ДАУАМЫ. Башы кисәге кистә
Телефон шылтыраны. Ғәзинур тәүҙә трубканы берәйһе алыр тип көткәйне, байрам уңайы менән секретарын иртәрәк ҡайтарып ебәргәне иҫенә төштө. Дөрөҫөн әйткәндә, уның үҙенә лә ҡуҙғалырға ваҡыт. Юл ыңғайында әсәһенә лә инеп, бүләктәрҙе ҡалдырып, ҡотлап сығырға кәрәк. Байрамдарҙы ене һөймәй ине банкирҙың. Яңы йыл байрамын айырыуса. Бөгөнгө көнгә тиклем ул йылды кәмендә биш тапҡыр ҡаршылап өлгөргәйне инде: эштә коллектив менән, үҙҙәре шефлыҡ иткән бер нисә урында, иң әһәмиәтле клиенттар менән. Бөгөнгө төн һуңғыһы һәм иң ауыры. Өйө тулы ҡунаҡ. Хәҙер шуларҙың күңеле булһын өсөн бер нисә сәғәт буйы клоун шикелле ауыҙ йырырға тура киләсәк. Йылдың йылы шулай. Байрамдар Ғәзинурға эш көндәрендә кисергән ләззәте өсөн яза итеп ебәрелгән кеүек тойола. Ысынлап та, абсурд түгелме ни, кемдәрҙеңдер ихтыяры менән йыл һайын, фәләнсә көндә һин күңел асырға тейешһең, тип алдан уҡ билдәләп ҡуйылған. Һәм һин бер ҡайҙа ла китә алмайһың, шуға буйһонаһың.
Банкир, теше һыҙлағандай, ыңғырашып ҡуйҙы ла, саҡ ҡына тынып торғандан һуң, яңынан шылтырай башлаған телефонға үрелде.
– Һа, Нурый, был ысынлап та һинме? – тигән шаталаҡ тауыш яңғыраны һәм берәүҙең иһаһайлап ҡәнәғәт көлгәне ишетелде. Был тауыш менән, ниһайәт, Ғәзинурҙың кабинетына байрам кәйефе эркелеп килеп инде.
– Һеҙ кем булаһығыҙ? – тине ул, ирекһеҙҙән йылмая башлағанын тойоп.
– һа, ишетәһегеҙме? Танымай. Банкир Ғәзинур үҙенең балалар баҡсаһына бергә йөрөгән дуҫын танымай. – Шылтыратыусының табындаштары ла ҡыҙышып алғайны, ахыры. Кемдеңдер трубкаға яҡын килеп:
– Булды, ти, – тип хахылданы. – Ултырҙы, ти, банкир ошо мәлдә эшендә. Ул күптән Канар утрауҙарында сәпелдәп һыу инеп йөрөйҙөр инде.
– Нурый, был ысынлап та һинме? Мин дә уйламағайным һин яуап бирерһең тип. От балды, тоттом да шылтыраттым. Теге Ҡыш бабайҙың һаҡалын йолҡоп алғанымды һөйләп ултырҙым да... Иҫеңдәме?
– Ә, Артур, – тине Ғәзинур. – Уны оноторлоҡмо ни?
– Бына, ишеттегеҙме? Мин шул... Арый, Нурый, Барый, беҙ – банда, тип йөрөй торғайныҡ. Әллә киләһеңме, туған, ә?! Беҙ бында, сантехник егеттәр, эштә Яңы йыл ҡаршылап ултырабыҙ! – Уның артында: «Килде, ти, һиңә!» – тип ҡысҡырышҡан, дәррәү көлөшкән тауыштар ишетелде.
– Бөгөн килеп сыҡмаҫ, Артур, – тине Ғәзинур. – Өйҙә көтәләр. Тик һин телефон номерыңды ҡалдыр әле. Мин үҙем һиңә шылтыратырмын.
Уның Яңы йылды айырыуса яратмағанының сәбәпсеһе тап ошо Артур ине шул. Дүрт йәше лә юҡ ине. Әкиәткә ышанған матур саҡ. Ә Арый килде лә хәбәр һалды: бер ниндәй ҙә Ҡыш бабай юҡ. Өлкәндәр алдай. Ышанмаһағыҙ, мин иртәгә байрамда күрһәтәм. Ғәзинур-Нурый баш тартты. Ул Ҡыш бабайҙан бүләккә үҙе йөрөй торған танк һорағайны. Барый өндәшмәне. Әммә Арый икенсе көндө шыршы байрамында атылып барҙы ла Ҡыш бабайҙың һаҡалын тартты ла алды. Һаҡал аҫтынан тәрбиәселәре Вера Петровнаның тирләп-бешкән йөҙө килеп сыҡты. Тетрәнеүенән хатта илай ҙа алмағайны Ғәзинур. Тормоштоң тылсымдан түгел, ялғандан тороуы менән беренсе тапҡыр шулай осрашҡайны.
Ә Арыйға нимә, ана ул үҙенә-үҙе байрам яһай белә. «Шулай булырға кәрәк!» – тигән ҡарарға килде Ғәзинур.
Фәрүәздең кеҫә телефоны шылтыраны.
– Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ ул? Бында телефондан яуап бирергә лә кеше юҡ.
– Мин аҫта, Ғәзинур Ғәлимович, – тип яуапланы һаҡсы. Саҡ ҡына уйланып торҙо ла өҫтәне: – Бында Ҡыш бабай һеҙгә бүләк алып килгән бит әле.
– Ҡумтаһын асып ҡаранығыҙмы һуң?
– Ул ҡумтаға ғына һыйырлыҡ түгел шул. Ҙур сюрприз. – Һаҡсы, һиҙгер эт кеүек, ниндәйҙер билдәләр буйынса хужаһының кәйефе күтәрелгәнен абайлап, ҡыйыуланып китте лә өҫтәне: – Әллә үҙегеҙ генә төшөп ҡарайһығыҙмы?
Күп тә үтмәне, аяҡ тауышы ишетелде һәм:
– Күрһәтегеҙ әле ул ҙур сюрпризығыҙҙы, – тип банкир үҙе килеп инде. Һаҡсылар башта уға, унан үҫмергә ҡараш ташланы һәм бер-береһенә ҡарашты. Оҡшашлыҡ хайран ҡалырлыҡ ине. Һуйған да ҡаплаған, ти халыҡ бындай ваҡытта. Ғаяз да телен йотто. Ул атаһы менән осрашыуын меңдәрсә тапҡыр күҙ алдына килтереп ҡарағаны бар, әммә бер ваҡытта ла ошолай тотҡон хәлендә, ҡарауыл бүлмәһендә булыр тип уйламағайны. Өҫтәүенә, уны банкирҙың артыҡ йәш күренеүе шаҡ ҡатырҙы. Фотоларында ла, телевизорҙан да ул күпкә өлкәнерәк күренә ине лә баһа. Үҫмерҙең күңеленә беренсе тапҡыр, әллә яңылышаммы икән, тигән шик килде. Бары әле генә ҡарауылсыларҙың шул тиклем көлөүҙәренең сәбәбен аңланы.
– Ни бит әле, Ғәзинур Ғәлимович, – Мыйыҡ нисек йәтешерәк әйтергә һүҙ эҙләп маташты ла, тура ярыуҙан да ҡулайыраҡты тапманы. – Бына был егет үҙен һеҙҙең улығыҙ тип таныштыра.
Ғәзинур, ғәжәпләнеп, үҙенең һынсыл ҡарашын Ғаязға күсерҙе. Ҡыҙҙарса нәфис һыҙатлы сибәр йөҙ. Оҙон керпекле ҙур ҡуңыр күҙҙәр. Йәтеш кенә танау. Сейә ҡыҙыл ирендәр. Маңлай сәстәре лә матур булып алҡаланып төшкән.
«Ҡыҙҙар кеүек сибәр», – тип йәненә тейә торғайнылар уның да. Ғәзинур алдында ҡыҙарынып баҫып торған үҫмерҙә үҙенең ошо йәштәге сағын танығандай булды. Баштан-аяҡ күҙ йүгертте: әлбиттә, уның ошо йәштәге улы булыуы мөмкин булмаған хәл. Әммә...
– Ысынлап та, сюрприз! – тине Ғәзинур. – Әйҙә әле, яҡындан танышайыҡ, Ҡыш бабай бүләге.
Ул артынан эйәрергә ымлап, бүлмәнән сығып та китте.
Ҡарауылсылар йәнә бер-береһенә ҡарашты.
– Сытайманы ла! – тип барыһының да уйындағын ҡысҡырып әйтеп бирҙе Суҡмар танау. – Вот выдержка!
– Бына шуның өсөн дә ул – банкир, ә беҙ уның һаҡсылары инде, егеттәр, – тине Фәрүәз. – Әйҙә, сюрприз, атла.
Ғәзинур уларҙы лифт эсендә көтөп тора ине инде. Ул йәнә егетте баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. Буй-Һыны ла ҡыҙҙарҙыҡы кеүек: зифа, һығылмалы, еңел һөйәкле. Ғәзинур бит үҫмер ҡорона инә башлағас, үҙенең төҫ-ҡиәфәтенән бик оҙаҡ оялып йонсоно. Малайҙарға оҡшар өсөн палубалағы матрос кеүек алпан-толпан баҫып йөрөр ине. Бик иртә мыйыҡ ебәрҙе. Тартып та ҡараны. Был егет тә шул уҡ проблемалар менән осрашҡан, күрәһең, тик уларҙы Ғәзинурға ҡарағанда уңышлыраҡ хәл иткән. Хәҙерге йәштәр аҡыллыраҡ шул!
– Махсус күнекмәләр эшләйһеңме? – тине ул, Ғаяздың мускулдарына ишаралап.
Ғаяз баш ҡаҡты. Ул банкирҙың бөтөнләй ғәжәпләнмәгәненә, көтөлмәгән һорауҙар биреүенә аптырабыраҡ ҡалғайны. «Әсәйең- дең исеме кем? Нисә йәштәһең? Минең улым икәнеңде нисек иҫбатлай алаһың?» – ни өсөн шулай тип һорамай?
– Ә бокс? – Ғәзинур, ирекһеҙҙән, үҙенең бокс менән шөғөлләнгәндә ҡыйшайтҡан танауын һыйпап ҡуйҙы.
– Юҡ, – тип баш сайҡаны Ғаяз. – Бер-береһенең башын төйгөсләп һиңмайға әйләнеп бөтәләр, тип әсәйем рөхсәт итмәне. Каратэға йөрөйөм.
– Әсәйең бик аҡыллы икән, – тине Ғәзинур.
«Ул минең уның улы булыуымды етдигә алманы, ахыры», – тип уйланы Ғаяз. Шунан, үҙе лә һиҙмәҫтән:
– һеҙҙең уң аяғығыҙҙың тубығы аҫтында йондоҙ кеүек ҡара миңегеҙ бармы? – тип һораны.
Ғәзинур менән Фәрүәз бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙы.
– Юҡ! – тип яуапланы банкир.