Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
12 Апрель 2022, 10:15

Оло хөрмәт, йылы хәтирәләр менән

Һәр кем тәү башлап уҡырға барғанын, күңелле мәктәп йылдарын матур хәтирәләр итеп һаҡлайҙыр. Мин дә мәктәбем, уҡытыусыларым, класташтарым - Үрген урта мәктәбенең 1978 йылғы 28-се сығарылышы тураһында тик йылы тойғолар һаҡлайым, һағынып иҫкә алам.

Оло хөрмәт, йылы хәтирәләр менән
Оло хөрмәт, йылы хәтирәләр менән

. Беҙҙе, 1968-1969 уҡыу йылында 1-се класҡа барған 44 баланы, әле генә Салауат педучилищеһын тамамлаған йәш белгес Әнисә Хөснолхаҡ ҡыҙы Фәхретдинова ҡабул итте. Ә 2-се класта беҙҙе ”а”һәм”б” кластарына бүлеп, элекке интернаттың ике бүлмәһенә урынлаштырҙылар. ”А” класын – Ильяс Зәйнетдин улы Ҡолтаев, ”б“ класын Әнисә Хөснолхаҡ ҡыҙы етәкләне. 4-се класҡа еткәс, “а” класына етәксеһе итеп башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әйүп Ҡотләхмәт улы Ейәнбирҙин, ә “б”-ға математика уҡытыусыһы Венера Хәйбулла ҡыҙы Йәғәфәрова тәғәйенләнде.

9-сы класҡа беҙгә Бикбау, Муйнаҡ мәктәптәренән Ринат Танһыҡҡужин, Веннер Итбаев, Көнһылыу Мозафарова, Гөлбикә Хәлитова уҡырға килде. Улар тәртиптәре, уҡыуға ҡараштары, спортта әүҙем булыуҙары менән айырылып торҙо.

Бөтә уҡытыусыларыбыҙҙы ла беҙ оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. 1-5-се кластарҙа – Фәтих Хафиз улы Зарипов, 6-9-сы кластарҙа Марс Әхәт улы Мырҙаҡаев директорыбыҙ булды. Ә 1977 йылдың авгусынан был вазифаға Юлай Вәли улы Солтанбаев тәғәйенләнде һәм киләһе йыл беҙгә урта белем тураһында аттестаттар тапшырҙы.

Тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән уҡытҡан яугир-фронтовик, офицер Вәли Әхмәтғариф улы Солтанбаев һәр теманы төплө итеп аңлата, донъяуи хәлдәргә анализ биреп, миҫалдар менән нығыта торғайны. Тәжрибәле педагог бөтә темаларҙы яҡшы белеүенә өҫтәп, ихлас булды. Шуға бөтә уҡыусылар ҙа тарих фәнен яратты, уҡытыусыны хөрмәт итте.

Башланғыс хәрби хеҙмәткә әҙерлек фәненән шулай уҡ яугир-фронтовик, офицер Әхмәтбай Харрас улы Абдуллин уҡытты. Ул егеттәрҙе ысын мәғәнәһендә армияға әҙерләне. Һәр класс менән мәктәп тирында атыу буйынса ярыштар үткәрә ине. Һәр яҙғы каникулда бөтә мәктәп менән “Зарница” уйындары ойошторҙо. 9-сы класс егеттәре район күләмендә үткәрелгән хәрби лагерҙан йыл да призлы урындар менән ҡайтты.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусы яугир-фронтовик Әйүп Ҡотлоәхмәт улы Ейәнбирҙинды бөтә уҡыусылыр ҙа яратты, яҡын күрҙе. Дәрестә ул үҙенең шиғырҙарын уҡып, темаларҙы тормош менән бәйләп, бик мауыҡтырғыс итеп үткәрә ине.

9-сы класҡа күскәс, Вәли Әхмәтғариф улын – “а”, ә Хәкимйән Зариповты “б” класына етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Хәкимйән Латип улы беҙҙе рәсем, черчение, хеҙмәт дәрестәренән уҡытты. Ул шулай уҡ юғары класс егеттәре өсөн тракторсы курсын алып барҙы, ҡыҙҙарҙы машина менән һыйыр һауыу оҫталығына өйрәтергә лә өлгөрҙө.

Төрлө йылдарҙа Булат Фәхри улы Зәйнәғәбдинов, Хөрмәт Хөснолхаҡ улы Фәхретдинов, Йәмилә Әхәт ҡыҙы Янбаева, Нәсимә Әхмәт ҡыҙы Мөлөкова, Нурия Рәхимйән ҡыҙы Ильясова, Сайра Нәжмитдин ҡыҙы Мырҙаҡаева (Хәсәнова), Бағбостан Ғизетдин ҡыҙы Ғиззәтуллина, Айҙар Маркс улы Мырҙаҡаев, Венера Хәйбулла ҡыҙы Йәғәфәрова, Әнзинә Ислам ҡыҙы Тайсина, Рәшит Рафиҡ улы Аҡъюлов, Әлфиә Абдуллина, Әминә Әсәт ҡыҙы Зарипова, Рима Биктимирова, Луиза Юлдашбаева, Гөлнара Йәғәфәрова апайҙар уҡытты.

Ике класта ла сәнғәтте, музыканы яратҡан уҡыусылар күп булды. Баянда, гармунда уйнаусылар араһынан Ғәйфулла Ҡолтаев, Радик Янбаев, Яҡуп Сабиров, Роберт Сәйфуллин, Руслан Толомғужин, Инсаф Мәсәғүтов, Хөрмәт Аҙнабаев, Сабит Имелбаев, Веннер Итбаев концертарҙа гел әүҙем ҡатнашты. Ғәйфулла, музыкаль белеме булмаһа ла, һәр бер көйҙө еренә еткереп уйнаған баянсыларҙың береһе булды. Мандолинала ла бик оҫта уйнаны. Ул оҙаҡ йылдар Үрген ауыл клубының алыштырһығыҙ аккомпаниаторы булып, һәр сығышты музыкаль яҡтан биҙәне. Район күләмендә үткән төрлө смотр-фестивалдәрҙә ҡатнашты. Сабит иһә колхозда эшләгәндә ауылдың үҙешмәкәр сәнғәтенең иң әүҙем ҡатнашыусыларының береһе булды. Ул клубта ойошторолған инструменталь ансамблдә мандолинала, һуҡма инструменттарҙа уйнаны. Ғәйфулла ла, Сабит та республика фестивалдәрендә ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ булды. Тик үкенес, ғүмерҙәре ҡыҫҡа булды.

Ҡыҙҙарыбыҙ ауыл клубында ойошторолған бейеү түңәрәгенә йөрөнө. Уларҙы бейеү серҙәренә Гөлсирә Зәйнәғәбдинова өйрәтте. Бейеүселәребеҙ Әлфиә Ейәнбирҙина, Светлана Бикҡолова, Фәриҙә Имелбаева, Миңнур Исмәғилева, Нәсимә Ҡолтаева, Роза Ҡолдәүләтова, Лиза Ярҡынбаева, Нәсимә Юлдашева, Фәйрүзә Ирғәлина, Гөлбикә Хәлитова, Айһылыу Солтанбаева концерттарҙа сығыш яһай ине.

Класташтарым район күләмендә үткәрелгән спорт ярыштарында ла һынатманы. Физкультуранан Әхмәтбай Харрас улы менән Ғәни Хужәхмәтов уҡытты. Стәрлетамаҡта физикультура техникумында ситтән тороп уҡыған Ғәни ағай беҙҙең менән ҡуша саңғыла ла йүгерҙе, ГТО нормаларын үтәне, футбол, волейбол, баскетбол уйнаны. Уҡыусылары йүгереү, саңғы ярыштары,биатлон буйынса районда еңеүгә өлгәште. Беҙҙең кластан Миңнур Сабитова, Зөлфиә Аҡсурина, Рәфҡәт Аҡсурин, Ринат Танһыҡҡужин, Көнһылыу Мозафарова, Светлана Бикҡолова, Рәшит Сәйетҡолов, Нәсимә Юлдашева, Лиза Ярҡынбаева, Хөрмәт Аҙнабаев, Радик Янбаев, Фәйрүзә Ирғәлина мәктәп намыҫын лайыҡлы яҡлап,призлы урындар яуланы.

Ғәни ағайҙың пластик саңғыға нигеҙ һалыусы икәнен күптәр белмәйҙер ҙә. Ул ябай саңғыға ыҫмаланы иретеп, уны үтек менән үтекләп киптерә һәм ниндәй генә һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, саңғының шыуыу тиҙлеген артырыуға өлгәшә ине. Үҙенең был эшен СССР-ҙың рационализаторҙар бүлегенә тәҡдим итә. Уны 25 һум аҡса һәм диплом менән бүләкләйҙәр. Артабан был асышты башҡа мәктәптәр ҙә ҡуллана башланы. Ғәни ағай райондың ҡурайсылар ансамблендә лә булды.

Уҡыусыларҙы спорттың өҫтәл теннисы төрөнә бер туған Зиннәт һәм Зиннур Янбаевтар өйрәтте. Улар үҙ ҡулдары менән теннис өҫтәле эшләне,  шарҙар һәм ракеткалар алды. Клуб фойеһында торған өҫтәлдә теннис уйнарға теләүселәр сиратҡа теҙелә ине.

Хөрмәт Хөснолхаҡ улы мәктәптә шахмат түңәрәге асып, уҡыусыларға шахмат серҙәрен төшөндөрҙө. Ул әлеге лә, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең призын булдырып, район күләмендә шахмат ярыштары үткәрә.

Маркс Әхәт улы Мырҙаҡаев фототүңәрәк алып барҙы. Ул уҡыусыларҙы фотоға төрлө ракурстарҙа төшөрөргә өйрәтте. Был түңәрәктә шөғөлләнгән класташтарҙың фотолары күптәребеҙҙә матур иҫтәлек булып әле лә һаҡлана.

Уҫаҡ кисеү буйында урынлашҡан мәктәптең йәйге лагерында палаткаларҙа ятып, төрлө эштәрҙә: һәр бер уҡыусыға бүлеп бирелгән сөгөлдөрҙәрҙе утауҙа, делянкаға барып, мәктәпкә утын әҙерләүҙә бөтәһе лә әүҙем ҡатнашты. Лагерҙа ысын мәғәнәһендә уҡыусылырҙың үҙидараһы булғас, тәртип яғы ла тотороҡло, яҡшы булды. Мәктәптең йәш директоры Юлай Вәлиулла улы Солтанбаев һәр кис велосипед менән беҙҙең хәлде белешергә килеп етә торғайны.

Ул осорҙа “Бөтә класс менән колхозға!” девизы көнүҙәк булды. Беҙҙең класс та ошо инициативаны хуплап, 10-сы класты тамамлағас, тыуған колхозыбыҙҙа эшкә ҡалдыҡ. Аҙаҡ Гөлгөнә Абдуллина, Миңнур Сабитова һәм мин педагогика өлкәһен һайланыҡ. Ә башҡалар ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарында үҙ урынын табып, эшләне. Класташтарым ҡайҙа, ниндәй эштә эшләһә лә, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте.

Әйткәндәй, класташтарым араһында ауыл хужалығында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән Аҡсурин Рәфҡәт дуҫты билдәләп үтке килә. Беҙ уның менән бер парта артында ултырҙыҡ. Бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәште. Айырыуса теүәл фәндәрҙе яратты. Яҡшы уҡығаны, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ул “Артек” Бөтә Союз пионер лагерена путевка менән бүләкләнде.10-сы класты тамамлағас, бер йыл колхоздың Үрген бригадаһында эшләне.1979-1981 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт иткәс, Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡып, агроном һөнәренә эйә булды. “Заветы Ильича” колхозына эшкә ҡайтты, артабан колхоздың баш агрономы булды. Эше менән бер үк ваҡытта фәнгә лә ваҡыт тапты, ауыл хужалығы буйынса кандидатлыҡ дессертацияһы яҡланы. Унан йәш ғалимды үҙе белем алған институтҡа эшкә саҡырҙылар. Доцент Рәфҡәт Лотфулла улы бөгөн дә студенттарға белем биреүен дауам итә. Ауыл хужалығы буйынса бер нисә монография авторы ла ул. Үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башкортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.

Класташыбыҙ Радик Янбаев та 1978-1980 йылдарҙа Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәгәндә Бөтә Союз әһәмиәтендәге Байкал-Амур магистрале төҙөлөшөндә ҡатнашып, СССР-ҙың “БАМ-ды төҙөгән өсөн” миҙалы менән наградланды. Артабанғы хеҙмәт юлын “Заветы Ильича” колхозы менән бәйләп, ниндәй генә эш булһа ла, үҙенә ҡуйылған бурысты намыҫ менән, еренә еткереп үтәне. Уңышлы һәм фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн Радик Рәсүл улы ла Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.

Үрген урта мәктәбенең 1978 йылғы 28-се сығарылыш уҡыусылары әлеге көндә 60-ты үткән, кеселәргә – олатай, инәй, инде ҡартатай, өләсәй һәм ҡәрсәй. Инде күп класташтарыбыҙ ҙа, уҡытыусыларыбыҙ ҙа арабыҙҙа юҡ. Әммә белем алған мәктәбебеҙ, уҡытҡан, тәрбиә биргән уҡытыусыларыбыҙ һәм класташтарыбыҙ һәр саҡ хәтерҙә. Беҙ иҫәндәрен һәр ваҡыт – оло хөрмәт, ә мәрхүм булғандарҙы яҡты хәтирәләр менән иҫкә алабыҙ.

Рәшит Сәйетҡолов. Трушин ауылы.

 

Фотола:

10-сы класта “Заветы Ильича” колхозы рәйесе Бәҙритдин Йомалин, партком секретары Мәжит Абдуллин, профком рәйесе Кәрип Ҡадыров, ауыл Советы рәйесе Фәтих Зарипов, мәктәп директоры Юлай Солтанбаев менән кәңәшмәлә. 1978 йылдың марты.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: