Тышта буран,
ҡарлы, зарлы буран
темеҫкенеп йөрөп көрт өйә.
Тәҙрә ҡапҡастарын шаҡылдата,
Ишегеңде ас та, керт өйгә.
Ҡороҡ ташлай мейес мөрйәһенә,
ә уныһы китә яҙлығып.
Аҡ күбеккә батып көсәнә ҡыш,
яҙ – яҙ инде,
итер яҙлығын.
Ғинуар булһам икән, тигән селлә
тағатҡан да ҡарлы селләһен,
үҙәктәргә үтеп-үтеп сеңләй.
Хоҙайым, кем уны йәлләһен.
Минән башҡа…