләр. Ә, зрә… - тип юлдашым хушлашып, кире станцияға табан атланы.
Мин, бер ҡайын төбөндә ятҡан сәскәләргә, бер башын баҫып һалмаҡ ҡына атлаған ҡартҡа ҡарап, оҙаҡ ҡына баҫып торҙом. Бала саҡта уҡ ҡайғы-хәсрәт кисергән, әлеге мәлдә таныш булмаған кешегә заманына күрә (81 - се йыл ғына ине бит) ҡыйыу һүҙҙәр һөйләй алған кешегә һоҡланыу ҙа, ихтирам да күңелемде биләгән ине минең.
МӨҘӘРИС БАГАЕВ.