Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
10 Февраль 2022, 14:30

Халыҡ ижадының алтын гәрәбәләрен һаҡлайыҡ!

9 февралдә балалар китапханаһында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын асыу сараһы уҙҙы. Ҡунаҡҡҡа район ветерандар советы рәйесе Нәзирә Кәримова, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Нурия Ҡунысбаева, “Ағинәйҙәр” клубы етәксеһе Хәмдиә Теләүбирҙина һәм Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенең 8-се башҡорт класы уҡыусылары етәкселәре Әлиә Сәғитова килде. Сараны Гөлсиә Илтенбаева һәм Лариса Абдрахманова  алып барҙы.  Уҡыусылар ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында халыҡ ижады, милли кейем һәм биҙәүестәр буйынса бик бай мәғлүмәт алды. 

Нурия Мөхтәр ҡыҙы райондың ветерандар советы Нәзирә Фәтхислам ҡыҙына, әҙәп, әхлаҡ, фиҙаҡәрлек, егәрлелек өлгөһө булғаны өсөн рәхмәт белдереп – Республика ағинәйҙәренең Рәхмәт хатын, ә Гөлсиә Хафиз ҡыҙына – тәртибе, аҡылы, булмышы, йәшәйеше менән башҡаларға өлгө булырҙай ҡатын-ҡыҙға  ағинәйҙәр ойошмаһының танытмаһын тапшырҙы. 

Сара тураһында тулыраҡ "Ейәнсура таңдары" гәзите битендә уҡырһығыҙ. 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: