Беренсе тапҡыр үҙ көсө менән аҡса эшләп, ҡулына конверт һатып алыуына ҡыуанған Илгиз йүгерә-атлай мәктәптән ҡайтып килә. Ул бөгөн Ҡыш бабайға хат яҙасаҡ! Уҡытыусы Нурия апайҙары әллә ҡасан уҡ Ҡыш бабайҙың адресын яҙҙырғайны, ҡайҙа, нисек һалырға икәнен дә өйрәткәйне, тик конверт алыуға аҡса таба алмай ғына ыҙаланы шул. Әсәһенән һорау ҙа файҙаһыҙ булды. Хәйләһен барыбер тапты: парталаш ултырған Маратҡа математиканан контроль эште күсертеүгә хаҡ ҡуйҙы. Утыҙ һум! Ҡайҙа барһын, усына өс тимер һумлыҡты һә тигәнсе сығарып һалды. "Икеле " алыуҙан ялҡып та киткәндер инде. Мәктәптән ҡайтышлай почтанан инеп конверт алды, алай ҙа етте әле аҡсаһы, етмәһә нишләр ине икән? "Әсәй өйҙә генә булып, айыҡ ҡына булһа ярар ине?!",-тип эстән генә теләп ишек тотҡаһына үрелде Илгиз. Өй эсенән ят бер-ике ҡатын тауышы ишетелеүгә күңеле төштө."Әпәт байрам итәләр!"
Һалынҡы башын һөйрәп, әскелтем -сөскөлтөм еҫ таралған өй эсенән түргә үтеп өҫ -башын һалып элде, ә уға иғтибар итеүсе лә юҡ. Көн яҡтыһын тиҙерәк файҙаланып ҡалырға ашығып, һыңғар тояғы һынғанға стенаға терәп ултыртылған өҫтәл ишаратына һаҡ ҡына килеп терәлде.Уҙған аҙнала свиттәрен килеп өҙөп киттеләр, хәҙер улар йәшәгән өй генә утһыҙ ҡалды, бурыстары тулы түләнмәйсә кире тоташтырылмай икән, ә әсәй быға артыҡ иҫе лә китмәне. Уға ней усаҡ менән ихлас әхирәттәре булһа шул еткән. Ҡышҡы көн ҡыҫҡаҡ, тиҙ ҡараңғы төшә, бына ни өсөн ҡабалана малай. Әле өйгә эштәрҙе эшләп өлгөрөр кәрәк. Ситке өйҙәгеләрҙең күңелдәре көр, тамаҡтары туҡтыр ахры, Илгиз эсендә ауыртып асығыуы үҙен белгертеп туғырлауына йәне көйҙө."Эх, ошо асыҡтырмаһын ине! Көнөнә бер аша ла, шул етһен ине йә!"
Илгиз өсөнсө класта уҡый. Тырыш малай ул. Бер ике фәндән генә "дүртле" сыға сиреккә, уларын да бөтөрөр ине әле... Бына өйҙә тынғылыҡ юҡ шул. Әсәһе Нәзифә ныҡ эсә. Атай тип ауыҙ асып өндәшкәнен Илгиз белмәй. Ҡайҙалыр, кемдер? Һорағаны ла булды әсәһенең яйына ҡарап, оторо ендәнеп "нимә, тамағың асмы, өҫтөң яланғасмы, атай һорап ", - тине. Илгиз башҡаса был хаҡта өндәшмәҫкә һүҙ бирҙе үҙ алдына ғына. Эсеүе эсеү, бына көмөшкә ҡайнатып үҙе ишеләрҙе өйгә йыйыуын ныҡ өнәмәй малай. Ҡайһы саҡ оло ағай апалар, инәй -еңгәләр әллә ниндәй байрам ойоштороп геү киләләр. Билдәле, төпкө бүлмәлә тын ултырған кешене бар тип рә белмәйҙәр, ә Илгиз күбеһенсә ас ултыра , мәжлес тамам булғанын көтөп. Тышҡы саф һауанан килеп ингән ыңғайы танауҙы йырып әпкилгән һаҫыҡ әсе еҫ өҫ башына һеңеп бөттө инде. Класташ малайҙарҙың эргәһенән ялтанышып "алкаш " ҡушаматы тағыуҙарына ныҡ ҡайғыра. Юҡ, Илгиз алкаш булмаясаҡ, хатта ул әсе хәшәрәтте ауыҙына ла алмаясаҡ, билләһи! Ихлас ихахайлаған ике әхирәтен эйәртеп әсәй кешенең өҫ кейемен кейә башлағанына ҡыуана төштө малай. Төпкө яҡҡа башын бороп ҡына:
— Мин Әсмә инәңдәргә ҡаҙ йолҡошорға киттем, сәмәй һораусылар килһә беләһең, аҡсаһы булһа ғына һат. Ана, шкаф артында ултыра, - тине әсәһе.
Баш һелкеп тороп ҡалған булды Илгиз.Һатыу түгел хәленән килһә һыта һуғып бөтөр ине әле, туҡмалыуҙан ҡурҡа. Уҫал бит ул әсәһе.
Өҫтәлгә килеп ҡомғандан йылымса сәй бороп алған булды, һаҫыҡ еҫле рюмкаларҙы һыпырып этеп өҫтәлдең икенсе башына, ҡаты ҡото икмәк һыныҡтарына ҡушып ҡарылай һөтһөҙ сәйҙе тәмләп кенә һемерҙе. Кәнсир ҡалай һауытта балыҡ менән һыйланған теге өсәүгә көнләшеп кенә буш һауытты еҫкәп еҫкәп, икмәген тығып сит башын һөрткөләп тә алып ҡабып ҡараны. Асығыуы асырғанып асылып икмәккә лә һөйһөнөп шәкәрһеҙ сәй шөрпөлдәтте. Эскә йылы төшкәс күңеле күтәрелде әҙерәк. Өйгә эштәрен барларға ултырҙы. Өлгөрөр кәрәк. Математика, урыҫ теленән тиҙ генә күнегеүҙәрҙе эшләп бер яҡ ситкә этеп тә ҡуйҙы. Инглиз теле фәне. Һүҙҙәр ятларға: һаауыыс -дом, фылауе -цветок, грииин -зеленый, бооой -мальчик, мааҙее -мама. Ҡысҡырып тороп һәр һүҙҙе күҙ алдына баҫтырып иҫендә ҡалдырырға тырышты. Уҡытыусыһы аңлай ахры, эш дәфтәре юҡ уның инглиз фәненән, шуға ла ятлауға күберәк бирә өйгә. Йә тексты уҡып башҡортсаға ауҙара. Тырыша. Шау бишле генә ала, сиреккә лә "бишле " сыға.
Бишенсе дәрес физкультура иртән. Әпәт "икеле " ҡуя инде. Спорт формаһы юҡ шул, булһа ни Илгиз сыҡмаҫ инеме ни?! Костюмын һалып салбары мн сыҡҡайны, дәрестән сығарҙы уҡытыусы Мөрит ағай, "икенсе дәрескә спорт формаһыҙ инәһе булма!",-булды әйткәне.Тирләп бешеп туп артынан сапҡан тиҫтерҙәрен күҙәтеп күпме дәрес үтте, тышҡа сығып саңғы тағып тау ҡыҙырғандарына ҡыҙығыр инде хәҙер. Салбар мн булһа ни була инде, их, бер елдереп ҡарарға ине шул саңғыны кейеп, таяҡтарын ян яҡҡа һелтәй һелтәй.
Малайҙың уйҙарын солан ишеген туҡылдатҡан тауыш бүлде:
— Нәзифә апаааай! Һеҙ өйҙәме уул?
Илгиз йүгереп барып өй ишегенән башын тығып ҡоро ғына:
— Әсәй өйҙә юҡ, ул Әсмә инәйҙәрҙә,- тине.
— Эй, ней, Илгиз... сәмәйен ҡалдырманымы? сырочны ғына кәрәк ине...булһа, бына аҡсам бар, бир әле улым?,-һораулы ерәнгес ҡараш малайға төбәлде.
— Юҡ, ҡалдырманы! Мин белмәйем.
Һөйләнә һөйләнә тупһанан төшөп китте йомошо уңмаған ҡатын. Илгиз өйгә эшенең уҡып ятлауын аҙаҡ нығытырға уйлап, баянан бирле тынғы бирмәгән эшкә- Ҡыш бабайға хат яҙыуға тотондо. Ҡуш дәфтәр бите йолҡоп алып ҡулына ручкаһын килешле тотоп, башын баҫып яҙырға тотондо:
"Һаумы, Ҡыш бабай! Мин Сынбулатов Илгиз булам. Тилмергән ауылы дүрт йыллыҡ мәктәбенең өсөнсө синыф уҡыусыһымын. Уҡыуым яҡшы:тик ике генә "дүрт "ем сыға сиреккә, уларын да төҙәтергә ынтылам. Ҡыш бабай, мин һеҙҙе бер ҡасан да күргәнем юҡ. Әллә беҙ йәшәгән яҡтарға килмәйһегеҙме һеҙ? Әллә юл көрт тип үтә лә китәһегеҙме икән? Мин һеҙҙе телевизорҙан ғына күстәнәсле тоҡсайығыҙҙы аҫып юлға сыҡҡанығыҙҙы күргәнем бар.Һеҙ бит бар, мин ышанам. Ә мәктәп иртәлектәрендә Ҡыш бабай булып уҡытыусы Мөрит ағай кейенгәнен үҙ күҙҙәрем мн күрҙем, шуға уға әллә ни ышанмайым. Быйыл килеп китегеҙ һеҙ беҙҙең яҡтарға. Миңә һеҙҙән ҡиммәтле бүләк кәрәкмәй, саңғым ғына булһа ине. Әсәйем алып бирә алмай, эсә лә ҡуя шул аҡсаһын.
Мин һине көтәм Ҡыш бабай.
Тилмергән ауылы, Өмөт урамы,18.
Китап араһына бөкләнмәһен тип тыҡҡан конвертын сығарып, хатын бөкләп, елем менән йәбештереп адресын яҙҙы. Елеме ныҡ йәбешмәгән һымаҡ булғас, өҫтәп үҙенең хеҙмәт дәресендә ҡулланған елеме мн һылап, нығытып ҡуйҙы. Китап араһына һалып ҡуша йәбешһә тип, өҫтәлгә, бер әллә ҡасанғы гәзит остоғо араһына ҡыҫтырҙы. Көн кисләне. Яҫтыҡ тығылған тәҙрәнең кескәй өлгөһө өйҙө тағы ла ҡараңғылатып тора. Көндөң һуңғы һүрәм нурҙарында урамға сығып ишек тирәләрен ҡарҙан ҡырып таҙалап, кискә усаҡҡа яғыуға утын көрәп сығарып соланға ташып ҡуйҙы. Үҙ эшенән ҡәнәғәт ҡалып, ҡараңғы өйгә инеү генә эсен бошорҙо. Әсәй һаман юҡ. Плитә аҫтына ут яғып ҡомғанға һыу ҡойоп ултыртты, баҙҙан ыуаҡ булһа ла картуф сығарып йыуып кәстрүлгә "мундир " итеп бешерергә һалды. Күңелле генә шаулаған ҡомған, тәмле еҫтәр сығарып боғорлаған кәстрүл, сырт сорт итеп янған усаҡ, ҡараңғы өйгә мейес ярыҡ йороғонан төшкән ут ялҡыны яҡтыһы йәм генә өҫтәне. Усаҡ алдына ултырғыс ҡуйып оҙаҡ ҡына утҡа текләп ултырҙы Илгиз. Ярата ул шулай. Әллә ниндәй уйҙар килә башына шул саҡта...
Тамағын ҡәҙимге төйөп, ҡараңғы мөйөшөнә барып ятты. Башы осонда шыжлап ҡайнаған оло феләктең тауышын тыңлап , әсәһенең кисә бөгөн генә "бал" әсетергә ҡуйғанлығын аңланы. Илгиз әсәһен ҡарап йөрөп тә күпме һыуға күпме шәкәр, әсетке, баш һалырға кәрәклеген дә өйрәнеп бөттө. Тик был өйрәнгәнен ул тормошта һис кенә лә ҡулланмаясаҡ. Биҙрәгә эшләнгән аппарат менән сәмәй ҡыуғанын да ҡарап ултырғаны бар, ҡайһы бер кешеләрҙең әллә ни күреп шул шыйыҡлыҡты, теҙләнеүҙәре серен аңларға теләп, бармағын сылатып ялап ҡарағаны ла бар. Әссее! Сытырайып төкөрөп ҡуйһа ла, тел осо арыуыҡ әсеп торҙо, нисек тәмләп тороп эсәләрҙер инде?!...
Ҡыш бабай килһә... моғайын бер тәмле генә кәнфит тә тотоп килер әле. Теге телевизорҙа әллә нисә ҡат рекламала күреп ауыҙ һыуын ҡойолдорған ҡиммәтлеһен генә алып йөрөйҙөр әле. Их, ул тәмлекәсте! Моғайын семтеп кенә, әҙләәәп кенә ашар ине үҙе әгәр эләкһә ҡулына. Әсәйгә лә өлөш сығарыр ине. Аҙаҡ бүләк саңғыһы менән анау туралағы тау битен сыбарлап ҡараңғы төшкәнсе шыуыр ине, хатта ай яҡтыһында ла ҡайтмаҫ ине. Әй, ҡайтыр ине! Бүре фәлән килеп сыҡһа?! Шомланып, өйҙә бер үҙе ҡараңғыла ятыуын иҫләп, төп яҡҡа боролоп ятты.Ҡыптыр ҡыптыр итеп иҙәндә сысҡан йөрөгәне, ниҙер табып кимергәнен ишетеп, бесәйенең юҡлығын иҫкә төшөрҙө.Уҙған аҙнала ғына үлеп ҡуйҙы шул бесәйгенәһе, ҡуйынына ғына алып икәүләп йылынышып ятырҙар ине былай булһа. Ҡапыл ауырып икмәк ашамай башлағас,әсәһенә, аҙаҡ ҡосаҡлап өҫтәл янында күңел асҡан әсәһенең әшнәләренә лә өндәшеп ҡараны, "мә, бахмилдыр",-тип һаҫыҡ сәмәйҙәрен һоноп, эстәре ҡатып көлдөләр үҙенән улары.Шул кистә үк тартышып ятып үлде Мырлағы, баҡса ситенә кескенә соҡор ҡаҙып илай -илай күмеп ҡуйҙы...
Илгиз бите буйлап аҡҡан күҙ йәшен һыпырып, йоҡоһо килмәгәнгә эсе бошоп тулап туланы. Исмаһам берәй туғаны юҡ йә, ҡараңғы тип тормаҫтар ине, йәшенмәк, һәпәләк уйнарҙар ине. Икәү күңелле булыр ине әле барыбер...
"Әсәй һаман юҡ. Аяҡтан йығылғансы ғына эсмәһә ине...Ҡайтып килештәй йығылып ҡолап ятмаһа ярар ине..."Үҙ уйҙарынан үҙе ҡурҡып, йәһәт кенә тороп, урамға сығып, тын төнгө һауаны тыңлап торҙо малай. Ара -тирә өргән эттәрҙән тыш тауыш биргән йән юҡ. Илгиз ишекте элмәй генә инеп, һүрелгән мейес йүшкәһен ябып урынына барып ятты.
Нәзифәнең эшкә егәрле икәнен белгәндәр ҡаҙ-өйрәк өмәләренән, һуғым һуйыуҙан ҡалдырмай өй беренсә тиерлек йөрөтәләр. Бөгөн дә Әсмә әбейҙең ҡырҡлаған баш ҡаҙын йылы усаҡлығында сәмәй шауҡымында алты ҡатын һә тигәнсе йолҡоп бөткәйнеләр ҙә, тышҡа сығып түшкәләрҙе өтөп һалҡын һыуға сайҡатып ингәнсе "градус " үҙенекен һүҙ итеп, эсен ярыуға ла ярамаҫлыҡ итеп урындыҡҡа йыҡҡан да һалған. Бер ни иҫләмәй. Киске ашҡа йыйылғандар ҙа уятҡан, йоҡлап тик ятҡан. Тик таңға ҡарай ғына уянып, хәл айышына төшөнөп һәрмәләнеп ишек асып урамға сыҡты. Әсмә әбейҙән баш төҙәтергә һорап, бер тәрилкә һыуыҡ ашын һемереп ҡайтырға сыҡты. Ҡайтмаҫ ине, кисә өмәсе ҡатындарҙың кемеһелер, иртән тикшереүселәр йөрөйәсәген тиште ҡолағына. "Киләсәктәр! Мотлаҡ киләсәктәр! Ике тапҡыр тотолдо бит былай ҙа, өсөнсө тапҡырҙа иһә малайҙы тартып аласаҡбыҙ тип янанылар. Хатта ризалыҡ биреп ҡултамғаһын ҡуйып ҡуйҙы бит әле "
Һалҡын ҡышҡы иртә. Һирәк кенә өйҙәрҙең мөрйәләренән төтөн сыға, уянмаған әле күптәр. Аяҡ аҫтында ҡалын тауыш сығарып шығырлаған ҡар бар урамға яңғырай кеүек.Нәзифәнең һыуланып кибеү күрмәгән кейеҙ итеге, күп тә бармай боҙ булып ҡатып аяҡтарҙы бөгөргә лә ирек бирмәй башланы. Итек яйына тура баҫып саҡ ҡайтып етеп килә. Өйө янындағы тыҡрыҡтан килгән шәүләне күреп, аҙымын шәбәйтте. Шәүлә лә атлауҙан йүгереүгә күсеп телгә килде:
— Нәзифәә, Нәзифәәә, тим! Туҡтап тор әле ҡоҙаса?!
Таныны. Был бит мәңге һуҡмыш Әфтәр. "Моғайын да сәмәй эҙләп йөрөй",-тигән уй үтте йылп итеп.
— Ней, ҡоҙаса, һаумы? Йомош бар ине...баш ...баш ярылып килә.
Сәмәйең барҙыр моғайын, аҡса бар...мына...
Кеҫәһенән йомарлап сығарып аҡсаһын һонған барҙа һатмай буламы һуң Нәзифә?! Йылп иттереп йылмайған булып "ауырыуҙы " артынан эйәртеп урамға инеп китте.
— Буш шешә әпкимәнеңме? Шешәм юҡ ине.
— Эй, ҡайҙан беләйем шешәң юҡтығын?! Ярай, шунда берәй нәмәгә ҡойоп бирһәң, икенсеһендә алып килермен,- тип үрһәләнде ир.
Бикһеҙ ишекте шағырлатып асып өйгә үттеләр. Ярым ҡараңғы өй һыуынмаған, йылы. Келәттән саҡ буш шешә табып, шкаф артындағы пластик һауыттан, сәмәй ҡойҙо түгә -сәсә ҡалтыранған ҡатын ҡулдары. Бормасһыҙ шешә моронона ни тығырға белмәй торған Нәзифә, күп уйлап тормай төпкө өй өҫтәлендә ятҡан гәзитте оҙонсалай йомарлап тығып, аҡсалы ҡулға алмашҡа тотторҙо. Ҡыуанысынан рәхмәтле аҙарынған һаҫыҡ ир ишеккә йүнәлде.
— Әлтәф, ней! Ҡара уны, бисәңә өндәшәһе булма, минән алдым тип. Былай ҙа теге юлы ике тапҡыр комиссия менән ҡуша килеп тикшереп китте. Ҡатын ҡыҙҙар советы ағзаһы, имеш... шәп булғас ирен эскенән аралар ине, етем бисәләр тикшереп бысранып йөрөгәнсе,- тине Нәзифә.
Әлтәф көтөлмәгән һүҙҙәрҙән саҡ теҙ сүкмәй, ике усын ҡуш ҡуйып, еткермәйәсегенә һүҙ бирҙе. Имза менән нығытам тигәндәй, кеҫәһендәге шешәне һөрәп сығарып, ғорҡолдатып эсеп, шул һөйрәүҙә ярты бүҫкәһенә төшөрөп, бөкөһөн тығып кире кеҫәгә сумдырҙы.
Нәзифә Әлтәф артынан ишек ябылыуға етеҙ генә мейес артындағы феләкте һөйрәп ишек төбөнә ултыртты. Бер үҙе тупһа аша алып сыға алмаясағына ышанып Илгизде уятты:
— Илгиииз, тор,тор, Илгиз!
Малай күҙҙәрен асыуға айныҡ әсәһе тороуға ҡыуанып, йылмайып ҡарап ҡуйҙы.
— Ништәй, әсәй? Уҡыуғамы?
— Юҡ, уҡыуға иртәрәк әле, бына феләкте сығарышһаң тигәйнем. Бөгөн тикшереүселәр киләме ниме тиҙәр ине...
Илгиз йәһәт кенә урынынан тороп бер ҡат ыштанда көйө итеген эләктереп әсәһенә "бал " йәшерешергә сығып китте.Әллә күпме кешене алйатҡан сәмәй аппараты ла ҡалын ҡар аҫтына йәшерелеп, өй эсе ишек асып елләтелеп, иҙәндәр һеперелеп, өҫтәл тирәһе лә йыйыштырылып ҡуйҙы. Илгизгә был үҙгәреш хаттин оҡшаны. Әсәһе ни әйтһә, тиҙ генә үтәргә әҙер булып йүгереп кенә йөрөнө тиерлек. Арыуыҡ эш ҡыйратҡас ҡына, кисәге яҙған хатын иҫләп, өҫтәл янына килде. Гәзит киҫәге лә, хат та юҡ. Илгиз әсәһенән һорарға итте лә, кире уйланы. Сумкаға һалып яңылышаммы тип ҡырҡ ҡутарҙы китаптарын. Тапманы. Хатты ни теләһә ҡыр итеп яҙыр ҙа, бына конверты ғына йәл. Ҡайҙан алмаҡ кәрәк тағын?
Яҫтыҡ тығылған бәләкәй тәҙрә өлгөһөн дә тотҡолап ҡарап бөттө, берәйһе алған тиер инең, шул көйө.
Аптыраулы уйҙарҙа мәктәпкә китте малай.