Ҡуҙы – бойондороҡһоҙ, сабырһыҙ.
(21 март – 20 апрель)
2024 йыл һеҙҙе яңы идеялар, ваҡиғалар, тәьҫораттар боролошо менән сорнар. Һәм Ҡуҙыларға был оҡшай, сөнки был билдә вәкилдәре зодиак түңәрәгендә беренсе тора, уларҙан һәр яңы цикл башлана. Шуға күрә, улар яңылыҡты ярата һәм беренсе булырға, үҙ тормошоноң лидерҙары һәм капитандары булырға ярата.
Ҡуҙылар 2024 йылда үҙҙәрен ышаныслыраҡ һәм үҙаллыраҡ тоясаҡ. Билдә вәкилдәре мөһим ҡарарҙарҙы ышаныс һәм тәүәккәллек менән ҡабул итер, шулай уҡ ҡаршылыҡтарҙы һәм һынауҙарҙы еңеп сыға алыр. Үҙегеҙ өсөн яңы, ғәҙәти булмаған эштәргә әҙер булығыҙ.
Буға – музыкаль, практик.
(21 апрель – 20 май)
Буғалар йыл, тотороҡлолоҡтан тыш, һеҙҙең ишектәрегеҙгә фортуна үҙе шаҡыған осор булыр. Шуны күҙ уңында тотоғоҙ: әгәр ниндәйҙер ҡыйыу, сағыу хыялдарығыҙ бар икән, уны тормошҡа ашырыуҙы ғинуарҙан майға тиклемге осорға планлаштырығыҙ. Ә ғинуар-февраль булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Әгәр бер нәмә лә планлаштырмаған осраҡта ла, һеҙ тормош лотереяһында бәхетле билеттар аласаҡһығыҙ.
Игеҙәктәр – ҡыҙыҡһыныусан, наҙлы, изге күңелле.
(21 май – 21 июнь)
Игеҙәктәр, шатланығыҙ! 2024 йылда һеҙгә Юпитер ашыға, ул май аҙағында Буғанан Игеҙәктәргә күсә.
Был “ҙур бәхет” планетаһы һеҙҙең зодиак аша үткәндә һәр ваҡыт ниндәйҙер яҙмыш бүләге килтерә. Тимәк 2024 йылдың июненән алып бөтә игеҙәктәрҙә лә ниндәйҙер сюрприз көтә.
Ҡыҫала – интуитив, эмоциональ, аҡыллы, дәртле.
(22 июнь – 22 июль)
Нимә әйтергә: Ҡыҫалалар тормошонда “алтын осор” башлана. Бөтә планеталар ҙа был билдәгә бәхетле йоғонто яһаясаҡ. Был бер яҡтан, тормошоғоҙҙо тотороҡлолоҡ (ә Ҡыҫалалар быны ярата), икенсе яҡтан төрлө өлкәләрҙә яй ғына, әммә алға ҡарай үҫешкә хәрәкәт көтөүен күҙаллай.
Арыҫлан – ғорур һәм үҙ-үҙенә ышаныусан.
(23 июль – 22 август)
Арыҫландар, һеҙҙең урамда астрологик байрам башлана! Һеҙгә 2024 йылда планеталар һөжүме тамамлана, тимәк ял итергә мөмкин. Алдағы өс йылда тырышлығығыҙҙың емештәрен йыйырға әҙерләнегеҙ. Энергия, ваҡыт һәм көсөгөҙҙө ниндәйҙер өлкәгә маҡсатлы йүнәлтһәгеҙ, шул тиклем уңышылыраҡ булыр.
Ҡыҙ – элегант, ойошҡан, изге күңелле.
(23 август 23 сентябрь)
Ҡыҙҙар, 2024 йыл энергия һәм илһам менән тулы буласаҡ, ул мотлаҡ сағыу булып иҫегеҙҙә ҡаласаҡ. Сатурн һеҙҙе сабырлыҡҡа һәм башлаған эшегеҙҙе аҙағына тиклем еткерергә өйрәтәсәк, ә Нептун һеҙҙең ижади һәм интуитив һәләттәрегеҙҙе асасаҡ.
Көтөлмәгән асыштар һәм көслө тәьҫораттар һеҙгә планетаның яңы урындарында ла, үҙегеҙҙең күңел тәрәнлегендә лә килергә мөмкин.
Үлсәү – дипломат, артист.
(24 сентябрь – 23 октябрь)
2024 йылда һеҙ йылдың төп геройҙарының береһе, шуға күрә ғорурланып баш күтәрергә, бөтә донъяның иғтибарын яулап, пьедесталға күтәрелергә ваҡыт. Тормошоғоҙҙа былтыр башланған глобаль үҙгәртеп ҡороуҙар дауам итәсәк. Ауырлыҡ менән барған ???тотолоуҙар циклы тормошта яңы этапты дауам итәсәк, яңы ваҡиғалар һәм үҙгәрештәр сылбырын тыуҙырасаҡ.
Саян – һөйкөмлө, дәртле, бойондороҡһоҙ.
(24 октябрь – 22 ноябрь)
2024 йылда Саяндар өсөн алдағы ике дауыллы йылдан һуң тыныслыҡ һыҙаты башлана. Тормош әкренләп ғәҙәти юлына әйләнеп ҡайтасаҡ, был даимилыҡты яратҡансаяндарҙы шатландырасаҡ. Яңы йылда Саяндарҙың тормошо башлыса ғаиләһенән, яҡындарынан, мауығыуҙарынан һәм сәләмәтлеген ҡайғыртыуҙан торасаҡ. Эске донъяғыҙ тышҡыһына ҡарағанда ҙурыраҡ роль уйнаясаҡ.
Уҡсы – ижади, ихтыярлы.
(23 ноябрь – 21 декабрь)
Уҡсыларҙы еңел булмаған йыл көтә. Сатурн, Нептун и Юпитер һеҙҙең юлығыҙҙа көсөргәнештәр һәм ауырлыҡтарға һынауға бәйле ситуациялар тыуҙырасаҡ. Дөйөм алғанда, башҡа ваҡытҡа ҡарағанда, яңылышлыҡтарға нығыраҡ дусар булырһығыҙ. Әммә төшөнкөлөккә бирелергә ашыҡмағыҙ, сөнки бөтәһе лә тик һеҙҙең ҡулда!
Ылаҡ – ныҡышмал, аҡыллы, эшлекле.
(22 декабрь – 20 ғинуар )
2024 йылда Ылаҡтар, үҙ биләмәләрен ғорурлыҡ менән ҡарап, алдағы өс йылда яуланған үрҙәрҙә ҡала. Ә билдәнең айырыуса ныҡышмал вәкилдәре тағы ла юғарыраҡ күтәреләсәк, сөнки бөтә планеталар ҙа тиерлек улар яғында буласаҡ.
Һыуғояр – фантазияға һәм интуицияға бай.
(21 ғинуар 18 февраль)
Һыуғоярҙар, 2024 йылда һеҙҙе ваҡиғалар һәм хис-тойғолар калейдоскобы менән тулы төрлө һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы йыл көтә. Йылдың икенсе өлөшө Һыуғоярҙарға ижадта, мөхәббәттә һәм балалар менән мөнәсәбәттә яҡшы һөҙөмтәләр килтерәсәк.
Балыҡ – ижади, һиҙгер.
(19 февраль – 20 март)
Балыҡ өсөн Аждаһа йылы ысын мәғәнәһендә яҡшы һәм ҡыҙыҡлы буласаҡ. Планеталар яңы офоҡтарға илткән юлды яҡтыртып, ысын парад ойошторасаҡ. Ә көҙөн Балыҡтарҙа ай тотолоуы ла үтәсәк, был ун йыллыҡ яңы тормош циклын асасаҡ.
Йондоҙҙар фаразлай, әммә барыһы ла үҙегеҙҙән тора. Көн дә иртән тормошоғоҙҙо мөхәббәткә, һаулыҡҡа, күңел тыныслығына һәм, әлбиттә, хыялдарҙың тормошҡа ашыуына көйләһәгеҙ, барыһы ла һеҙ тигәнсә уң булыр.