"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
3 Декабрь 2019, 15:00

Әфсен-төфсөн, тылсымлы ҡыш...

- Әфсен- төфсөн,-тылсымсы ҡыш Сихри тынын ергә өрҙө. Хасил итеп бер мөғжизә, Бар донъяны аҡҡа төрҙө. Һипте күктән аҡ ынйылар, Йәйҙе ергә аҡ келәмдәр , Урмандарға бөркәү япты Нәфис кенә аҡ ебәктән...

Төркөмдәшебеҙ Фәниә Ғәйнуллинанан шиғыр:



- Әфсен- төфсөн,-тылсымсы ҡыш

Сихри тынын ергә өрҙө.

Хасил итеп бер мөғжизә,

Бар донъяны аҡҡа төрҙө.


Һипте күктән аҡ ынйылар,

Йәйҙе ергә аҡ келәмдәр ,

Урмандарға бөркәү япты

Нәфис кенә аҡ ебәктән.


Тауҙарға буран йүгертеп,

Бурап ҡуйҙы аҡ ҡәлғәләр.

Моңһоуланған ағастарға

Элеп китте аҡ тәңкәләр.


Ҡыштың көмөш бүләгенә

Һылыуҡайҙар , эй, һөйөнә,

Тәңкәләрен сылтыратып ,

Бейей улар ел көйөнә.

Фәниә Ғәйнуллина.


Читайте нас: