Башҡорт халҡының "Исеменә күрә – есеме" тигән бик тапҡыр әйтеме бар. Ә бына Зәйнәб исеменә ниндәй мәғәнә һалынған? Исеме яҡтылыҡ, матурлыҡ мәғәнәһен бирә. Ысынлап та, уның әҙәби мираҫы – башҡорт әҙәбиәтенә ҙур бүләк. Ул яҡтыртыусы, алға әйҙәүсе образ. Иҙәш мәктәбендә уҡыусылар менән үткәрелгән "Мәңге балҡыр рухи хазина" исемле кисәбеҙ бөйөк шәхестәребеҙҙең береһе булған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышланды. Кисә Емеш (Зарима Ҡунаҡбаева) менән Бәндәбикәнең (Зифа Ишмырҙина) һөйләшеүенән башланып китте.
Бәндәбикә. Яҙ, Емеш ҡыҙым. Йөрәктән сығыр теләгең, ошо эштән талыр беләгең.
Емеш. Талмаҫ, Бәндәбикә инәй. Тик ниҙән башларға? Сыуаҡай инәй кеүек әкиәт һөйләйемме? Юҡ мин белгәндәр әкиәт түгел.
Бәндәбикә. Сәсән телең, йыр-моңдарың, тарихың бар, теле юҡтың, үҙе юҡ. Үҙен өйрәнһен халҡың. Ә һин остаз бул. Етемлектең асыһын өйөңдә, ауылыңда ғына түгел, хатта илеңдә күрерһең. Йәш сағың нисек тә үтер, ҡартлығыңда бәхет күр, Зәйнәбем.
Яҙыусының яҙмышын алдан күрә белгән Бәндәбикәнең әйтеүҙәре раҫ килә. Ырымбур ҡалаһында Карауанһарайҙа асылған педагогия техникумына уҡырға ингәс, ундағы зыялы кешеләр менән аралашыу, буласаҡ яҙыусылар, журналистар менән бер ҡаҙанда ҡайнау Зәйнәб апайҙың йөрәгендә тәрән эҙ ҡалдыра.
Кисә барышында уҡыусылар рухланып әҙибәнең шиғырҙарын яттан һөйләне. Уның ижады менән таныштылар. 5-се синыф уҡыусылары – "Алтын йомортҡа” әкиәтенән, 4-се синыф уҡыусылары Рәсим Ишмырҙин менән Данир Күскилдин "Дуҫ булайыҡ", "Партизан малай" әҫәрҙәренән өҙөк сәхнәләштерҙе.
Кисәгә әҙибә менән яҡындан танышып, аралашып йөрөгән яҙыусы, тәржемәсе, журналист Гөлсирә апай Ғиззәтуллина ла саҡырылғайны. Ул уҡыусылар менән үҙенен хәтирәләрен уртаҡлашты: "Зәйнәб апай менән бергә эшләү, аралашыу бәхете тейҙе миңә. Ғүмере буйы үткер телле һәм тура һүҙле, үткер ҡәләмле журналист булды. Гәзит биттәрендә сыҡҡан мәҡәләләре тәрән йөкмәткеһе, фәһемле мәғәнәләре менән айырылып торҙо. Ҡайһы ваҡыт бик ҡырыҫ та, уҫал да булып күренгән яҙыусының күңеле саф ине. Ул ябай кешеләргә ярҙамсыл булды. Кәңәшкә мохтаж кешеләргә, бигерәк тә йәштәргә, һәр ваҡыт аҡыллы кәңәштәрен биреп әсир итер ине. Шуға ла эргәһендә һәр ваҡыт яңы ғына ижадҡа тотонған йәштәр уралды. Бер көн Зәйнәб апай, Гөлсирә миңә ярҙамлашырһың, тип мине үҙҙәренә алып ҡайтып китте. Ике ҙур тоҡ килтереп сығарҙы ла, иҙәнгә түгеп ебәргәйне, эсенән йөҙәрләгән төрлө телдәрҙә яҙылған хаттар килеп төштө. Хайран ҡалдым. Ул Грузия, Якутия, Тажикстан, Әрмәнстан – һанап бөткөһөҙ. Һәр хатҡа яуап яҙыр ине. Уның буш ултырғанын күргәнем булманы. Тормош иптәше һуғыштан контузия алып ҡайтҡас, ҡорт тоттолар. Яҙ, йәй ваҡыттарында үҙе өлгөрмәгән ваҡытта баҡсаһын барып ҡарашырға ярҙам итә инек. Ул ризыҡты бик тәмле итеп әҙерләй торғайны".
Эйе, Зәйнәб апайҙың ғүмере бушҡа үтмәгән. Уның тормош юлына, ижадында иң ҙур баһа – халыҡ һөйөүе, халыҡ ихтирамы. Бәләкәйҙән үк хеҙмәт һөйөп үҫкән тынғыһыҙ йәнле, тура һүҙле, ҡурҡыу белмәҫ батыр йөрәкле, ҙур ихтыяр көсөнә эйә булған Зәйнәб Биишева тик тырыш хеҙмәт, туған халҡына тоғро хеҙмәт итеүҙе бөтәһенән дә өҫтөн күрҙе, оло маҡсатына һәр саҡ тоғро булып ҡалды. Халҡы ла уны яратты, хөрмәт итте. Ижади хеҙмәттәре өсөн ул өс мәртәбә "Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән. "Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы" тигән арҙаҡлы һәм юғары исем беренсе булып уға бирелә. Зәйнәб апай Биишеваның яҡты шәхесе һәм ырыҫлы ижады Башҡортостан әҙәбиәтендә һәм тарихында мәңге ҡаласаҡ.