Рәсми ултырыштарҙы башҡорт телендә үткәреү башланғысын район һәм ҡалалар дәррәү күтәреп алды, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадио компанияһы. Салауат ҡала округы ҡала Советы депутаттары тарихта беренсе тапҡыр ултырышты башҡорт телендә уҙғарған. Көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр буйынса сығыштар туған телдә булған. Киләсәктә был тәжрибәгә даими әйләнеп ҡайтырға килешелгән.
Балтас районында ла яңыраҡ депутаттар Советының уҡыусы йәштәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, байрам һәм ял көндәрендә уларҙың буш ваҡытын ойоштороу мәсьәләләренә арналған ултырышы башҡорт телендә үткән.
Район һәм ҡала Советтары ултырыштарын икенсе дәүләт телендә үткәреүҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткәйне.