"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
28 Декабрь 2019, 00:00

Егетлеккә юл (хикәйә)

– Брудершафт? – тип мут йылмайып Инйәрҙең күҙенә баҡты Алһыу. – Слабо? – Юҡсы, – тип йәнләнеп китте Инйәр. – Әлбиттә, брудершафт! Бокалдарынан бер генә уртланылар...

– Иллә миңә һалышмайһың! – Инйәр атаһы ул саҡлым уҡ ҡәтғи булыр тип көтмәгәйне. Хәйер... Улар әсәһе менән өйрәнгән инде, өй эсе атаһы тирәһендә бөтөрөлә. “Атайың ял итә, атайың кабинетында яҙышып ултыра...” – тип өйрәткән уны Ғәҙилә Аҡмановна. Инйәрҙең атаһы рес­публикаға билдәле хирург. Медицина университетының профессоры. Киске ашҡа Ансаровтар кухняла йыйылыша, көндөҙгө хәл-әхүәлдәрҙе һөйләшеү ғаилә ҡағиҙәһенә әүерелгән. Шунда үҙенең дә медицина юлын һайларға теләүен әйтеп ысҡындырғайны. Атаһы өндәшмәйерәк ул­тырҙы, әсәһе, ғәҙәтенсә, атаһының фекерен ишеткеһе килеп, иренә текләне. Шунан атаһы баяғы һүҙен ысҡындырҙы.
– Арҡаланмаҫ, һалышмаҫ һиңә, Әхтәр, Инйәр яҡшы уҡый, – тип өтәләнде әсәһе.
– Медицина теләгән бер кешенең һөнәре түгел, һәләтең, талантың булмаһа, икмәк серетеүҙән фәтүә юҡ.

Дөрөҫөн әйткәндә, Инйәр ныҡлы ҡарарға ла килә алмай әле. Үҙен белә-белгәндән өйҙәрендә тик медицина хаҡында һөйләшер булдылар. Ғаилә дуҫтары ла гел медиктар. Бүтән төрлә һөнәр кешеләре менән бигүк ҡат­нашмағас, ниндәй һөнәргә тартылһын ул? Апаһы Санкт-Петербургта уҡыны – гинеколог. Профессор. Әсәһе педиатр, поликлиникала эшләй.

Әсәһе дауаханаға санитар булып урынлашырға кәңәш итте. Стажың булһа, конкурсһыҙ алалар икән. ЕГЭ-нан ҡурҡмай ул, уны тапшырырына ышана. Иҙән йыуып йөрөмәҫкә, төнөн яһалған операцияларҙан һуң ауырыуҙарҙы тәгәрмәсле каталка менән палатаға алып килеп урынлаштырырға кәрәк. Йоҡоһо ла туя, дәрестәрен дә әҙерләй. Табиптарҙың ауырыуҙарға тәғәйенләгән дарыуҙарын ҡағыҙҙарға төрөп, палаталар буйлап иртә­гәлеккә таратып сыға. Аҡ халат кейеп йөрөгәс, ҡайһы бер сирлеләр: “Был дарыу нимәнән, быныһы нимәнән?” – тип һораштыра. Инйәр уныһын ҡайҙан белһен? “Иртәгә дауалаусы врачығыҙҙан белешерһегеҙ”, – тиеү менән сикләнә. Дежурлыҡтары бер үк төнгө медсестра менән тура килә. Медколледж тамамлаған. Университетҡа инергә йөрөй. Сос ҡыҙыҡай. Ҡулынан китабы, конспекттары төшмәй. Атаһының кем икәнен Инйәр әйтмәҫкә тырыша. Блатной тип әйтеүҙәрен теләмәй. Алһыу алсаҡ ҡыҙыҡай. Үҙе килеп тороп һөйкөмлө. Дөрөҫөн әйткәндә, Инйәр бығаса ҡыҙҙар менән аралашып барманы. Класташы Роберт менән бергәрәк йөрөнөләр. Дуҫлыҡтары спорт менән мауығыуға бәйле ине.

11-се класта ҡыҙҙар буйға тартылыбыраҡ китте. Өймәкләшеп шыбырлашҡан булалар. Егеттәрҙе тикше­рәләр шикелле. Төрттөрөп һүҙ ҙә ҡушҡандары бар, егеттәр бирешмәй, улар ҡайғыһы юҡ әле – эштәре күп. Быйыл Инйәргә яңы мәшәҡәт өҫтәлде – ярты ставкаға булһа ла эшләп йөрөй. Класташтарынан ул турала Роберт ҡына белә.

Алһыу, бер ҡараһаң, етди, бер ҡараһаң, шуҡ-шаян ҡыҙыҡай. Тубығынан өҫтәрәк оҙонлоҡтағы сылт аҡ халат кейә. Күҙәткәне бар Инйәрҙең: өҫтәлгә эйелһә, муйынындағы нәҙек кенә алтын сынйыры, шуны ғына көткән кеүек, ике күкрәгенең ярығына шылып инеп китә һала. Инйәрҙең күҙе гел шул йылан кеүек сынйырға төшә лә тора. Алһыу киске уколдарҙы ҡаҙап сыға, дарыуҙарҙы икәүләп тараталар. Эш бөткәсерәк икәүләшеп сәй эсәләр. Инйәрҙең әсәһе ризыҡты өйҙән төрөп ебәрә. Сирлеләр ҙә күстәнәстәре менән уртаҡлашып тора. Хирург Абдуллин төнгө дежурҙа булғанда, Алһыу уны сәйгә саҡырырға ғына тора. Уныһы янында бөтөрөлөп ала ла китә. Нимәгә шулай ҡыланалыр сәсенә сал төшә башлаған табип. Атаһының аспиранты шикелле. Инйәр үҙенең Абдуллинға гел өнәмәйерәк ҡарауын һиҙә башланы. Сәй ваҡыты етһә, йылп итеп килеп инә. Телгә бөткән. Алһыуҙы көлдөрөп, шаяртып бер була. Алһыуын да әйт, уны күрһә, атаһын күргәндәй, өтәләнеп ала ла китә. Инйәрҙең йүнләп ҡыҙҙар менән аралашҡаны ла юҡ, улар менән нимә тураһында һөйләшергә лә белмәй. Эйе, бер тапҡыр йомош менән әсәһе янына поликлиникаға барғанда әллә ниндәйерәк сәйер тулҡынланыу кисергәйне ул. 2-3 йәшлек балаһын күрһәтергә килгән бер бик һылыу ҡатындың йәп-йәшел генә ҡарашына юлығып, терт итеп ҡалғайны. Йөрәге лә дөбөрләп китте. Шул ҡатындың һыны байтаҡ ваҡыт күҙ алдына килеп тик торҙо. Әсәһенең кабинетында кисергән бығаса таныш булмаған тойғоно йәнә кисергеһе килде. Юҡ йомошто бар итеп, әсәһе янына барғылап та сыҡты, теге ҡатын бүтән осраманы.

– Стаж кәрәкмәй икән хәҙер, эшеңде ташлаһаң да була, хәҙер ЕГЭ балдары менән алалар ҙа ҡуялар икән, – ти ине лә әсәһе, Инйәр риза булманы. Берҙән, ҡулына аҡса инеү оҡшай башланы, икенсенән, атаһы алдында егет булып етеүен иҫбатлағыһы килде. Ә, бәлки, машина алырлыҡ аҡса туплар. Күреп йөрөй, медуниверситет, клиникалар тирәһе тулы машина. Атаһының машинаһы үҙенән артмай, университет, клиникалар араһында йөрөп ята. Маши­на­ларҙың күбеһе студенттарҙыҡы. Хәҙер балаларын вуз­дарҙа хәлле кешеләр генә уҡыта ала шул. Атаһы табип булыр өсөн һәләт кәрәк тигән була ул, һәләтең булыу менәнме ни, аҡсаң булмаһа, уҡырһың уҡымай ҙа ни. Ауыл халҡы бигерәк тә ыҙаланып көн итә бит. Ауыл тирәһенән операция-фәлән яһатырға килеүселәр ҙә йыш ҡына Ансаровҡа юлды әсәһе аша эҙләй. Ауылдыҡылар нимә менән түләһен? Ризыҡ ташыған булалар. Атаһы өй эсендәге муллыҡтың ҡайҙан килгәнен самаламай түгелдер инде. Ул хаҡта ғаиләләрендә һүҙ ҡуҙғатҡандары юҡ. Ҡайтһа әҙер, китһә әҙер. Бер ауылдаш ҡатын аҙнаға бер өйҙәрен йыйыштырып китә. Уға ла түләй әсәһе. Бешеренеүен үҙе бешеренә.

Яңы йыл яҡынлашты. Кластың һуңғы яңы йылын Роберттарҙың дачаһында ҡаршыларға һөйләштеләр. Дача йылытыла. Роберттың төҙөлөш компанияһында прораб булып эшләүсе атаһының ҡулы оҫта, дачалағы шарттар шәп. Тик ҡыҙҙарҙың күбеһе, ҡайһы бер класташ малайҙар һуңғы арала һыраға әүәҫләнде. Ә Инйәр һыра еҫен яратмай. Ярар ҙа, түҙер. Әммә ниәт килеп сыҡманы. Яңы йылды ҡаршылар төн дежурға тура килде. Палаталарҙа өйөнә ҡайтарырлыҡ булмаған сирлеләр генә ҡалды – күбеһен сығарҙылар. Алһыу “Сестринская” бүлмәһендәге өҫтәлде зауыҡлы биҙәгән. Инйәрҙең әсәһе лә бер пакет тәм-том төйнәп ебәргәйне. Микроволновкала манты йылытып алдылар. Әсәһе бит инде ул, салаттар тураған, ҡаҙыға тиклем һалған. “Оливье”һыҙ Яңы йыл була тиме, уныһын да ебәргән.
– Презент! Бер ағай күстәнәскә ҡалдырҙы. Ас шарапты! – Алһыу һыуытҡыстан шампан килтереп сығарҙы.
– Дежур врач һиҙеп ҡалһа?
– Дежурҙар үҙҙәре лә сәй эсеп кенә ултырмайҙыр әле, – тип кенә көлөп ҡуйҙы Алһыу. Инйәр шешәнең ҡолаҡ­тарын бороп та өлгөрмәне, бөкөһө атылып та китте. Ҡыҙ сәпәкәйләп ебәрҙе. Инйәр эсенән генә ҡәнәғәт ине. Булдырҙы бит! Әйтерһең дә, шарап асыу тәжрибәһе булған шәп егет! Президент илде Яңы йыл менән ҡотланы. Кремль куранты туҡылдай башланы. Инйәр менән Алһыу аяғүрә баҫты.
– Брудершафт? – тип мут йылмайып Инйәрҙең күҙенә баҡты Алһыу. – Слабо?
– Юҡсы, – тип йәнләнеп китте Инйәр. – Әлбиттә, брудершафт!
Бокалдарынан бер генә уртланылар. Шунан үҙенә яҡын ғына торған Алһыуҙы Инйәр ҡармап алды ла, ирендәренә ҡаҙалды. Аяҡтары мамыҡҡа әйләнде, тәне буйлап ток йүгерергә тотондо. Иҫ киткес һәм һоҡланғыс тойғо ине был. Алһыуға ла шулаймы икән? Ә артабан? Кинола егеттәр ҡыҙҙарҙы үбә лә, түшәккә һала... Инйәр ҙә шулай итһенме икән? Тәүәккәлләргә!
Кисерештәренән икеһе лә шаңҡығайны. Инйәргә егет икәнен онотмаҫҡалыр ул. Ул Алһыуҙың йөҙөнә текәлде. Йөҙө алһыуланып киткән. Тура ҡарарға ҡыймай.

– Һин хәҙер минеке... Минекеме?– Алһыу өндәшмәне. Күҙен йомған килеш баш ҡына ҡағып ҡуйҙы. Инйәрҙә милекселек тойғоһо уянғайны инде. Ир-егеттәргә хас хосусисанлыҡ. Шул төндән һуң Инйәр өс тәүлек аша ҡабатланып торған эш сменаһын еткерә алмай бер булды. Серен кем менәндер уртаҡлашҡыһы ла килә ине лә, тыйылды. Егетлек түгел. Килешмәй. Инйәр Алһыуҙы ҡабып йоторҙай булып ярата. Күҙәтер булып та китте. Абдуллинға ыҡшаңламаймы? Улай ҡыланғаны һиҙелмәй. Ә эсенән генә ҡытығы килеп ҡуя: уныҡы, үҙенеке генә булырға тейеш был ҡыҙыҡай.

Университетҡа Инйәр ҙә, Алһыу ҙа йырлап барып инде. Стаж да кәрәкмәй икән. Уныһы атаһы менән әсәһенең хәйләһе генә булған. Больницаның нимә икәнен төшөнһөн, тигәндәрҙер. Күңеле ҡайтманы Инйәрҙең. Киреһенсә, ни саҡлы тормош тәжрибәһе тупланды. Алһыуы бар. Өйҙәрендә медицина буйынса әсбаптар тулып ятҡас, уҡыу Инйәргә еңел бирелде. Консультанттары ла янында ғына. Бындағы уҡыу бүтән вуздарҙағы кеүек түгел, семинарҙар ҡаланың төрлө-төрлө кафедралары урынлашҡан кли­ни­каларҙа үтә. Моргтарҙағы практикумдарҙа ғына ытырғана Инйәр. Курсташтарына белдермәй, әммә ҡан күрһә, төҫө ағара ла китә. Ә бит атаһы университеттағы лекцияларҙан тыш, көн һайын ҡан менән осрашып тора. Хирург, ҡулы онотмаһын өсөн, операцияны көн һайын яһарға тейеш бит. Нисек йөрәге етә икән? Ә атаһы аҙ һүҙлерәк булыуға ҡарамаҫтан, хис-тойғоларһыҙ кеше түгел. Ҡурай тарта ул, скрипкала уйнай. Ваҡыт табып, әсәһе менән икәүләп спектакль, концерт кеүек мәҙәни сараларға ла йөрөйҙәр. Кабинетындағы өҫтәлендә шиғыр китаптарын да күргәне бар Инйәрҙең. Дауаланыусы әҙиптәр автограф яҙып бирә шикелле. Ә уҡый бит!

Латин теленән лекцияларҙы әсе телле өлкән йәштәге ҡураныс йоҡа кәүҙәле Израиль Семенович уҡый ине. Талиптар уны үҙ-ара “Бабай” тип йөрөтә. Имтихан ваҡытында, берәй яйын табып, тырмаға баҫтырып ҡына тора, тиҙәр. Инйәрҙәрҙең курсын бабай имтиханға еткерә алманы. Ҡаты сиргә тарып, эштән китеп барҙы. Атаһы менән әсәһе лә ғәжәп итте: “Бабайҙың да университеттан китер көнө бар икән...” Ай тирәһе латин теле булмай торҙо ла, дүшәмбегә расписаниеға ҡуйылғайны.

Өҫтөнә йәп-йәшелдән күлдәк, йәшелдән зөбәржәт алҡа таҡҡан һомғол зифа буйлы, ҡап-ҡара сәстәрен тура ярып артҡа төйнәгән яңы уҡытыусы килеп ингәс, группалаштары, шаңҡыған кеүек, уҡытыусынан бер ни тиклем күҙен ала алмай ултырҙы. Инйәр уны ҡайҙа күргәне бар әле? Ә-ә, әсәһе янына поликлиникаға барғанда бит. Шунда шул! Был һылыу ҡатынды тәү күргәндәге кисерештәре иҫенә төшөп, арҡаһы йәнә зымбырлап киткәндәй булды. Уҡы­тыусы медицинала ғына ҡулланылған, хәҙер инде үлек латин телен, мәктәптәге кеүек, таҡтаға яҙа-яҙа үҙ эшенә тотондо. Инйәргә һәр саҡ йәнәш ултырған дуҫы Наил уның бөйөрөнә төртөп алды:
– Апай һылыу... Эләктерәбеҙме?

Наилды ҡыҙҙар ярата. Армияла булып ҡайтҡан, төҫкә һылыу атлет кәүҙәле егет. Ҡыҙҙарҙы ымһындыра ла береһе менән дә етди мөнәсәбәткә инмәй шикелле. Йә берәүһе янында бөтөрөлә, йә икенсеһе. Ә был ҡатын әсәһе янына йәш балаһын алып килгәйне бит. Тимәк, яңғыҙ түгел. Күҙҙе тыйып буламы ни, матурлыҡҡа һоҡлана торған сифаты бар шул кеше күҙҙәренең.
– Маташып ҡара һуң! – тип шыбырланы Инйәр. Үҙенең дә ҡытығы килеп ҡуйыуын белдермәне.
(Дауамы иртәгә)
Читайте нас: