Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
1 Декабрь 2019, 00:00

Дарыу

Ҡыҙыҡай, белгән кеүек, ауылда кәрәк булыр тип, ҡаланан левомицитин менән ацитилсалициловая кислота (аспирин) алып ҡайтҡан.


Ҡыҙы ҡаланан әсәһе янына ҡайтҡас, әсәһе баш ауыртыуына зарлана икән. Ҡыҙыҡай, белгән кеүек, ауылда кәрәк булыр тип, ҡаланан левомицитин менән ацитилсалициловая кислота (аспирин) алып ҡайтҡан. Күстәнәстәрен бушатҡанда, ҡул осонда торһон тип, һыуытҡыс башына һалып ҡуйған. Сығып барғанда әсәһенә:


- Әсәй, ана һыуытҡыс башында дарыуҙар бар, шунан ҡарап алып эс! – тигән дә, сығып киткән. Урамда арлы-бирле эш бөтөрөп, һыу ташып килеп инһә, әсәһе йылмайып ултыра икән:


- Дарыуың бик яҡшы булды, балам, килеште. Башымдың ауыртыуын һыпырып алғандай булды, рәхмәт! - тигән.


- Ниндәй дарыу эстең һуң әсәй? – тигәс:


- Кислота тигәнен эсмәнем инде, икенсеһен эстем. Тик бик тәмһеҙ булып сыҡты, ауыҙымдан һаман әсеһе китмәй тигән.
Читайте нас: