Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
7 Ноябрь 2018, 14:15

ЯРАЛЫ ЙӘН

Йәмиләнең башынан әллә күпме уйҙар йүгереп үтте. Хәҙер ире, ингән еренән башҡа уларға әйләнеп тә ҡарамай, йүгереп сығып китер төҫлө. Ҡатындың биттәре буйлап ҡайнар йәштәре субырҙап аға бирҙе...

Йәмилә йәнен ҡайҙа ҡуйырға белмәне, кисәнән бирле үҙенә урын тапманы. Быға тиклем белгертмәне, эшенән көн дә һуңлап ҡайтһа ла ире бер нимә лә тип өндәшмәне, һәр саҡ ҡулында гәзит, йәки китап. Ҡатын ипләп кенә инер ҙә, үҙ бүлмәһенә үтеп, өҫтөн сискәнсе, Ғайсары аш бүлмәһендә һөйөклөһөнә сәй әҙерләй. Унан һуң сөкөрҙәшеп, эштәге булған яңылыҡтарҙы бүлешеп, тәмләп ҡайнар аш ашайҙар. Тик бына бөгөн ял көнө Йәмилә өйҙә булырға тейеш тә бит. Уйҙарын телефон шылтырауы өҙҙө. Әсәһенең күршеһе Гөлдәр апай икән:
– Йәмилә туғаным! Әсәйеңде төндә ашығыс ярҙам машинаһы менән дауаханаға алып киттеләр, Илгиз улың беҙҙә, мин ҡарап торор инем дә ул, тик миңә лә иртәгә ҡарауылға эшкә. Оҙаҡлама, зинһар, улыңды килеп ал, – тине.
Ҡатын был һүҙҙәрҙе ишеткәс, нишләргә лә белмәне. Ике ут араһында янды. Улы, әсәһе, ире өсөн дә өҙгөләнде. Ғайсарын ул ныҡ ярата бит. Унһыҙ тормош тормош түгел. Сәскә атмаған үлән менән бер. Иренә нимә тип әйтеп өйҙән сығып китергә. Етмәһә, бөгөн ял. Шул саҡ Алһыу әхирәте иҫенә төштө. Ул бик илгәҙәк, әхирәтен һатып бармаҫ инде, уға шылтыратырға булды.
– Алһыу, ҡара әле, әсәйемде дауаханаға алып киткәндәр, ә Илгиз күрше апайҙарҙа. Һин миңә шылтыратып үҙеңә саҡырған бул, йәме, – тине. Шул арала телефон тауышы сыҡты. Быныһын ире алды ла ҡатынына: – Һине әхирәтең ҡунаҡҡа саҡыра, – тине, йылмайып. “Әһә, план килеп сыҡты” – тип, Йәмилә тышҡа атлыҡты. Ҡатын үҙенең йәһәт ирен алдағанына бөтә йөҙө менән ҡыҙарҙы, “ҡалай оят”. Нишләһен, шунһыҙ әмәл юҡ, улыҡайы сит ҡулдарҙа бит. Тиҙерәк уны күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡлайһы, яратҡыһы килде. Шул ваҡытта әсәһен тыңламаған булһа бәлки, тормоштары былай ярты йорто булмай, түп-түңәрәк булыр ине. Өсәүләшеп – ире, улы – бергә донъя көтөп ятырҙар ине. Бәлки Ғайсары, Илгизе өсөн дә йөрәге әрнемәй йәшәп ятыр ине.
Эйе, ул Ғайсарға әсәһенең өгөтләүе арҡаһында ғына сыҡты, яратмағанға түгел, ысын күңелдән хөрмәт иткәнгә. Ул буласаҡ ире менән паркта танышты. Йәмилә әхирәттәре менән көлөшә-көлөшә эскәмйәлә ултыра ине. Егет ҡыҙҙар янына килеп, шаяртып: ”Аяҡ та талып китте, ҡыҙҙар мөмкин булһа, янығыҙға һыйындырығыҙ әле, әллә өшөттөрҙө лә инде” – тигән булды. Улары ни егеттән көлһәләр ҙә шылышып яндарынан урын бирҙеләр. Ғайсар шунда уҡ эскәмйәнең бер яҡ ситендә ултырған, ҡара толомон үреп алға төшөргән ҡыҙға күҙ һалды. Ҡайҙа уҡыуы тураһында һорашып, исемен дә белде. Шул танышыуҙан һуң егет Йәмиләләрҙең ятаҡханаһының тупһаһын тапай башланы. Шулай матур ғына осрашып йөрөгәндә, егет ҡыҙға тәҡдим яһаны. Йәмиләнең өҫтөнә һалҡын һыу һиптеләрме ни.Башҡа ҡыҙ булһа ҡыуанысынан башы әйләнер ине, ә ул киреһенсә нишләргә лә белмәне. Быға уның сәбәбе бар ине шул. Йәмиләнең ауылда әсәһе янында, ҡул-аяҡтары йөрөмәгән биш йәшлек улы – Илгизе бар бит. Йәмилә улын, әсәһен берәүгә лә алыштырмаҫҡа,ташламаҫҡа үҙ -үҙенә һүҙ бирҙе бит. Унан ҡалһа, табиптар башҡа балаң булмаясаҡ тинеләр. Нисек шунан ошо “йөк” менән йәп-йәш, таҙа, эскерһеҙ егеткә кейәүгә сыҡмаҡ кәрәк. Йәмиләнән башҡа ла бына тигән ҡыҙҙар бар бит. Әгәр Ғайсар уның инвалид балаһы бар икәнен белһә, боролоп та ҡарамаясаҡ. Улы барлығын хатта әхирәттәре лә белмәй бит. Ҡаланан ял һорап ҡына ҡайтҡан Йәмилә башын әсәһенең алдына һалып, үкһеп илап, барыһын да һөйләп бирҙе. Әсә кешенең ни былай ҙа йөрәге яралы, ейәне менән ҡыҙының бәхетһеҙлеге өсөн йөрәгенән һыҡрап ҡан аҡҡан кеүек. Былай ҙа төндәр буйы йоҡлай алмай йөрөп сыға. Был юлы ҡыҙының башынан һыйпап:
– Балаҡайым, әле һин йәшһең. Яратҡан кешең булғас, яратылып ҡал. Ул үҙе бер дәүер. Йәшнәп йәшәр сағығыҙ ғына әле, алла бирһә, тупылдатып тағы ла һау-сәләмәт ул-ҡыҙҙар табырһың. Әйткән һүҙҙәргә ышанма, үҙеңә ышан. Әлегә Ғайсарыңа улың Илгиз тураһында әйтмәй тор. Һуңынан яйланыр. Бындағы өйҙө һатып булһа, ҡалаға күсәйек. Дауаханаға, үҙеңә лә кереп-сығып йөрөргә яҡын булыр, – тип кәңәш итте әсәһе. Шулай иттеләр ҙә. Туйҙарын әллә ни шау-шыу ҡуптармай ғына үткәрҙеләр. Егеттең үҙ фатиры бар ине, туйҙан һуң шундуҡ күстеләр. Шул көндәрҙән һуң өс йыл ваҡыт һиҙелмәй үткән дә киткән. Йәмилә көн дә эштән ҡайтышлай әсәһенең, улының хәлен белә, күстәнәстәр менән һыйлай. Ире лә уның эштән бер сәғәткә һуңлап ҡайтҡанына күнегеп бөткән инде. Тик бына бөгөн ял көнө генә телефон шылтырауы… Әгәр ҙә шул минутта ире алған булһа, нимә тип аңлатыр ине ул был хәлде. Ҡатын Гөлдәр апаларынан Илгизде әсәһенең квартираһына алып ҡайтып, ашатып, кейемдәрен алыштырҙы.Бер аҙ улыҡайын ҡосаҡлап иркәләп үҙ алдына һалды. Эй, уныһы әсәһе килгәненә нишләргә лә белмәй ҡысҡырып көлгән була, йомшаҡ битен әсәһенең йылы усына һалып иркәләй. Әсә һәм бала – әйтеп тә, яҙып та бөтмәҫлек бәхет. Ҡатын әсәһенең хәлен беләйем тип кенә кәрәҙле телефонын сумкаһынан сығарғайны, уныһы үҙе ҡысҡыра башланы, баҡһаң, һөйөклөһө шылтырата икән.
– Эйе, һөйөклөм, нимә булды? – тине, үҙен тыныс тоторға тырышып.
Ғайсар бер аҙ өндәшмәй торғас:
– Һин ҡайҙа? Дөрөҫөн генә әйт! – тине.
– Нисек мин ҡайҙа? Алһыуҙарҙа ҡунаҡта булам тинем, бит.
– Яңы ғына Сәриә шылтыратты һине һорап, Алһыуҙарҙа юҡ
тине һине. Йәмилә дөрөҫөн әйт, әгәр минән башҡа тағы берәүҙе яратаһың икән,аңлашайыҡ, – тине лә трубкаһын һалды.
”Нимә тип кенә аңлатырға, ул бит Ғайсарын һушһыҙ ярата, унһыҙ йәшәү юҡ уға, йә әсәһе янында юҡ кәңәшләшергә, инде нимә тиергә, боронғолар бушҡа әйтмәгән бит “Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленер” тип, бына бит беленде” тип уйланды ҡатын. Һалған телефонын ҡулына алып: ”Һөйөклөм, үҙең кил минең янға, адресымды яҙып ал, үҙ күҙҙәрең менән күрһәң һәйбәтерәк булыр,” тине. Күп тә үтмәне, ишектә ҡыңғырау тауышы ишетелде. Йәмилә йүгереп барып ишекте асты. Унда ап-аҡ булып төҫө ҡасҡан Ғайсар тора ине. Кейемен дә һалмай туп-тура йоҡо бүлмәһенә инде, унан һуң залға, иң аҙаҡ бәләкәй бүлмәгә керҙе. Карауатта мыш-мыш килеп йоҡлап биш йәшлек малай ята ине. Уға ҡарап ир тораташтай ҡатып ҡалды. Йәмиләнең башынан әллә күпме уйҙар йүгереп үтте. Хәҙер ире, ингән еренән башҡа уларға әйләнеп тә ҡарамай йүгереп сығып китер төҫлө. Ҡатындың биттәре буйлап ҡайнар йәштәре субырҙап аға бирҙе. Үҙен саҡ ҡулға алып, телен саҡ әйләндереп: “Минең улым – Илгиз” тине. Үҙе шундуҡ аш бүлмәһенә уҙҙы, уның артынса ире лә эйәрҙе. Өҫтәл артына ултырғас, ҡатын оҙаҡ ҡына һүҙҙе нимәнән башларға ла белмәне. Ғайсары алдында ул ғәйепле ине. Күпме йылдар ошондай ҙур улы бар икәнен йәшереп йөрөнө бит ул. Бар ҡыйыулығын йыйып һөйләй башланы.
Ул ваҡытта ун беренсе синыфта уҡығанда, ауылға ҡунаҡҡа Хәбир исемле егет ҡайтып йөрөгән була.Танышып китәләр. Ул урман техникумының икенсе курсында уҡый икән. Төҫ-башҡа бик сибәр, шуҡ ҡына егет. Ҡыҙҙар ни, шундайҙарҙы ғына яраталар. Уның матур һүҙҙәренә ышанып, алданып, һуңынан ауырға ҡала. Ә инде Хәбир ҡыҙҙың шундай хәлдә ҡалыуын ишеткәс, бөтөнләйгә юғала. Сабыйының аяҡҡа баҫмай ғәрип булып ҡалыуын, иренән йәшереп йөрөүен бәйнә-бәйнә һөйләп биргәс, йәшле күҙҙәрен иренә төбәп:
– Минең башҡа һинән йәшерерлек серем юҡ, ғәрип балалы ҡатын хәҙер кемгә кәрәк?! Әлегә улым янында ҡалырлыҡ кеше юҡ, әйберҙәремде һуңынан барып алырмын. Бәхетле бул, Ғайсар! – тине лә, тағы ла ҡысҡырып илап ебәрмәҫ өсөн, ваннаға инеп бикләнде. Шулсаҡ бүлмәнән: “Әсәкәйем, һин ҡайҙа булдың?” –тигән тауышҡа йүгереп сыҡты.
– Улыҡайым, берҙән-берем минең, башҡаса бер ҡасан да һине ташламаясаҡмын, гел яныңда ғына булырмын, – тип, сабыйының ҡулдарынан, биттәренән супылдатып үпте, күкрәгенә ҡыҫып башынан һыйпаны. Ишектә Ғайсар ҙа күренгәс:
– Әсәй, атай ҙа ҡайтҡан, һин әйтә инең бит, ул бик алыҫҡа эшкә китте тип. Атай, мин һине ҡайта тип, көн дә көттөм. Хәҙер мин атлап китәсәкмен, – тип, малай ысын күңелдән шатланды. Ғайсар түҙмәне, Илгизде күтәреп, үҙ улылай яҡын итеп күкрәгенә ҡыҫты:
– Эйе, улым, мин ҡайттым. Мин дә һине бик һағындым. Инде беҙ һәр ваҡыт бергә булырбыҙ, бар көсөмде һалып һине аяҡҡа баҫтырасаҡмын.
Йәмилә күҙ алдындағы күренеште һаман аңламаған һымаҡ, төшмө әллә өнөммө тип һығылып иҙәнгә сүгәләне. Был юлы күҙҙәренән әсе йәш түгел, шатлыҡ йәштәре аға ине.
Ғайсар бар ваҡытын малайға бүлергә тырышты. Массаж, күнегеүҙәр яһатты. Табиптарға йөрөттө. Улар ҙа “бәлки, мөғжизә булыр, атлап китер ул” тигән өмөт уятты. Һәр көн һайын атаһы улына:”Һин булдырасаҡһың, улым, һин йөрөргә тейеш, мин һиңә ышанам, һин көслө егет”, – тип малайҙы ҡанатландырҙы, уға йәшәүгә ышаныс арттырҙы. Шул әйткән һүҙҙәр тәьҫир иттеме, әллә көндәлек шөғөлләнеүҙәр ярҙам иттеме ,бер көн иртән эшкә йыйынып йөрөгәндә Илгиздең: – Атай, әсәй минең бармаҡтарым әҙ генә һелкенә, мин атлап китәсәкмен! – тигән шатлыҡлы тауышына ир менән ҡатын йүгерешеп килде. Ысынлап та, малайҙың бармаҡтары ҡыбырлай ине.
Ошо осорҙа Йәмиләгә лә әллә нимә булды, әллә ҡыуаныстанмы башы әйләнә, күңеле болғана. Табиптарға барып күренгәйне, шатлыҡлы хәбәр алып ҡайтты. Ул ауырға ҡалған. Эйе, ысынлап та, мөғжизә бар бит ул, тик уға бар күңелең менән ышанырға кәрәк. Хоҙай Тәғәлә бар ҡылған изгелектәреңде өҫтән ҡарап тора, яҡындарыңа ысын күңелдән ярҙам итәһең икән, ул да һине үҙ мәрхәмәте менән ҡыуандыра.