Аҙнабай Бәҙәмшин:
Беҙҙекеләр ҡуҙғалдылар
Учалыға таң атҡас.
Ҡатындарын оҙатып ҡалды,
Ирҙәр менән һандуғас.
Сәлимә Йосопова:
Беҙҙең район матурҙары
Учалыға юл алды.
Икенсе партияны көтөп,
Ҡалғандар тороп ҡалды.
Аҙнабай Б.:
Ҡатын-ҡыҙҙар китеп бара,
Йылмайып, көлә-көлә.
Улар кискә нисек ҡайтыр,
Шуныһын күрге килә.
Тәнзилә У:
Күрәлмайһың ҡайтҡандарын
Улар ҡайта төнләтеп.
Ҡуша барыр кәрәк булған,
Ултырғансы көнләшеп
Аҙнабай Б:
Көнләшергә ваҡытым юҡ,
Мин Эйектең буйында.
Учалыға барыр инем
Әгәр булһа уйымда. (Ярай, пока, балыҡ сиртә, ваҡыт юҡ...)
Фәниә Ғәйнуллина:
Донъя, эш тип, арып бөткән
Йорт тауығы – бисәләр.
Пенсияға сығып алғас
Тетеп сәйәхәт итәләр.
Тәнзилә У:
Шаяртырға оҫта инде
Беҙҙең Аҙнабай ағай!
Шәләй-бәләй генә яҙма,
Таҡмаҡ сығар һин, давай!