Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
6 Февраль 2020, 19:45

“Ижад итәм башҡорт телендә, илһам алам тыуған еремдән”

Ошондай исем аҫтында бер түгел, өс китаптың исем туйы үтте район мәҙәниәт йортонда. Уларҙың авторҙары – беҙҙең яҡташтар: Рәсәй Президенты Гранты еңеүсеһе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, өс бала әсәһе, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар берлеге ағзаһы, биш – “Ҡая сәскәһе”, “Атай кеүек булам мин”, “Артылғанда быуат түбәләрен”, “Һандыҡ төптәрендә" һәм “Иҙел ҡыҙы” балалар өсөн китаптар авторы Земфира Хәкимйән ҡыҙы Аҡбутина, шағирә, журналист, 2018 йылда "Йыл журналисы" исемен яулаған, 2019 йылда "Ҡурай даны" беренсе милли премияһына лайыҡ булған ике йөҙҙән артыҡ йырҙарға һүҙҙәр яҙған, "Тик һөйөүҙән тора йөрәгем" исемле шиғырҙар йыйынтығы авторы Гөлнур Вил ҡыҙы Ҡыуатова һәм Үтәғол ауылында оҙаҡ йылдар – уҡытыусы, әлеге көндә ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән әүҙем ижадсы, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, республика матбуғатында баҫылған хикәйәләре һәм «Ҡара этап» романы аша күптәргә билдәле Сабит Мағаз улы Фазлыев. Сараның 2020 йыл – Башҡорт теле йылын асыуға арналыуы ла үҙе бер оло мәртәбәгә лайыҡ.

Ошондай исем аҫтында бер түгел, өс китаптың исем туйы үтте район мәҙәниәт йортонда. Уларҙың авторҙары – беҙҙең яҡташтар: Рәсәй Президенты Гранты еңеүсеһе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, өс бала әсәһе, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар берлеге ағзаһы, биш – “Ҡая сәскәһе”, “Атай кеүек булам мин”, “Артылғанда быуат түбәләрен”, “Һандыҡ төптәрендә" һәм “Иҙел ҡыҙы” балалар өсөн китаптар авторы Земфира Хәкимйән ҡыҙы Аҡбутина, шағирә, журналист, 2018 йылда "Йыл журналисы" исемен яулаған, 2019 йылда "Ҡурай даны" беренсе милли премияһына лайыҡ булған ике йөҙҙән артыҡ йырҙарға һүҙҙәр яҙған, "Тик һөйөүҙән тора йөрәгем" исемле шиғырҙар йыйынтығы авторы Гөлнур Вил ҡыҙы Ҡыуатова һәм Үтәғол ауылында оҙаҡ йылдар – уҡытыусы, әлеге көндә ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән әүҙем ижадсы, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, республика матбуғатында баҫылған хикәйәләре һәм «Ҡара этап» романы аша күптәргә билдәле Сабит Мағаз улы Фазлыев. Сараның 2020 йыл – Башҡорт теле йылын асыуға арналыуы ла үҙе бер оло мәртәбәгә лайыҡ.
Яңы китап донъя күреүе – яңы тыуған сабый менән бер. Сөнки, ижад емеше булараҡ, уны көтөп алаһың, өмөттәр бағлайһың. Ә уй-хыялдарыңдың тормошҡа ашыуы иһә ысын мәғәнәһендә һине бәхетле итә.
Ижадҡа төрлө кеше төрлө осорҙа килә. Мәҫәлән, Земфира Аҡбутина (Яубаҫарова) мәктәптә уҡыған саҡта уҡ яҙыша башлай, балалар һәм үҫмерҙәр гәзитендә шиғырҙары, мәҡәләләре баҫылып тора, Сабит Фазлыев (йәки ауылдаштары уны Илнур исеме менән белә, кисәлә лә шул турала әйтеп үттеләр) йәштән хикәйәләр яҙа, тик матбуғат биттәрендә баҫтырырға ҡыймай, ә Гөлнур Вил ҡыҙы ижады тураһында былай ти: “Әҙәбиәткә сағыштырмаса һуң килеп керһәм дә, ижадҡа ынтылыш бала саҡтан уҡ булды. Өй тулы китап, гәзит-журнал, унан ҡалһа, ауылға килгән һәр концерт-спектаклде ҡалдырмай ҡараныҡ. Тәүге шиғырҙар 30 йәш тулып үткәс яҙылды. Уларҙың гәзит-журналдарҙа баҫтырыу тураһында уйламаным.”
Бөрйән районы Тимер ауылында тыуып, Иҫке Монасип урта мәктәбен, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, Өфөләге 1-се һанлы балалар йортонда хеҙмәт юлын башлап, “Ленинсы”, “Йәшлек” гәзиттәре редакцияларында эшләп киткән, хәҙерге көндә Ибрай ауылында уҡыусыларға башҡорт телен һәм әҙәбиәтенән белем биреүсе Земфира Хәкимйән ҡыҙы ымһындырғыс әҙәбиәт, шиғриәт илендә үҙе генә яңғыҙ йәшәмәй, ә уҡыусыларына, балаларына ла ижад уты тоҡандырырға ярҙам итә. Уның 2018 йылдың аҙағында З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Иҙел ҡыҙы” китабы буйынса уҡыусылары ошо әҫәрҙән өҙөк тәҡдим итте, шиғырҙарын ятҡа һөйләне.
Килен булып төшкән ерендә Земфира апай хәҙер инде үҙ кеше, уны үҙенең икенсе тыуған ере итеп, ҡолас ташлап хеҙмәт итә, балалар тәрбиәләп, ижад донъяһына сумып йәшәй. Абруйлы уҡытыусы тураһында урындағы хакимиәт башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов тик яҡшы яҡтан һөйләп китте, ә ибрайҙарҙың “Һүрәм” халыҡ фольклор ансамбле таҡмаҡтар бүләк итте. Сараға Земфира Хәкийән ҡыҙының тыуған яҡ сәләмдәрен бер туған апалары – юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Хәйбуллина, Әтек мәктәбендә утыҙ йылдан ашыу ашнаҡсы булып эшләүсе Зәмиә Ямғурсина, бер туған ҡустыһы Иҫке Собханғол мәктәбендә техник-программист булып эшләүсе Хәлит Яубаҫаров һәм уның тормош иптәше, башланғыс кластар уҡытыусыһы Светлана Яубаҫарова алып килгән. Килене Светлана беҙҙең райондың Өмбәт ауылы ҡыҙы булып сыҡты. “Элек 5-6 сәғәт үткән юлды, көн буранлап торһа ла, 3,5 сәғәттә елдереп килеп еттек. Туғаныбыҙ беҙгә өлгө булып тора, уның менән ғорурланабыҙ”, – тип уға киләсәктә лә уңыштар ғына теләнеләр.
Әлеге ваҡытта республикала ғына түгел, унан ситтә йәшәүселәрҙе лә үҙенең матур, эстәлекле шиғырҙары менән ҡыуандырған, үҙенең дворяндар нәҫеленән булыуына һәм Ейәнсура районында тыуыуына ғорурлыҡ тойғолары йөрөткән, Гөлнур Вил улы Юлдаш ауылында тыуып үҫеп, тыуған ауылы мәктәбендә, аҙаҡтан Ейәнсура башҡорт гимназияһында белем ала. Өфө китапхана техникумын, ситтән тороп Силәбе дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһын тамамлай. Хеҙмәт юлын тыуған ауылындағы китапханала башлай. “Бәйләнештә” сайтында ижадын тәҡдим итер өсөн “Гөл һағышы – нурлы күңел” тип аталған төркөм асырға ҡарар итә. Төркөмдә уның шиғырҙарын күреп, композиторҙар, йырсылар йыр текстары һорап мөрәжәғәт итә башлай. Һәм бөгөн Гөлнур Ҡыуатова иллеләп композитор менән хеҙмәттәшлек итә. Йыр авторы булараҡ, “Йәшлек-шоу”, “Ҡош юлы”, “Гәлсәр һандуғас” фестивалдәрендә һәм “Юлдаш” радиоһында махсус дипломдар менән бүләкләнгән. Беҙҙең район мәҙәниәт йорто солисткаһы Хәлиҙә Ҡолшәрипова “Юлдаш йыры -2017” бәйгеһендә уның шиғырына яҙылған йырҙы башҡарып дипломант булды. Көйөн И.Атанов яҙған “Китһәң әгәр” йырын Хәлиҙә апай сәхнәнән яңғыратты. Шиғриәт донъяһына ныҡлы баҫҡан Гөлнур Ҡыуатова бынан теүәл биш йыл элек уйламаған ерҙән журналист булып китә. “Минең ижади потенциалымды тойоп, эшләй алырыма ышанып, үҙ ҡанаты аҫтына эшкә саҡырған "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире, яҡташым Артур Хәсән улы Дәүләтбәковҡа рәхмәтлемен. Сөнки ул мәлдә үҙемде был һөнәрҙә бөтөнләй күҙ алдына килтерә алмай инем”, – тип хәтерләй Гөлнур Вил ҡыҙы.
Абзан ауылы биләмәһе башлығы, ауылдашы Нурғәле Бикбулатов шағирәбеҙгә яҡташтары сәләмен еткерҙе. Ә райондашыбыҙ, Башҡортостан Журналистар берлеге етәксеһе Артур Хәсән улының сарала ҡатнашыуы уның мәртәбәһен күтәреп ебәрҙе. Ул Гөлнур Вил ҡыҙының талантлы шағирә генә түгел, уҡымлы ла, фәһемле лә мәҡәләләр авторы икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ ейәнсураларҙы районда башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер баҫма – “Ейәнсура таңдары”на яҙылырға саҡырҙы.
Сабит Мағаз улы дәртле, берҙәм халҡы йәшәгән Иҙәш ауылында тыуған. Үтәғол урта мәктәбен, Ырымбур ҡалаһында һөнәрселәр училищеһын тамамлағас, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Байтаҡ йылдар Салауат исемендәге колхозда водитель булып эшләй һәм 32 йәшендә юғары уҡыу йортона инеп, белемле, киң даирәле яҙыусы булырға маҡсат ҡуя һәм хикәйәләрен төрлө баҫмаларға тәҡдим итә башлай. “Романымды “Ағиҙел”гә илткәс, Сабир Шәрипов: “Нимә, әҙәбиәткә романы менән килеп ингән Яныбай Хамматов булып ҡыланаһың, тәүҙә хикәйә яҙып күрһәт,”– тигәс, күптән ятҡан ”Бонапарт ишеткән оран” хикәйәһен ебәреп тә өлгөрҙөм, аҙна-ун көндән баҫылды ла”, – тип хәтерләй хәҙер Сабит Мағаз улы.
Күптәр, моғайын, уның “Ҡара этап” романының “Ағиҙел”дә баҫылыуын ай һайын көтөп алғандыр. Ә инде китап булып сыҡҡас, ул ҡулдан ҡулға йөрөп уҡылды, һатыуға сығарылғандары тиҙ арала һатылып бөттө. Яҙыусының ауылдашы, яҙыусы, журналист, тəржемəсе, Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Р.Ғарипов исемендәге премия лауреаты Гөлсирә Ғиззәтуллина-Ғайсарова сығышынан: “Илнурҙың романын иң беренселәрҙән булып мин уҡып сыҡтым. Илнур район һабантуйында ҡулъяҙманы миңә тапшырҙы. Ярар, уҡырмын тип кенә алып ҡалдым. Өҫтәлдә уҡылмай байтаҡ ятты. Хәҙер ауылға байрамға саҡырғайнылар, миңә бит яуап бирергә кәрәк. Аштың тәмен белер өсөн бер ҡаҙан ашты ашап бөтөргә кәрәкмәй, тигәндәй, кис, сәғәт ундарҙа, баштағы ун битен уҡыһаң, уның ниндәй буласағын күҙаллайһың, тип кенә башлағайным, уҡып бөткәндә иртәнге 6 ине. Бер тынала уҡып сыҡтым, хатта бер нимә лә өҫтәргә лә кәрәкмәй, бер артыҡ ере юҡ. 12 йыл ижад ителгән әҫәр китап булып сыҡҡас, Илнурбер данаһын миңә бүләк итте. Иҙәштә уны берәү уҡыйым тип кенә һорап алғайны, хәҙер китаптың ҡайҙа икәнен дә белмәйем. Кешеләр яратып уҡығас, тимәк, Илнур халыҡ телендә яҙған”, – тип, кеше ниндәй генә сит ерҙәрҙә булһа ла, уның әсә һөтө менән һеңдерелгән теле, ҡасан да бер булһа килеп сыға, туған тел онотолмай бит ул, тип, китаптарының исем туйын үткәргән ижадсыларҙың һәр береһенә уңыштар теләне.
Үтәғол ауыл һәүәҫкәрҙәре сәхнәләштергән “Ҡара этап”тан өҙөк тамашасыларҙы тетрәндерҙе, күҙҙәрҙән үҙенән-үҙе йәш ялтыраны.
З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов тә килде был мәртәбәле сараға. “Артур Хәсән улы шул тиклем баҫалҡы кеше, районкаға яҙылырға саҡыра, ә үҙенең баҫмаһына юҡ. Телебеҙҙе яҡлау һәм һаҡлау маҡсатында, мин дә “Ейәнсура таңдары” менән бер рәттән, “Йәшлек”кә лә яҙылырға саҡырам. Ә ижадсыларға килгәндә, әле сәхнә түрен биләгән яҙыусыларҙың китаптары бик үтемле булды, улар сыҡҡан ыңғайы уҡ һатылып бөттө”, – тип бөгөнгө кисәнең сәбәпселәренең ижадтарына юғары баһа бирҙе.
Сараны ойоштороп, башлап йөрөүсе “Ейәнсура таңдары” гәзите мөхәррире Фариза Сәфәрғәлина, гәзиттең ижтимағи-сәйәси бүлеге мөдире Әлмира Әйүпова, хәбәрсе Айгөл Ҡылысбаева яҙыусыларға Рәхмәт хаттары, районканың 2019 йылғы лауреаты Земфира Хәкимйән ҡыҙына грамота һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Һәм Башҡорт теле йылы уңайынан үткәреләсәк бәйгеләрҙә ҡатнашырға саҡырҙылар.
Земфира Хәкимйән ҡыҙы тамашасылар араһында “Иҙел ҡыҙы” повесы буйынса һорауҙарға яуаптар үткәрҙе, дөрөҫ яуап биргәндәр уның автографы менән китабын алып ҡыуанды.
Бер тынала үтеп киткән был сараны район мәҙәниәт йорто директоры Альфред Ваһапов, күмәк саралар режиссеры Фәйрүзә Хәсәнова әҙерләне һәм шундай йылылыҡ менән алып барҙы. Кисә буйына З. Аҡбутина һәм Г. Ҡыуатова һүҙҙәренә яҙылған дәртле лә, моңло ла йырҙарҙы йырсылар Х.Ҡолшәрипова, В. Мәүлетов, Ф. Юлсанов һәм Баймаҡ ҡунағы Д.Мөхәмәтйәрова сәхнә түренән яңғыратты.
Илһөйәр, телһөйәрҙәр өсөн ине сара. Был кисәгә әҙәбиәткә, телгә битараф булмағандар килде. Килде, һәм ижадсылар, күренекле яҙыусылар менән аралашыуҙан йәм табып, байтаҡҡа етерлек илһам алып таралышты.
Читайте нас: