Түргә ирҙәр урынлашып бөтөүгә, йорт хужаһы, йөҙө ялтырап торған һөйәк һаплы бысағын түш кеҫәһенән килтереп сығарған беләүенә ышҡып, сигеүле таҫтамалға һөртөп алды, йәш ҡомалаҡ сүпрәһе еҫе аңҡып торған йоморо икмәкте түшенә терәп телгеләп, табын уртаһына ҡуйҙы. Уғаса, ҡатыны индергән оло ҡоштабаҡтағы шәлкем иттәрҙе усы яҫылыҡ ҡына ыҡсым таҡтаға һалып турап, өлөшләп тарата башланы. Ҡунаҡтар үҙ эшен белеп башҡарған таһыллы хужаға һоҡланып, бер килке өнһөҙ ултыра бирҙеләр. Әҙәп һаҡлап, ирҙәр менән үҙҙәренең араһында тағы өс-дүрт кешелек урын ҡалдырып, ишек яғынан ҡатын-ҡыҙҙар теҙелде.
Фольклорсы ҡәйнеше килеүен ошолай ҙурлай белә еҙнәһе. Ғаиләм ҙур тип тормай, тыу һарығын һуйып, ҡунаҡ итә. Форсаты сыҡҡанда, йылына берҙе булһа ла, үҙ телдәрендә һөйләшеп, ҡурай моңон тыңлап, ирәйеп ултырып алалар.
Йылҡылдап торған ҡоротло һурпа сеүәтәләре бушауға, аяҡ сәнсеп ултырған ғалим янындағы ҡарттың терһәге аҫтындағы мендәрен ҡабарта биреп ҡуйҙы.
– Теге ҡурай ни хәлдә әле, Ғәйфулла ағай?
– Ул ней, ҡағылһаң, моңлана, ҡағылмаһаң, тәҙрә башында саңлана. Етеятың да булмаған был урыҫ ауылында минең ҡурай кемгә хәжәт? Килеп-киткәнеңдә һиңә уйнайым инде.
– Улай тимәсе, ағай. Эсе тулы хазина ла, моң-һағыш бит ул. Ҡандай ерҙән урап ҡайтҡан ҡомартҡы! Урыҫ менән башҡорт иңгә-иң терәп һуғышып, еңеү менән Париж урамынан үткәндә уйналғандыр. Ә һин уларҙы бүлгеләйһең. Иждиһат итеп, шул хаҡта яҙып алайым тип килдем әле был юлы. – Мөхәммәт изем һалып ҡуйҙы.
– Уның нимәһен яҙаһың? Димит зауытына бәйле ҡурай бит ул.
– Яндырылған ҡорос иретеү заводы тураһында әйтеүеңдер. Ай-һай! Ҡотҡор буйындағыһы ҡоролоп бөтөп, хотҡа китеп өлгөрмәй – Бүгәс ихтилалыныҡылар үрт һала. Француз яуы була тип, ярты быуат алдан ҡурай яһатып алмағандарҙыр? – тип көлөмһөрәп ҡуйҙы Мөхәммәт.
– Һеүү, шул китапҡа ышаныуың! Кем француз яуына ҡурай әҙерләгән тиһең? – тип үҙенекен тылҡый бирҙе Ғәйфулла. – Ана шул зауыт үртәлгәндән һуң ятып ҡалған нәҙек торбанан ҡырҡып яһалған бит ул.
– Китапты уны тарихсылар яҙа. Ошондай ҡомартҡыларҙы һинең кеүек һирәк осрар аҫылташтар һаҡлай. Бер түгел, ике яуҙан урап ҡайтҡан тимер ҡурай бит ул!
Күңеленә май булып яғылды ғалимдың әйткәне. Бынауса ғәм уларҙың хәбәренә ҡолаҡ һалып ултырғанда күтәрмәләп ебәрһендәр әле һине! Ҡурайсының күҙҙәрендә осҡон баҙлап ҡуйҙы. Башҡалар күрмәһен тинеме, түмәр ултырғыс өҫтөндәге шәмдең филтәһен ҡыҫа һалды.
– Ҡурай нимә ул, Мөхәммәт ҡустым? Боронғо һуғыш ҡоралын күргәнең бармы һинең?
Табындағылар бер-береһенә ҡарашып алды.
– Һыҙмаңды әйтәһеңме, ҡайнаға? – тип һораны йорт хужаһы.
Тирә-яҡтан эшселәр поселогына күсеп килеп, донъя ҡора башлағандарҙың яҡын туғандары юҡ бында. Бер-береһенә «ағай», «еҙнә»нән һалдырған булып, ҡатнашып йәшәп ятыуҙары.
– Һәй! Таптың сағыштырыу! – Серле йылмайып, Ғәйфулла Мөхәммәткә төртөп алды, – Иртән килеп күрерһең.
«Мине ҡорал ҡыҙыҡһындырмай бит әле», – тимәксе ине лә фольклорсы, өндәшмәне.
Башына сөйөп ябынған кизе яулығының остарын маңлай тапҡырында бер-береһенә ишеп ураған, оҙон еңле күлдәген терһәккәсә һыҙғанған бөтмөр хужабикә еҙ батмусты сылтыратып, сынаяҡтарҙа сәй индерҙе. Йәшерәктәр бауырһаҡ ултыртты, сәй таратышты.
– Их! Бал ғына етмәй шул был табында-а, – тип көрһөнөп ҡуйҙы береһе.
– Ҡуй инде! Шаңғырҙап торған ҡарағай араһында ҡорт үрсемәй, – тип икенсеһе йөпләп ҡуйҙы.
– Күҙеңде йомоп ашаһаң, шәкәрҙән дә бал тәме килә ул, – тигән булып, һүҙҙе мәрәкәгә бороп ебәрҙе хужа. Камауай шәкәрҙе усына һалып, бысаҡтың һырты менән шаҡмаҡлап яра, тулған айҙай табынға йәм биреп ятҡан дәү йәйпәк батмус уртаһына өймәләм итеп һала башланы. Ул шул шөғөлө менән әүрәгән арала ҡурайсы бер шәкәр осмотон өҫкә сөйөп ебәрҙе, мейес башын ышыҡларға арҡыры тартылған ҡыҫҡа шаршау һелкенеп ҡуйҙы – бәләкәс кенә устар үҙ өлөшөн йомоп, эскә тартып та алды. «Олатай» тип өҙөлөп торған (ҡайҙан ғына туған булһын инде!) ҡарасмандың керпеген дә ҡаҡмай мейес башынан үҙен күҙләп ятҡанын һатып тормаҫ инде. Бер сынаяҡты бушатҡас, былай ҙа ҡупым ғына «кейәү»енә йүкә шына ҡатып ебәрҙе:
– Былар теге Мәғниттән килгән сын-сынаяҡтармы?
– Әтеүсә. Ҡыҙҙар күп миндә, тинем дә, городҡаса үгеҙ егеп барҙым. Знакумда һуйып, баҙарҙа һатып, аҡсаһына нескә билле ҡытай сынаяғы менән һәр береһенә мөгөҙ тараҡтар алдым да ҡайттым.
«Ҡалай мөгөҙ ҙә, һөйәккә бәйле әле бөгөн бөтә һөйләнгән хәбәребеҙ», тип уйлап ҡуйҙы Мөхәммәт.
– Әллә берҙе һыҙҙырып ебәрәһеңме, ҡайнаға? – Был йортта теҙген кем ҡулында икәнен белеп торһон барыһы ла – еҙнәһе ҡысҡырып әйтә ҡуйҙы.
Ғәйфулла бабай, түбәтәйен соңҡаһына ышырып, тирен һөртөп алды. Ҡарашын өҫкә сөйөп, уң ҡашын һикертте – түрбашта был ым-ишараны аңлаған берәүҙең мейес башынан доңҡолдата урындыҡҡа һикереп төшкән тауышы ишетелде. Сынаяғын түңкәреп тә өлгөрмәгәндер, муйыл күҙле, дегет сәсле 7-8 йәштәрҙәге малай ҡурайсыға тимер ҡурай килтереп тә тотторҙо. «Ҡурай тураһында яҙам тип, Өфөнән килһендәр әле! Дәрәжәң оло икән, һиңә әйтәйем», – тип уйлап алды. Ҡурайҙың осонан тотоп, торна сыңрауына оҡшаш өн сығарып алды. Терһәктәрен «олатаһының» тубығына терәп, мөғжизә көткән малайға секерәйтә ҡарап алды. Уныһы был ишараны ла аңланы: йомошто еренә еткереп үтәмәгән икән – ҡытыршыланып көсөкләгән ҡулдары менән ҡурайҙағы май таптарын һөлгөгә ышҡып ҡуйҙы (Бер ҙә саңланып ятҡанға оҡшамаған: майлап, ҡәҙерләп кенә тотоуылыр).
Ҡурайсы тороп баҫты. Ултырғанда ҡураныс күренгән кәүҙәһе күҙ алдында үҫеп киткәндәй тойолдо. Яуырындары турайҙы, танһыҡ ризыҡ ауыҙ иткәндәй, күҙҙәрен йомоп, ҡурайын ирендәренә терәп тора бирҙе лә ғыжлатып уйнап ебәрҙе. Тәүге аккордтарҙан уҡ тәҙрә быялалары сыңлап китте. Ирҙәр стена буйына теҙелеп баҫты. Хужабикә табындың уларға ҡаршы яҡтағы осон ҡайырып һалды. Ҡатындар оло яҡтың ишек төбөнә һырыҡтырып яһалған ағас карауат ситенә терәлде.
Күңелдәрҙе аҡтарыр моң ағылды. Күҙ алдында берсә Мәсем тауҙарының сал бөркөтө саңҡылданы, берсә ҡылғанлы дала буйлап елгән аттар кешнәүе ишетелде. Дауылда сайҡалған ҡарурман шаулауы, йәй башының ыуыҙ болононда ҡыңғырау сәскәне иркәләгән еләҫ ел иҫеүе тойолғандай, көҙгө шымшыҡтың эре тамсылары төшкәндәй булды. Бер мәлгә ҡурайсының йөҙө ҡырыҫ төҫ алды, күк күкрәүенә оҡшаш ауаздар яңғыраны. Ғалимдың арҡалары сымырлап китте. Унан, ҡурай осонан, һыҡтауға оҡшаш моң һарҡты. Вербовкаланып килеп, ҡырыҫ Урал төбәген төйәк итеп йәшәргә мәжбүр булған эшсе ғаиләләре, үҙәктәре өҙөлөрҙәй булып сарсаған күңелдәрен моңға һуғарҙы. Ана өҙөләм, бына өҙөләм тигәндәй, иң юғары нотала көй туҡтаны.
– Ниндәй моң булды был, ағай? – Бер талай әҫәрләнеп тора биргәс, айнып киткәндәй булды Мөхәммәт: химик ҡәләменең осон төкөрөкләп, тубығындағы ҡағыҙға яҙырға әҙерләнде.
– «Уғатар көйө».
Күҙҙәре сипылдай башлағанын аңғарып, ҡарашын ситкә борҙо ҡурайсы. Мөхәммәттең блокноты түш кеҫәһенә инеп ятты. Тынлыҡты боҙорға берәү ҙә баҙманы. Бер аҙҙан һалмаҡ бейеү көйө китте. Бер тына уйнап алғас, Ғәйфулла «һеңлеһе» яғына боролдо:
– Һинең көй! Бер аҙ иҙән тапап ал.
Уныһы иренә күҙ һирпеп алды. Тегеһе, оло тамаша ҡарарға әҙерләнгәндәй, хуплап, ҡулдарын тубығына шапылдатып алды. Ҡатыны төрөлгән еңдәрен төшөрҙө, уңайһыҙланып, итәк остарын тартҡыланы. Башын саҡ ҡына ҡырынайтып һалып, туҡмас йәйергә әҙерләнгәндәй, ҡулдарын килешле бөгөп, көй ыңғайына талғын ғына бейеп китте.
* * *
Йоҡлай алманы Мөхәммәт. Уҙған йылда һуғылғанында Ғәйфулланан Нөгөш буйында йәшәгән ороло ҡурайсы тураһында яҙып алғайны. Быйыл тимер ҡурайҙың тарихын асыҡлап ҡуйырға ниәтләп килде. Йыл буйына ошо уйы күңелен елкендереп тик торҙо. Ҡурайсы ипкә килерҙәй түгел һымаҡ. Күңеле килһә, кем белә, «Уғатар көйө»нөң тарихын һөйләп бирер, һүҙҙәрен әйтеп яҙҙыртыр.
Ошондай уйҙар менән йылға бөгөлөндә урынлашҡан байдаркаға юл алды Мөхәммәт. Сайырсылыҡ участкаһы асылғандан бирле мискә ҡораусы булып эшләүсе Ғәйфулланың ярҙамсылары йыш алышынып тора, ауырлыҡҡа сыҙамайҙар, ахырыһы. Әле лә тәү ҡарамаҡҡа еңелсә күренгән эш менән үҙе булаша.
– Арыумы, ағай!
– Арыу! – Ғәйфулла кәләпкә ярыуын дауам итте. Уның өсөн бөгөнгә иң мөһиме – мискәгә таҡталар әҙерләүҙер, кеше килде тип, ыжлап та бирмәне. Һүҙ ҡушыуҙың әлегә фәтеүәһе юҡ икәнен аңлаған Мөхәммәт бер тигеҙ ярылған таҡталарҙы киптереү цехына ташый башланы, һурыҡҡандарын, юлайҡан, алты урындан тимер ҡоршап, мискә төпләп ултырған егеткә ҡалдырҙы. Уныһының өйрәнеп кенә йөрөүелер – таҡталар араһында бармаҡ һыймалы ярыҡ аҡшайып тора.
– Һурпаһын күр ҙә, итенән төңөл. Мискәгә ҡойған сайыр шаптырлап ағып китер ҙә, түләүгә ҡалырмын, тип уйлай белмәй. Эшләргә уйы бармы бының, юҡмы? – тип башҡортсалап, арыш башлы урыҫ егетенең тетмәһен тетеп алды Ғәйфулла. Кисәге ғәжәйеп нурлы йөҙлө ҡурайсыны күрермен, тимә: уҫал. Талапсан түрәме ни! Шунан: «Елемгә ҡатнаштырырға глицерин килеп еткәс, үҙем аңғартырмын», – тип, ярҙамсыһын ҡайтарып ебәрҙе.
Аулаҡ ҡалалар! Мөхәммәттең эсенә йылы йүгерҙе. Таҡта ҡыртыштары, кәләпкә таптары янып ятҡан ҙур соҡорҙағы торомбаштарҙы ситкәрәк тартты, көл өҫтөнә ҡороған ҡарағай ботағын һындырып һалды, тимер тағанға баҡырса элеп ебәрҙе Ғәйфулла. Кесерткән тоҡтан яһалған таҫтамал алып, эргәләге йылғаға төштөләр, бит-ҡулдарын йыуып алдылар. Сәй эсеп, бер аҙ хәл алғас, теле асылды Ғәйфулланың:
– Һөйләй-һөйләй сәсән булырһың, күрә-күрә күсәм булырһың. Ошо байдарканы Ҡытырыж исемле берәү менән һалдыҡ. Поселок төҙөлә, эш асыла башлаған мәл. Эшсе ҡулы ла, техника ла етешмәй.
– Ҡаҙаҡ инеме әллә? – тип Мөхәммәт бүлдерә ҡуйҙы.
– Юҡ. Башҡорт. Ысын исеме кем булған, ҡайҙан килгән – миңә сер булып ҡалды. Башҡалар менән аралашманы. Асылып, әллә нимә һөйләп утырмаһа ла, мине үҙенә тартты. Ай-һай ҙа көслө ине! Тирләушний трактор менән ағасты килтереп ауҙарып торалар, икәүләп, бурап барабыҙ, күтәреп барабыҙ. Шыңғырҙап торған ҡарағайҙы «ыһ» та тимәй, бер үҙе ҡалҡытып һала.
Мөхәммәттең ирен ситендә йылмайыу хасил булды:
– Әкиәттән килеп төшкәнме?
Уның был һүҙенә иғтибар итмәне Ғәйфулла, дауам итте:
– Килгәс тә һыйыр һатып алды. Эргә-тирәлә күрше ауылдың колхоз ерҙәре – леспромхоз эшселәренә сабын юҡ. Малға үҙебеҙ ҡырҡҡан диләнкәләрҙә ағас араһын соҡоп, бесән әтмәләп алабыҙ. Ул йылға ярындағы күрәнде сабып, ике-өс күбәлеген бер урынға өйә лә, шуны дүрт-биш саҡрым ерҙән яуырынына һалып ташып, аҙна эсендә бер һыйырлыҡ бесәнде кәртә башына өйөп тә ҡуя. Торғаны бер бәһлеүән! Ҡулдары – ошо көрәк ҙурлыҡ, аҙымы – метр булыр. Ул атлар, мин янынан юрғалар инем. «Ҡытырыж» – уның ҡушаматы. «Ҡайҙан күсеп килдең бында?» тиһәләр, «Ҡытырыждан», исемен һораһалар ҙа, шул булды яуабы. Был яҡтарға берәү ҙә ҡоторғандан килеп тормай. Сәбәбе булғандыр. Аҙ ғына эштән туҡтаһа, йылға кисеп, аръяҡҡа сыға ла, анауы тау зыңҡына менеп йырлап ебәрә! Ҡаялар шаңғырап китә. Гөрләп ауыл төҙөлгән, эштең асылған мәле, кешенең уйын-көлкөгә ваҡыты юҡ. Ураны ла бер йырҙы йырланы, минән башҡа көңгөрт тауышын ҡолағына элеүсе лә булмағандыр, һүҙҙәренә әһәмиәт бирмәгәнмен, ә бына көйө, боролоштары күп булһа ла, баштан күңелгә инде лә ятты. Тағы бер шөғөлө булды: уҡ атырға яратты. Анауы аръяҡтағы ҡарағас бағананы күрәһеңме? Шуны сәп итеп, атыр ҙа йөрөр ине был. Уғы һынып торор, яңыһын эшләп алыр ине. Урыҫтар лучник тип йөрөтә башланылар, минең өсөн ул уғатар булды...
Түш кеҫәһенән сәғәт сығарып, ваҡытты ҡарап алды Ғәйфулла. Шул арала ихата алдына арбаға егелгән пар ат килеп туҡтаны. Бергәләшеп, ун әҙер мискәне тейәп ебәрҙеләр. Хәбәре оҙон булырға оҡшай Ғәйфулланың – көлдө ҡағыштырып, ҡабыҡлы картуф күмеп ҡуйҙы.
– Баяғы әйткәнемсә, сайырсылыҡ эшендә сетерекле яҙмышлылар йә йәшлек ҡыҙыулығы менән килеп ҡапҡандар эшләне. Ҡытырыждың да бер әтнәкәһе булғандыр, кешенең үткәнен тикшерергә йыйынмайым. Ҡайһылай ҙа, һөйләшенән, тарихты яҡшы белеүенән ырыҫлы зат икәнен сырамытып була. Был хикәйәтте мин уның ауыҙынан ишеттем.
Тамъяндарҙың ата-бабалары әүәле Димдең үрге ағымында йәшәгән. Һуңыраҡ улар көньяҡҡа, Ағиҙел буйына күсенгән. Бөрйән менән түңгәүерҙәр кеүек, Уралдың таулы-ташлы, ҡалын урманлы яғына килеп ултырғандар. Ҡалғандары Ағиҙелдең көньяғында, Нөгөш тамағында тороп ҡалған. Ҡыпсаҡлашҡан тамъяндар ҙа булған араларында.
– Ғәйфулла ағай, мин үҙем – Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуынанмын. Атай яғынан көҙәндәр араһы булып, Күсәк бей, Бабсаҡ бейгәсә быуындарымды яҡшы беләм. Әсәй яғынан Лоҡман-Хәкимгәсә яҙып алғанмын. Икеһенең дә шәжәрәһе Бикдар-хан тарханға барып тоташа. Тик, һин әйткәнсә, ҡыпсаҡлашҡан тамъяндар тигәнде ишеткән юҡ ине, – тип оло кеше күңелен уйламай әйтеп һалды Мөхәммәт.
– Баяғы Ҡытырыж-Уғатарҙы күргән, һөйләгәнен тыңлап, бер аҙ яҙып алған булһаң, бөгөн икенсерәк һөйләшер инең. Хәтергә икеләнмәһәң дә була. Уҡымышлы булмаһам да, үҙемде ҡыҙыҡһындырған, үҙемә ҡағылған ҡолаҡҡа ятышлы хәбәрҙе зиһенгә ятҡа бикләп барам мин.
– Улайһа, «Уғатар көйө»нөң һүҙҙәрен ниңә иҫләмәйһең икән? – Тағы бәхәскә инеп китте Мөхәммәт.
– Йырсы түгелмен. – Ғәйфулла туҡтап тора бирҙе. – Тоҡтомалдан ул турала һүҙ башламаным. Мин дә шул тамъян ырыуынанмын. Тамъяндар, инде Урал тауҙарында нығынғас-иткәс, Урал аръяғына күсенгән. Быуаттарын, ана шул китаптарыңдан ҡарап, үҙең бел. Нөгөш, Дим, Өршәк буйына кире күсенеүсе лә булған. Ҡайҙа бүленһәләр ҙә, ат алыштырып, дуға-дуға ҡунаҡҡа йөрөшкәндәр. Ерһенмәй, минең кеүек, кире Урал аръяғына ҡайтып төпләнеүселәр ҙә булған.
Оло Нөгөш буйында Брәтәк ауылы барлығын беләһең. Йылға башы – Бөрйән ырыуыныҡы. Биләмәһе – Ҡарағай-Ҡыпсаҡтыҡы, көнсығышта Тамъян-Түңгәүер ерҙәре башлана. Бына ошо ауыл урынлашҡан ерҙә Шаһман атлы уҙамандың өсөнсө ҡатынынан Шәғәле тигән улы тыуа. Елле тоҡомдан икәне билдәле: үҙенең тиңдәштәре араһында көсө менән айырылып тора. Малай сағында өлкән билбирмәҫ көрәшселәр ҙә шыртлап торор булған унан. Баһадир кәүҙәле Шәғәле батырҙарҙың батыры булып таныла. Ҡулдары көрәктәй, йоҙроҡтары сүместәй. Тарбаҡ имәндәй киң яурынлы, ҡая ташындай текә маңлайлы, ҡарсығалай үткер күҙле. Ул осор кешеләре эре һөйәкле була бит.
– Әйтәгүр, ағай! Мәсем тауына күтәрелгәндә Бөрйән батыры Ҡарағөләмбәттең уғын биш пар үгеҙ тартҡан. Кәүҙәһе нисә боттыҡ булғанын шунан самаларға була инде.
Байтаҡтан «бушҡа ваҡыт үткәрәм» тип ултырған Мөхәммәттә, ниһайәт, эҙәрмәнлек ҡомары уянды.
– Эйе. Төпкә айғыр егелгән пар аттың йөк арбаһына ике мискә төйөлгән сайыр тейәйһең – ярты тонна булыр. Шунан артығын беҙҙең юлдарҙа һөйрәй алмай аттар. Иҫәпләп ҡара инде ул уҡтың ауырлығын!
Башҡорттар Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем, әленән-әле ҡаҙаҡтар менән низағ ҡубып тора. Гел генә ыҙғышып йәшәгәндәр тигән һүҙ түгел бит ул. Тама ҡаҙаҡтары менән алыш-биреш тә көслө булған. Бер мәлде тамъян иленә ҡаҙаҡтар баҫып инә. Яу ҡайтарырға әҙерләнеп сығырға торғанда һағауылдар сапҡын килеүен әйтәләр. Ҡаҙаҡ яуы башлығы Шәғәлегә хәбәр һалған: алыҫлыҡҡа атышҡанда һинең уғың минекен үтә торған булһа, беҙ һеҙҙең ерҙәрҙән яуһыҙ боролабыҙ. Был ваҡиға ул мәл өсөн ҡәҙимге эш һаналһа ла, ике батырҙың уғатыш ярышында башҡорт еренең яҙмышы хәл ителергә тейеш була. Тамъян иле оло хафаға ҡала. Ил намыҫын яҡлау – ир иңендә. Яу таһыллығы, оһоллоғо буйынса Шәғәлегә тиңдәр юҡ!
Ҡаҙаҡ егете лә бирешкәндәрҙән түгел: батырҙың да батыры, ғәйрәтленең дә ғәйрәтлеһе, мәргәндең дә мәргәне икәне башҡорт илендә билдәле. Ҡылыссан! Уғатышта ярыш туҡтаймы-юҡмы икәнен белгән кеше юҡ. Ҡылысҡа китһә, эш хана!
Дандары алыҫҡа таралған ике батыр – ҡаҙаҡ батыры менән башҡорт батыры алыҫлыҡҡа атыуҙа ярышырға тейеш! Ярыш майҙаны итеп ҡаҙаҡ батыры тигеҙлекте һайламаҡ итә. Шәғәле баҫып торған ер – олоно ҡолас иңлек яңғыҙ имән үҫкән сағыл. Килешеп, сағылды һайлайҙар.
Ҡаҙаҡ батырҙарын һөйләһәләр, ниңәлер, ғифрит кәүҙәле, яҫмаҡ битле, ер тырнап үкереп ултырған, тип өҫтәп ебәрәләр. Шәғәле менән ярышҡа сыҡҡаны мыҡты кәүҙәле, йыуан беләкле, һөйкөмлө һөйәкле була. Ҡиәфәтендә – үҙ-үҙенә ышаныс, йөҙөндә – һынсыл ҡараш. Йылғыр кеше аҙымынан билдәле: яҡынлап килгәнендә үк, баш осонан шыҡыйып үтеп, күккә, бейеккә күтәрелеп, нөктә булып ҡына күренгән ҡошто атып ебәрә – уныһы ҡауырһыны алланып, быларҙың аяҡтары аҫтына килеп төшә. Уның һыналған был алымы – ҡаршы яҡ дәғүәсеһе күңеленә шом һалыу, үҙенең мәргәнлеген иҫкәртеү сараһы.
Ажғырған айғырҙың өйөрөн күр тип, Шәғәле теге яҡҡа күҙ һала. Йылға ярында, улар ҡорған урҙайҙа, уҡ остары күренеп торған ҡорман элгән (уларса ҡорамсаҡ) 5-6 йәш егет баҫып тора. Күҙ күреме ерҙә, улар артында, ятаған менән ҡоралланған урта йәштәрҙәге ирҙәр төҫмөрләнә. Ике яҡтан да бағауылдар ҡуймаҫҡа килешелгән, әммә ҡаҙаҡтар уяулыҡты юғалтмайҙар, әҙер торалар икән! Тере ҡәлғә!
Уҡ-һаялы тамъян ырыуы ҡурайсыһы яндатып килеп баҫа. Башҡорт батыры яғынан сыраҡ башлы уҡтарының киҙеһен керешкә эләктереп, Шәғәленең ағай-ҡустылары күҙ-ҡолаҡ булып тора.
– Һай, ырыуыбыҙ батыры, Шәғәли Шаһман.
Уҡ атыуҙа, бығаса, һиңә тиң тапмам.
Һыу һыйыры мөгөҙөнән һинең уҡ үә һаҙағың –
Был ҡоралды бары үҙең генә тартып алырың.
Күҙ күреме етмәҫ ергә осорорһоң уғың –
Бары шулай башҡорт ерен йолоп ҡалырһың, – тип ҡеүәтләй ҡурайсы.
Ысынлап та, Шәғәле ҡулындағы ян эс яғын киртеп, һыу һыйырының мөгөҙөнән бөгөп эшләнгән ярҡа беркетелгән, эстән дә, тыштан да тарамыштар менән сырмалған булған.
Ыңғырсаҡлы йәйәле башҡорт һыбайлыһы һәм ҡаҙаҡ һыбайлыһы алыҫҡа, бейек тау башына, ҡулса мендереп ҡуялар, үҙҙәре күҙәтсе булып баҫалар. Ата алмағандың уғы алты ҡолас китер. Ә был батырҙар үҙ көстәренә ышана. Һәр ҡайһыһы үҙ илендә шөһрәтле.
Көсөргәнешле миҙгел тыуа, тирә-йүндә тынлыҡ урынлаша. Башта ҡаҙаҡ яуы башлығы атып ебәрә. Уғы, ҡулсанан үтеп, арыраҡ барып төшә. Сират башҡорт батырына етә. Шәғәле, бөтәһен дә аптыратып, янды аяҡтары менән кирә лә, ике ҡуллап керешен тартып ебәрә. Йән-көскә ысҡынған уҡ, дәһшәтле тауыш сығарып, тау башындағы ҡулса аша әллә ҡайҙа, алыҫҡа китеп, күҙҙән юғала. Күҙәтселәр ҙә аңғармай ҡала.
Аллаһы Тәғәләгә тәсбих әйткән ҡоштар тауышынан тирә-яҡ моңға сорнала, сағылдағы имән япраҡтары шыбырлаша, килке-килке күктә йөҙгән болоттарҙы етеҙ елдәр ҡыуып уйната – бар тәбиғәт еңеүҙе тантана итә.
Фарты юҡтың даны юҡ, тип тормай ҡаҙаҡ батыры: Шәғәле Шаһмандың еңеүен таный, һүҙендә тороп, ғәскәрен алып китә. Ана шулай башҡорт ере бер яуҙан йолоп ҡалына. Ил аралаған һынсы булыр, ер аралаған уҡсы булыр!
– Һыу һыйыры мөгөҙө, тинең бит әле, ағай! Ул ян ҡайҙан килеп эләкте икән? –Ниндәйҙер мөһим ваҡиғаны иҫенә төшөрә алмай, сытырайып ҡуйҙы Мөхәммәт.
– Әҙернә! Шәғәленең яу әҙернәһе! Был ҡоралды Шәғәле Шаһман бары тик үҙе генә йөрөтә алған, башҡаларҙың көсө етмәгән. – Ҡырҡа әйтеп ҡуйҙы Ғәйфулла.
– Иҫкә төштө. Ул йәшәгән быуатта Төркиә солтаны Фәтих Оҡ-Майҙанда донъяның иң яҡшы уҡсылары өсөн уҡтан атыу буйынса ярыштар ойошторған булған, – тип тарих менән «нығытмаҡ» булды фольклорсы.
Ғәйфулла Мөхәммәткә юл бирмәне, үҙе дауам итте:
– Солтан-молтанын, быуат-фәләнен белмәйем. Ете класс белемем булһа ла, ул турала тарихта өйрәтмәнеләр. Мин Уғатар хикәйәтен еткерҙем. – Тауышында үпкә тоны һиҙелде.
Оҙон тынлыҡ урынлашты. Мөхәммәт, Ғәйфулла ҡурайсының хәтерен ҡалдырҙым, ахры, тип борсолдо.
* * *
Көлгә бешкән картуф менән үлән сәйе эсеп алдылар. Ҡыҙыу көл өҫтөнә киҫкә ырғытҡас, өҙөлгән һүҙен дауам итте Ғәйфулла.
– Төрөктәрҙең Әҙернә ҡалаһына төрлө яҡтан сауҙагәрҙәр беше ағас, һыу һыйыры мөгөҙөн, биҙәү өсөн йылан тиреһен, кереш өсөн Ҡытай ебәген, йәнлек тарамышын, балауыҙ килтергәндәр. Дан әҙернәләр эшләү шунан ҡалған. Шәғәле Шаһман ошондай ярыштарҙың береһендә ҡатнашып, яу әҙернәһен бүләккә алған булған. Ауырып китеп, һуңғы көндәре яҡынлашып килгәнен белгәс, ҡоралды оло улына бирә: «Ошо ҡоралдан ата алған кеше башҡорт илен данға күмер», – ти. Әммә ундай батыр тойолмай әле.
– Ул ҡоралдың артабанғы яҙмышы нисек икән? – Әңгәмәне үҙ ағышына ҡуяйым, тиһә лә, түҙмәне, һорай ҡуйҙы Мөхәммәт.
– Атып ҡарамаҡ булып маташыусыларҙан берәү, йөйөнө өҙөлөп, үлеп ҡала. Башҡаса ҡоралға тейеп ҡарарға баҙнат итеүсе табылмай. Байтаҡ ғүмер үтә, илдә батыр егет тыуа. 14 йәшендә Салауат Шәғәле Шаһман йәйәһенең керешен тарттыра. Быға тиклем ҡорал Шәғәленең олатаһының һандығында ятҡан, һәм уны тарттырырға бер кемдең дә көсө етмәгән булған. Шәғәлелә лә, Салауатта ла үҫеп ултырған ағасты ҡумшытып, төбө менән аҡтарыр көс булған. Салауаттың йәйәһенең керешен беҙҙең кеүектәрҙән унау ҙа тарттыра алмаған...
Ғәйфулла бабай киске һиллеккә кинәнеп ултыра бирҙе. Үҙән йылғаһы буйынан, таллыҡтан, көбө төбөн көжгөгәндәй сәйер тауыш ишетелеп ҡуйҙы. Тора-бара кемдеңдер көпшәгә өргәне айырым-асыҡ ҡына ҡолаҡҡа салынды. Ғәйфулла ҡурайсының йөҙөнә нур ҡунды.
– Һөйләүҙәренсә, теге яу әҙернәһен ҡуллана алмаһалар ҙа, бей тоҡомоноҡолар, бүре тарамышы ҡуйып, мөкәтә ян яһап алалар. Янында һыу һыйыры мөгөҙө лә, керешендә Ҡытай ебәге лә юҡ, мәгәр 4-5 боттыҡ тартҡандыр. Шәғәле Шаһмандың бүләләре Яусәй менән Тебекәй, тыуалары Ҡырсәй менән Ҡарасман йөрөтә быны. Аҙаҡ, быуындан-быуынға күрһәтер ҡомартҡы булһын тип, уны ла һандыҡҡа һаҡлыҡҡа һалып ҡуялар.
Ошо яу әҙернәһен Ҡытырыж-Уғатар бик бәләкәй сағында күргән була. Ғүмер буйы уны үҙе яһап ҡарау теләге ташламай. Был яҡтарға күсеп килгәнендә ҡатыны йәш, балаһы бәләкәй булһа ла, үҙе ир уртаһын үткәйне инде. Минең менән эшләй башлағас, төндәрен байдаркала йоҡларға ҡала башланы. «Ярар, йәш кәләштең көйһөҙөрәк сағылыр», – тип ҡыҫылманым. Шулай йылға яҡын бергә эшләп ташланыҡ. Бер көн был мине йоҙаҡҡа бикле торған келәткә саҡырҙы. Һөйләшер һүҙе барҙыр тип, киттем артынан.
Ғәйфулла бабай тағы тынып торҙо. Йөҙөнән һағыш күләгәһе үтте. Ултыра биргәс:
– Ҡарасман, аса тор әле! – тигәненән Мөхәммәт тертләп китте. Оло кешене арытып, эңергәсә тотто. Уныһы бер аҙ бутала башланы: әллә ҡайҙа, тарихта ҡалған Шәғәле заты Ҡарасманды саҡыра башланы.
– Ә үҙе һуң, Ҡытырыж-Уғатар үҙе ҡайҙа? – тип һораны Мөхәммәт.
– Ағас баҫты. Ҡуш йөрәкле булған икән – үҙе лә белмәй ғүмер иткән...
Тамағына тығылған төйөрҙө көскә йотоп, Ғәйфулла артынан эскә атланы Мөхәммәт. Зыңғыр итеп йоҙаҡ асылған тауыш ишетелде. Кисәге ҡурай күтәреп йөрөгән малай («Ҡарасман» аты уға шөһрәт итеп бирелгән икән!), күҙе-башы ялтырап, келәтте асҡан да, ауыҙын йыя алмай ирәбе баҫып тора. Бер ҡулына үлән ҡурай тотоп алған!
Ғәйфулла бабай стенаға ҡатылған иң өҫкө кәштә янына барҙы. Мөхәммәтте саҡырып алды ла, икәүләп, кейеҙгә уралған ауыр йөктө иҙәнгә төшөрөп һалдылар. Ҡурайсы һаҡ ҡына кейеҙҙе тағатып ебәрҙе.
Алдарында боронғо башҡорт янының ысын өлгөһө! Беше ағасҡа ырып кейҙерелгән мөгөҙ ярҡаһы тышынан ҡайын туҙы менән уратылған. Ҡоралдың оҙонлоғо метрҙан саҡ ҡына артығыраҡ булыр. Кереше – йылҡылдап торған, ошоғаса күҙ күрмәгән ебәктән. Йәнәшәһендә – бөрөз, сыраҡ башлы уҡтар һалынған. Кәзә тиреһенән тегелгән ҡалъянда – туҙ ҡанатлы уҡтар.
Ҡайһы арала сығып киткән, ҡайһы арала хасил булған Ҡарасман һөрән һалып ебәрҙе:
– Олатай, мин дә уҡ эшләнем!
Ялп итеп, икеһе лә бер юлы боролоп ҡараны.
Бабай армы-тормо юнылған тәлтермәс уҡты яҡтыға ҡуйып ҡарап торҙо. Бармаҡ осо менән ипләп кенә һыйпаны ла сикәһенә терәне:
– Эй, балам, балам! Ә мин уғатарҙар тарихта ҡалды, тигән булам...
Ғәйфулла ҡурайсы сикәһе буйлап аҡҡан йәштәрен тыйманы...
Миңнур Ҡасимова.