Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
13 Ғинуар 2020, 18:35

Башҡорт теле

2020 йыл Башҡорт теле йылы Башҡорт булып тыуып Ер йөҙөнә Орлоҡтарын сәсте ғаләмгә. Ер шарына үҙен таныштырып Исемдәрен яҙҙы әләмгә. Ер йөҙөнән һис юйылмаҫ ғәзиз телебеҙ Мәңге йәшәр һис тә һүнмәҫ телебеҙ. Һәр ерҙә лә тоғро ҡалһаҡ Ғәзиз телебеҙгә үҙебеҙ. Телебеҙ барҙа беҙ булмаҫбыҙ Тыуған илдә меҫкен, бахыр ҙа. Телебеҙҙе әгәр юғалтмаһаҡ Һис булмаҫбыҙ маңҡорт, кафыр ҙа. Ер йөҙөнән мәңге юғалмаҫбыҙ Телебеҙгә тоғро ҡалғанда. Башҡорт булып тыуып был донъяға Милләт рухы ташып торғанда. Башҡорт булып тыуҙым донъяға Башҡорт булып мәңге ҡалырмын. Телебеҙҙе мәңге һаҡлағыҙ,т ип Васыят итеп яҙып һалырмын. Иҙрис Аҡбутин. Юнай ауылы.

Башҡорт булып тыуып Ер йөҙөнә
Орлоҡтарын сәсте ғаләмгә.
Ер шарына үҙен таныштырып
Исемдәрен яҙҙы әләмгә.
Ер йөҙөнән һис юйылмаҫ ғәзиз телебеҙ
Мәңге йәшәр һис тә һүнмәҫ телебеҙ.
Һәр ерҙә лә тоғро ҡалһаҡ
Ғәзиз телебеҙгә үҙебеҙ.
Телебеҙ барҙа беҙ булмаҫбыҙ
Тыуған илдә меҫкен, бахыр ҙа.
Телебеҙҙе әгәр юғалтмаһаҡ
Һис булмаҫбыҙ маңҡорт, кафыр ҙа.
Ер йөҙөнән мәңге юғалмаҫбыҙ
Телебеҙгә тоғро ҡалғанда.
Башҡорт булып тыуып был донъяға
Милләт рухы ташып торғанда.
Башҡорт булып тыуҙым донъяға
Башҡорт булып мәңге ҡалырмын.
Телебеҙҙе мәңге һаҡлағыҙ,т ип
Васыят итеп яҙып һалырмын.
Иҙрис Аҡбутин.
Юнай ауылы.
Читайте нас: