Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
17 Ноябрь 2017, 18:50

МАТУР ЭҘ ҠАЛДЫРҘЫ

Һәр төбәктең үҙ патриоты була. Халҡым, телем, милләтем тип, шуларҙы хәстәрләп, ғүмер буйы шул рух менән янып-көйөп йәшәй улар. Ундайҙар арабыҙҙан китһә лә, тормош юлдары, образдары киләсәк быуын өсөн яҡты йондоҙ-маяҡ булып яна. Улар араһында Самаҙы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар завуч һәм директор вазифаларын башҡарған Юлдашбаев Яхъя Шаһисәлим улы айырым урынды биләй.

Һәр төбәктең үҙ патриоты була. Халҡым, телем, милләтем тип, шуларҙы хәстәрләп, ғүмер буйы шул рух менән янып-көйөп йәшәй ундайҙар. Ундайҙар арабыҙҙан китһә лә, тормош юлдары, образдары киләсәк быуын өсөн яҡты йондоҙ-маяҡ булып яна. Улар араһында Самаҙы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар завуч һәм директор вазифаларын башҡарған Юлдашбаев Яхъя Шаһисәлим улы айырым урынды биләй. Быйыл уға 80 йәш тулған булыр ине. Беҙҙе күптән ҡалдырып китһә лә, уның рухы күңелебеҙҙә һаман йәшәй. Ошо айҡанлы ауылдаштары, ҡатыны, балалары, туғандары, хеҙмәттәштәре Яхъя ағайҙың “Исеме – халыҡ хәтерендә” исемле хәтер кисәһенә йыйылды.
Кисәне Санъяр Дәүләтбаев менән Розалия Яҡшыбаева әҙерләне һәм алып барҙы. Һәр сығыш Яхъя ағайҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар, хикәйәләренән өҙөктәр менән оҙатылып барҙы. Иң тәүҙә тормош иптәше, хеҙмәттәше Рәүилә апай Юлдашбаева һүҙ алып, Яхъя ағай менән Самаҙы ауылына килеп нисек эш башлап китеүҙәре, халыҡ менән эш алып барыуы, нисек концерттар менән күрше ауылдарҙа сығыш яһауҙары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашып, уның шиғырҙарын уҡыны. Саҙалынан килгән ҡунаҡтар: Гөлзирә, Гөлниса һәм Роза Юлдашбаева, Рәхим Юлдашбаев, Гөлйөҙөм Рамазановалар уның менән бергә үткәргән ваҡыттарҙың ҡыҙыҡ мәлдәрен иҫкә алып һөйләнеләр һәм йырланылар, ә Гөлйөҙөм апай Яхъя ағайҙың яратҡан йыры тип “Кәкүк” йырын башҡарҙы.
Яхъя ағайҙың ғүмере үкенесле түгел. Артынан яҡты эҙ ҡалды. Балалары бөгөн уның эшен дауам итә. Наил, Фәнил, Гөлнара – өсөһө лә юғары белемле уҡытыусылар. Иҫәнғолда Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, рухлы, илем, телем, милләтем тип яныусы Наил Юлдашбаевтың исеме барыһына ла таныш. Ул үҙенең тос фекерле мәҡәләләре менән матбуғат биттәрендә әүҙем сығыш яһай, хикәйә яҙа. Фәнил Юлдашбаев – талантлы, бай тәжрибәле уҡытыусы, Ибрай урта мәктәбендә директор урынбаҫары булараҡ һуңғы йылдарҙа уҡыу сифатын күпкә үҫтереүҙе булдырыусы. Гөлнара Кәримова – һәләтле, ижади педагог, Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы, Туймазы педколледжында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре һәм методикаһын уңышлы алып бара. Аталарының хәтер кисәһендә балалары уның һәр ваҡыт өлгө булып тороуын, һөнәр һайлағанда ата-әсәләренә ҡарауҙары тураһында һөйләп рәхмәттәрен белдерҙеләр, уның хикәйәләрен уҡынылар, килендәре Зөмәрә Юлдашбаева ҡайныһы иҫтәлегенә йыр бүләк итте. Балалары яҙыусыларҙың әҫәрҙәре, ауыл тарихы буйынса викторина әҙерләп, еңеүселәрҙе бүләктәр биреп ҡыуандырҙы.
Талантлы йырсылар, ҡурайсылар, шәп көрәшселәр, уҡытыусылар гөлләмәһен биргән Юлдашбаевтар араһында Яхъя Шаһисәлим улы ла лайыҡлы урын алып торҙо. Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институтына инеү өсөн бер урын бар, мәғариф бүлегендә Яхъя Юлдашбаевтан да йәтешле кандидатура булмаҫ тиҙәр. Ул әле генә Мораҡ педучилищеһын тамамлаған ваҡыт. Мәскәүгә уҡырға бара алмаһа ла, ул ғүмер буйы ижад кешеһе булып ҡалды, гәзит-журналдарҙа уның мәҡәләләре, хикәйәләре баҫылып торҙо. Уҡытыусы булараҡ, ул башҡорт телен, әҙәбиәтен, уның уҡытыу методикаһын тәрән белде, уҡыусыларында ла ижадҡа ынтылыш тәрбиәләне, уның уҡыусылары араһында ижад итеүселәр, шиғыр яҙыусылар байтаҡ. Яхъя ағай ижадҡа һөйөү тәрбиәләп, журналист һөнәрен һайларға, ошо йүнәлеш буйынса белем алырға әлеге ваҡытта район гәзитендә эшләп йөрөгән Гөлшат Мәзитова-Имелбаеваға һәм Туймазыла балаларға туған телгә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусы, шиғырҙары йыш ҡына баҫма матбуғатта көн күргән Гөлмира Бикбулатоваға кәңәш итә. Ауыл уҡытыусыһының эше мәктәп менән генә сикләнмәй, ул пропагандист, агитатор ҙа, мәҙәни сараларҙы ойоштороусы ла. Ә директор вазифаһында ул Ибрай, Самаҙы мәктәптәрендә күпме эштәр башҡарҙы! Талантының иң уңышлы мәле Самаҙы мәктәбендә эшләгәндә булғандыр. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса методик ҡулланма ижад итте һәм Башҡортостан нәшриәтендә баҫылып сыҡты. Бынан тыш хикәйәләр яҙҙы, романға ла тотонғайны, ләкин мәкерле ауырыу уның был хыялын бойомға ашырырға форсат бирмәне. Ҡайһы кеше белмәгәнен йәшерергә тырыша (йәнәһе, белә), ә Яхъя ағай тартынып торманы, һорашты, эҙләне, белгәнен дәрестәрендә, китаптарында, мәҡәләләрендә файҙаланды. Ғүмер буйы мәктәп директоры булды, ғәҙел дә, талапсан да. Хикәйә, шиғырҙар ижад итте. Район гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе лә ине. Уҡытыу методикаһын төрләндереү маҡсатында урындағы материалдарҙы өйрәнеү, дәрестә ҡулланыу өсөн уҡыусылар менән бик күп экскурсиялар, эҙләнеүҙәр үткәрҙе, урындағы фольклорҙы, исем-атамаларҙың килеп сығышын өйрәнде һәм “Ономастика” тигән методик ҡулланма баҫтырып сығарҙы.
Яхъя ағай Самаҙыла йәшәгән сағында ныҡлап әҙәби әҫәрҙәр яҙа башлай. Хикәйәләренә сюжеттарҙы һәр саҡ тормоштан алды – “Бер ус ашлыҡ”, “Ҡара төлкө”, “Ҡыр өйрәге балаһы” һәм башҡалар, “Пионер”-“Аманат” журналдарында, “Башҡортостан пионеры”, “Йәншишмә” гәзиттәрендә баҫылып торҙо. Хәтирәләргә таянып яҙылған хикәйәләре балаларҙың уй-кисерештәре аша тәбиғәткә, төрлө ваҡиғаларға мөнәсәбәттәрен оҫта итеп һүрәтләй ине. Төрлө жанрҙа ижад иткән Яхъя ағай нәҫерҙәргә оҡшаған бәләкәй хикәйәләр ҙә яҙҙы. Әҫәрҙәрендә тәбиғәттең матурлығына дан йырлап ҡына ҡалманы, ә кешенең эске донъяһы бөтөн яҡлап тәбиғәт менән бәйләнештә булыуын әйтергә тырышты, йәғни кешенең уй-хистәре тәбиғәт кеүек матур булырға тейеш. “Тәбиғәт ҡомартҡыһы – Сыуалташ”, “Әхтәм шишмәһе” тигән ошондай бәләкәй хикәйәләре “Совет Башҡортостаны” һәм “Октябрь байрағы” гәзиттәрендә донъя күрҙе. Яхъя ағай Юлдашбаевтың Самаҙы ауылы тарихы, “Мостай легендаһы”, “Ҡырғыҙ аты”, “Йәһүҙә” тураһында һәм башҡа ошондай легенда-тарихтар еңел булмаған хеҙмәтенең емештәре булып тора. Ауылда булған матур ваҡиғаларға арналған мәҡәләләре һәр ваҡыт гәзит биттәрендә баҫылып килде. Собханғол бабайҙың әбейе менән бер киноны ла ҡалдырмай йөрөүе лә, Республика көнөнә арналған “Ҡайҙа нисек - беҙҙә шулай” тигән мәҡәләһе лә, 80-се йылдарҙағы “Егеттәр армияға китә”, “Тау башында майҙан – килеп сыҡҡан ҡайҙан” тәнҡит мәҡәләһе лә һәм башҡалар, һәм башҡалар ауылыбыҙҙың йылъяҙмалары булып ҡалдылар. Башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, ул балаларға туған телгә, башҡорт әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләне. Һөйөү тәрбиәләп кенә ҡалманы, ижад итергә, эҙләнергә өйрәтте. Шиғыр бәйгеһе байрамдары, китап уҡыусылар конференциялары, сит ауылдарға халыҡ ижадын өйрәнеү маҡсатында сыҡҡан экспедициялар шаулап-гөрләп үтә торғайны. Класс етәксеһе булған сағында ул “Урман ҡыҙы” тигән пьеса яҙып, уны үҙ класыбалалары менән сәхнәләштерҙе. Мәктәп уҡыусылары менән тальян гармун түңәрәге аса. 12 уҡыусынан торған ансамбль төҙөй, Өфөгә барып телевидениела уңышлы сығыш яһайҙар. Самаҙы ауылы уҡытыусылары Яхъя Шәһисәлим улын тик яҡты хәтирәләр менән иҫкә алып, уның кешелеклелеге, ябайлығы, кәрәк урында кәңәштәр биреүе менән дә улар ихтирам яуланы, тип әйтеп үттеләр.
Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә” байрамдары һәйбәт йолаға әүерелде, йылдан-йыл матурыраҡ төрләндерелеп ойошторола улар. Күптән осраша алмаған туғандар табыша, күрешә, туғанлыҡ ептәрен бәйләй, нығыта. Ә бит ошондай байрамды беҙҙең районда 80-се йылдар башында Яхъя ағай башлап ойошторғайны.
Яхъя Шаһисәлим улы ваҡытын бер бушҡа үткәрмәне. Пенсияға сыҡҡас та уҡытыуын дауам итте, йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнергә лә ваҡыт тапты. Ә был шөғөл байтаҡ ваҡытты ала. Бының менән ул йәштәргә, ул ғына ла түгел, үҙенә файҙалы шөғөл таба алмаған һәр кемгә өлгө күрһәтте. Моңһоу ҙа, моңһоҙораҡ та тормошобоҙҙо йәмләп йәшәүселәрҙең береһе Яхъя ағай Юлдашбаев арабыҙҙан китте. Ғүмер буйы кешеләргә яҡшылыҡ эшләргә ынтылған, күңеле менән матур, алсаҡ кеше ине ул. Тағы ла бер күркәм һыҙаты – ябайлылығы менән ихтирам уята ине Яхъя ағай.
Эйе, йылдар һиҙҙермәйенсә үтә бирә. Ауылыбыҙҙың оло шәхесе Яхъя Шаһисәлим улы Юлдашбаевтың беҙҙең аранан китеүенә 17 йыл тулып уҙҙы. Ғүмере буйына ул район гәзите менән тығыҙ бәйләнештә йәшәне, һәләтле автор булараҡ мауыҡтырғыс хикәйәләре, шиғырҙары, мәктәп, ауыл тарихы, ғибрәтле яҙмыш, тәбиғәт һәм башҡа күп темаларға арналған мәҡәләләре аша үҙ уҡыусыларын тапты. Бынан тыш, Яхъя Шаһисәлим улы Юлдашбаевтың яҙмаларын республика гәзит-журналдарында ла йыш күрергә була ине. Ә ауылдаштары өсөн ул ысын дуҫ һәм кәңәшсе ине. Тормошто ярата белеүе, ябайлылығы, шул уҡ ваҡытта уҡымышлылығы менән үҙенә ҡарата ул. Ауылдаштары исеменән Мансур ағай Ҡарабаев, Рәшит Кәримов (бер туған ҡоҙаһы) Яхъя ағай тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Изге эштәр менән һәр кем үҙенән һуң эҙ ҡалдырырға тейештер ул. Ул йәһәттән Яхъя ағай бәхетле. Уның һуңғы һулышына тиклем янында өҙгөләнгән һөйөклө ҡатыны, үҙе кеүек изгелекле, тормошта үҙ урындарын тапҡан балалары, һағынып иҫкә алыр яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре, күңел ынйылары – әҫәрҙәре ҡалды. Яхъя Шаһисәлим улы Юлдашбаев кеүек яҡташыбыҙ халҡыбыҙ күңелендә мәңге һаҡлана, ауылдаштары, яҡташтары әле булһа уны һағынып иҫкә ала.
Тыныс йоҡла, ил уҙаманы, ҡараңғы гүрҙәреңде үҙеңдең изгелектәрең, беҙҙең күңелдәге яҡты иҫтәлектәр яҡтыртһын.
Читайте нас: