Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
22 Ғинуар 2020, 00:00

Гөлсирә Ғиззәтуллина-Ғайсарованан хикәйә. Башы.

Иртәнсәк душ инеп сыҡҡандан һуң Алһыу көҙгө алдында сағылышына оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Уның быға тиклем үҙенең сибәрлеге тураһында уйлағаны юҡ ине. Уларҙың нәҫелендә – ике яҡтан да – барыһы ла бик һылыуҙар, шуға күрә быға айырым әһәмиәт биреүсе лә юҡ. Матур икән матур инде. Әммә Алһыуҙың әсәһе – хатта һылыу нәҫелдә лә айырылып торған бер сибәр. Шуға күрә һәр бер комплиментты, һоҡланыуҙы йәне көйөп, мыҫҡыл кеүек ҡабул итә. Уның бөтә булған тырышлыҡ емештәрен, һәр уңышын матурлығына япһарып, бәләкәйҙән йәненә тейеп, йонсотоп бөткәнгәлер, моғайын.

Әгәр мөхәббәт булмаһа…
Хикәйә
Алһыу уны «Актерҙар йорто» туҡталышында күрҙе. Киң тирәсле ҡара эшләпә, оҙон ҡара плащ, ҡулында – ҡа­ра ҡулсатыр. Өфөнөң әллә нисә юғары уҡыу йорто студент­тары бергә йыйылған һәм йәштәр мыжғып торған был туҡталышта ул бөтөнләй ят донъянан килгән кеүек кү­ренә. Алһыу быға тиклем тышҡы ҡиәфәтенә һәм кейемгә артыҡ иғтибар биргән егеттәргә көлөмһөрәберәк ҡарай торғайны. Әммә бының фыртлығы үҙенә килешеп тора. Урам аша булһа ла кешегә шулай текләп тороуҙы килештермәне ҡыҙ һәм, яҙыҡ эштә тотолғандай ҡыҙарынып, ҡарашын икенсе яҡҡа күсерҙе. Тик күҙҙәре һис тә тыңламай, шул яҡҡа төбәлергә тырышып ҡына тора. Егеттең йөҙө нәфис һыҙатлы, аҡ ҡына, күҙ ҡабаҡтары бер ни тиклем шешмәк. Моғайын, берәй яҙыусы уны һүрәтләргә теләһә, «күҙҙәре миндаль рәүешендә» тип яҙған булыр ине. Тап шул мәлдә егет был яҡҡа боролдо ла, күҙҙәре Алһыуҙың ҡараштары менән осрашты. Эҫеле-һыуыҡлы булып киткән ҡыҙ улар араһына инеп туҡтаған автобусҡа һикереп менде. Кеше­ләрҙе йырып үтеп, тәҙрә эргәһенә барып баҫты. Автобус ҡуҙғалып киткәс тә, егеттең, муйынын һуҙа биреп, уны ҡараштары менән эҙләүен күреп, ҡәнәғәт йылмайҙы.
Алһыуға үҙенең был халәте сәйер тойолдо, сөнки быға тиклем бындай тойғо кисергәне юҡ ине. Булмышына һө­йөнөс оялап ҡалды. Йөрөй-йөрөй ҙә, үҙе лә абайламаҫтан, йылмайып ҡуя. «Ниндәй ҡыуанысым бар һуң минең?» – тип уйлаһа, миндаль рәүешендәге матур күҙҙәрҙең уны эҙләп ҡараныуы иҫенә төшә лә күңеле елкенеп китә.
Өфө – миллионлы ҡала. Унда стена аша ғына ғүмер иткән күршең менән дә йылдар буйы тап килешмәүең ихтимал. Шуға күрә аҙна-ун көндән – Пушкин скверын­дағы ағастар бәләкәс кенә япраҡтар сығарып өлгөргәйне инде – әлеге үк туҡталышта торғанда:
– Ә мин һине барыбер таптым бит, – тигән тантаналы тауышҡа һиҫкәнеп китте. Ҡулындағы журналдан ҡалҡып ҡараһа, ҡаршыһында теге фырт егет баҫып тора.
Ул ҡапыл Алһыуҙың быйылғы яҙ модаға ингәнсә «французсалап» үргән ауыр толомон урап тотто ла йылмайып күҙенә ҡараны.
– Таш өҫтөндә алтын сәсен тарап ултырған Һыуһы­лыуҙы эләктергән Заятүләктән кәмме әллә мин?! – тип көлөп ебәрҙе.
Быға тиклем сәсенә тейгәнде йәне һөймәгән Алһыу асыуланырға уйламаны ла. Йылмайып:
– Әллә һин филфакта уҡыйһыңмы? – тип һораны.
– Нишләп филфакта?
– Халыҡ ижады буйынса мәғлүмәтең көслө. – Ҡыҙ, башын борғолап, толомон ысҡындырырға тырышты, тик алъюҫыҡҡа. – Хәтерем яңылышмаһа, был әкиәттең аҙағы Һыуһылыу өсөн бик үк бәхетле тамамланмай булһа кәрәк.
– Мөхәббәт тамамлана тиме ни? – Егет һорауға һорау менән яуап ҡайтарҙы. – Ышанмайһыңмы? Әйҙә, алып барып күрһәтәм. Бында яҡын ғына.
«Иртәгә бит зачет!» – тигән уй атылған йондоҙ кеүек кенә үтеп китте Алһыуҙың башынан. Тик ҡыҙ иғтибар итмәне. Үҙенә һоҡланып ҡарап торған ҡара күҙҙәрҙең ҡармағына эләккәйне инде ул. «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы тирәһендә – шығырым тулы йәштәр. Билет һораусылар ҙа байтаҡ.
– Билал менән Фәрзәнәнең концерты бит бөгөн, – тине егет. – Белмәгәйнеңме ни?
– Ә улар кем?
Егет яуап бирер урынға һыҙғырып ҡуйҙы.
– Медикһыңдыр тип уйлағайным шул.
– Нишләп медик?
– Һуң, мин “сәнғәт”тәге бөтә матур ҡыҙҙарҙы ла беләм. «Авиация»лағы ҡыҙҙарҙың күбеһе – малай-шалай кеүек. Ҡиәфәттәре лә, ҡылыҡтары ла… Анатомичканан сыҡмай көнө-төнө мускул-һеңер исемен ятлап ултырған бәндә генә һинең һымаҡ томана булмаһа…
Егет уны артҡы ишектән алып китте.
– Һин актермы әллә? – тине Алһыу. – Шулайҙыр тип уйлағайным да…
– Һин дә минең турала уйлағайныңмы? – тип эләктереп алды егет. – Урра! Йә Хоҙайым, рәхмәт инде һиңә, ул да минең турала уйлаған.
Алһыу ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Егеттән шаянлыҡ фонтан кеүек урғылып тора, артабан нимә менән хайран итерен һис белеп булмай.
Алһыуға «Заятүләк менән Һыуһылыу» әкиәтенең сюжетына ҡоролған мауыҡтырғыс концертты сәхнәне яҡтыртыусы янында ултырып ҡарау бәхете тейҙе. Үҙеңде сәхнәлә барған был тылсымдың бер өлөшө итеп тойоу ғәләмәт мауыҡтырғыс икән: нурҙар гөлләмәһен Алһыу ҙа бер нисә тапҡыр бейетеп ҡараны.
Залда йәшлек дәрте ташып, урғылып тора. Туҡтауһыҙ алҡыштар, бейеү, йыр. Уның менән бер йәштә тиерлек булған ике йырсының шундай тантанаға, хистәр ғәрәсәтенә сәбәп булыуына һушы китеп ултырҙы Алһыуҙың.
Сәхнәгә яуған гөлләмәләргә ҡарап:
– Был тиклемде ҡайҙа ҡуялар икән? – тип аптырабыраҡ ултыра ине, егет, уның уйын белгән һымаҡ:
– Был сәскәләрҙе иртәгә баҙарға алып сығып һаталар ҙа бер аҙна тирәһе туҡ йәшәп алалар инде, – тип шаяртты. – Улар студент ҡына бит әле, дөйөм ятаҡта йәшәйҙәр… Ярар, концерттан һуң таныштырырмын.

Тамашанан һуң, кейемдәрен гардеробтан алғас, ишеккә барманылар. Егет уны юғары ҡатҡа алып китте.
– Әйҙә әле, минең һине бер кеше менән таныштырғым килә. – Уның бында үҙ икәнен баштан уҡ аңлағайны Алһыу. Аҙым һайын туҡтаталар, шаярталар, әле был, әле теге яҡтан килеп сыҡҡан матур-матур ҡыҙҙар килеп ҡолағына ниҙер бышылдай, һырпалана. Бына улар бер ишектән килеп инде: банкет залы икән. Ризыҡ тулы өҫтәлдәрҙе күреп, Алһыу артҡа сигенде.
– Әсәй, – тип өндәште егет. – Бына! – Үҙе ат башындай алтын тапҡан кеше тантанаһы менән Алһыуҙы алғараҡ этте. Билал менән Фәрзәнәне ярым ҡосаҡлап ниҙер сөкөрҙәгән нәзәкәтле ханым һынын турайтты. Бер мәлгә генә ҡарап торҙо ла, етеҙ атлап, Алһыу эргәһенә килде. Ҡиммәтле хушбуй еҫе аңҡыта-аңҡыта, затлы тауарға баһа биргән ҡиәфәт менән Алһыуҙы уратып сыҡты. Унан тәжрибәле кеше ишараһы менән Алһыуҙың ауыр толомон тағатып ебәрҙе: болот кеүек тулҡын сәстәр ҡыҙҙың зифа һынын тотош ҡаплап алды. Эргәләгеләр барыһы ла ирекһеҙҙән «аһ» итте. Алһыу, түңәрәк эсендә шыр яланғас баҫып торғандай, ҡыҙарынып-ҡаушап төштө. Ирекһеҙҙән үҙен ҡулдары менән ҡосаҡланы.
– Ҡайҙан таптың һин бындай хазинаны? – тип гөрһөлдә­не ауыҙына Сталиндыҡылай ҙур төрөпкә ҡапҡан дәү ир.
– Бына һеҙгә киләһе йылға «Һылыуҡай» конкурсының лауреаты, – тине егет.
– Хатта ҡолаҡтары ла матур, – тине, Алһыуҙың сәсен ҡалҡытып, ҡолаҡ япраҡтарын ҡарап өлгөргән ир.
Ҡатын ирҙең был ҡыланышын оҡшатып еткермәне шикелле, ҡарашы менән өтөп алды ла улына:
– Йыл һайын «Гран-при»ҙы беҙ ала алмайбыҙ бит инде, – тип Алһыуҙы үҙҙәренең ғаилә ағзаларына индереп тә ҡуйҙы. – Ә исеме нисек була һуң был һылыуҙың?
Егет менән ҡыҙ бер-береһенә аптырап ҡараны, ысынлап та, бына мең йыл элек танышҡандай тойһалар ҙа, исемдәрен һорашырға баштарына килмәгән. Эргә-тирәләгеләр, уларҙың өнһөҙ ҡарашын аңлап, көлөп ебәрҙе.
Егет иһә аптырап ҡалманы. Хәрбиҙәрсә үрә ҡатып, үксәләрен бер-береһенә тейҙерҙе лә, килешле генә баш эйеп:
– Танышырға рөхсәт итегеҙ, туташ: Искәндәр атлы егет булам, – тине.
– Алһыу, – тине ҡыҙ. Башҡалар ниңәлер геүләтеп ҡул сапты. Үҙен әкиәткә килеп эләккән һымаҡ тойған Алһыуҙы өҫтәлгә әйҙәнеләр, шампан шарабы һондолар, шоколад ҡаптырҙылар. Бер туҡтауһыҙ һоҡланыу, хайран һүҙҙәр, затлы еҫтәр аңҡытҡан ялтор-йылтыр күлдәктәр, килешле кейенгән һәм һоҡлана белгән ир-егеттәр, хайран ҡалдыра белгән ҡатын-ҡыҙҙар – Алһыуҙың быға тиклем шул тиклем матур мөнәсәбәттәрҙе, яҡынлыҡты һәм йылылыҡты бер ҡайҙа ла күргәне юҡ ине. Ул, батша һарайындағы балға барып эләккән Көлһылыу һымаҡ, ваҡыт тигән нәмәне бөтөнләй онотто. Кемдеңдер кеҫә телефоны шылтырағанға тертләп, концерт ваҡытында тауышһыҙ режимға ҡуйған телефонын килтереп сығарһа: утыҙҙан ашыу ҡабул ителмәгән звонок. Сәғәт беренсе ярты булып киткән. Өйҙәгеләр нимә уйлап, нимә кисерергә тейеш шул арала?!
– Миңә йәһәтерәк ҡайтырға кәрәк, – тине ул, такси саҡырырға керешеп.
Уның ағарынып киткән йөҙөн күреп, Искәндәр тиҙ генә:
– Такси кәрәкмәй, – тиергә ашыҡты. – Атайҙың маши­наһын алырбыҙ.
Төрөпкәһенән хуш еҫле тәмәке борҡо­топ, бер юлы әллә нисә ҡыҙ-ҡатынға матур һүҙ һөйләп, ирәйеп ултырған дәү ир өндәшмәй генә баш ҡаҡты.
***
Өйҙә, әлбиттә, берәү ҙә йоҡламай ине. Йоҙаҡ тишегенә асҡыс тығыу менән үк ишеккә йүгерешеп килделәр. Әсәһе менән өләсәһе, ризаһыҙлыҡтарын белдереп, ауыҙ асҡайны, күҙҙәре балҡып, бер ҡосаҡ рауза сәскәләре күтәреп ҡайтып ингән ҡыҙының йөҙөндә ғәйеп тойғоһо шәйләгән атаһы, уларҙы тыйғандай, ҡулын күтәреп:
– Аллаға шөкөр, иҫән-аман, – тине. – Барыбыҙға ла тыныс йоҡо. Иртәгә байрам түгел.
Сәскәләрҙе вазаға түгел, ваннаға һалҡын һыу ағыҙып, төнгөлөккә шунда ҡалдырырға кәңәш иткән арала өләсәһе шулай ҙа:
– Иртәгә әсәйең бик ҡатмарлы операция яһарға тейеш, – тип әйтеүҙән тыйыла алманы. «Ауырыуҙар, сирлеләр, операциялар… Беҙ ҙә был донъяла йәшәйбеҙ тип йөрөгән булабыҙ икән…» – тип уйланы Алһыу, шым ғына сисенеп урынына ятҡанда.
Иртәнсәк душ инеп сыҡҡандан һуң Алһыу көҙгө алдында сағылышына оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Уның быға тиклем үҙенең сибәрлеге тураһында уйлағаны юҡ ине. Уларҙың нәҫелендә – ике яҡтан да – барыһы ла бик һылыуҙар, шуға күрә быға айырым әһәмиәт биреүсе лә юҡ. Матур икән матур инде. Әммә Алһыуҙың әсәһе – хатта һылыу нәҫелдә лә айырылып торған бер сибәр. Шуға күрә һәр бер комплиментты, һоҡланыуҙы йәне көйөп, мыҫҡыл кеүек ҡабул итә. Уның бөтә булған тырышлыҡ емештәрен, һәр уңышын матурлығына япһарып, бәләкәйҙән йәненә тейеп, йонсотоп бөткәнгәлер, моғайын.
– Саҡ ҡына йәмһеҙерәк булһа, исмаһам, тынысыраҡ эштә эшләр ине, – тип һуҡрана уның ауыр операциялар яһағандан һуң, өйөнә ҡайтыуҙы ла онотоп, ауырыу сабый янында төн үткәреүенән йонсоған өләсәһе. Дөрөҫ, һуҡраныуында һоҡланыу күберәк.
“Һинең кеүек сибәркәйҙәргә хирургияның ни кәрәге бар?” – тигән бер профессор Алһыуҙың әсәһенә студент сағында һәм шуның менән ғүмерлеккә рәнйеткән. Инде оҫта хирург булып танылһа ла, әсәһе һаман шул уҡытыу­сыһына үҙен иҫбатлауын дауам итә, күрәһең. Хәйер, ул ҡарт хирург, аҡыллы студентканың нәфис оҙон бармаҡтарының ниндәй мөғжизәләргә һәләтле икәнен алдан күреп, зитына тейер өсөн юрый әйткән булғандыр, бәлки.
Нисек кенә булмаһын, тәбиғәт биргән матурлыҡты ниндәйҙер етешһеҙлек кеүегерәк ҡабул итеп, уны тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ, егәрлелек менән ҡапларға кәрәк, тип үҫтерелгән Алһыу.
Бөгөн иһә беренсе тапҡыр үҙенә тикшереп ҡарап торҙо ла ныҡ оҡшатты, сөнки Искәндәрҙең һоҡланыулы ҡарашы менән баға ине.
– Сибәрҙәргә күберәк нәмә рөхсәт ителергә тейеш, сөнки улар донъяны йәмгә күмә, – тине бит кисә Искәндәрҙең атаһы, моғайын, үҙен дә сибәрҙәр рәтенә индергәндер.
***
Читайте нас: