Исемдәре бер үк, йөкмәткеһе төрлө
Республика көнө уңайынан “Дуҫлыҡ” паркында үткән байрам саралары сиктәрендә район гәзиттәренә яҙылыу ҙа ойошторолдо. Был көндө “Ейәнсура таңдары”на яҙылған һәр кем татлы приз да алып ҡыуанды.
– Район гәзите башҡортса сығамы ул? – тип һоранылар беҙҙән. Умартасылыҡ менән күптән шөғөлләнгән Әнүәр ағай Рамаҙановты район үҙәгендә белмәгән кеше һирәктер. Кемдәрҙер уның балын маҡтай-маҡтай ала, икенселәр унан ҡортсолоҡ серҙәрен өйрәнгән.
– Башҡортсаға яҙылһаҡ та руссаһын килтерәләр. Почтаға барып та ыңғай хәл ителмәне...
Балсы ағайҙың әйткәне бер аҙ һағайтты. Редакцияға ла шундай һорау менән шылтыратыусылар байтаҡ. Тағы бер тапҡыр ҡабатлағы килә: башҡортса “районка” 10 йылдан ашыу инде дубляж (тәржемә) булып түгел, ә “Ейәнсура таңдары” гәзите исеме аҫтында айырым, үҙ аллы баҫма башҡорт телендә нәшер ителә. Рус телендә сыҡҡан “Зианчуринские зори” менән исемдәре бер үк, тәржемә кеүек булһа ла, йөкмәткеләре айырыла. Әйткәндәй, социаль селтәрҙәрҙә лә төркөмдәрҙең исеме бер иш булһа ла, йөкмәткеһе төрлө. Ошо хаҡта таныштарығыҙға ла еткерегеҙ әле.