Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
15 Ноябрь 2019, 23:30

Хикмәтле хәрефтәр

Буранша бабай быҙауын, бәләкәй бәрәсле бәрәндәрен барларға биләндәге баҫыуға барырға булды. Барғас, баҫыуҙы бихисап бәпембә, бабайбаш, бағаяҡ, бажат, билсән, балтырған баҫҡанын белде...” Иғтибар иткәнһегеҙҙер, “Бәрҙеле буйында” хикәйәһенән алынған был өҙөктә бөтә һүҙҙәр ҙә бер үк хәрефкә башлана.

Һөйөнсө: яңы китап сыҡты!

Хикмәтле хәрефтәр

“Буранша бабай быҙауын, бәләкәй бәрәсле бәрәндәрен барларға биләндәге баҫыуға барырға булды. Барғас, баҫыуҙы бихисап бәпембә, бабайбаш, бағаяҡ, бажат, билсән, балтырған баҫҡанын белде...”

Иғтибар иткәнһегеҙҙер, “Бәрҙеле буйында” хикәйәһенән алынған был өҙөктә бөтә һүҙҙәр ҙә бер үк хәрефкә башлана. Һәм был берҙән-бер хикәйә түгел. Билдәле һәүәҫкәр шағир, район гимны авторы, хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙ Шаһивилдан Иҙрисовтың “яңы ғына мейестән сыҡҡан” “Хикмәтле хәрефтәр” йыйынтығында ундай хикәйәләр байтаҡ ҡына: А, Б, Й, Ҡ, М, С, Т, У, Һ, Я хәрефтәренә башланғандары тупланған.

Китапҡа баш һүҙҙе Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлбаныу Исмәғилева яҙған. “Башҡорт теленең ни тиклем бай, матур, яғымлы булыуы хаҡында һөйләүселәрҙе мең ҡат тыңлағансы, Шаһивилдан Вилдан улы Иҙрисовтың “Хикмәтле хәрефтәр” исемле йыйынтығына ингән хикәйәләрҙе уҡыу ҙа етә, тип уйлайым. Бындағы хикәйәләр йөкмәткеһе менән бер һоҡландырһа, тель-стиль үҙенсәлектәре яғынан хайран итә. Бер төрлө хәреф менән генә башланған һүҙҙәрҙе табып, өйрәнеп, һөйләмдәр, хатта текст килеп сығырлыҡ итеп урынлаштырыу – ул шағирҙың туған телен яҡшы белеүен генә түгел, ә бөтә күңеле, булмышы менән тойоуын күрһәтә, шулай уҡ әҙәби әҫәрҙең композицияһы буйынса тәрән белемен раҫлай”, – ти ул. Тап шулай!

Афарин, Шиһивилдан ағай! Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: