Ни эшләргә белмәй, ыуаланып, сәбәләнеп, эргәһендә йүгергеләп йөрөгән Ихсанды Сәмиғә ҡулдарынан тотоп алды. Ҡатынына ҡарап, ир шаҡ ҡатты. Әле генә күҙ йәштәренә сәсәгән Сәмиғәнең йөҙө балҡый, күҙҙәре көлә. Үҙе ҡапыл Ихсанды Һығып ҡосаҡланы, биттәренән алмаш-тилмәш үпте, сәстәренән һыйпаны. Тағы ҡосаҡланы, тағы үпте.