Ҡапыл килгән ҡышҡа ҡаушап ҡалдым
Көҙҙөң ҡалған көндәренә бүлеп
Ниәт иткән эшем бөтмәнем.
Мин бит ҡышты иртә көтмәнем...
Ҡыш?Килдеңме?Ниңә улай иртә?
Таң атҡансы ҡалын ҡар ине..
Был ғүмер ҙә шулай, миҙгел кеүек
Ун етелә генә сағым минең
Тик шул наҙҙар һаман аҙ ине..
Ашҡындырып ашыҡтырҙым үҙем,
Ғүмер миҙгелемдең толпарын.
Юрта-юрта яҙым,йәйем үтте
Онотҡандай алда көҙ барын
Ҡыуаланым һаман толпарым..
Яп-яланғас ҡалды аҡ ҡайындар,
Һалҡын беҙгә,аҡ мамыҡлы шәлгә
Урығыҙсы тиҙерәк,-тигәндәй.
Ҡышты гүйә тәүгә күргәндәй..
Ҡапыл килгән ҡышҡа ҡаушап ҡалдым,
Бәлки иреп бөтөр аҡ ҡарҙар?
Туҡта күңел, бойоҡмасы бушҡа
Ҡыш үтер ҙә,килер йәмле яҙҙар!
Бөрөләнер онотолған наҙҙар..
Хуш киләһең ҡышым, аҫыл ҡошом,
Ғүмерҙәрҙең иң саф миҙгеле!
Тирә-яҡ аҡ, күңелдәр пак булһын
Бәхеттәргә сорна иң элек!
Һәр миҙгелдән көтәм игелек..
Гөлиә Азаматова-Мөьминова.
Әбүләис ауылы- Усинск ҡалаһы