Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
10 Декабрь 2019, 12:02

Башҡорт теле көнөнөң программаһы билдәле булды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән 14 декабрь «Башҡорт теле көнө» тип иғлан ителде. Был көндә тотош республикала башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереү саралары ойошторола, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән 14 декабрь «Башҡорт теле көнө» тип иғлан ителде. Был көндә тотош республикала башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереү саралары ойошторола, тип хәбәр итә “Башинформ”.

2 декабрҙән социаль селтәрҙәрҙә «Аҫылташ» интернет-марафоны башланды. Йәш авторҙар һәм йәмәғәтселек фекере лидерҙары башҡорт телендә шиғырҙар уҡый. Проект башҡорт шағирҙарын популярлаштырыуға һәм интернетты башҡортса йөкмәтке менән байытыуға йүнәлтелгән.

14 декабрҙә Башҡорт теле көнө Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана.

Иртәнге сәғәт 10-да педагогия университетының төп корпусында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика асыҡ дәресе үткәрелә. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, интернетта дәрестең онлайн-трансляцияһы була.

Баш ҡаланың сауҙа үҙәктәрендә көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 5-кә тиклем мәғлүмәт-күңел асыу саралары планлаштырылған. «Мега», «Ультра» сауҙа-күңел асыу комплекстарында, «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәгендә теләгән һәр кем башҡорт бейеүе дәрестәрен, башҡортса мобиль ҡушымталар һәм грант проекттары презентацияһын ҡарай ала. Концертта башҡорт КВН командаларының сығыш яһауы көтөлә, балалар өсөн «Балалар театры» майҙансығы ойошторола.

Ойоштороусылар был көндә һәр кемде башҡортса һаулыҡ һорашырға, республиканың икенсе дәүләт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙа ҡатнашырға саҡыра.
Читайте нас: