Бөгөн райондашыбыҙ, күренекле замандашыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ф. Кәрим исемендәге премия лауреаты Марат Нәби улы Кәримов 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй!
Ил ағаһын ғүмер байрамы менән бөтә райондаштары исеменән ихлас ҡотлайбыҙ һәм оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, йөҙөнән беҙ яратҡан шат йылмайыу юғалмауын теләп ҡалабыҙ!
Тыуған көнөң менән, арҙаҡлы Шағир!
Һәр замандың үҙ йыры бар,
Етер бер саҡ, етер, тиһең,
Ҡаҡтым-һуҡтым барабандар.
Тамаҡ йыртып ҡысҡырмайым,
Матурҙарҙы быға саҡлы күргәнем бар,
Күргәнем бар, хайран ҡалып йөрөгәнем бар.
Шаһит итеп саҡырамын Ҡояшты мин,
Күргәнем юҡ ләкин һиңә оҡшашты мин!
Һин әкиәт ҡыҙы, буғай – ергә килгән.
Минең бәхет һинең менән бергә килгән.
Ғәжәпләнәм хәҙер көсөм артыуына,
Әйләндемме әллә әкиәт батырына?
Беҙҙең яҙмыш кергән бер үк әкиәткә.
Юрайыҡсы, әйҙә, уны тик һәйбәткә.
Матур булыр был әкиәт, шикләнеү юҡ.
Әкиәттәрҙең әле насар бөткәне юҡ.
Легендалар һөйләй: сәскә атҡан
Бер материк булған – Атлантида.
Шатлыҡ ҡунған унда, бәхет ҡунған,
Бөтә яҡтан уңған Атлантида.
Ҡәҙеремде кеше белерме, тип
Оҙаҡ-оҙаҡ көткән Атлантида.
Һәм, ахырҙа, сабырлығы бөткән –
Һыу аҫтына киткән Атлантида.
Нисә быуат эҙләй уны кеше:
“Ҡайҙа һуң һин, Шиғри Атлантида?”
Юҡ, яуап юҡ, эҙләмәгеҙ уны,
Юғалған ул Сихри Атлантида.
Икебеҙгә уртаҡ бәхет килде,
Ул мәңгегә беҙҙе тапҡан, тимә.
Һаҡ булмаһаҡ, бик тиҙ юғалтырбыҙ.
Бер юғалған бәхет – Атлантида.