"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
17 Май 2022, 21:45

Башҡорт көсө (хикәйәт)

Яугир ҡатын Хан яғына бер-ике аҙым яһаны ла туҡтаны. Ашыҡмай ғына яһаған хәрәкәттәрендә лә етеҙлеге һәм йылғырлығы, ә үҙенең тотошонда буйһонмаҫ көс тойола. Ә йөҙөндә ҡурҡыуҙың ғына түгел, хатта тулҡынланыуҙың да эҙе юҡ...

Башҡорт көсө (хикәйәт)
Башҡорт көсө (хикәйәт)

Хан ҡарашы менән яу яланын тағы бер тапҡыр байҡап сыҡты. Йөҙөндәге еңеү шатлығы яйлап ҡына юғала барҙы.

Бөгөнгө яуҙа һуғышсыларының байтаҡ өлөшөн юғалтты ул. Үҙ ғәскәренә ҡарағанда күпкә аҙыраҡ башҡорттарҙан бындай ҡаршылыҡ көтмәгәйне. Ә яу һөнәренең бөтә нескәлектәрен өйрәтеү өсөн аҡса ла, көс тә, ваҡыт та йәлләмәгән Хан үҙ һуғышсыларынан күберәкте өмөт иткәйне. Ун биш йәштән ҡулына ҡорал алып яуҙарҙа ҡатнаша башлаған, бер тапҡыр ҙа еңелмәгән, дошман ғәскәренең һан яғынан күпкә өҫтөн булыуына ҡарамаҫтан, байтаҡ һуғыштарҙа уларҙың көлөн күккә осорған һәм шуға ла үҙенең хәрби тәжрибәһенә һәм һуғышсыларының оһоллоғона ныҡ ышанған Хандың бер яуҙа ла бындай юғалтыуҙар кисергәне булманы. Аҙаҡҡаса алышты улар менән башҡорттар. Ҡасманылар... Ана бит, бер нисә бөртөк кенә тороп ҡалғандары ла ҡоралдарын һалып, бирелеү урынына, арҡаға арҡа терәшеп, яралы йыртҡыс ярһыулығы менән ҡаршылыҡ күрһәтеп маташа. Ярай, гүр донъяһына ашҡыналар икән, урындары шунда булыр. Яралыларҙың да береһе лә иҫән ҡалмаясаҡ.

Ҡапыл көслө тауыш менән һөрәнләнгән башҡорт ораны ишетелде. Был оран башҡа бөтә тауыштарҙы ла күмеп, тотош тирә-яҡҡа таралды.

– Ҡорайт, Тәңрем! Алға, туғандарым!

Хан оран яңғыраған яҡҡа ҡараны ла, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, ҡатып ҡалды: алты башҡорт яугиры дәһшәтле ғәйрәт менән Хан һуғышсыларының өҫтөнә ташланды ла ҡамауҙы йырып сыға башланы. Уларҙың ҡыҙыл кейемдәре Хан һуғышсыларының ҡара кейемдәренән айырылып тора, шуға ла туҙан араһынан һәр береһенең хәрәкәте асыҡ күренә. Башҡорттарҙың ҡылыстарына һәм һөңгөләренә ҡаршы тимер кейемдәр ҙә, ҡалҡандар ҙа сыҙай алмай, уның һуғышсыларын урталайға тиерлек өҙә сапҡылап, ҡамауҙы өҙөп, үҙҙәренә юл ярып сыға ла башланылар. Бындай ярһыу саялыҡтан Хан һуғышсылары ситкә тайпылды. Башҡорттар күҙ асып йомған арала ҡамау аша алға уҡталды. Дүрт кенә кеше ҡалғайны улар. Хан ғәскәренең бер нисә һуғышсыһы йәйәләренә уҡтарын һалып, башҡорттарға тоҫҡаны, тик атып өлгөрмәне. Мең башлығы, Хан ғәскәре һуғышсыларының иң ғәйрәтлеләренең береһе, унлаған егете менән башҡорттарҙың юлын ҡырҡып, ҡаршыларына килеп сыҡты. Күҙ асып йомған арала улар башҡорттар менән бер бөтөнгә әйләнде, бөтәһен дә ҡуйы туҙан томаны ҡапланы. Туҙан эсенән яу тауыштары ишетелә һәм ваҡыты-ваҡыты менән ҡара, ҡыҙыл кейемдәр күренеп ҡала, ҡорал ялтырай...

Ҡапыл бөтә тауыштар ҙа бер юлы тынды һәм кемдеңдер мыҫҡыллы итеп ҡысҡырып көлөүе тирә-яҡты яңғыратып ебәрҙе. Шул саҡ һуғыш барған урындан күк арғымаҡ килеп сыҡты, һыбайлыһы юҡ ине. Хандың яратҡан яугирының – мең башлығының аты бит был!

Туҙан да ҡапыл баҫылды. Бер яҡта Хан һуғышсылары, икенсе яҡта башҡорт яугирҙары тора.

Оҙон буйлы башҡорт яугиры тағы йән өшөткәс тауыш менән көлөп ебәрҙе лә, ҡылысын һелтәп, атын Хан һуғышсылары яғына ыңғайлатты. Һуғышсылар, улар биш кенә кеше ҡалғайны, сигенә биреп, ҡоралдарын төшөрөп, башҡорттарға юл бирҙе.

Хандың тамағын әсе төйөн көйҙөрҙө.

– Тереләй алырға, тик тереләй генә! Улар өсөн яу ҡырында үлеү аҙ. Язаһыҙ ҡалырға тейеш түгелдәр! – тип ярһып ҡысҡырҙы ул һәм үҙен һаҡлаусы һуғышсыларҙың етәксеһенә – ҡыйыулығы һәм тоғролоғо менән дан алған Йыһангир исемле батырына:

– Егеттәреңде ал да арттарынан ҡыу! Тереләй тотоп килтерһәгеҙ, рәхмәтемдең сиге булмаҫ, ҡулдан ысҡындырһағыҙ, күҙемә күренмәгеҙ! – тине, йөрәкһеүҙән ҡапыл ҡарлыҡҡан тауыш менән.

Шунда уҡ күп яуҙарҙа сыныҡҡан, бөтә ғәскәрҙә иң сая, ғәйрәтле, сос тип танылған йөҙләгән һуғышсы – Хандың шәхси һаҡсылары башҡорттарҙың артынан сапты.

...Яу яланы ла күптән артта ҡалды. Ләкин ара кәмемәй, кәмемәү генә түгел, хатта яйлап ҡына алыҫая бара. «Берәй башҡорт йәйләүенә йәки яуына барып юлыҡҡанға тиклем быларҙы нисек тә ҡыуып етергә кәрәк», тип уйланы ла Йыһангир, ғүмерендә беренсе тапҡыр атына ҡамсыһы менән һуҡты. Менгеһе йән көскә алға уҡталды. Йыһангир күҙ асып йомған арала үҙ егеттәрен артта ҡалдырҙы, башҡорт һыбайлылары менән дә ара күҙгә күренеп кәмей башланы. Тик Йыһангирҙың менгеһе был тиҙлекте оҙаҡ тота алманы, башҡорт һыбайлылары тағы алыҫая башланы. Ярай, башҡаса сара юҡ! Тереләй тотоп булмағас, Ханға уларҙың баштарын ғына алып ҡайтырға тура киләсәк! Сығырынан сығырҙай булған Йыһангир йәйәһенә уғын һалды. Башағы йылан ағыуына мансылған уҡ үлемесле һыҙғырып башҡорттар яғына осто. Уның артынан күккә тағы бер нисә уҡ сөйөлдө. Тик уларҙың береһе лә сәпкә осоп барып етмәне. Йыһангир йәне әсеп ҡысҡырып ебәрҙе, күңелен үҙәк өҙгөс бушлыҡ биләп алды.

Ләкин шул арала уның баш осонан ҡот осҡос һыҙғырып, тағы бер уҡ осоп үтте. Бейеккә, һауаға төбәлгән кеүек осҡан уҡ юғарынан йәшен тиҙлеге менән ергә уҡталды һәм йән фарман сабып барған башҡорт атының артҡы аяғына ҡаҙалды. Йыһангир шатланып, артына боролоп ҡараны: яңылышмаған икән, уҡты былай мәргән дә, ҡеүәтле лә итеп Хан ғәскәрендә тик бер генә кеше – Хандың өлкән улы ғына ата ала. Ул да үҙ егеттәре менән ҡыуа килеүселәргә ҡушылған икән. Былай булғас, Хандың әмере үтәләсәк!

Аяғына уҡ ҡаҙалғандан һуң, башҡорт яугирының менгеһе бер аҙ ғына барҙы ла ергә ауҙы. Уның артынан сабып килгән икенсе һыбайлы үҙ атының тиҙлеген аҙ ғына аҡрынайтты ла, ауған ат өҫтөндәге яугирҙы үҙ менгеһенә ултыртып алды.

Хан улы, башҡорт атының ауғанын күреп, тағы бер уҡ атты. Ләкин был юлы үтә ҡабаландымы, әллә икенсе сәбәп арҡаһындамы, был уғы сәпкә теймәне, ҡуш һыбайлыларҙың өҫтөнән үтеп китеп, ергә ҡаҙалды.

Эргәләренән генә уҡ осоп үтеп киткәндән һуң иптәшенең артында барған башҡорт яугиры, әйләнеп, артҡа ҡараш ташланы. «Был беҙҙең яҡынайғаныбыҙҙы күрҙе, хәҙер уҡ яуҙыра башлаясаҡ, һаҡ булырға кәрәк!» тип уйлап ҡуйҙы бөгөнгө яуҙа башҡорттарҙың мәргәнлегенә инанған Йыһангир. Һәм атының теҙгенен тарта биреп ҡуйҙы. Тик башҡорт яугиры атырға уйламаны ла. Тимәк, уларҙың һаҙаҡтары буш. Буш! Ысынлап та, уҡтары булһа, күптән үк ата башларҙар ине. Сабып барған аттан артҡа табан атҡанда уҡ мәргәнерәк оса бит! Йыһангир атын тағы ҡыуҙы.

Ә башҡорт яугиры, дошмандарының яҡыная башлағанын күреп, ҡалғандарына ниҙер ҡысҡырҙы ла, йән-фарман сабып барған аттан һикереп төшөп ҡалып, ҡындан ҡылысын һурып сығарҙы.

Ҡалған өс һыбайлы быны күреп, аттарын кире борҙо. Ҡылыслы яугир уларға ниҙер ҡысҡырҙы, ым-ишаралап ниҙер аңлатырға тырышты, юлдарын дауам итергә өгөтләп маташты, ахыры, әммә улары тыңламаны, һыбайлыларҙың береһе менгеһенән һикереп төштө лә йәйәүле яугир эргәһенә килеп баҫты. Тегенеһе уның күкрәгенә башын терәне. Йыһангирҙың ғәжәпләнеүҙән арҡа буйы семберҙәп китте. «Аяуһыҙ башҡорт егеттәрендә ниндәй бисәләрсә наҙ был? Бәхилләшеү йолалары шулаймы?» – тип кенә уйлап ҡуйҙы ла, һуғышсыларына:

– Егеттәр, хәҙер былар бер ҡайҙа ла китә алмаясаҡ. Тәүҙә аттарын йығайыҡ та, үҙҙәрен тере килеш алырбыҙ. Был – Ханыбыҙҙың әмере! – тине.

* * *

Дүрт батырҙың береһе яугир ҡатын булыуы тураһында хәбәр алғандан һуң, Хандың асыуы ҡыҙыҡһыныу менән алышынды. Яугир ҡатынды үҙ эргәһенә индерергә ҡушты.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлығын белһә лә, яугир ҡатынды был тиклем дә һылыу булыр тип һис тә уйламағайны. Оҙон толомло, сөм-ҡара күҙле, йөҙөн тулыһынса тиерлек ҡаплаған саң да уның алһыуланып торған аҡ йөҙөнөң матурлығын йәшерә алмай ине.

– Яҡыныраҡ кил! – тип бойорҙо Хан.

Яугир ҡатын Хан яғына бер-ике аҙым яһаны ла туҡтаны. Ашыҡмай ғына яһаған хәрәкәттәрендә лә етеҙлеге һәм йылғырлығы, ә үҙенең тотошонда буйһонмаҫ көс тойола. Ә йөҙөндә ҡурҡыуҙың ғына түгел, хатта тулҡынланыуҙың да эҙе юҡ... Хан быға һоҡланыуын йәшерә алмай, бойороҡ тауышын үҙгәртеп ебәрҙе:

– Кем булаһың, Ҡыҙ батыр? – тип һораны.

Яугир ҡатын исемен, ырыуын, тамғаһын, ҡошон әйтте. Хан уның тауышын ишеткәс, тертләп ҡуйҙы. Уның тауышы, Хан көткәнсә, ҡалын да, көслө лә түгел, ә ҡарашы кеүек үк наҙлы, йомшаҡ, яғымлы ине. Әгәр ҙә Хан бынан алда ғына яугир ҡатындың нисек һуғышҡанын үҙ күҙҙәре менән күрмәһә, уның һуғышсыларының бер нисәһен үлтергәнен күҙәтеп, йәне әрнемәһә, бындай наҙлы ҡарашлы һәм яғымлы тауышлы ҡатындың аяуһыҙ һуғыша алыуына ышанмаҫ ине. Юҡ, бындай матурлыҡты ул тән язаһы менән ғәрипләмәйәсәк... Йән язаһы бирәсәк. Юғары күтәрелгән башын эйҙерәсәк, ғорур һыны үҙенән-үҙе бөгөләсәк...

Ошо уйҙарҙан һуң Хан яугир ҡатынға:

– Мин яугир. Ирҙәр менән һуғышам, һинең һымаҡ һылыу ҡатындарҙы үлтереп, күңелемә гонаһ алырға һәм исемемә тап төшөрөргә теләмәйем, һине, әлбиттә, ҡоллоҡҡа ала алыр инем. Әммә һинең һымаҡтарҙан баш эйеп, тыңлап йөрөүсән ҡол сыҡмаясаҡ. Һинең һымаҡтар ҡол булыуға ҡарағанда үлемде артығыраҡ күрә һәм йыш ҡына үҙҙәре менән бергә хужаларын да гүр донъяһына алып китә. Ҡол булып тыуған кеше генә ҡоллоҡҡа күнә, ә һин ҡол булып яралмағанһың. Дүрт яғың ҡибла, мин һине ебәрәм, тик яуҙаштарыңдың нисек язаланғанлығын күреп, ырыуҙаштарыңа ҡайтып һөйләрһең, – тине.

Ҡанһыҙлығы һәм ҡаты бәғерлелеге менән дан тотҡан Хандан бындай һүҙҙәр көтмәгән яугир ҡатын аптырап ҡалды, һынаулы ҡараш ташланы. Хан һүҙҙәренең хаҡлығына ышанғас, уның күҙҙәренә туп-тура ҡарап, былай тине:

– Хан, һинең һуғышсыларың беҙҙе ҡыуып килгәндә минең атымды атып йыҡтылар. Мин үлергә тейеш инем. Тик туғандарым – абзыйым, ирем һәм улым үлемде минең менән бергә ҡаршылар өсөн ҡотолған ерҙән кире әйләнеп килделәр. Яу ваҡытында ла улар ҡалҡандары менән үҙҙәренә ҡарағанда мине нығыраҡ ҡапланылар. Улар өсөһө лә минең иң яҡын кешеләрем. Шуға һин беҙҙең бөтәбеҙҙе лә ебәр. Һинең бер һүҙең етә бит.

Күҙ йәштәре аша рәхмәт һүҙҙәре көтөп ултырған Хан был үтенестән һуң ҡыҙып китеүҙән саҡ тыйылып ҡалды. Ниндәй дорфалыҡ! Өҫтәүенә, шарттар ҡуя. Әсирҙәр, ғәҙәттә, уның эргәһенә инеү менән ҡойолоп төшә, телһеҙ ҡала. Ә был яугир ҡатын ыжлап та бирмәй, әйтерһең, әсиргә эләкмәгән, ә йомош йомошлар өсөн килеп ингән. Ләкин «йән ғазабы» тигән мәкерле уй ҡапыл зиһенен яҡтыртып ебәргәндәй булды. Ул хатта мыйыҡ аҫтынан ғына көлөмһөрәй биреп ҡуйҙы. Хәҙер ул ғорурлыҡтың баш эйеүен, саялыҡтың һүнеүен, батыр яугир ҡатындың ябай бисәгә әйләнеүен күрәсәк...

Хан тауышына мөмкин тиклем ихласлыҡ һалырға тырышып, яугир ҡатынға былай тип яуап бирҙе:

– Минең хан тигән юғары вазифам бар. Шуға ла мин үҙ халҡыма өлгө булырға һәм әйткән һүҙемде үтәргә тейешмен. Егеттәремде артығыҙҙан ҡыуа ебәргәндә мин бөтә ғәскәрем алдында һеҙҙең дүртегеҙҙе лә ҡаты язаға тарттырасаҡмын тип һүҙ бирҙем. Һине ҡотҡарып, мин үҙ ғәскәрем алдында абруйымды күпмелер кимәлдә төшөрәм. Тик, Ҡыҙ батыр, мин һиңә, матурлығың хаҡына тағы бер бүләк яһарға булдым – юлда яңғыҙыңа күңелһеҙ булмаһын өсөн ошо өс ирҙең берәүһен үҙең менән алырға рөхсәт итәм. Әйт, кемеһен ҡотҡарырға теләйһең: бер туған абзыйыңдымы, һөйөклө иреңдеме, ғәзиз улыңдымы?

Ошо һүҙҙәрен әйткәндән һуң Хан яугир ҡатынды күҙәтә башланы. Күҙ йәштәре атылып сығыуын көттө. Тик яугир ҡатындың ҡарашы ла, торошо ла үҙгәрешһеҙ ҡалды. Бындай тәҡдимгә күптән әҙер һәм мәсьәлә алдан уҡ хәл ителгәндәй итеп:

– Абзыйымды минең менән ебәр, – тине. Ләкин был яуапты биргән саҡта, тештәрен ҡыҫып, сая нур бөркөп ҡалған күҙҙәрен Ханға төбәне, һәм уның ҡарашы Хан йөрәгенә уҡ кеүек ҡаҙалғандай булды. Был ҡарашты күтәрә алманы Хан, ҡарашын ситкә алды һәм:

Иреңде яратмайһыңмы? Улыңды үҙһенмәйһеңме? – тип һораны мыҫҡыллы тауыш менән.

– Яңылышаһың, Хан. Иремдән ҡәҙерлерәк, улымдан ғәзизерәк кеше юҡ минең өсөн. Тик мин яңынан кейәүгә сыға алам, тағы бала таба алам. Бер туған абзыйымды бер нисек тә ҡайтара алмаясаҡмын, – тине яугир ҡатын. Хан был яуапҡа ғәжәп ҡалып:

– Ошо һүҙҙәреңде уларҙың үҙҙәре алдында ҡабатлай аласаҡһыңмы? – тип һораны ла, йәне-тәне аша ләззәтле тойғо йүгереп үткәнен тойҙо. Хәҙер, хәҙер үҙе күрәсәк ниҙәр булырын. Ләкин яугир ҡатындың йөҙө тағы тыныс ҡалды. Тик ундай тыныслыҡ булдырыу өсөн яугир ҡатынға ҡанатҡансы уртын тешләргә, усы ҡанһырағансы йоҙроҡтарын төйнәргә тура килде.

– Ҡабатлай алам. Беҙҙә, башҡорттарҙа, һүҙ бер була, – тине.

Артабан ни булырын түҙемһеҙлек менән көткән Хан ҡалған өс яугирҙы алып инергә ҡушты.

Яугирҙарҙы индерҙеләр. Әммә улар ҙа әсирҙәр кеүек түгел, ә үҙ тирмәләренә ингән кеүек, тирә-яҡҡа ҡаранмай, ғорур һәм тыныс ҡына килеп инделәр. Хан һүҙ башлар алдынан уларҙың һәр береһен ҡарашы менән байҡап сыҡты. Кейемдәре лә, йөҙҙәре лә ҡатҡан ҡанға һәм ҡара саңға ҡапланған, яу кейемдәре, тимерҙән һәм ҡоростан яһалыуға ҡарамаҫтан, ҡот осҡос йәнселгән, ҡырҡылған, тимер ҡулсалары өҙгөләнгән. Яугирҙарҙың тәне тулы яра, ҡайһы бер яралары һаман да ҡанһырап тора...

Хан үҙе лә батырҙарҙан һанала. Яуҙарҙың һәм яраларҙың төрлөһөн күрҙе һәм үҙендә лә татыны: уға уҡтар ҙа ҡаҙалды, ҡалҡаны менән ҡуша тимер кейемен тишеп, ҡабырғаларын һөңгө иҙгән саҡтар ҙа булды, кәүҙәһендә лә, йөҙөндә лә дошман ҡылыстарының эҙҙәре һаҡлана. Шуға ла был яугирҙарҙың яраларына ҡараш ташлау менән уларҙың ауыртыныу һәм һыҙланыу самаһын тойҙо һәм аяҡтарында баҫып тора алыуҙарына ҡарап ғәжәпкә ҡалды. Ыңғырашмайҙар ҙа, исмаһам...

– Башҡорттар! Мин яугир ҡатынды һәм уның менән бергә һеҙҙең берәүегеҙҙе ҡотҡарырға ҡарар иттем. Кемегеҙҙе ҡотҡарыуҙы ул үҙе һайлар. Ә ҡалған икәүегеҙҙе дүрт кеше өсөн яза көтә. Был яуҙа ғәскәремдең яртыһынан күбе ҡырылды. Түгелгән ҡандың ҡонон тулыһынса ҡайтарасаҡмын, – тине лә яугирҙарҙы күҙәтә башланы. Яугир ҡатын оҙон керпектәрен түбән төшөргән көйө торҙо. Ә башҡалар... Хан уларҙың ҡатынға инәлеп, өмөтләнеп ҡарауҙарын көттө. Язалар алдынан һәр береһендә ҡотолоу өмөтө уятып, рухтарын һындырмаҡсы булды. Рухы һынмаған дошман үлһә лә еңелмәй...

Йәш яугир тәүҙә, ысынлап та, әсәһенә өмөт тулы ҡараш ташланы. Ләкин уң күҙенә ҡан һауған урта буйлы, мыҡты кәүҙәле яугир улына ҡарап алды ла, Ханға былай тип өндәште:

– Әле өҫтөнлөк һиндә, Хан. Тәнебеҙҙе язалай, ғүмеребеҙҙе ҡыя алаһың. Ләкин беҙҙең өсөн был үлем түгел. Намыҫыбыҙ менән йәнебеҙҙе алырға көсөң етмәйәсәк. Йәнебеҙ – Тәңренеке, намыҫыбыҙ – халҡыбыҙҙыҡы! – тине. Ошо һүҙҙәрҙән һуң йәш яугир атаһына ҡарап ҡуйҙы ла һынын турайта биреп баҫты, әсәһенә башҡа ҡараманы, күҙҙәрен билдәһеҙлеккә төбәне.

Улының бер аҙ тынысланғанын күргәс, ире ҡатынына боролоп:

– Йолабыҙ буйынса эш ит. Беҙҙең өсөн борсолма. Ваҡыты еткәс, Тәңре һарайында осрашырбыҙ. Улым менән һине шунда көтөрбөҙ, – тине.

Язаланасағын белеп тә, һаман ҡатыны менән улын тынысландырырға тырышҡан яугирҙың был һүҙҙәренә иҫ-аҡылы китте Хандың. «Ниндәй оҫта! Берсә миңә, берсә ҡатынына мөрәжәғәт иткән булып, икеһен дә тынысландырҙы бит был!» – тип уйланы ул. Ысынлап та, йәш яугир ҙа, ҡатын да еңел тын алып ҡуйҙы, ҡараштарына яңынан ғорурлыҡ һәм тыныслыҡ ҡайтты.

– Борсолма, кейәү! Беҙ ҙә үҙ бурыстарыбыҙҙы тулыһынса үтәрбеҙ, – тигән һүҙҙәргә Хан һиҫкәнеп китте лә, был һүҙҙәрҙе әйткән оҙон буйлы һәм мөһабәт кәүҙәле урта йәштәрҙәге ир яғына ҡараны. Яугир ҡарашын йәшермәне: унда үс алыу, көрәш сәме балҡый ине. Хан был ҡараштан ҡаушаңҡырап ҡалды. Ҡараштың үткерлегенән дә, ярһыулығынан да түгел – ярһыулы ҡараштарҙы ла, ғәйрәтле бәһлеүәндәрҙе лә үҙ ғүмерендә байтаҡ күрҙе Хан, ә был ҡараштағы ҡот осҡос, йән өшөткәс нәфрәт ялҡыны ҡаушатты уны. Батырҙың бар булмышы еңелмәҫ көс менән тулған... Бындайҙарҙың тере ҡалыуы ғүмерлек кенә түгел, үҙең үлгәндән һуң да тыныслығыңды алыр. Яугир ҡатын абзыһын бушҡа һайламаған. Хан үҙенең мәкерле уйының барып сыҡмауын аңланы. Башҡорт ирҙәре, йолалары буйынса хәл итеп, кемдең ҡотолорға тейешлеген үҙҙәре үк аңланы. Яугир ҡатындың һүҙҙәре артыҡ ине. Хан еңелде, ләкин бирелергә теләмәне. Биргән һүҙен кире алмайынса, бөтә булмышы нәфрәт бөркөп торған бөркөт ҡарашлы батырҙы ҡулдан ыскындырмау теләге менән:

– Йола тигән булып, балаһы өсөн йөрәгенә ҡан һауып торған һылыуыңдың мәрхәмәтлелегенән бик оҫта файҙаланаһың. Ә һин бит ашарын ашағанһың, йәшәрен йәшәгәнһең, – тине Хан, мыҫҡыллы йылмайып.

– Ғүмеремдең йәшәлгән өлөшөн үлем яҡынайтыу өсөн түгел, ә туғандарым ҡонон ҡайтарыу өсөн тупланған тәжрибә итеп файҙаланасаҡмын. Һәм быны мин йәштәргә ҡарағанда оҫтараҡ башҡарасаҡмын, – тип яуап ҡайтарҙы яугир.

Был һүҙҙәрҙән һуң Хан ярым асыҡ ауыҙын ябырға ла онотоп, аптырап ҡалды. «Бошман...» – тигән исем мейеһен ярып килеп инде.

Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорто Бошман батыр тураһында бәләкәй сағында ғына ишетһә лә, был исем зиһененә уйылып ҡалғайны.

...Аяуһыҙ яуҙарҙан һуң ауыр яралы Бошман батырҙы ҡулға алғас, Хандың олаталарының береһе уның ғорурлығына иҫе китеп һәм рухын һындырырға теләп: «Минең алдымда теҙләнеп тороп, егеттәрең тарафынан үлтерелгән яугирҙарым өсөн ғәфү үтенһәң, тере ҡаласаҡһың, теҙләнмәһәң, яза ҡаты буласаҡ», – тигән шарт ҡуйған. Бошман батыр уға: «Һинең ереңә мин баҫып инмәнем. Үҙ еремде һаҡлағаным өсөн береһенән дә ғәфү үтенергә йыйынмайым. Ә теҙләнеп торорға мин дөйә түгел. Мин – Кеше!» – тип яуап ҡайтарған. Язаланған сағында ла ыһ та итмәгән. Үлемдән һәм ҡаты язанан ҡотолоу өсөн бары теҙләнергә генә кәрәк булғанда, ни эшләп күрәләтә үлемгә ҡаршы барырға инде, тип аптырағайны Хан был ваҡиғаны ишеткәндән һуң. Бөгөн иһә Бошман батырҙың үҙе һымаҡ уҡ ғорур һәм сая тоҡомдары уның алдында тора. Быларын да теҙләндереп булмаясаҡ. Уларҙың береһе, Хандың ҡаты язаһынан ҡурҡмау ғына түгел, хатта үлем күҙҙәренә ҡараған килеш тә үс алыу тураһында уйлай, һәм уйҙарын хатта йәшереп тә маташмай.

Йәшен тиҙлеге менән мейе күҙәнәктәрен земберләтеп үткән был уйҙарҙан һуң Хан асыуынан тонсоғор хәлгә етте, күҙҙәренә ҡан һауа башланы.

– Ошо һүҙҙәрең өсөн мин үҙ вәғәҙәмде кире алып, дүртегеҙҙе лә үсем ҡанғансы яҙалатасаҡмын! – тине ул ярһып. Шунан эргәһендә торған өлкән улына. – Дүрт дар ағасы әҙерләт! – тип бойорҙо.

Улы сығып китте.

– Язаның иң ҡатыһын татыясаҡһығыҙ, – тине Хан. Башҡорт яугирҙарының йөҙөндә бер үҙгәреш тә һиҙелмәне.

– Язанан ҡурҡмайбыҙ, Хан, – тип һүҙен дауам итте оҙон буйлы яугир. – Әле беҙҙең өсөн язаның ҡатылығы түгел, ә ошо һынауҙы нисек үтеүебеҙ ҡиммәт. Әле беҙҙең һәр беребеҙ башҡорт йөҙөн билдәләй, үҙендә башҡорт көсөн һынай.

– Ә көсөгөҙ нимәлә һуң һеҙҙең?

– Көсөбөҙ – туғанлыҡта.

Хандың арҡаһындағы яра ҡапыл бөтә тәнен утҡа һалғандай янып һыҙлай башланы. Тәхет өсөн алышҡан саҡта ул тәүҙә ҡустыһын үлтерҙе. Аҙаҡ үҙенең арҡаһына ағаһының бысағы килеп ҡаҙалды. Был яра йөрәгенә аҙ ғына етмәне. Әле инде ошо яра тотош йөрәген ялманы. «Көс -туғанлыҡта... Былар туғанлыҡтары менән көслөләр. Һәм бәхетлеләр. Тормошта ла, яуҙа ла, хатта үлемдә лә туғанлыҡтарына тоғролар. Ә минең туғандарым тәхет өсөн ҡырылып бөттөләр. Олатайҙарым ханлыҡ булдырыу өсөн дошмандарын аямаған, ә беҙ шундай уҡ ҡанһыҙлыҡ менән бер-беребеҙҙе ҡырҙыҡ. Ә минең улдарым ни эшләр? Мин үлгәс, нимә булыр? Ҡайһыныһы еңер?» Был уйҙан Хандың йөрәгенә хәнйәр ҡаҙанылармы ни? Ағаһының бысағынан ҡалған яраның йылдар үткәс йән ғазабына әүерелеүен көтмәгәйне ул. Был ауыртыуға түҙә алмай, Хан күҙҙәрен йомдо. Күҙ алдына улдары килеп баҫты. Бына улар, баһадир һынлы, матур, ғорур алты егет бер-береһенә ҡаршы баҫып тора. Бөтәһенең дә йөҙҙәрендә нәфрәт, ә ҡулдарында ҡорал. Ҡотҡарырға, ҡотҡарырға кәрәк уларҙы! Мин бит һеҙҙе үҙ-ара ыҙғыш, талаш, ҡырылыш өсөн түгел, ә бөйөк эштәр өсөн үҫтерҙем!

Хан әсирҙәренә ҡараш ташланы. Бына улар, йөҙҙәре яҡты, иңгә-иң терәп, тыныс ҡына баҫып торалар.

– Һүтегеҙ дар ағастарын, өйөрҙән иң яҡшы дүрт атты һайлап бирегеҙ ҙә, ҡайтарып ебәрегеҙ. Арттарынан бер уҡ та осмаһын! – тине Хан, байтаҡ өндәшмәй ултырғандан һуң.

...Башҡорт яугирҙары төн ҡараңғылығында юғалғанға тиклем Хан уларҙы ҡарашы менән оҙатты...

– Атай, – тип өндәшеүгә һиҫкәнеп, әйләнеп ҡараны Хан. Артында арғымаҡтарына атланған, баштан аяҡ ҡоралланған улдары тора ине. – Еңелеүме был? – тип һораны өлкән улы һәм ымлап, йәйәһенә күрһәтте.

– Юҡ! Туғанлыҡтың бөйөк көсөнә хөрмәт был. Фәһем алығыҙ: ул үлемдән көслө...

Илгизәр Бураҡаев.

Читайте нас: