Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
9 Ғинуар 2020, 13:00

Театр – әҙәбиәттең бер өлөшө

Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәптә Театр йылына арналған башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте.Йыл аҙағы, төрлө мәшәҡәттәр күп булыуға ҡарамаҫтан, беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм яратҡан уҡыусыларыбыҙ менән гөрләтеп туған телебеҙ аҙналығын үткәреп ебәрҙек. Уны Театр йылына, башҡорт драматургтары, Мостай Кәрим ижадына, Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланыҡ.

Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә...
Кире юлға ебәрмәй, уңға илтә,
Театр көлдөрәлер, уйнаталыр,
Тағы үткән ғүмерҙе уйлаталыр,
Күрерһең унда үҙ хәлең,
Көлөрһөң, көлөрлөк булһа,
Булмаһа – иларһың.
Ғабдулла Туҡай.
Йыл аҙағы, төрлө мәшәҡәттәр күп булыуға ҡарамаҫтан, беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм яратҡан уҡыусыларыбыҙ менән гөрләтеп туған телебеҙ аҙналығын үткәреп ебәрҙек. Уны Театр йылына, башҡорт драматургтары, Мостай Кәрим ижадына, Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланыҡ.
Аҙналыҡты 13 декабрҙә “Үҙ телемдә һиңә өндәшәм...” исемле әҙәби-музыкаль кисә (яуаплы уҡытыусы Зилә Хәйруллина) менән асып ебәрҙек. 5-се А, 5-се В, 7-се А,10-сы А класс уҡыусылары бөйөк шағирҙарыбыҙ - Рәми Ғарипов, Баязит Бикбай, Зәйнәб Биишеваларҙың туған тел тураһында шиғырҙарын һөйләне, 11-се класс уҡыусыһы Әйүпов Ирәндек моңло ҡурай көйө, 8-се А класы ҡыҙҙары тыуған яҡты данлаған йыр менән биҙәне. Кисәне 7-се А класы уҡыусылары Арыҫлан Уразов менән Рината Ҡунысбаева бик матур итеп алып барҙы.
Уҡытыусы Альбина Фәйезова “Уйҙарымдың йомғағы һин...” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо. Килгән ҡунаҡтар Мостай Кәрим менән осрашыу хәтирәләре, иҫтәлектәре тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе. Беҙҙең мәктәп сараларында һәр саҡ ихласлыҡ менән ҡатнашыусы Иҫәнғол ауылы биләмәһе ветерандары ойошмаһы рәйесе Миңзилә Нурислам ҡыҙы Байбулатованың , әле ул ваҡытта Ҡаҙағстанда башҡорттар ойошмаһының рәйесе булып эшләгән осоронда, вәкил булып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыуы һәм унда Мостай Кәримде осратып ,уның менән аралашыуы тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. ”Шундай бөйөк шәхес,ә үҙе бик ябай, ихлас. Йөҙөндә һәр саҡ йылмайыу. Уның эргәһендә ниндәйҙер рәхәтлек, йылылыҡ, “ – тип иҫкә алды шағирҙы Миңзилә апай.
Музыка уҡытыусыһы Роза Квасова ла студент сағында Өфөлә М.Ғафури исемендәге башҡорт драма театрына Мостай Кәримдең балҡып килеп инеүе һәм уның ҡулын өҫкә күтәреп:
  • Ошо минең йортом! –тип ҡыуанып ебәреүе бөгөнгәсә күҙ алдында тороуын, илһамланып хәтеренә төшөрҙө. Икенсе осрашыу ике бөйөк шәхес – Мостай Кәрим һәм Сергей Михалков менән бергә булды тип, дауам итте уҡытыусы.
  • “Башҡортостан тиһәк – Мостай Кәрим, Мостай Кәрим тиһәк – Башҡортостан беҙҙең күҙ алдына килә. Улар –айырылғыһыҙ. Мине илебеҙҙең төрлө шифаханаларына, ял йорттарына дауаланырға саҡыралар. Минең өсөн дауа – ул гүзәл Башҡортостан, уның ҡымыҙы, ҡурай моңо, дуҫым Мостай,” – тип әйткән Сергей Михалковтың ялҡынлы телмәрен беҙҙең күҙ алдына килтерҙе Роза Әхмәт ҡыҙы.
    Наил Юлдашбаев уҡыусы сағында Мостай Кәримде беренсе тапҡыр күреүе, уның бейек, мөһабәт кәүҙәһе эргәһендә бәләкәй генә малайҙың үрелеп уға китабын биреп, автограф алыу тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты. Альбина Фәйезова Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” исемле китабының ғаиләһенә бәйле ваҡиғаны бәйән итте. Осрашыу ҡыҙыҡлы һәм йәнле үтте.
    Аҙналыҡтың сираттағы сараһы “Башҡортостандың 100 йыллығына -100 шәхес “ исеме аҫтында үтте. Был исемлектә яҡташыбыҙ – Фәйзулла Солтанов лайыҡлы урын биләй. Мәктәбебеҙ уның исемен йөрөтә һәм беҙ бының менән ғорур. Уҡыусылар уның тормош юлын, эшмәкәрлеген белергә, онотмаҫҡа тейеш. Тарих уҡытыусыһы Радик Абдуллин һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Ғәлиә Абдуллина уҡыусыларға Ф. Солтанов тураһында мәғлүмәт еткерҙе, мауыҡтырғыс викторина үткәреп, отҡорҙарҙы бүләкләп, дәртләндерҙе.
    “Донъяла иң матур тел – ул минең телем “ исеме аҫтында шиғыр һөйләү бәйгеһен Наил Юлдашбаев ойошторҙо. Уҡыусылар Мостай Кәримдең шиғырҙарын тасуири һөйләп ярышты. Шуныһы ҡыуаныс: бәйгелә егеттәр күберәк ҡатнашты. 1-се урынды – урта кластар араһында 5-се А класы уҡыусылары Искәндәр Моратов менән Милена Дүшанбаева, ә юғары кластарҙан 9-сы А класынан Илназ Мозафаров алды.
    Башланғыс һәм уртансы кластар уҡыусылары араһында “Һүрәттәрҙә Мостай Кәрим әҫәрҙәре “ исемле конкурс өсөн үткәрелде. Унда 5-се В класынан Асия Аҙнабаева еңеүгә өлгәште.
    “Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә...” исеме аҫтында башҡорт әҫәрҙәрен сәхнәләштереү көнөн бөтәһе лә әҙерләнеп, көтөп алды. Уҡыусыларыбыҙ теләп, ихлас ҡатнашты. 3-сө Г класы (уҡытыусы Ғ. Абдуллина) М. Кәримдең “Әлфиәнең мажаралары” циклынан “Ҡайын урманында” әҫәренән өҙөк күрһәтте. Сағыу төҫтәге күлдәктәре, үҙ ҡулдары менән эшләгән баш кейемдәре, матур, яғымлы һөйләшеүҙәре менән бәләкәстәр беҙҙе, ысынлап та, йылы йәй көнөнә, ҡайынлыҡҡа, сәскәләр, еләктәр, күбәләктәр донъяһына алып инде. Баһалау ағзалары уларға өсөнсө урын бирҙе һәм ”Биҙәленеш буйынса иң яҡшыһы“ тип билдәләне.
    6-сы Б класы (уҡытыусыһы Н. Юлдашбаев) малайҙары М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесының “Ҡорбан байрамы” тигән бүлегенән өҙөктө сәхнәләштерҙе. Был башҡорт класында һигеҙ малай – Ильяс Байгилдин, Илназар Ғәлиәкбәров, Рәлиф Ғүмәров, Ғайса Мырҙаҡаев, Руслан Саматов, Нурислам Солтангәрәев, Марсель Сырлыбаев, Айнур Шәрипов – бөтәһе лә үҙҙәренең ролен оҫта, ихлас башҡарҙы. Шәһиҙулла образы өсөн Айнур “Талантлы актер” номинацияһына лайыҡ булды.
    9-сы А класы ла ошо уҡ повестан өҙөк ҡуйҙы. Оло инәйҙе –Динара Хәмитова,Мәрәһимде – Илназ Мозафаров, Аҡйондоҙҙо Ләйсән Мырҙабаева бик оҫта башҡарҙы. Ләйсән – “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле”, ә Илназ ”Өмөтлө актер” номинацияһында билдәләнде.
    10-сы А класы уҡыусылары (уҡытыусыһы З. Хәйруллина) мәшһүр башҡорт драматургтарының береһе Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас“ драмаһынан бер күренеш тәҡдим итте. Бында 18 быуаттың икенсе яртыһында башҡорт халҡының ауыр тормошо, уларҙың феодаль һәм милли иҙеү аҫтында – рухи яҡтан ярлы, бай түрәләрҙең законһыҙ урыҫ баярҙарына ярамһаҡланып, бер әсмүхә сәйгә башҡорт ерҙәрен һатып ебәреүҙәрен уҡыусыларым шул тиклем дә дөрөҫ кәүҙәләндерҙе. Старшинаны – Реналь Ҡорбанаев, баяр Садовскийҙы – Айгиз Бикбаев, писарҙе – Искәндәр Мырҙабаев, старшинаның ярандарын – Илмир Мәхмүтов, Азат Юланов, Ҡарлуғасты – Диләрә Суракова, Гөлйемеш еңгәне – Айгөл Сәлихова, Әсҡәпте Дилфүзә Хәмитова үҙ ролдәренә инеп, оҫта уйнаны. Реналь – “Иң яҡшы ир-егет роле“, ә Айгөл “Башҡорт телендә иң яҡшы һөйләшкән актер” номинацияһына лайыҡ булды.
    Аҙналыҡ юғары кимәлдә үтте тип билдәләнде һәм линейкала уҡыусыларыбыҙ маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар менән баһаланды.
    Эйе, туған телебеҙ һаҡланһын, йәшәһен, яңғыраһын, балаларыбыҙҙы үҙ телендә аралашып, һөйләшеүҙән күңеленә рәхәтлек-кинәнес алып, рухланһын тиһәк, беҙ – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, төрлө, мауыҡтырғыс алымдар менән ылыҡтырырға, дәртләндерергә бурыслыбыҙ.
    Бөйөк педагог В. Сухомлинскийҙың һүҙҙәре урынлы, ваҡытлы, дөрөҫ яңғырай: “Баланың рухи донъяһы – ул уйындар, әкиәттәр, музыка, фантазия, ижад донъяһында йәшәгәндә генә тулы ҡиммәтле була. Унһыҙ ул – кипкән сәскә”.
    Читайте нас: