Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
12 Декабрь 2019, 00:00

Ҡыш бабайға хат (аҙағы)

...Уйын, уҡыу, ашау, ял итеү ни тиклем ҡыҙыҡтырғыс һәм күңелле булмаһын, Илгиз барыбер һалҡын ҡышта утһыҙ ҡалып ҡарайып ултырған, бер өлгөһө ярылып яҫтыҡ тығылған, әсегән бал еҫе аңҡыған өйөн һағынып һағышланды. Кемдер, ҡайһылыр ишекте асыр ҙа: "Сынбулатов Илгиз, ҡайтыуға әҙерләнергә! ", - тип әйтер кеүек ине. Ике аҙна... Ике йыл кеүек булыр инде...

Илгизде "Йылы йорт " тип аталған ҙур бинаға алып килде, мәктәптән үк ултыртып алған ҡара машина. Инделәр. Бар кейемдәрен һалдырып, ентекле баш тәнен тикшереп, йылы ғына мунсала йыуындырып, өр яңы кейемдәрҙә ашханаға алып барҙылар. Әкиәттә генә булған хан һарайылай тойолдо был йорт Илгизгә, өҫтәлгә ҡуйған ризыҡтары иһә малайҙың үҙ ғүмерендә бер ҡасан да тәмләп ҡарамағандары ине: йомарлап быуҙа бешкән ит, ыуалып ҡына торған дөгө ярмаһы, үҙе үтә күренмәле, әммә шул тиклем татлы емеш һуты. Тәмлелегеее!
Уның ише балалар арыуыҡ ҡына, бөтөнләй бәләкәйҙәре лә бар, бер туған апайдыларҙыр инде, ҡайһылары етәкләшеп кенә йөрөйҙәр.
Ашап туйғас бүлмәләргә таратып, ап- аҡ түшәк кәрәк яраҡтары бирҙеләр. Илгиз бындай хөрмәттең сәбәбен дә, айышын да аңлап етмәй баш ватты: " Әллә Ҡыш бабай менән осрашыуға әҙерләйҙәрме икән? "
Күҙҙәренә иҙыратып йоҡо төйөлдө, тик күрше бүлмәләге ҡыҙсыҡтың бер туҡтауһыҙ "әсәәәәәй,әссәәәәй ",-тип илауы күңеленә тейеп, Тилмергәндә ҡалған әсәһен иҫләп бите буйлатып шым ғына күҙ йәшен йүгертте...
Уйын, уҡыу, ашау, ял итеү ни тиклем ҡыҙыҡтырғыс һәм күңелле булмаһын Илгиз барыбер һалҡын ҡышта утһыҙ ҡалып ҡарайып ултырған, бер өлгөһө ярылып яҫтыҡ тығылған, әсегән бал еҫе аңҡыған өйөн һағынып һағышланды. Кемдер, ҡайһылыр ишекте асыр ҙа, "Сынбулатов Илгиз, ҡайтыуға әҙерләнергә! ", - тип әйтер кеүек ине. Ике аҙна... Ике йыл кеүек булыр инде...
Класташтары ни тиҙәр икән?...
Әсәй белмәй ҡалды шикелле,әгәр әйтмәһәләр эҙләп кенә арыны микән? Әллә... әллә теге әсей башлаған балын эсеп айный алмай ята микән?Ҡыш бабайға яҙған хатым сәйер юғалды, әгәр үҙенә хаты барып етеп, килер булһа? Яҙа ятып ҡалырмынмы икән бында? Эх...ҡайтҡы килә...
Нәзифә үҙе белгәнсә эстән теләнә- теләнә юлға сыҡты. Юлаусы машина ла тиҙ генә тап булып ҡуйҙы. Таулының осонда төшөп ҡалып, һалмаҡ ҡына урам буйлап килә. Ниңәлер тәҙрәләрҙән үткер ҡараштар үҙен тетеп ҡарап " ҡайтып китһәң дә, кире килә ятаһыңмы? Килдеңме - килдең!",-тип ирештерәлер кеүек ине. Урамдың ҡап уртаһы тирәһендә күркәм мәсет ҡалҡытҡандар, Нәзифәнең яҡынлаша башлауына мәсет манараһындағы тауыш көсәйткес аша моңло аҙан тауышы яңғыраны.Һуң бөгөн бит йома! Бар тәне эҫеле һыуыҡлы булып киткән ҡатын һыны, ошо көй тулҡынында оҙағыраҡ бәүелергә теләгәндәй аҙымдарын яйлатты. Нисек яңылышҡан Нәзифә?! Аҙан моңон бит баҡырған кәзә тауышына тиңләп әсе көлгән мәлдәре юҡ инеме ни?!
Һәлмәк аҙымдар моңло тауышты артҡа ҡалдырып алға бара. "Нисек ҡаршылар Илдары? Үҙе һымаҡ дорфа ҡыланһа? Ҡайттыңмы аҡсаң бөткәс, тиһә..."
Мейеһен мең төрлө уй йырғыланы. Бына таныш ҡапҡа. Ҡайһылайтып ҡына атлап инергә?
Урам эсенә инде. Ус аяһындай урам, шул тиклем матур йыйнаҡ ҡына юлдар ярып көрәлгән.
Һарай ҡапҡаһының биген сылтырлатып һыңғар ҡулына биҙрә тотҡан ире Илдары килеп сыҡты. Ҡапҡа төбөндә ни артҡа, ни алға китергә белмәй ҡатҡан ҡатынды шәйләп, танып алғас йылмайып һин дә мин һүҙен ҡушты.
— Һаумы, Нәзифә... ней, бына һыйыр быҙауланы бөгөн таңға... уҙған йыл ҡыҫыр ҡалғайны, быйыл шуға иртәләне... Мә, биҙрәне ал әле, мин һарайҙың ҡапҡаһын ябып киләйем, быҙауы өшөнөп ҡуйыр.
Ыуыҙ тула яҙған биҙрәне еңел генә ҡатын ҡулына күсереп, Илдар һарай яғына йүгерҙе. "Һөтлө биҙрә... хәйерлегә генә булһын!" Нәзифә тупһала тапанып тора бирҙе. Берсә һығылдырып һөт һауып, бер уйһыҙ йәшәгән мәлдәрен, берсә алда буласаҡ ваҡиғалар солғанышын күҙаллай ине.
— Һуң, Нәзифә? Нишләп һаман тораһың бында? Үт өйгә! Илшат ярышҡа китте, өс көнһөҙ ҙә ҡайтмай. Әйҙә!
Нәзифә һөтлө биҙрәне тотоп Илдар артынан тупһанан күтәрелә ә уйҙары йәнәшә: "барыһы ла шул көйө, үҙгәрмәгән,әйтерһең дә Нәзифә ун йыл элек ошо тупһаны ашаҡлап ашҡынып сығып китмәгән, ә ун минутҡа ғына ут күршелә сәйләп ултырған... ун минут...шул ишек...шул келә...хатта һәр иҙән таҡтаһы ла таныш бит уға...келәт тәҙрәһендәге көнбағыш һүрәтле ҡорған ғына бер аҙ ҡояш ашауында төҫһөҙләнгән... Эх, Нәзифә лә шул ун йыл элеккеләй түгел шул, ҡояш түгел, хәмер кимергән..."
Үҙ уйҙарына үҙе бирелеп шым ғына өйгә үтте ҡатын. Бында ла тәртип, таҙалыҡ хөкөм итә. Нәзифәнең үҙ ҡулдары менән сиккән һөлгө таҫтамалдары, яҫтыҡ ябыуҙары...
Илдар һабынлап ҡулын йыуған арала ла әллә күпме хәбәрен теҙеп өлгөрҙө, тик Нәзифә әллә ишетмәне, әллә аңламаны, башын һелкеп кенә тик ултырҙы.
Илдар хужаларса йөрөп сәй ҡуйҙы. Мыйыҡ аҫтынан еңелсә йылмайып һөйләшеүенән үк ҡыуанысы һиҙелә ине.
— Түрбаш һинеке Нәзифә, мин башҡаса бында ҡыҫылмайым, ҡабул ит үҙ урыныңды.
Илдар йылмайып ҡулын йәйеп Нәзифәне һүҙһеҙ ҡабул итеүен белдереп усаҡ тирәһенә этеп тиерлек алып килеп ҡуйҙы.
Аптыранды ҡатын. Нишләргә? Сынаяҡ тотһа төшөрөп ватыр, ниҙер бешерһә тәмһеҙ булып ҡуйыр һымаҡ тойолдо.Ап аҡ мейес ҡашағалары...ялтырап торған кәстрүл табаҡтар... Кинәт Тилмергәндә ҡалған һылауы ҡупҡан, һарғайған мейес өҫтөндәге, ут ялҡыны ҡарайтып бөткән, йыуылыу күрмәгән ҡомғаны иҫкә килде..."Ни тиклем әрпеш, тәрбиәһеҙ булғанмын?",-үҙ үҙенә баһа биреп оялды ҡатын. Сәй ҡайнаны. Икәү ултырып сәй эстеләр. Һүҙһеҙ. Нәзифәнең бар уй теләген аңлай ине бит Илдар, ҡасан булһа ла ҡайтырына ла ышана ине.
Мал тыуарға һыу эсерәм тип Илдар тышҡа сыҡты. Нәзифә гиҙеп тиерлек өйҙәге бар әйберҙәрҙе ҡарап сыҡты. Шул уҡ ҡаралты, шул уҡ ҡорғандар, дивандар яңырған, ә был? Нәзифә мейес артында элеүле торған балалар йүргәгенә ҡарап иҫе китте. Был бит Илгиздеке! Ҡайтырға тип юлға сығыр саҡта ғына еүешләнгән йүргәкте тиҙ генә алмаштырып, сумкаға һыу көйө һалмаҫтан, быраҡтырып киткәйне бит үҙе! Танауына яҡын килтереп Илгизенең бала сағы еҫен тойғандай һағынып тәрән тын алып ҡуйҙы "Ҡайҙа ғына, кем күҙенә тилмереп йөрөйһөңдөр инде, балам?!"
Еңел генә донья эшенә бирелеп китә алмай ыҙаланды Нәзифә. Күңелен өйкәгәне - малайының ҡырҙа булыуы. "Илдар һорашманы,тимәк өйҙә ҡалған тип уйлай...бөгөн үк әйтергә! Иртән барып та алырға! "
Шулай иттеләр ҙә. Кистән мунса төшөп, иртән иртүк мал тыуарҙы бергәләп ҡарап, силсәүиткә һуғылып адрес,телефон номерҙарын алып "Йылы йорт " ҡа киттеләр. Төш мәле ине. Тәмләп кенә ашханала тамаҡ туйҙырып сығып килгән Илгизде өлкән тәрбиәсе кабинетына саҡырып әсәһе һәм таныш түгел ағай янына ултыртты. Йылмайыу йүгергән әсәһенең йөҙөнән күҙен алманы малай:"ниндәй һылыу уның әсәһе!Ә был ағай кем икән? Таныш та кеүек, ят та?!"
Хәл айышын матур итеп аңлатты тәрбиәсе апай. Бөгөн, ошо минуттан ишек асып ҡайтасағын белеп, ат менгәндәй ҡыуанды ул. Һикерә -йүгерә тиерлек йөрөр ине, саҡ тыйылды. Сыҡтылар. Ишек алдында торған машинаға ултырып ҡуҙғалдылар. Бер кем өндәшмәй Шым." Кем һин ағай?",-тип һораһа көлөрҙәр кеүек, түҙҙе. Юл Тилмергәнгә боролмай, Таулыға үтеп киткәс тағын аптыранды. Өндәшмәне.Боролоп- боролоп Тилмергән ҡалған яҡҡа ҡарап- ҡарап ҡуйҙы машина тәҙерәһенән. Сәйер. Ят, әммә матур йорт янына туҡтанылар. Төштөләр. Әйҙүкләп әсәй өйгә өлтөрәне . "Был ни ғиллә?",-малай һаман аптырауҙа. "Әллә төшмө?"
Бары өйгә ингәс кенә әсәй кеше оҙаҡ йылдар йәшереп килгән серҙе сисеп, был мыйыҡлы ағайҙың уның атаһы булыуын, тағы ла Илгиздең Илшат исемле ағаһы барлығын бәйән итте. Ни тиергә белмәй Илгиз шаҡ ҡатты. Шулайтмай ни, өс дүрт көн эсендә бар доньяһы үҙгәрҙе бит, атаһы табылды,ағайлы булды.
Эстән ныҡ ҡыуанды. Тик Тилмергәндәге утһыҙ ҡараңғы йорт иҫенән китмәне, ҡурҡыныс төш кеүек...
Яңы йыл да етте. Мул табын әҙерләп, ике яҡтан өләсәй олатайҙар саҡырылды. Бик бай хәҙер Илгиз, яңғыҙ түгел! Шатлығы эсенә һыйманы ғына, тәмләп әле был, әле теге ризыҡҡа үрелде. Байрам салюты ла аттырҙылар, ҡасандыр кешеләр байрам иткәнен күҙәтеп кенә ятҡан булһа, бөгөн үҙе һауаға тылсымлы кеүек күренгән осҡондар сәсер салют аттырҙы...
Яңы йыл иртәһенең өр яңы көнөндә Илгизгә тәғәйен саңғы һәм бер ҡумта татлы күстәнәс ишек тотҡаһына бәйләнеп кителгән ине.
Ҡыуанысының сиге булманы, башын юғары сөйөп, ҡуйынына ҡыҫып көткәнен шыбырланы:"Ҡыш бабай, рәхмәәәәт!"
Күм күк ҡышҡы һыуыҡ һауала болан егеп Ҡыш бабай елеп баралыр кеүек күренде уға...
* * *
Р.S.
Тилмергәндә ҡалған өйҙөң яҙмышы яңы тыуған йылдың йәйендә йәшен уты ҡамсыһына эләгеп янып, юҡҡа сыға. Иҫке моҫҡо урап йәшерелгән "бал "лы феләк, ҡайнауы бөтөп, боҙ булып ҡатып, һауытын тышҡа тибеп, сыҙамай ҡырын ятып, зәһәрен сәсә алмай шул утта сәсәй. Бер кем әсенмәне был йорт өсөн...

Миңзәлә Сирғәлина.

Читайте нас: