Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
11 Декабрь 2019, 00:00

Ҡыш Бабайға хат (дауамы)

...Нәзифә ни тиклем тырышып әҙерләнмәһен, райондан килгән комиссия бер нигә лә иғтибар итмәйсә, хатта тентеү ҙә үткәрмәйенсә, Илгизде ике аҙнаға реабилитацион үҙәккә алап китәсәктәрен белдереп ҡульяҙмға имза ҡуйҙырып сығып киттеләр. Ишек ябылыуға "әгәр ике аҙнала үҙеңдә алға китеш булмаһа, малайҙы атаһына тапшырасаҡбыҙ " тигән һүҙҙәре аяҙ көндә йәшендәй башын шаңҡытты.

Әлтәф өйөнә етә килә Нәзифәнең һүҙҙәрен иҫләп шешәһен ҡайҙа йәшерергә белмәй аҙапланды. Ҡарға шөңгөтөр ине, аҙаҡ тапмауы ла бар. Ҡапҡа эсенән эшкә тип сығып килгән ҡатынын күреп, албарғып торҙо ла ҡуйҙы.
— Таң һарыһынан хәйерселәп ауыл ҡыҙырып ҡайтып та еттеңме? Кемдән алдың был шешәне?
Миңнурҙың уҫал тауышына ҡалтырана төшкән ир шыбырлай биреп:
— Ҡыҙма әле бисәкәй! Магазиндыҡы, бер кемдеке лә түгел, мына ҡара ышанмаһаң,- тине.
— Эйе, ышандым ти! Ҡасандан бирле магазин ҡағыҙ бөкө урап тығып һаҫыҡ сәмәй һата?! Ну -ка, бир әле бында!
Миңнур етеҙ генә ынтылып шешә муйынына йәбешергә уйлағайны ла, ир кеше шешәне ебәрмәй тартып алып, ҡағыҙ бөкөнө генә усында йомоп ҡалды ҡатын.
— Исмаһам ҡунаҡҡа ҡайтҡан улың, килен барҙа эсмәй торһаң ни булған?! Барыбер табам бит ҡайҙан алып эсеп йөрөгәнеңде, йәшер әйҙә, йәшер!
Ҡатын иртәнән көйәләнеүен аҙымдарына күсереп, ҡаты ҡаты баҫып эшкә -мәктәпкә йүнәлде. Кеҫәһенә һалған сәмәй һеңгән ҡағыҙ бөкөнө онотто ла тиерлек.
Ике дәрес үтеүгә райондан административ комиссия килеүен шылтыратып белгерткәстәре, Миңнур Азатовна ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булараҡ проблемалы ғаиләләргә рейдҡа сығыуға әҙерләнеп, силсәүит яғына атланы. Ҡулы кеҫәгә тығылыу менән, баяғы уралған иҫке гәзит, эсенә йомарлап тығылған Илгиздең Ҡыш бабайға тәғәйен хаты килеп сыҡты. Мәктәп урамынан сыҡмаҫтан уҡ уҡып, саҡ артына ҡоламаны. Йәл ине малай уға. Замана балалары айфон, айпад, ноутбук һорағанда Ҡыш бабайҙан, был ни бары саңғы ғына. Өйөндә улдарынан ҡалған күпме саңғы өр яңы көйө тора, белһә бит дауна уҡ тотторор ине үҙенә. Әллә...
Юҡ. Былай ғына саңғы тоттороу ярамаҫ. Әсәһенең эсеүен дә йәшермәгән бит. Тимәк уларҙы айырып, бер аҙ ваҡыт биреп ҡатынды яҙа юлдан араларға кәрәк. Үҙ уйҙарының хаҡлығына, яҡлау табырына ышанған етди ҡатын, үҙ иренең эскәненә әсе әрнеһә лә, малайға ярҙам итә алырына ҡыуана биреп атланы алға.
Нәзифә ни тиклем тырышып әҙерләнмәһен, райондан килгән комиссия бер нигә лә иғтибар итмәйсә, хатта тентеү ҙә үткәрмәйенсә, Илгизде ике аҙнаға реабилитацион үҙәккә алап китәсәктәрен белдереп ҡульяҙмға имза ҡуйҙырып сығып киттеләр. Ишек ябылыуға "әгәр ике аҙнала үҙеңдә алға китеш булмаһа, малайҙы атаһына тапшырасаҡбыҙ " тигән һүҙҙәре аяҙ көндә йәшендәй башын шаңҡытты. Лып ултыра төштө Нәзифә. Бер ҡасан да былай шыҡһыҙ тынлыҡта ҡалғаны ла, ҡалыу хаҡында уйлағаны ла булманы. Ҡыйын икән яңғыҙлыҡ, хатта иң көслө сәмәй ҙә күңелде күтәрә, һағышты йыуа алмаҫ. Әллә...әллә үҙе ҡасандыр ҡаты ябып сығып киткән ишекте кире шаҡып ҡарарғамы? Үҙһүҙлелеге, еңмешлеге менән генә ошо хәлгә ҡалды бит. Туған- тыумасаһыҙ, ата- әпсәһеҙ, ирһеҙ -балаһыҙ, хатта эшһеҙ ҙә түгел ине бит?! Етеш доньяға етенә алмай, барын ашаҡлатып аҙҙырған бары шул аҡса ғына ине бит, эх!...
...Икенсе улы Илгизе тыуыуға хөкүмәт "әсәлек капиталы " тигән түләү сығарҙы. Нәзифәне ире Илдарҙың ошо аҡсаға мал ҡураһы эшләп, күпләп тана -торпо алып, шәхси эш башларға йыйыныу уйы ныҡ ендәндерҙе. Тик үҙе генә, үҙе өсөн генә тотонғоһо килде аҡсаны. Ай һайын түләнгән аҡсаларын йыйып -йомарлап, бер көн әйтмәй- итмәй атай йортона ҡайтып та йығылды. Илдар килмәне түгел, килде артынан. Нәзифә үҙен эре, һауалы тотто. Ниңәлер ошо ҡағыҙҙағы, әле аҡсаға ла әйләнмәгән һандар, бар ҡалған ғүмеренә етер кеүек күп күренде. Өй алыр, эш тә табыр... ир фарманын тыңлап йүгергән ҡатын булып түгел, үҙе баш,үҙе түш үҙҙаллы зат итеп күҙалланы үҙен. Тик барыһы ла ул уйлағансы булманы.Сертификатты аҡсаға әйләндерәм тип, анһат юл эҙләп, риэлторҙарҙа күп өлөшөн юғалтты, йә уйламай нитмәй кредитҡа әйбер алып ҡырҡ түләнде. Илдар инәлә- инәлә ялҡып, бер үҙе ғүмер һөрҙө. Нишләптер иренең инәлеүенән айырыуса кинәнес тапты Нәзифә. Айырылыуға ғариза яҙып судҡа саҡыртты ирен, Илдар ризалыҡ бирмәне. Ярашыу юлын эҙләп ике ҡулына сумка аҫып Тилмергән юлын әҙ тапаманы. Улын күрһәтмәҫкә ишеген бикләп ҡасты ҡатын, йә урамға сығып ҡаршы алып, алып килгән кейем һалымын күҙе алдында иренең аяҡ аҫтына һалып тапаған булып, усаҡҡа быраҡтырҙы, йәнәһе лә мохтаж түгел уның яҡлауына. Ризыҡ тулы сумкаһын алған булып, урам буйы тултырып түгеп- сәсеп, бар күрше - тирәһе алдында оятлы итеп, һүгенеп әрләгәненә ныҡ ғәрләнгән ир, башҡаса был йорт тупһаһына яҡынламаны. Ә малайын ул ныҡ һағынды. Өлкән улы үҙе менән булғас, бар һағышын уны ҡарап, тәрбиәләп баҫты...
Ә Нәзифә ҡулына төшкән һынаулы ғына суммаға ошо өйҙө алған булғайны, атаһының да кейәүен яҡлауын, әсәһенең дә шул юҫыҡта булыуына оторо ҡарышып, ҡырталашып күсенде Тилмергәнгә. Мәктәптә йыйыштырыусы булып эшкә төшкәйне , уҡытыусылар менән һүҙгә килешеп, арыуыҡ телләшеп эшенән ҡыуылды. Ара- тирә төшөрөп алыуҙы үҙ иткәнгә, иш -ҡуштар табыла торҙо, анһат "бизнесс" табыш та килтерҙе...
Тик Илгиздең ҡайһы саҡта атай һорауы эсен бошорҙо барыбер ҡатындың.
Тормошоноң былай ағышы яҡшыға бармаҫын аңлай ҙа, тик үҙ ғорурлылығын үҙе еңә алмаҫ кеүек, ире Илдар ҙа инде ғәфү итмәҫ...
Уйҙарын бүлеп ишек асылды:
-— Э- э- э-й, Нәзифә, өйҙә икәнеңдә, ней, йомош бар ине...теге...үҙең беләң инде...сәмәй...
Уйлап та тормаҫтан, Нәзифә өҫтәлдә ултырған шәкәр һауытын усына йәһәт кенә ынтылып алып, ишек төбөндәге ярым иҫерек ир затына ҡарай елсәне.
---Бынан былай, был йортта сәмәй һа-тыл-маай! Ишетһен ҡолағың!Юғал тиҙерәк күҙемдән, ҡортҡа!
Юғиһә башыңды....
Бындай ҡаршылауҙы көтмәгән ир йылп итеп ишек артына сығып боҫто.
Ҡатын урынынан ҡалҡынып, иртәгә үк өлкән улы һәм ире йәшәгән, үҙе тәүләп килен булып төшкән ауылға Таулыға барырға ҡарар итеп,көскә тәнен ҡыбырлатып йыйына ла башланы...
(Аҙағын иртәгә уҡығыҙ.)

Миңзәлә Сирғәлина.

Читайте нас: