Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
26 Ғинуар 2020, 16:09

Ғайса Ишмөхәмәтов, Яңыбай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

...Ҡарлы-буранлы төндә тағы ла китабыңды ҡулыма алдым. Ниндәйҙер сихри көстәр тойам, бәлки рухың шулай ҡушалар? Ҡоро йәйҙән һуң тыуған еребеҙҙе ҡар-буран туйындырғанда беҙгә эскерһеҙ йылмайыуың, аҡыллы фекерҙәрең, булмышың менән тағы ла кире әйләнеп ҡайтаһың. Ғилман дуҫ, бөгөн һиңә 55 йәш тулған булыр ине. Иртә китеп барҙың шул. Үҙен арабыҙҙан китһәң дә исемең ҡалды, шиғырҙарың ҡалды, хәтер ҡалды. Әгәр ҙә һалам тейәлгән трактор арбаһы боҙолмаһа, уны юл ҡырында...

...Ҡарлы-буранлы төндә тағы ла китабыңды ҡулыма алдым. Ниндәйҙер сихри көстәр тойам, бәлки рухың шулай ҡушалар? Ҡоро йәйҙән һуң тыуған еребеҙҙе ҡар-буран туйындырғанда беҙгә эскерһеҙ йылмайыуың, аҡыллы фекерҙәрең, булмышың менән тағы ла кире әйләнеп ҡайтаһың. Ғилман дуҫ, бөгөн һиңә 55 йәш тулған булыр ине. Иртә китеп барҙың шул. Үҙен арабыҙҙан китһәң дә исемең ҡалды, шиғырҙарың ҡалды, хәтер ҡалды. Әгәр ҙә һалам тейәлгән трактор арбаһы боҙолмаһа, уны юл ҡырында ултыртып ҡалдырмаһалар, әсәйең янына ул төндә ҡайтырға юлланмаһаң, аҡ ҡар туҡтамай яумаһа тейем дә ул...Юҡ, яҙмыштыр, тәҡдирҙер был тип тә ҡуям. Үҙең дә бит был турала шулай тип яҙғайның:
Тағы ла уҡталам онотолоп,
Тағы ла туҡталам отолоп,
Ете юл сатында уйланам,
Яҙмыштың үренә юлланам...
Йәки:
Етәкләмә,
Үҙем асып инәм,
Ожмахына йәки тамуҡҡа.
Күрәҙәселек итеү күптәргә бирелмәгәндер. Үҙенең булмышын, яҙмышын күрә, тоя белде шағир...
Хәтирәне тулыһынса гәзиттә уҡырһығыҙ.
Читайте нас: